Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙгәреш булырмы?
Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында кино сәнғәтен үҫтереү маҡсатында Үрге Ҡыйғы ауылында “Башкинопрокат” ойошмаһының бүлексәһе асыла. Уның төп бурысы кинофильмдарҙы эргә-тирә райондарға еткереү һәм экранға сығарыу була.


– Тәүге осорҙа фильмдар почта аша килә ине, һуңынан үҙебеҙ транспорт менән барып ала баш­ланыҡ, – тип хәтерләй методист Лида Ғәйнетдинова. – Кино селтәр­ҙәре, кинотеатрҙар, “Янған­тау” шифаханаһының, Дыуан аграр техникумының кино залдары фильм­дар менән өҙлөкһөҙ тәьмин ителде.
Лида ханым халыҡ араһында кино сәнғәтен пропагандалауҙа уңышлы эшләгәне, конкурстарҙа “Иң яҡшы программа төҙөүсе” исемен яулағаны өсөн “СССР кинема­тографияһы отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Кинопрокат бүлексәһен төрлө замандарҙа инициативалы, әүҙем белгестәр етәкләне. Унда директор булып эшләгән Ғилминур Абдуллина, Биктимер Вәлиәхмәтов, Доларес Сабиров, Шәүкәт Хәким­йәнов, Венер Суфийәновтарҙы билдәләр инем. Фильмдарҙы күрше райондарға водителдәр Рауил Фассалов менән Леонард Хәлилов, ә Ҡыйғы районы буйынса Радик Сәхәүетдинов йөрөттө.
Район кино селтәренә Вәсил Йыһаншин етәкселек иткән осорҙа коллектив республика хеҙмәт ярышында еңеү яулап, еңел автомобиль менән бүләкләнде. Ошо осорҙа Үрге Ҡыйғыла кинотеатр менән кинопрокат бүлексәһе өсөн өр-яңы биналар төҙөлдө.
Уңышлы эшләгән киномеха­ник­тарҙы ла иҫкә алғы килә. Түбәнге Ҡыйғы ауылынан Зөфәр Садиҡов, Йыланлынан Йәмил Закиров, Арыҫландан Шәрифулла Мәхмүтов, Ләүзәнән Рәмил Сиражетдинов­тарҙың хеҙ­мәте юғары баһаланды. Үкенескә ҡаршы, хәҙер улар беҙҙең арала юҡ инде.
Кинопрокат бүлексәһе келәтендә меңәрләгән дана фильм күсер­мәләре һаҡланыр ине. Уларҙың төҙөклөгөн, таҙалығын тикшереп, йүнәтеп, яйлап-көйләп яңынан экрандарға сығарыу хәстәрлеген Глафира Ғатауллина, Рита Туҡта­рова, Рида Ғибәҙуллина, Вилә Сәмиғуллина, реставратор Гөлсирә Сәмиғуллина, реклама мөхәррире Люциә Ҡорбан­ғәлиевалар уңышлы башҡарҙы. Репертуар планына ярашлы фильм­дарҙы урындарға оҙатыу бурысы келәт хеҙмәт­кәрҙәре Флорида Камалова, Рида Сәйфуллина, Вәрисә Рахман­ғолова, Йәнифә Мәхмүто­валарҙың хәстәрлегендә булды.
Һуңғы йылдарҙа зәңгәр экрандар йәшәйештең әхлаҡи ҡағиҙәләрен боҙоп күрһәткән кинофильмдар менән тулды. 2016 йылды “Рәсәй киноһы йылы” тип иғлан итеү, бәлки, ошо йүнәлештә ҡырҡа боролош яһар?..



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Саф шишмә кеүек

Саф шишмә кеүек 25.09.2018 // Йәмғиәт

Шундай кешеләр осрай: ҡарашы ла, һүҙе лә тынысландырып ебәргәндәй була. Һәр кемгә ихлас күңелдән...

Тотош уҡырға 20

Динебеҙҙә – сәс хаҡында

Динебеҙҙә – сәс хаҡында 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һаулыҡта матурлыҡтың сағылышы бар, тиҙәр. Ысынлап та, тән сәләмәтлеге, күңел бөтөнлөгө һәм таҙалыҡ...

Тотош уҡырға 25

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы

Ауылдаштарымдың ҡаһарманлығы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Илебеҙҙе һаҡлаған, кешелек донъяһын фашизмдан ҡотҡарған кешеләргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ булырға тейеш....

Тотош уҡырға 22

Булдыҡлының эше уң

Булдыҡлының эше уң 25.09.2018 // Йәмғиәт

Байым ауылында өлгөлө ғаиләләр күп. Улар тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Ауыл ерендә эш юҡ тип,...

Тотош уҡырға 21

Артабан да бергә ҡалайыҡ

Артабан да бергә ҡалайыҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

Һәр ваҡыттағыса, редакцияға хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар ағымы туҡтамай. Уларҙың һәр юлы...

Тотош уҡырға 23

Таш хәтерен яңыртыусы

Таш хәтерен яңыртыусы 25.09.2018 // Йәмғиәт

Геолог тормошона арналған саралар үтте. Күренекле геолог һәм дәүләт эшмәкәре, СССР Дәүләт премияһы...

Тотош уҡырға 35

Юл түләүле буласаҡ

Юл түләүле буласаҡ 25.09.2018 // Йәмғиәт

М-5 һәм М-7 федераль трассаларын тоташтырасаҡ Өфө ҡалаһынан Көнсығыш сығыу юлы автомобиль...

Тотош уҡырға 27

Әбейҙәр сыуағы хушлаша

Әбейҙәр сыуағы хушлаша 25.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан биләмәһендә һауа торошо үҙгәрә: сыуаҡ көндәргә алмашҡа көҙгө ямғырҙар башланыуы һәм...

Тотош уҡырға 23

Ҡомартҡылар тарих һөйләй

Ҡомартҡылар тарих һөйләй 25.09.2018 // Йәмғиәт

Көслө зат яҙмышы иленекенән айырылғыһыҙ. Музей. Тынлыҡ. Яй ғына баҫып, бер ҡомартҡынан икенсеһенә...

Тотош уҡырға 26

Сик буйында тора һаҡсы...

Сик буйында тора һаҡсы... 25.09.2018 // Йәмғиәт

Ошондай һәйкәлдәр һәр төбәктә бармы? Төбәгебеҙҙең рухи мәккәһе булған Сибайҙа тарихыбыҙға, йәштәр...

Тотош уҡырға 35

Элвин Грей ауырыған

Элвин Грей ауырыған 25.09.2018 // Йәмғиәт

Кисә йырсы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уның сирләп китеүе...

Тотош уҡырға 33

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа”

“Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмаҫҡа” 25.09.2018 // Йәмғиәт

Риэлтор эшмәкәрлеге ниҙән ғибәрәт? Яңы фатир алам тип бөтөнләй мөйөшһөҙ ҡалғандар хаҡында...

Тотош уҡырға 37