Зәйнулла РӘСҮЛЕВ: “Мин – мохтаждарҙың ҡоло”

30-09-2016, 02:21 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Зәйнулла РӘСҮЛЕВ: “Мин – мохтаждарҙың ҡоло” “Ҡартатайым Зәйнулла ишан Рәсүлевтең һүҙҙәре был”, – ти уның бүләсәре Нилүфәр Рәсүлева. Бөгөн Силәбе ҡалаһында йәшәгән ханым үҙенең бөйөк ҡартатаһы тураһында беҙгә беренсегә бәйән итә.

Зәйнулла Рәсүлев – арҙаҡлы аҡыл эйәһе, теолог, мосолман донъяһы мәғрифәтсеһе генә түгел, хатта педагогы ла. Зәйнулла шәйехтең эшмәкәрлеге ХIХ – ХХ быуаттар сигендә Рәсәйҙең мосолман халыҡтарының рухи үҫешенә һәм ХХ быуат башында илдәге тарихи ваҡиғалар үҫешенә тәрән йоғонто яһай.
– Зәйнулла ишандың уҡыусы­лары, артынан эйәреүселәр шул ҡәҙәр күп була, уның вәғәзен тыңларға килгән халыҡ мәсеткә һыймағас, ишанға намаҙҙы мәсет ихатаһына йәки ауыл янындағы туғайға сығып уҡырға тура килгән, – тип һөйләй Нилүфәр ханым.
Туғандары бәйән итеүенсә, Зәйнулла ишан вәғәзендә лә, шәкерттәр менән алып барған дәрестәрендә лә баҫалҡылыҡҡа, ғәҙеллеккә, сабырлыҡҡа, фәҡир­ҙәргә, сирлеләргә, етемдәргә, ололарға ярҙамсыл булырға өндәгән. Әйткәне һүҙҙә генә ҡалмаған, үҙенең ғәмәлдәре менән өлгө күрһәткән: бирелгән хәйерҙе мәҙрәсәгә һәм ярлы ғаиләләрҙән булған шәкерттәрҙе уҡытыуға тотонған.
Бөйөк шәйехтең бүләсәре (Зәйнулла Рәсүлевтең улы Ғабдрахман Рәсүлевтең ейән­сәре) Нилүфәр ханым башҡорт ишанының күркәм кешелек сифаттарын да билдәләй.
– Иң юғары суфыйсылыҡ статусына эйә булып та, ул шул ҡәҙәр ябай, баҫалҡы булған, һәр даим камил­лыҡҡа ынтылған, белгәндә­рен башҡаларға еткерергә ашыҡҡан. Зәйнулла Рәсүлев­тең нәҫеленән икәнлегемде бик һуң, өлкән йәштә генә белдем, – ти Нилүфәр Рәсүлева. – Совет заманында ата-бабалар хаҡында ла, дин тураһында ла һөйләргә ярамай ине бит. Шулай ҙа бала саҡтан өләсәйем менән атай-әсәйемдең артыҡ күрһәтмәй генә Ҡөрьән уҡыуҙары хәтеремдә ҡалған. Беҙҙе ҡурсып, Ислам тәғлимәтен аңлатмағандар инде. Зәйнулла ишан кеүек бөйөк шәхестең бүләсәре булыуҙың ни ҡәҙәр яуаплылыҡ йөкмәткәнен яҡшы аңлайым. Ҡартатайым юғары мәҙәнилекте, белем һәм интеллект­ты алға һөргән. Уның эшен дауам итеүҙе бөгөн бурысым һанайым.
Әсәйем Сафуат, Зәйнулла Рәсүлевтең дүртенсе ҡатыны Мәхүбәнең улы Ғабдрахман хәҙрәттең ҡыҙы, Зәйнулла Рәсүлев тураһында китап яҙҙы. Шәйехтең тормош юлы һәм эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт сәсеү зарурлығын да аңлап, ошо китапты таратыу менән шөғөлләнәм. Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләнем. Хаҡлы ялда булыуыма ҡарамаҫтан, балалар менән бәйләнеште ташламағанмын, әле индивидуаль дәрестәр алып барам. Һәр баланың күңеленә асҡыс табырға, бер-береһенә хөрмәт һәм һөйөү хистәре тәрбиәләргә тырышам. Беҙҙе уратып алған матди байлыҡ – ваҡытлыса. Сабырлыҡ, мәрхәмәтлек, һөйөү, бер-береңде аңлау һәм ҡабул итеү – тап ошо сифаттар беҙҙе кеше итә, сәләмәт йәмғиәттең нигеҙен булдыра.
Ҡартатайым Ғабдрахман хәҙрәткә лә әҙәплелек, толерантлыҡ, изге ниәттәр менән эш итеү хас ине. Ул мосолмандар менән генә түгел, башҡа конфессия вәкилдәре, бүтән милләт кешеләре менән дә аралашты, дуҫ булды. Туғандарым һөйләүенсә, уның православие динендәге бер рухани дуҫы булған. Иптәше япа-яңғыҙ ҡалғас, Ғабдрахман хәҙрәт уны үҙенә ҡарауға алған, мәрхүм булғас, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп ерләгән.
Зәйнулла ишандың улы Ғабдрахман Рәсүлев (1889 – 1950) атаһының эшен дауам иткән. 1936 – 1950 йылдарҙа ул СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары диниә назараты рәйесе, мөфтөй булған. Ысын патриоттар булараҡ, тыуған илде дошмандарҙан ҡурсалауға әҙерлектәрен күрһәтеп, 1943 йылда Ғабдрахман Рәсүлев Советтар Союзы мосолмандары исеменән Ҡыҙыл Армияға теләктәшлек белдереү маҡсатында Сталинға мөрәжәғәт итеп, йыйылған аҡсаны танк колоннаһы етештереү өсөн тапшыра. Шәхсән үҙе Ҡыҙыл Армия фондына 50 мең һум индерә.
Рәсүлевтәр, ғөмүмән, социаль йәһәттән әүҙем булыуы менән айырылып тора. Әгәр әүәлерәк мәҙрәсәләр имамдар ғына уҡытып сығарһа, яңы программа ҡабул ителгәндән һуң, башланғыс мосолман мәктәптәре уҡытыусыларын да әҙерләй башлай. Яңылыҡтар уҡытыуҙы ойоштороу һәм уҡыу процесы йөкмәткеһенә генә түгел, көнкүреш мәсьәләләренә лә ҡағыла. Троицкиҙа тәүгеләрҙән булып Ғабдрахман Рәсүлев мәҙрәсәгә, пансионға һәм өйөнә электр уты, телефон үткәрә. 1907 йылда мәҙрәсәлә типография эшләй башлай, унда әлифба, мосолман календары, дини, әҙәби китаптар нәшер ителә.
Зәйнулла ишан улының мәҙрәсәлә уҡытыуға бәйле яңылыҡ индереүен фатиха биреп ҡабул итә. Ул традицион һәм заманса алымдарҙы бер тигеҙ ҡабул ҡылған. Атап әйткәндә, үҙенә мөрәжәғәт иткән сирлеләрҙе дауалау өсөн суфыйсылыҡ алымдарын да, шул уҡ ваҡытта дарыу препараттарын да тәҡдим иткән. 1904 йылда мәҙрәсәнән алыҫ түгел Ғабдрахман хәҙрәт Зәйнулла ишандың аҡсаһына дарыухана аса. Яҡын-тирәләге халыҡ йәрәхәт алғанда, ауырығанда, бала тапҡанда ауырлыҡтар килеп сыҡҡанда, ағыулан­ғанда, эт-маҙар тешләгәндә ошо дарыу­ханаға мөрәжәғәт иткән.
Зәйнулла ишандың оло ҡаҙаныштары, Хаҡ Тәғәләнән бирелгән ҡөҙрәте тура­һында ул иҫән саҡта уҡ һөйләгәндәр. Бөйөк аҡыл эйәһенең прогрессив характерҙағы мәғрифәтселек эшмәкәр­­леген башҡорт төркиәтсеһе Зәки Вәлиди ҙә билдәләгән. Башҡорт АССР-ына нигеҙ һалған сәйәси эшмәкәрҙең донъяға ҡарашы формалашыуында һәм рухи йәһәттән үҫешендә лә Зәйнулла ишандың йоғонтоһо ҙур була. “Әгәр арҙаҡ­лы шәйехтең иғтибары һәм наҙы булмаһа, кем белә, бәлки, мин дә тиҫтерҙәрем кеүек бай сауҙагәрҙең ябай бер приказчигы булып китер инем”, – тип билдә­ләй “Хәтирәләр”ендә Вәлиди.
Зәйнулла Рәсүлев башҡорт халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә тәрән хөрмәт менән ҡарай. Үҙе лә, шәкерттәре лә донъяуи эштәрҙе диндән айырып ҡарай белгән, шәриғәт ҡанунда­рына ҡаршы тормайынса, көндәлек мәшәҡәттәрҙе лә үтәгән, быуаттарҙан килгән йолаларға тоғролоҡ та һаҡ­лаған. Исламды өйрәнгән Көнбайыш ғалимы Александр Бенигсен билдәләүенсә, ХХ быуат башында шәйех нигеҙ һалған Троицкиҙағы уҡыу йорто – “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе – мосолман донъяһында сифатлы академик белем бирелеүе менән айырылып торған. Һәм, ниһайәт, замандашыбыҙ, Калифорния университеты профессоры Хәмид Алгар билдәләүенсә, революцияға тиклемге Рәсәй мосолмандарының, айырыуса Волга буйы һәм Урал мосол­мандарының тормошон һәр яҡлап яңыртыу өсөн башланған хәрәкәттең төп фигураһы ла – Зәйнулла ишан.
Хәҙерге заманда ла башҡорт шәйехенең исеме, уның эшмәкәр­леге һәм донъяға ҡарашы ҙур роль уйнай. Зәйнулла Рәсүлев хөрмәтенә үткәрелгән саралар бөтөн мосолмандарҙы берләш­тереүгә булышлыҡ итә, дин тотоусылар һәм власть вәкилдәрен бәйләп торған ныҡлы күпер ролен үтәй.
Беҙҙең Силәбе өлкәһе хөкүмәте лә Зәйнулла Рәсүлев шәхесенә айырым иғтибар бирә. Йыл һайын өлкәлә ҙур күләмле “Рәсүлев уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Форум Башҡорт­остандан, Ҡаҙағстандан һәм башҡа туғандаш республикаларҙан, Мәскәү, Силәбе ҡалаһынан ғалимдарҙы һәм дин эшмәкәрҙәрен йыя. Быйыл Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровскийҙың ҡушыуы буйынса “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе бинаһы һәм уның биләмәһе төҙөклән­дерелде. Ишан зыяратын төҙөкләндереү ҙә күҙ уңында тотола. Әле мәҙрәсә бинаһында Силәбе дәүләт университе­тының Троицкиҙағы филиалы урынлаш­ҡан. Боронғо мәҙрәсә бинаһын хужаларына ҡайтарып биргәс, был Урал федераль округындағы берҙән-бер махсус уҡыу йорто буласаҡ.
Зәйнулла Рәсүлев – бөтә донъя башҡорттарының рухи лидеры. Тап беҙҙең төбәктә бөйөк шәхесебеҙ һуңғы төйәген тапҡан. Көньяҡ Уралда ул асҡан уҡыу йорто бихисап башҡорт ғалимдары, сәйәсмәндәр, рәссамдар, яҙыусылар һәм инженерҙар уҡытып сығарған. Ишандың тоҡомдары Силәбе өлкәһендә йәшәй һәм уның эшен дауам итә. Зәйнулла Рәсүлевтең туғандары өлкәнең Редутов ауылында мәсет төҙөнө. Беҙ, силәбеләр ҙә, ишанды яҡташыбыҙ, рухи юлбашсыбыҙ булараҡ ныҡ хөрмәт итәбеҙ.