Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош уртаһында ҡайнайҙар
Тормош уртаһында ҡайнайҙар Гәрәй ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан Яңы Бөртөк район үҙәге Николо-Березовканан 61 километр алыҫлыҡта ятһа ла, уны бер нисек тә төпкөл ауылдар рәтенә индереп булмай. Эргәнән генә Нефтекама – Өфө автомобиль юлының үтеүе, Яңауылдағы тимер юл станцияһына тиклем йөҙ саҡрымдан аҙ ғына алыҫыраҡ булыуы бында йәшәгәндәр өсөн “ҙур донъяға” араны һиҙелерлек ҡыҫҡарта.
Күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров “Башҡор­тостан ауылдары тарихы” тигән китабында яҙыуынса, Яңы Бөртөк үҙаллы ауыл булараҡ 1795 йылдан билдәле, уның ун йортонда 65 башҡорт теркәлгән. 1859 йылда ауылда 189 кеше йәшәһә, тағы ла ярты быуаттан халыҡ һаны 535-кә еткән. 1920 йылда Яңы Бөртөктә 636 ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ иҫәпкә алынған.
“Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше” исемле белешмә-китапта 1961 йылдың 1 ғинуарына ауылда 762 кеше йәшәй тип күрһәтелә. Уларҙың төп өлөшөн урындағы “Алға” колхозының игенсе һәм малсылары тәшкил итһә, бер ни тиклем халыҡ илленсе йылдар аҙағында яҡын-тирәләрҙә эш башлаған “Южарланнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында хеҙмәт һалған.
2002 йылда ауылда 565 ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ теркәлһә, 2010 йылда дөйөм халыҡ һаны 527-гә төшкән. Бөгөн 253 йорт-хужалыҡта 539 кеше йәшәй, уларҙың 268-е ир-ат, 271-е ҡатын-ҡыҙ. Хеҙмәткә яраҡлылар – 284, 18 йәшкә тиклемгеләр йөҙгә яҡын. Ауылда туғыҙ йыллыҡ мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб эшләй, мәсет, бер нисә һатыу нөктәһе бар.

Ергә береккән уңған
Тормош уртаһында ҡайнайҙарСовет осоронда ауылда беренсе булып Зәкирйән Фазылов орден алған. “Тимер йәне ҡағылған” ағайҙың күкрәгенә “Почёт Билдәһе”н бынан теүәл ярты быуат элек таҡҡандар. 1960 – 1965 йылдарҙа ул етәкселек иткән звено районда ғына түгел, республикала кукуруздың һәр гектарынан иң күп йәшел масса йыйған. Ҡырыҫыраҡ тәбиғәтле төньяҡ-көнбайыш төбәктә был, әлбиттә, ҙур ҡаҙаныш.


Уңыш нигеҙендә тәү сиратта механизаторҙарҙың намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте ята.
– Кукуруз баҫыуында беҙҙең эш ысулын өйрәнеү буйынса район кәңәшмәһе үткәрелде, – тип хәтерләй ул саҡтарҙы Зәкирйән Фазыл улы. – Башҡортостан Ауыл хужалығы институты ғалим­дары ла килгәйне, аҙаҡ юғары уҡыу йортонда тәжрибәбеҙгә арналған махсус күргәҙмә йыһаз­ландырылды...
Быға тағы ла Зәкирйән ағайҙың Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) ҡалаһында ул саҡтағы СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Полянский һәм РСФСР Министрҙар Советы Рәйесе Геннадий Воронов үткәргән мәртәбәле кәңәш­мәлә ошо кимәл етәкселәр менән бергә президиумда ултырыуын, трибунаға сығып кукуруздың юғары уңышына нисек өлгәшеү­ҙәре тураһында ҡағыҙһыҙ-ниһеҙ һөйләүен, телмәре бөтөн залдың көслө ҡул сабыуы аҫтында тамамлауын да өҫтәһәң, ергә береккән ябай ауыл егетенең яҙмышына ла, саялығына ла һоҡланмау мөмкин түгел!
Хеҙмәт яратыу, тырышлыҡ, ҡушылғанды намыҫ менән һәм еренә еткереп үтәү кеүек халҡыбыҙға хас матур сифаттар, ата-әсәһенән бирелеп, ағайы­быҙҙы ғүмере буйы оҙатып килә. Тормош йылдары сылбырының туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлай башлаған Зәкирйән Фазыл улының үҫмер сағы ауыр һуғыш осорона тура килгән. Ул етемлекте лә, аслы-туҡлы йәшәүҙе лә кисергән, бик иртә ауыр хеҙмәткә тотонған, үгеҙ егеп, һабантурғай йырын тыңлап, ер тырматҡан, колхоздың башҡа эштәренән дә ҡалмаған. Ваҡыты еткәс, Тымыҡ океандағы Итуруп утрауында Һауа көстәре сафында өс йыл әрме хеҙмәтен үткән. Техникаға нәҡ шунда тартылған да инде уның күңеле. Ҡайтҡас киң профилле механизатор һөнәрен үҙләштерә һәм 1959 йылдан, үҙе әйткәнсә, тотона тир түгергә, тиҙҙән ғаилә лә ҡороп ебәрә.
– Тормош юлымда башлыса яҡшы кешеләр генә осраны, – тип хәтер йомғағын тағата ветеран. – Әрмелә командирым хәрби хеҙмәтте артабан дауам итергә тәҡдим итте, тракторист булырға теләүемде белгәс, “уҡырға һуңға ҡалма”, тип тәүгеләр рәтендә ҡайтарып ебәрҙе. Тағы ла бер миҫал: ул ваҡытта беҙҙең ауыл ҡараған Ҡалтасы районы етәкселәре, иҫке өйөмдө күргәс, яңы йорт һалырға күндерҙе, төҙөлөш материалдары менән ярҙам итте. 1963 йылда өй туйланым.
Был фекерҙәр ғүмерен хеҙмәттән башҡа күҙ алдына ла килтермәгән кешенеке. Икенсе яҡтан, ошондай ҡарашҡа лайыҡ булыу өсөн, ысынлап та, эш урынында тырышып тир түгергә кәрәк. Коммунист Зәкирйән ағай нәҡ шулай булған да инде. “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы” миҙалы, “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “XXI биш йыллыҡ ударнигы” билдәләре менән бүләкләнә. Әйткәндәй, һуңғы икеһен уға тиҫтә йыл самаһы “Башнефть” система­һында тракторист һәм колонна етәксеһе булғанда бирәләр. Ышаныслы кеше һәр ерҙә кәрәк бит: нефтселәрҙәге дәрәжәле вазифаһынан тағы ла колхозға ҡайтырға бик ныҡ өгөтләйҙәр үҙен. Хужалыҡ рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары йөгөн хаҡлы ялға сыҡҡас та ике йыл тарта әле Зәкирйән ағай, унан һуң мәктәптең газ менән яғылған ҡаҙанлығында оператор булып эшләй. Дөйөм хеҙмәт стажы 56 йылға тулып китә.

Тормош уртаһында ҡайнайҙар“Эшләргә кәрәк,
тәртипле булырға...”

Был яҡтарҙың тәбиғәте үҙенсәлекле шикелле: районда оло йәшкә етеүселәр бихисап. Мәҫәлән, Сауыҙбаштан Сауҙа Мырҙаханованы
августа йөҙ йәше менән тәбрикләнеләр, төрлө ауылдарҙа йәшәгән өс ветеран быйыл – 95, утыҙ дүрте 90 йәшлек юбилейҙарын билдәләй.

Яңы Бөртөктөң иң өлкән кешеһе Мөсәбихә Яхина иһә үткән айҙа 92 йәшен тултырған. Ейәнсәре Илһөйәр һәм кейәүе Илшат Ғабдуллиндар менән бергә көн иткән инәй әле лә бик теремек, сәләмәтлегенә, иҫ-хәтеренә бер ҙә зар­ланмай, алсаҡ йылмайып ҡаршы алды.
– Күп ауырлыҡтар күрһәм дә, шул йәшкә етергә яҙған икән, – тип һүҙ башланы ул, танышып, хәл-әхүәл һорашҡас. – Балаларға ҙур рәхмәт инде, сабый кеүек итеп ҡарайҙар. Былай бер ҙә сирләгәнем юҡ әле...
Ейәнсәре һүҙҙәренсә, ҡәртнәһе бер ҡасан да ятып ауырымаған, “сырхап торам әле” тип хатта дарыу-фәлән дә эсмәй икән. Ә уға татыған тормош бер ҙә татлы булмаған бит: Мөсәбихә әбей олораҡтар менән бер рәттән ауылдағы барлыҡ эштәргә йәшләй генә төптән егелгән, һуғыш йылдарында сабата менән ҡар кисеп, урман да киҫкән, торф та сығарған, һуңыраҡ колхоздағы бихисап мәшәҡәттәрҙең гел уртаһында булған, ир-ат башҡара торғандарына ла бер ҙә ҡурҡмай тотонған. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡайҙа ҡушалар, шунда тырышып хеҙмәт һалған.
Ветеран үҙе 14 ауылды бер­ләштергән күмәк хужалыҡ механизаторҙары өсөн иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә ашарға бешереүен, ҡыҙыу ураҡ ваҡытта­рында аш-һыуҙы баҫыу­ға көйәнтәләп илтеүҙәрен дә һөйләп алды. Илеш районының Тәжәй ауылына килен булып төшкәс, тиҙ ваҡытта электр ҡайсыһы менән эшләргә өйрәнгәнен, артабан иң алдынғы булып, көнөнә 28-әр һарыҡтың йөнөн алға­нын нигеҙле ғорурлыҡ менән хәтеренә төшөрҙө. Ә уның бер яңғыҙы йорт һалырға тотоноуын, был оло башланғысты имен-аман теүәлләүен ейәнсәре Илһөйәр һоҡланып бәйән итте.
– Аллаһ Тәғәлә эшләгән кешене генә ярата, – тип үҙенең сәләмәтлек һәм оҙаҡ йәшәү серҙәре менән дә бүлеште Мөсәбихә әбей. – Тырышырға, иренмәҫкә, тәртипле булырға, эсмәҫкә кәрәк.
Хушлашҡанда иһә: “Һәммә­геҙгә лә таҙалыҡ-һаулыҡ, бар эштә лә тырышлыҡ теләйем”, – тип изге теләктәр менән оҙатып ҡалды.

Тормош уртаһында ҡайнайҙарБар яҡтан да өлгөр
Төп эшенән бер ҙә бушамаһа ла, күңеленә ятҡан шөғөл өсөн ваҡыт тапҡан өлгөрҙәр ауыл уҡытыусылары араһында бихисап.
Өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен балаларға белем биреүгә арнап, шуның ун йылдан күберәген башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Дамира Хөснөтдинова нәҡ шундайҙарҙың береһе.
Башта туған колхозында, аҙаҡтан нефтселәрҙә маҡтаулы шофер булған Фәүәдис Хәй­рулла улы һәм хөрмәтле уҡы­тыусы Нәфисә Шәфиғулла ҡыҙының биш балалы ғаилә­һендә үҫкән Дамира һөнәрен инәһе һәм ике апаһы өлгөһөндә һайлаған, һеңлеһе Гөлназға ла үрнәк күрһәткән.
Юғары категориялы уҡы­тыу­сы, синыф етәксеһенең көн­дәлек хәстәрҙәренән тыш, тағы ла мәктәп мөдиренең тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, урындағы музей һәм райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыларының методик берләш­мәһе етәксеһенең мәшә­ҡәт­тәрен уңышлы башҡара. Дүрт йыл рәттән һөнәрҙәштәре араһында район бәйгеһендә еңеүсе булған, республикабыҙға арналған тикшеренеү эштәре смотр-конкурсында призлы урын алған.
Дамира Фәүәдис ҡыҙы – матбуғат баҫмаларының, шул иҫәптән “Баш­ҡортостан”дың яҡын дуҫы ла. Гәзитте таратыу менән бер рәттән, үҙе лә әүҙем яҙыша. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы ойош­торолған “Тыл һалдаттары” тип исемләнгән мәҡәләләр бәйге­һендә ҡатнашып, редакцияның “Рәхмәт хаты”на һәм бүләгенә лайыҡ булды. Әүҙем уҡытыу­сының тағы ла бер маҡтарлыҡ эше – уҡыусыларын үҙ артынан эйәртеүе. Төрлө синыф малай­ҙары һәм ҡыҙҙары “Йәншиш­мә”гә даими яҙышып тора. Мәҫәлән, Айнур Ғәлин туған тәбиғәтте һаҡлау тураһында уйланыуҙарын “Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа асыҡ хат” итеп гәзиттә баҫтырҙы, һәм уға арҙаҡлы әҙип икенсе һанда уҡ яуап бирҙе. Унда “...тыуған еребеҙҙең киләсәге тураһында уйланып, шуны хәстәрләргә тырышып йәшәгән йәштәрҙең үҫеп килеүе барыбыҙ өсөн дә уртаҡ шатлыҡ бит” тигән юлдар ҙа бар.
Шаран районының Иҫке Тамъян ауылында шулай уҡ биш балалы ғаиләлә тыуып үҫкән ире Фәнзил Нәзип улы менән һалып ингән күркәм йортта гөрләтеп донъя көтә бөгөн әүҙем уҡытыусы. Оло ҡыҙҙары Эльвина ата-әсәһе һөнәрен һайлаған. Төпсөктәре Илнар, быйыл яҙ Нефтекама машиналар эшләү техникумындағы сығарылыш имтихандарын ваҡы­тынан алда биреп, әрмегә юлланды, күп тиҫтерҙәрен көн­ләштереп, Һауа-десант ғәскәрҙә­рендә хеҙмәт итә.

Тормош уртаһында ҡайнайҙарһөнәренән йәм тапҡан Руфина
Бала саҡ хыялы нигеҙендә күңел тартҡан һөнәрен үҙләштереп, көндәлек хеҙ­мәтенән тәм табып башҡара үҙ бурыстарын ауыл фельдшеры Руфина Миңнуллина. 2004 йылда күрше Удмурт Респуб­ликаһының Можга ҡалаһында медицина училищеһын та­мамлаған, шунан бирле ауылдаштарының сәләмәтлеген ҡайғырта.


– Инәйем яғынан олатайым сирләгәнен бәләкәйҙән күреп үҫтем, ул ваҡытта уҡ уға ныҡ ярҙам иткем килә ине, шуға ла шәфҡәт туташы һөнәрен һайланым, – ти ул. – Эшем оҡшай, әллә ни ҡыйынлыҡтар осрағаны юҡ.
Алсаҡ, сырхап киткәндәр өсөн, тәү сиратта ололарға йылы һүҙ табып, кәрәк ярҙамды күрһәтергә һәр саҡ әҙер Руфинаны барыһы ла үҙ иткән, хатта һуңғы декрет ялынан эшенә ваҡытынан алда һорап сығарғандар. Башҡаларға шулай кәрәк булыуың үҙе генә лә оло ҡыуаныс һәм бәхет бит ул!
Шәхси тормошо ла ал да гөл аҡ халатлы һылыуҙың. Бар тәбиғәт уянған яҙ көндәренең береһендә яҙмышы күрше Дүртөйлө районының Йосоп ауылы егете Илдар менән осраштырған. Тәү күреүҙә бер-береһенә ғашиҡ булған йәштәр быйылғы июндә ғаилә­ләренең ун йыллығын билдәләгән, әле ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Өсөнсө йәше менән барған Наҙгөлдәре бик теләп балалар баҡсаһына йөрөһә, әле IV синыфта уҡыу башлаған Илназ, ата-әсәһен ҡыуан­дырып, һиҙелерлек уңыштарға ла өл­гәшкән. Туған телде һәм әҙәбиәтте яратҡан малай “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә районда беренсе урын алған. Уның ауылдағы күл һәм өләсәһенең уҫал әтәсе хаҡында яҙғандары республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите “Йәншиш­мә”лә баҫылып сыҡҡан.
Сағыштырмаса йәш быуын вәкилдәре булған Миңнуллиндар, бәхеттәрен тыуған төйәктә табып, киләсәккә ышаныс менән ҡарап ғүмер кисерә. Уларҙың етеш тормошо ла “Нисек йәшәйһең, ауыл?” һорауына ниндәйҙер кимәлдә яуап бирә.
Тарих һәр кем өсөн дә изге
Үткәндәр менән әүҙем ҡыҙыҡһыныусылар, тыуған төйәгенең тарихын өйрәнеүселәр, үҙ быуыны шәжәрәһен барлаусылар бөгөн һәр ауылда бар. Яңы Бөртөктөң тарихсыһы – ветеран-уҡытыусы Сәлих Низамов. Ғүмеренең туғыҙынсы тиҫтәһенә аяҡ баҫҡан уҙаман – бындағы хөрмәтле кешеләрҙең береһе, заманында колхоздың партия комитеты секретары, ауыл Советы рәйесе, мәктәп директоры вазифаларын башҡарған. Ғүмер буйы урындағы күмәк хужалыҡта ашнаҡсы булып эшләгән тормош юлдашы Фрүзә Хәниф ҡыҙы менән биш бала үҫтергәндәр, бөгөн ете ейән-ейәнсәренә шатланып ғүмер итәләр.

– Тарих менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлауыма ярты быуат була инде, – тип хәтирәләре менән бүлеште Сәлих Низам улы. – Ошо ваҡыт эсендә ярайһы ғына ҡулъяҙма белешмә тупланым, уларҙы темаларына ҡарап тәртипкә һалғанмын.
Яҡын-тирәләге ауылдарҙың үткәненә, ер-һыу атамаларының килеп сығышына, үҙенең һәм күп кенә яҡташтарының нәҫел ебенә, төрлө иҫтәлекле ваҡиғаларға арналған мәғлүмәтте ололарҙан һорашып та, төрлө сығанаҡтарҙы, шул иҫәптән архив материалдарын өйрәнеп тә йыйған һәүәҫкәр тарихсы. Район кимәлендә ойошторолған шәжәрә конкурсында беренсе урын алыу уның ҙур шатлығы булған. Мөрәжәғәт итеүселәргә тупланған мәғ­лүмәттәр нигеҙендә быуындарын барларға ла ихлас ярҙам күрһәтә ағай. Төп маҡсаты иһә – йыйған материалдарын китап итеп баҫтырыу. Уны әҙерләү буйынса ла апаруҡ эш башҡарған һәүәҫкәр. Булған мәғлүмәттәре нигеҙендә район һәм республика матбуғатында ҡыҙыҡлы мәҡә­ләләр менән сығыш яһарға ла өлгөрә ул. Үҙенең күңеленә ятҡан һәм бер үк ваҡытта башҡаларға ла файҙалы булған шөғөл менән мауыҡҡан тырыш ир-уҙаманға уңыштар ғына теләйһе ҡала.

Тормош уртаһында ҡайнайҙарЯрты быуаттан артыҡ бергәләр
“Нисек йәшәйһең, ауыл?” тигән һорауға ярты быуаттан ашыу тигеҙлектә һәм дуҫлыҡта, бер-береһен күҙ ҡарашынан һәм ярты һүҙҙән аңлап ғүмер иткән Филира менән Мирзәлиф Хажимуллин­дарҙың күптәргә үрнәк булырлыҡ тормошо һәм сәскәгә күмелгән йорт-ихатаһы ниндәйҙер дәрәжәлә яуап бирә.
Бөгөн үҙенең һигеҙенсе тиҫтәһен теүәлләүгә яҡын­лашҡан ғаилә башлығы, атаһы яу ҡырында һәләк булғас, һуғыш осороноң бөтә ауыр­лыҡтарын үҙ елкәһендә таты­ған. Һигеҙ йәшенән колхоз эшенә егелгән, ир ҡорона ин­гәс, нефть сығарыусы оператор булып, 47 йыллыҡ дөйөм стаж туплаған.
Һуғыш ветеранының ете балалы ғаиләһендә буй еткергән хужабикә өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен нефть һәм газ сығарыу ойошмаһының төҙө­лөш-монтаж идаралығында бер ҙә еңел булмаған изоляциялаусы хеҙмәтенә арнаған.
Эштәрендә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән Хажимуллиндар. Икеһе лә коллективтарында һәр саҡ алдын­ғылар рәтендә булған, йөкмә­телгән бурыстарҙы халҡыбыҙға хас тырышлыҡ һәм теүәллек менән, күңел биреп башҡарған. Ауылдаштары араһында ла йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килерлек түгел: иң яҡшы ғаиләләрҙең береһе улар. Ҡыҙҙары Илвира менән улдары Илнурҙы, хеҙмәт һөйөүсән, ихтирамлы һәм иғтибарлы итеп үҫтереп, оло тормошҡа сығарғандар. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡала фатирынан бер ҙә ҡалышмаған өй туйла­ғандар. Мирзәлиф ағайҙың инәһен күп йылдар хөрмәт менән ҡарап, ғөрөф-ғәҙәт буйынса тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатҡандар.
Ҡыҫҡаһы, ғүмерҙәрен күңел­дәре ятҡан эшкә арнаған хеҙмәт ветерандары, бар нә­мәгә риза булып, һәүетемсә тормош көтә. Ярты быуат бергә йәшәүҙәре айҡанлы республика Башлығынан, урындағы етәкселәрҙән килгән йылы ҡотлауҙар йөрәктәренә май булып ятҡан.
– Бәхетте бер-беребеҙҙән, оҡшаған эшебеҙҙән таптыҡ, – ти үҙҙәре үҫтергән күп төрлө сәскәләргә оҡшаш уртаҡ яҙмышлы Филира апай менән Мирзәлиф ағай бер тауыштан. – Тырышһаң, һәр кемдең тормошо матур була ул.

А. Нуретдинов әҙерләне.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985