Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаһармандар рухына бағышлап
Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыу ваҡиғаһын илебеҙҙә тантаналы билдәләү тураһында Президенттың Указы донъя күрҙе. Уға ярашлы 2012 йыл Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителде. Был сара Рәсәй Федерацияһы составындағы субъекттар, уларҙа йәшәгән халыҡтар тарихын ентекле өйрәнеү аша милләттәрҙе бер-береһенә яҡынайтыуға, ихтирамлы булырға, толерантлыҡ һаҡларға өйрәтеүгә ярҙам итәсәгенә шик юҡ. Асылда, быларҙы беҙҙең республика өсөн Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип билдәләнгән 2011 йылда башҡарылған эштәрҙең дауамы тип ҡабул итергә кәрәк.
Республикабыҙҙа 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арналған төрлө саралар үткәрелә башланы. Әйтәйек, күпселек матбуғат баҫмалары, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзите лә, махсус рубрикалар асып, илебеҙҙең үткәнен өйрәнеүгә бағышланған һәм тарих фәненә лайыҡлы өлөш индерерҙәй төрлө яҙмаларға, ғилми мәҡәләләргә конкурстар иғлан итте.
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә мәғариф һәм мәҙәниәт үҙәгенә әйләнгән БДУ-ның Сибай институтында ла ошо тарихи ваҡиға айҡанлы үткәреләсәк саралар планы ҡабул ителде. Унда төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференциялар, фестивалдәр, әҙәби-музыкаль, фольклор кисәләре, һабантуй, шәжәрә байрамдары үткәреү ҙә, студенттар араһында ғилми, һынлы сәнғәт эштәренә конкурстар ойоштороу ҙа ҡаралған. Ошо көндәрҙә шул эштәрҙең береһе тормошҡа ашырылды ла инде. Асыҡлабыраҡ әйткәндә, институттың Белов урамындағы төп уҡыу корпусында башҡорт яугирҙәренең 1812 йылғы азатлыҡ һуғышында күрһәткән фиҙаҡәрлегенә һәм ҡаһарманлығына арналған монументаль-декоратив композиция асылды. Был хаҡта “Башҡортостан”дың 17 февраль һанында мәҡәләлә баҫылды. Был мөһабәт барельеф Ватан һуғышында халҡыбыҙҙың дәррәү ҡатнашыуы, башҡорт ғәскәрҙәренең данлы яу юлы, һуғыш яландарында күрһәткән ҡаһарманлығы тураһындағы тарихи һәм әҙәби-фольклор сығанаҡтарға нигеҙләнеп ижад ителгән. Институтта 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһармандарына арналған ошондай композиция булдырыу идеяһы уҡыу йортоноң элекке директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор (хәҙер Дәүләт Думаһы депутаты) Зиннур Йәрмөхәмәтовта, үҙе әйтеүенсә, бынан бер нисә йыл элек үк тыуа, һәм былтыр май айында, ижади төркөм менән осрашҡандан һуң, композиция өҫтөндә эште оҙаҡҡа һуҙмайынса башларға кәрәк тигән ҡарарға киленә.
Эстетик зауыҡ аша студенттарҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған институт етәкселеге менән уҡытыусылар коллективы уҡыу йортондағы бындай барельефтар, паннолар, картиналар галереяһы, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең бюстарының йәш быуын өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуына шикләнмәй. “1812 йылғы Ватан һуғышына арналған монументаль-декоратив композиция ла, студенттарыбыҙҙа эстетик зауыҡ уятып ҡына ҡалмайынса, йәш быуындың күңелен ватансылыҡ тойғоһо менән байытыр, илебеҙ, халҡыбыҙҙың тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр, тип ышанам”, — ти Зиннур Ғөбәйҙулла улы.
Бына шулай, Рәсәй тарихы йылында Президент тарафынан билдәләнгән маҡсат һәм бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып тотоноп, беҙҙең уҡыу йорто халҡыбыҙҙың тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған ваҡиғаларҙы һәм унда ҡатнашҡан ҡаһармандар рухын мәңгеләштереү буйынса тағы бер мөһим һәм ҙур эш башҡарҙы.
Ғәҙилә БҮЛӘКОВА,
БДУ-ның Сибай институтының башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире,
филология фәндәре кандидаты.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Тоньяк амуры
    Тоньяк амуры от 26.03.2012, 13:16
    Барельев һауанан килеп тошмәгән" Ул бер кешенең интеллектуаль һәм ижад емеше. Ректорат та бер узе уны улап тапмаган. Пенсияга киткән Вәкил Исмәгилов Ханжин уйлаган идея ул. Ул Авторз буласак кешене уҙе тапкан, интитутка килтереп таныштырган 2011йылдын майында. Барельевтың авторы; Рәсәй дизайнерҙар берлеге ағзаһы , Төняҡ амурзары тип янып -көйөп , Бородино яландарында башкорт атлы гәскәрен кәүзәләндереп, Башкортостанды Рәсәй, Увропа кимәлендә таныткан кеше - Республика Хәрби Дан музейы ғилми хеҙмәткәре, Рәсә геральдистары берлеге ағзаһы, БР Президенты янындагы Дәүләт символдары буйынса Комиссия ағзаһы- Илдар Шәйәхмәтов. Уға , был эште башҡарып сығарыуҙа , уның уҙе тарафынан саҡырылған дустары- рәссам-уҡытыусылар булышты. Хисмәтуллин Фаил рауил улы, Гәйфуллин Раил Рауил улы- икеһе лә БДПУ уҡытыусылары, әйткәндәй, Шәйәхмәтов үҙе лә, !№ йыл ошо уҡыу йортонда 10 йыл уңышлы эшләгәп киткән рәссам-педагог. журналистарға бер кәңәш- авторҙарҙы, уларға ярҙам итешеп эшлшкән рәссамдарҙы ла исемдәрен халыкка бер ике юл менән булһа ла танытырға мотлак өйрәнергә кәрәк. Шәйәхмәтовтың был беренсе ҙур куүләмле , монументаль эше тугел. 2009 йылда Ул быға тиклем Украинала Луганск өлкәһендәге Петровское ҡалаһында башҡорт атлы дивизияһы, Шайморатовсылар иҫтәлегенә Бер гонорарһыҙ, командировка иҫәбенә генә ҙур һәйкәл , шуға ҡушып ҙур сквер проектын төҙөп ҡайтҡан ижадсы. Өфөлә , Затон биҫтәһендә ге МВД РБ территорияһында, Летчиков ур. икенсе йорт биләмәһе, йөҙҙән артыҡ һәләк булған милиция хеҙмәткәрҙәренә лә , ул бер гонорарһыҙ Рәсәйҙә аналогы булмаған һәйкәлде эшләне, 2007 йылда. Өфөлә Первомай универмагы алдында, Ветерандар скверында ла ул эшлэп ҡуйған Еңеүсе һалдат һыны ултыра. Тимәк, егерме метр оҙонлоҡтағы барельефты осраҡлы кешегә тугел, ә үҙ эшен яратҡан , тәжрибәле, рухлы ижадсыға тапшырғандар. Һәйкәлдәрҙе- ысын исеме булған ябай халыҡ улдары эшләй. Улар һауала тыумай, күктән төшмәй, авторы ерҙә йәшәй, беҙҙең арала.Беҙҙең журналистар шуны онотмаһын ине. Бер -беренә батыр тип эәткән халыҡ ҡына, беренең эшен күрә белгән кешеләр генә матур була. Эшләгән кешенен исемен ул эшлэәгән эште һөйләгәндә әйтмәү- гонахлы, итәғәтһеҙлек була.

    Әйт, тиһәгуҙ, әйтәйем, , шул институт стеналарында По чущьему- велению , по Моему хотению тигән кеүек , тиҙ ваҡыт арауығында хасил булған рәсәйҙә лә, Башҡортостанда ла тиңе будмаған монументаль эштен ысын авторын , уны эшләүҙә ҡатнашҡан авторҙың ярҙамсыларын да исемләп атап китһә- журналистың исемы ысын ғәҙел журналист икәнен танытыр ине. Был эште тиҙ башҡарып сығарыу- авторҙың эште ойощтороу һәләте, эшкә яуаплы ҡарауы ла. бындайын да оло эштәр йыллап, бик уп айлап та эшләнергә тейеш тә бит, Һәм лайыҡлы түләнеп.., йәмәғәт рәхмәтен дә татырға, баҺаҺын да ВАҠЫТЫНДА АЛЫРҒА тейештәрҙер бит уҙебеҙҙең Башҡортостан егеттәре?. уЛ эште бит, ситтән килгән халыҡ вәкилдәре тугел, үҙебеҙҙең халыҡ улдары эшлэгән. бер- беребеҙгә ихтибарлы, рәхмәтле булырға тартынмайыҡ, йәмәғәт!






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105