Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Боронғолоҡҡа ишек асыу
Боронғолоҡҡа ишек асыу Сал тарих шаһит: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының даны донъяның төрлө тарафына яңғыраған. Улар йорт усағын һаҡлап ҡына ҡалмаған, ирҙәре менән бергә яу сапҡан, һунар иткән. “Батыр тыуҙырғың килһә, башҡорт ҡыҙын ал”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгән күрше халыҡтар, сөнки беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙа матурлыҡ менән батырлыҡ бергә уҡмашҡан.
Шундай заттарҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатова. Күптән түгел Ҡырғыҙстанда II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашып ҡайтты сая апайыбыҙ.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк: башҡорт халҡы күсмә тормошта йәшәгән тиеү бик үк дөрөҫ түгел. Борон-борондан мәғрур Уралды төйәк иткән милләтебеҙ йәй айҙарында ауылдарҙан йәйләүгә күсеп көн күргән. “Күсмәлегебеҙ” шунан килә лә инде.


– Әлмира Шәриф ҡыҙы, был халыҡ-ара сарала ҡатнашыу мөмкинлеге нисек тыуҙы?
– Иптәшем менән футбол буйынса донъя чемпионатын ҡарай инек. Шунда II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары буласағы тураһында хәбәр күҙгә ташланды. Иптәшем Байрасҡа: “Мин дә барайым әле!” – тигән булдым. Ул теләгемде аңлап ҡабул итте. Тиҙ арала Бишкәккә Екатеринбургтан осорға кәрәклеген асыҡланым. Шулай ҡапыл ғына юлға сығырға тәүәккәлләнем. Боронғолоҡ саҡырыуы ине был. “Любизар” хәрби-патриотик ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Юлай Ғәлиуллинға рәхмәт – мине был сарала ҡатнашыусылар исемлегенә индерергә форсат тапты.
– Был илдә һеҙҙе һоҡландырған һәм ғәжәпләндергән мәлдәр ҙә булған­дыр, моғайын…
– Иң һоҡландырғаны һәм таң ҡалдыр­ғаны – бындағы халыҡтың үҙ телендә иркенләп аралашыуы. Хатта русса хәбәр ҡушһаң да, бер-ике һүҙ әйтәләр ҙә шунда уҡ ҡырғыҙсаға күсеп китәләр. Ғөмүмән, милли колориттарын һаҡлап ҡала алғандар. Мәҫәлән, тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән матур һәм уңайлы милли кейемдәрен көндәлек тормошта ла ҡулланыуҙары оҡшаны. Беҙҙәге кеүек концерт йә булмаһа театрлаштырылған тамашаға ғына кеймәйҙәр.
Шуны ла билдәләп үткем килә: Ҡырғыҙстан ял итеү өсөн бик уңай ил булып сыҡты. Мәҫәлән, бөтә аҙыҡ-түлек хәләл һәм бик арзан. Торлаҡты ла ҡиммәт тип әйтеп булмай. Әммә төп өҫтөнлөгө – әлбиттә, иҫ киткес хозур тәбиғәте. Түбәләре мәңгелек боҙ менән ҡапланған ғорур тауҙар, бөтә донъяға танылған саф Ысыҡкүл, урғылып аҡҡан йылғалар, ҡуйы урмандар, мәғрур ҡаялар һәм тарлауыҡтар һаман да күңелемде иләҫләндерә. Ә һулап туймаҫлыҡ һауаһының сафлығы ни тора! Шуға ла бөгөн бөтә таныштарыма Ҡырғыҙстанда ял итеп ҡайтырға кәңәш итәм.
– II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары шәхсән һеҙгә ниндәй тәьҫораттар бүләк итте?
– Рухланып ҡайтыу өсөн Ҡырғыҙстанға юлланғайным. Ысынлап та, рухландым. Үҙемә туғандаш ҡырғыҙ донъяһын астым. Төрки халыҡтарының барыһына ла хас ихласлыҡты күрҙем.
Уйындар ҙур ҡоласлы сара булды. Уны асыу тантанаһына билдәле Голливуд актеры Стивен Сигалдың һыбай килеүе бөтә донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын йәлеп итте. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: бында алты тиҫтәнән ашыу илдән килгәйнеләр! Әммә башҡорт спортсылары милләтебеҙ намыҫына тап төшөрмәне һәм лайыҡлы сығыш яһай алды. Мәҫәлән, ҡаҙаҡса көрәш буйынса яҡташыбыҙ Рөстәм Арыҫлановты еңеүсе табылманы. Беҙҙә саҡ тергеҙелә башлаған “Ылаҡ” ярышында Баймаҡ районы командаһы дүртенсе урын яуланы. Икенсе йыл ғына шөғөллә­неүҙәренә ҡарамаҫтан, уҡсыларыбыҙ ҙа иң көслө унау иҫәбенә инде. Был – барыбыҙ өсөн дә ҙур уңыш. Егеттәребеҙҙең ошо уйындарҙа бер нисә йыл махсус рәүештә әҙерләнгән спортсылар менән көс һынашҡанын оноторға ярамай.
Һәр ярыш күңелдә әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ рух күтәренкелеге уятты. Бөркөт осорған, тиҫтәләрсә саҡрым һыбай сапҡан, мәргәнлеккә уҡ сойорғотҡан йә келәмдә көс һынашҡан шул бихисап батырҙар борон­ғолоҡҡа ишек астымы ни!
– Һеҙҙе республика кимәлендәге сараларҙы ойоштороусы булараҡ та беләбеҙ. Бында иғтибарығыҙҙы айырыуса нимә йәлеп итте?
– Ҡырғыҙҙарҙың үҙ тарихына иғтибары һәм ихтирамы һоҡландырҙы. II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарын асыу тантанаһы барышында сал тарих эҙенән сәйәхәт ҡылдыҡ. Солпан-ата ҡалаһының ипподромы заман талаптарына яуап бирерлек иң юғары сифатлы 3D проекция менән йыһазланды­рылғайны. Бер ҡараһаң, стадион мәк яланына әүерелә, икенсе минутта – мәғрур тауҙарға, өсөнсө­һөндә – сал далаға. Бөркөт саңҡыл­дауы, аттар сабыуы....
Бишкәк ҡалаһында манассыларға – “Манас” эпосын яттан һөйләгән сәсән­дә­ренә ҡуйылған мөһабәт һәйкәлдәрҙе күреп таң ҡалдым. Һүҙ ҙә юҡ, тарихтарын мәңге­ләштереү өсөн барыһын да эшләйҙәр.
Солпан-ата ҡалаһы янындағы Ҡырсын йәйләүендә милли һунар буйынса “Сал борон” ярыштары үтте. Уны тергеҙеүгә ҙур көс һалған Алмазбәк Акуновты был илдә һәр кем тәрән ихтирам итә. Сараны ябыу тантанаһында һәр делегацияның уға хөрмәт йөҙөнән иҫтәлекле бүләк тапшырыуы ла ошоно раҫланы. Тәүҙәрәк ярыштар өлкә кимәлендә генә ойошто­ролған. Бер аҙҙан Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаев уны дәүләт кимәлендә үткәрергә бойора. Хәҙер иһә “Сал борон” II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының программаһына ингән.
– Был боронғолоҡто рекламалау­ҙың иң уңышлы ысулы бит…
– Ҡырғыҙстанда ошо хәл риүәйәткә әйләнеп киткән инде – бер мәл ил башлығы ғалимдарҙы һәм фольклорсыларҙы донъя буйынса сәйәхәткә сығарып ебәргән икән. “Бөтә Ер шарын урап сығығыҙ ҙа ҡырғыҙ халҡының үҙенсәлеген асыҡлағыҙ”, – тигән бурыс ҡуйған ул. “Милләтебеҙҙең башҡа­ларҙан төп айырмаһы – үҫештә артта ҡалыуында һәм боронғолоғоноң һаҡланы­уында”, – тип белдергән, тегеләр ҡушыл­ғанды башҡарып сыҡҡас.
– Тимәк, кәмселектәрен өҫтөнлөккә әйләндерә алғандар?
– Тап шулай. Бөгөн ошо үҙенсәлектәрен тулыһынса файҙаланырға тырышалар. Мәҫәлән, беҙҙә һабантуйҙар мәлендә йыш ҡына һатыуға Ҡытайҙа етештерелгән тауарҙар сығарыла. Ә бында, исмаһам, шундай бер тауарҙы осратһамсы – сауҙала тик үҙҙәренеке генә. Мәҫәлән, кейеҙҙән яһалғандың иҫәбе юҡ ине. Ғөмүмән, был йәһәттән халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан етештереүселәре бар икән.
Шулай уҡ ҡыҙыҡһынып балаларҙың тирмә-конструктор йыйғандарын ҡарап торҙом. Бында һатыуҙа ул аҙым һайын осрай. Һәр бала шуның менән уйнап үҫә. Шуға ла тирмәне нисек ҡорорға икәнлеген берәүгә лә төшөндөрөргә кәрәкмәй. Әйткәндәй, йәйләүҙә уны ваҡытҡа ярышып йыйған­дарына шаһит булдым. Беренсе урынға сығыусылар ун дүрт минутта ҡороп ҡуйҙы! Ә беҙҙә быға ярты көн сарыф ителер ине. Башҡортостанда ла ошондай тирмә-конструкторҙар етештереүҙе яйға һалырға була бит. Беренсенән, был ысул менән милли үҙенсәлегебеҙҙе реклама­лаһаҡ, икен­сенән, шундай уйындар арҡылы килер быуын тарихыбыҙ менән танышып үҫер ине.
Ғөмүмән, беҙҙә тирмәләрҙе һабантуй­ҙарҙа һәм йыйындарҙа ғына осратырға була. Ҡырғыҙстанда улар музей ҡорол­маһы түгел. Иҫке генә йорттарҙың да ихатаһында тирмә күреп ғәжәпләндем. Был ҡырғыҙҙарҙа ғәҙәти күренеш икән. Хатта II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына ла тирмә һүрәте төшөрөлгән бихисап биҙәүестәрҙе һатыуға сығарғандар. Уны оҫталар йәйләүҙә үк ҡоя ине.
Әйткәндәй, Юлай Ғәлиуллин, Гөлгөнә Баймырҙина, Рушан Хәсәнов, Артур Батыршиндың өҫтөндәге сағыу башҡорт милли кейемдәре был сараға килгән һәр ҡунаҡтың иғтибарын йәлеп итте. Беҙҙең егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ ошо арҡала ҡайһы бер тамашаларҙы күрә алманы. Ике аҙым да яһап өлгөрмәйҙәр – иҫтәлеккә фотоға төшөү өсөн халыҡ ҡамап алып, сиратҡа теҙелеп китә. Ниндәй милләт вәкилдәре булыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһыналар. Туғандаш халыҡ икәнлегебеҙҙе асыҡлау ҡырғыҙҙарҙа икеләтә ҡыуаныс уята. Әлбиттә, был күңелебеҙгә май булып яғылды.
– Һеҙҙеңсә, ошондай ҙур сараны рес­публикабыҙ кимәлендә ойоштороп була­мы? Әллә быға ил кимәлендә көс һалыу кәрәкме? Мәҫәлән, был уйындар мәҙә­ниәткә иҫ киткес ҙур инвестиция бит…
– Мәҙәниәткә, туризмға, шул уҡ ваҡытта киләсәк быуынға инвестиция. Мәҫәлән, бөтә спорт ярыштарына тамаша ҡылыу бушлай ине – шуға ла бик күптәр балалары менән килде. Тимәк, улар ошо милли рухты ҡандарына һеңдереп үҫәсәк. Ирекмәндәре лә иләк аша иләп алынған кеүек – һәр береһе рус, ҡытай, инглиз, немец кеүек сит телдәрҙә иркен аралаша, алсаҡ һәм асыҡ. Мәҫәлән, Мәликә исемле ҡыҙ менән аралашып торҙом – баҡһаң, киләсәктә Ҡытайҙа белемен камиллаштырырға йыйына. Ҡытай грантына һәм стипендияһына уҡып сығасаҡ.
Бер мәл Мәскәү Мемориаль мәсете имамы Шамил Ғәләүетдиновтың: “Балалары­ғыҙ­ҙы тәрбиәләгәндә сикләй күрмәгеҙ. Улар өсөн баш ҡалала белем алыу иң ҙур маҡсат булмаһын. Донъя сикһеҙ икәнлеген онотмағыҙ. Тиңдәр араһында тиң булырлыҡ итеп тәрбиәләгеҙ”, – тип вәғәз һөйләгәне хәтеремдә ҡалғайны. Ҡырғыҙҙар ошоға өлгәшә алған. Ысынлап та, рухың көслө булғанда бер ҡасан да юғалып ҡалмая­саҡһың. Был халыҡтың да умыртҡа һөйәге ныҡ икәнлеген яҡшы тойҙом.
Юҡ, был уйындар кеүек киң ҡоласлы сараны яңғыҙ ғына ойоштороу мөмкин түгел. Бында бихисап сығым түгергә тура килгән, әлбиттә. Меңәрләгән спортсыны, ҡомуҙсыны, бейеүсене, матбуғат вәкилен торлаҡ һәм транспорт менән тәьмин итергә, туҡланды­рырға кәрәк бит. Ойоштороу үтә лә юғары кимәлдә ине – ҡунаҡтар өсөн Солпан-ата ҡалаһынан ун биш минут һайын Ҡырсын йәйләүенә бушлай автобустар йөрөп тороуы ғына ла ошоно раҫлай. Шуға ла уның тәрәндән уйланылып башҡарылғанлығына шик юҡ.
– Һеҙҙеңсә, бындай уйындарҙы ойоштороуҙың әһәмиәте нимәлә? Төп маҡсат тамаша булдырыу түгел бит…
– Төп маҡсат – милләт өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятыуҙыр, тип уйлайым. Мәҫәлән, был уйындарҙа ҡош менән һунар итеү буйынса ла ярыштар үткәрелгәйне. Башҡорттар ҙа борон-борондан бөркөт менән ҡырға сыҡҡан – был турала леген­даларыбыҙ ҙа асыҡ һөйләй. Хатта Рәсәй батшаһын һунар ҡоштары менән тап беҙҙең халыҡ тәьмин иткән. Ҡаҙағстандың “Бөркөтсө” федерация­һының вице-президенты Бәхет Ҡарнаҡбаев та быны айырым билдәләне. Ә бөгөн беҙ был һунар төрөн бөтөнләйгә юғалтҡанбыҙ. Ҡырмыҫ­ҡалы районынан Вилдан Хәсәнов кеүек шәхестәр генә уны тергеҙеү өсөн көс һала. Ә был һунар төрө күпме үҫмерҙә тарихы­быҙға ҡыҙыҡһыныу уята алыр ине!
Шуға ла бындай саралар иң тәүҙә үҙебеҙ өсөн кәрәк. Йөрәгендә башҡорт рухы булмаған әҙәмде бөркөт менән һунар итеү бер ҡасан да ҡыҙыҡтырмаясаҡ. Ә һунарсылыҡ һәр күсмә халыҡтың төп шөғөлө булған. Башҡорт та атта тыуған һәм ат өҫтөндә үлгән бит. “Ылаҡ” ярышында баймаҡтарҙың уңышы менән ни өсөн һаман да ғорурланам? Был еңеү рухыбыҙҙың ҡаныбыҙҙа һаҡланғанлығын раҫланы.
– Күсмә халыҡтар уйындарынан нин­дәй уйҙар менән ҡайттығыҙ?
– Бер мәл үҙемде һүнгән усаҡта ҡуҙ табырға тырышып ултырыусыға оҡшата башлағайным. Әммә был сарала булып ҡайтыу күңелемдә рух осҡонон яңынан ҡабыҙҙы. Арал диңгеҙенән Уралғаса йәйрәп ятҡан башҡорт иленең сал тарих төпкөлөнән килгән ауазын ишеткәндәй булдым. Фольк­лорсыларға, туған тел уҡытыусы­ларына, сәсәндәр мәктәбен тергеҙергә тырышҡан­дарға, музыкант­тарға (халҡыбыҙҙың 46 төр милли музыка ҡоралы булып та, бөгөнгө көнгә нисәүһен генә һаҡлап ҡала алғанбыҙ!), скульптор­ҙарға (милләтебеҙ боронғолоғон иҫбат­лаған, рухыбыҙҙы һаҡлаған батырыбыҙ Уралға һаман да һәйкәл ҡуя алмайбыҙ), спортсыларға, башҡорт атын үрсетеүсе­ләргә, ғөмүмән, һәр беребеҙгә уйланырға ерлек күп. Бай тарихлы үткәнебеҙҙе тергеҙеү өсөн һәр кемебеҙ, кемдеңдер әйткәнен көтөп тормаҫтан, ҡулынан нимә килә, шуны эшләргә тейештер. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа милләтебеҙҙең бындай сараларҙан ситтә ҡалмауы зарур. Был – асылыбыҙға ҡайтыуға этәргес. Ике йылдан Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары йәнә ҡабатланасаҡ икәнлеген онотмайыҡ. Уға бөгөндән әҙерләнә башлау талап ителә.


Һандар һәм дәлилдәр


lII Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарын асыу тантанаһын тура эфирҙа 800 миллиондан ашыу кеше ҡараған.
l Рәсәй командаһы был ярыштарҙа 12 алтын, 5 көмөш, 10 бронза миҙал яуланы.
lII Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында 63 ил вәкиле ҡатнашҡан.
lСпортсылар 23 ярыш төрөндә көс һынашҡан.
lСараны асыу тантанаһында мең ҡомуҙсы бергә бер көйҙө башҡарған. Был ҡаҙаныш Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән.

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН әңгәмәләште.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 39

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 29

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 39

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 48

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 46

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 36

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 50

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 48

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 43

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 43

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 60

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 47