Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ер улдары Халҡыбыҙҙың “Атанан күргән — уҡ юнған”, “Алма ағасынан алыҫ төшмәй” тигән әйтемдәре Илгиз Ғабдрахмановҡа тулыһынса ҡағыла. Яңы Таулар ауылының тәжрибәле фермерын Шаран яҡтарында яҡшы беләләр. Уның атаһы — заманында киң билдәле “Аҡбарис” орлоҡсолоҡ совхозының “Почёт Билдәһе” орденлы алдынғы механизаторы Фәрих ағай ҙа – үҙ төбәгендә хөрмәтле шәхес. Уларҙың икеһенә ҡарата ла “ер улдары” тип әйтеү бер ҙә яҙыҡ булмаҫ.

Бар ғүмерен тиерлек иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә, һәр көнөн таңдан эңергәсә яланда үткәргән киң профилле механизатор Фәрих Ғабдрахманов 1991 йылда улы Илгиз менән берлектә фермерлыҡ эшенә тотона. Был кәсеп менән маҡсатлы шөғөлләнә башлаусылар араһында улар районда ғына түгел, республикала ла тәүгеләрҙән була. Сылбырлы һәм тәгәрмәсле трак­торҙар, тағылмалы ер эшкәртеү һәм сәсеү ҡорамалдары, комбайн, йөк автомаши­наһы һатып алалар ҙа иген үҫтереүгә, мал аҙығы әҙерләүгә дәртләнеп егеләләр. Атай кешенең бай игенсе тәжрибәһенә агроном дипломы булған улының төплө белеме ҡушыла. Был иһә уларға бар эштәрен дә яйлы алып барырға булышлыҡ итә. Ғабдрахмановтарҙың “Шалтыҡ” крәҫтиән (фермер) хужалығы тиҙ арала төбәктәрендә танылыу ала. Атаһының иртәрәк гүр эйәһе булыуынан һуң был шөғөлдө Илгиз Фәрих улы ҡатыны Люзиә Сабирйән ҡыҙы менән уңышлы дауам итә.
Бала саҡтан һәр төрлө ауыл эшенә күнегеп үҫкән Илгиз Ғабдрахманов сик буйы ғәскәрҙәрендә сынығыу алған, туған “Аҡбарис” совхозының комсомол комитетын етәкләп, артабан өс йыл хужалыҡтың баш агрономы булып, ярайһы уҡ тәжрибә туплап тотонған фермерлыҡ мәшәҡәттәренә.
– 50 гектар ергә хеҙмәт һалыуҙан баш­лағайныҡ, бөгөн 217 гектарҙа иген культуралары һәм ҡарабойҙай үҫтерәбеҙ, ярайһы ғына майҙандан люцерна бесәне йыябыҙ, – ти Илгиз Фәрих улы.
Дипломлы агроном бар эштәрен фәнни нигеҙҙә ойошторорға ынтыла. Ул баҫыуҙа­рында сәсеү әйләнеше индергән: ужым культуралары урынына күп йыллыҡ үлән үҫтерә. Аҡһымға бай люцерна тупраҡты азот менән туйындыра, уның уңдырышлы­лығын күтәрә икән. Икенсенән, йәй дауамында был үләнде ике-өс тапҡыр сабып, һәр гектарҙан 100 центнерға тиклем юғары сифатлы бесән алырға була. Күп йыллыҡ мал аҙығы майҙандарын даими яңыртыу өсөн орлоҡто фермер үҙе үҫтерә, артығын һатыу хәстәрен күрә. Мәҫәлән, 25 гектарҙа — бесән өсөн сәселгән люцерна, 40 гектар майҙанда уның “бибинур” сорты орлоҡҡа үҫтерелә.
Тупраҡтың сифатына әллә ни талапсан булмаған кәзә үләнен сәсеүҙе лә үҙләш­тергән алдынғы фермер. Уның әйтеүенсә, был культура ла ерҙә азотты күп ҡалдыра, өҫтәүенә сүп үләндәрен баҫа.
Агрономия технологияларын эҙмә-эҙ­лек­ле ҡулланыу юлы менән һиҙелерлек юғары уңыш алыуға ла өлгәшелә. Тәү сиратта баҫыуҙар тейешле срокта туңға һөрөлә. Был эш август баштарында баш­ҡарыла. Яҙын үҙ ваҡытында дым ҡаплауҙы ла тырышып хәстәрләй фермер. Һөҙөм­тәлә, мәҫәлән, быйылғы ҡоролоҡ шарттарында ла 30 гектарҙа арпа уртаса 22-шәр центнер уңыш биргән, айырым бер майҙанда төшөм 30-ҙан да артып киткән. Элиталы “башкирская-28” сортлы бойҙай ҙа гектарынан 32 центнерлыҡ уңыш менән ҡыуандырған. Үҫтерелгән иген шәхси хужалыҡтарында мал тотҡан ауылдаштарына фураж сифатында һа­тыла, юғары сифатлы бесән дә ярайһы ғына табыш килтерә. Был күрһәткестәр “Шалтыҡ” крәҫтиән (фермер) хужалығының ныҡлы, табышлы эшмәкәрлеген сағыл­дыра.
Көндәлек тормоштарынан тәм һәм йәм табып, үҙ хеҙмәтенең емештәренә ҡыуа­нып йәшәй бөгөн Яңы Таулар ауылы фермерҙары – ирле-ҡатынлы Люзиә менән Илгиз Ғабдрахмановтар.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 39

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 29

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 39

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 48

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 46

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 36

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 50

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 48

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 43

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 43

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 60

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 47