Силәбе башҡорттарына ҡуҙ өләшеп...

28-10-2016, 00:55 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Силәбе башҡорттарына ҡуҙ өләшеп... Көҙгө иртә менән Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы етәкселегендә беҙ бер төркөм Силәбегә ҡарай юл алдыҡ. Арабыҙҙа кемдәр генә юҡ – ойошма ағзалары, фән докторы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармо­нияһы артистары, донъяның виртуоз ҡубыҙсыһы. Барыһын да бер маҡсат берләштергән – алда Ҡоролтайҙың өлкә һәм ҡала башҡарма комитеттарының ултырыштары һәм Мифтахетдин Аҡмулла­ның тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған юбилей сараһы көтә.
Автобус ҡуҙғалып китеү менән филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипова “Силәбе ере беҙгә күп кенә ҙур шәхестәр биргән” тип бәйән итә башланы. Был йәһәттән мөхтәриәт өсөн көрәшкән Харисовтар, әҙип һәм шағирҙарҙан Абдулҡадир Инан, Ҡадир Даян, Кәтибә Кинйәбулатова, Ғәлимов Сәләм исемдәре әйтелде. Артынса Ғәлимов Сәләмдең шиғыр юлдары ла иҫкә төштө:
Паровоздар киҫеп сыҡҡан ерҙә
Урал ҡаялары уртаһын,
Ап-аҡ ташҡа баҫып
Ҡарап торҙом
Республикамдың мин иртәһен...
Ләкин Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы, был әйткән­дәре менән генә туҡталып ҡалмай, Эҫем ҡалаһына етеү менән икенсе мәғлүмәтен еткерҙе:
– Бында элгәре Шайтан Көҙәй ерҙәре булған. Салауат Юлай улы иһә тыуған ерен баҫҡынсыларҙан ҡурсаларға тырышып, ошондағы заводтарҙы ла яндыра. Тик бындай рух күтәрелешен баҫыр өсөн, батша фарманы менән яуап итеп ауылдарҙың көлө күккә осорола.
Артабан иһә юл сыҡҡандарҙың һәр береһе лә башҡорт халҡының бөгөнгөһөнә ҡарата ҡыуаныс, әсенеүҙәре менән уртаҡлаша башланы. Был йәһәттән әҙә­биәт, сәнғәт тә ситтә ҡалманы, “алданған йондоҙҙар”, “ҡолатылған ҡояш”, “айлы көн” кеүек һүҙҙәр ҙә телмәргә инеп китте. Йыр, көлкөнөң ҡайғыһы ла булманы, әйтерһең, һәммәһе лә ошо борсолоулы уйҙарҙы, ҡуҙҙай, усҡа алып, күршеләргә ут илтә һәм артыҡ хәрәкәт менән уны һүндереп ҡуйыуҙан ҡурҡа.
Шулай итеп, Силәбе ҡалаһына ла барып индек. Унда беҙҙе Шәйехзада Бабич исемендәге Силәбе китапханаһы хеҙмәт­кәрҙәре ҡаршы алды. Эсенә үтеү менән шағир үҙе лә бюст һынында сәләмләне. Ә түргә яҙыу эленгән: “Ш. Бабич исемен­дәге китапханаға – 110 йыл”. Бүлмәләрҙең береһендә 100 йыллығынан ҡалған плакат та тора. Аҫтына шағирҙың “Ап-асыҡ тор һәр ваҡытта, әй, китап” тигән шиғыры яҙылған. Шуны ҡараған арала күрше бүлмәнән берәүҙең: “Бында Аҡмуллаға ла мөйөш бар икән!” тигән тауышы ишетелеп ҡалды.
Баҡһаң, ижады һәм уға арналған китаптар эргәһенә мәғрифәтсенең портреты, бюсы ла ҡуйылған. Ошонда уҡ Башҡорт­остан тарихына, халҡыбыҙ, әҙәбиәтебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙгә ҡағылышлы яҙмалар теҙелеп китә. “Салауат Юлаев” энцикло­педияһы, “Мостай Кәрим”, “Һәҙиә Дәүләт­шина”, “Рәми Ғарипов” китаптары күҙгә салына. Бер ситтәрәк иһә ҡурай уйнап ултырған бабай, ҡубыҙ сиртеп торған ҡыҙ һындары урынлашҡан. Эргә-тирәлә йәнә ҡулын күккә һонған мулла, һөңгө тотҡан яугир, иңбашына көйәнтә элгән һылыу һәм башҡа скульптуралар ҙа күренә.
Китапхана етәксеһе Көнһылыу Әйүпова ла ҡыҙыҡһыныуҙы күреп ҡалды буғай: “Ҡоншаҡ районынан Илдар ағай Йоносов ошондай эштәре менән ҡыуандырып тора беҙҙе”, – тип белдерҙе. Эшмәкәрлектәре тураһында ҡыҙыҡһынғас, Силәбелә был берҙән-бер милли китапхана икәнлеге, башҡорттарҙың күҙ терәп торған урыны булыуы асыҡланды. Ошоға бәйле һорап ҡуйҙым: “Ә китаптар ҡайҙан йыйыла икән?” Көнһылыу Рамаҙан ҡыҙы кәштәләр буйлап күҙ йүгерткән арала яуабын да бирҙе:
– Рус телендәгеләрен хакимиәт бүлә, ҡайһы берҙәре Башҡортостандан килә. Һуңғы йылдарҙа “Рәсәй башҡорттары” программаһына ярашлы бик күп китап алдыҡ. Әммә элекке кеүек Башҡортос­танда мотлаҡ таратылған экземплярҙарҙы беҙгә лә ебәрһәләр ине, тигән теләк бар.
Әңгәмәбеҙгә шул саҡ эргәлә торған урыҫ апайы ла ҡушылды:
– Һеҙ икегеҙ ҙә башҡортса һөйләшә­геҙме ул? – тине лә ыңғай яуап алғас, – үҙем башҡа милләттән булғанғамы икән, телмәрегеҙ нисектер ике төрлө ишетелә. Әммә телегеҙ моңло – шуны әйтер инем, хатта күңелемде яғымлы ғына иркәләп ҡуйҙы!
Китапхана менән шулай танышҡан арала йәнә урындағы баҫмаларҙың береһе ҡулға эләкте. Силәбе башҡорттары ҡорол­тайы менән “Губерния” нәшриәт йорто сығара икән уны, исеме – “Уралым”. Тарихи Башҡортостан ерендәге ватандаштарыбыҙ донъяһында ниндәй яңылыҡтар бар икән тип ҡарайым: күптән түгел “Төньяҡ амур­ҙары”на һәйкәл асылған, Силәбе башҡорт­тарының “Уралым” тигән тапшырыуы булдырылған. Арғаяш ауылында Шайморатов генерал етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәйкәл ҡуйыу өсөн аҡса йыйыуҙары хаҡында иғлан да бирелгән.
Төп сара икенсе көнө башланды. Китап­хананың бер залында өҫтәлдәр теҙелеп, келәм йәйелде, ултырғыстар ҡуйылды. Бер аҙҙан Силәбе өлкәһе райондарының урындағы ҡоролтай етәкселәре, ҡунаҡтар йыйылды. Араларында ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Бай­раҡ, Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары таҡҡан Сөнәғәт Яҡупов, билдәле боксер Сабир Сөләй­мәнов та урын алды. Уны күргәс, баштан бер уй уҙҙы: “Ысынлап, Хәбир ағаһы менән улар Силәбенән бит әле!”
Төбәк башҡарма комитетының ултырышында иһә урындағы халыҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына өмөт бағлап, үҙәктәренә үткән мәсьәләләр менән уртаҡ­лашырға ашыҡты.
– Ситтә йәшәп башҡорт булыуы Баш­ҡортостандағыларға ҡарағанда өс тапҡырға ауырыраҡтыр. Хатта беҙҙе таны­маған райондар ҙа бар. Был йәһәттән балаларға милли мәҙәниәтебеҙҙе тапшырыу бигерәк тә ауырға төшә. Әлегә халыҡ бирешмәй, һәр беребеҙ ҙә милләт өсөн ең һыҙғанып эшләргә тырыша, әммә шунда ла һеҙҙән ярҙам кәрәк, башҡаса булмай, – тине ошоғаса Силәбе башҡорттары ҡоролтайын етәкләгән Тәлғәт Хәйеров.
Трехгорный ҡалаһынан килгән апай ҙа уның һүҙенә ҡушылды:
– Һуңғы ваҡытта Ҡоролтайҙы бөтөнләй күргәнем булманы. Былтыр егерме йыл­лыҡты үткәргәндә лә килмәнеләр. Хатта үҙебеҙҙең хакимиәттең ярҙам иткәне булды. Ә улар, исмаһам, биш кешелек концерт килтерһә, ни булған инде?.. Бөгөнгө сараға өфөләрҙең килеүенә ҙур рәхмәт.
Тик Силәбе башҡорттарының әйтер һүҙҙәре бының менән генә тамамланмай ине. Топонимикаларын үҙгәртә башлау­ҙары, был йәһәттән Евсеев тигән бер әфәнденең китабына таянып, ер-һыу атамалары исемдәренең килеп сығышын мордва халҡына бәйләргә маташыуҙары асыҡланды. Шулай уҡ 25 йыл буйына эшләп килгән “Йәнтөйәк” тапшырыуына һуңғы ваҡытта аҡса бүленмәүе, мәктәптәр­ҙә башҡорт теле дәрестәрен уҡытыуҙы индереү ҡатмарлыҡтары бәйән ителде.
Силәбе башҡорттарының өмөттәре ауыр йөктәй иңгә ятҡанын тойған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов шунда ла һәммәһенең күҙенә тура ҡарап яуап ҡайтарҙы:
– Беҙ шуға ла килдек бөгөн: һеҙҙе күрергә, уйҙарығыҙ, тойғоларығыҙҙы бе­лергә, йөрәгегеҙҙәген аңларға һәм ниндәй һорауҙар борсоуын ишетергә. Ни генә тиһәң дә, әлеге мәлдә иң мөһиме – һеҙҙе әсен­дергән мәсьәләләрҙе ишетеү. Аңла­ным һеҙҙе, хәҙер ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышырбыҙ. Биргән һорау­ҙа­ры­ғыҙҙы яҙып алдым, улар буйынса килә­сәк­тә эш планы төҙөп, төрлө алымдар ҡул­ланырбыҙ. Мө­рәжәғәт итеү, маҡса­ты­быҙ ҙа бит изгенән – халҡыбыҙға хеҙмәт итеү, илебеҙҙәге милләт-ара татыулыҡҡа ынтылыу. Унан тыш Ҡоролтай – халыҡ менән власты бәйләп торорға тейешле ойошма.
Әйтергә кәрәк, уҙғарған сараларға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ярҙам итеп тора. Мәҫәлән, Торатауҙы һаҡлап ҡалыу, Каруанһарайҙы төҙөклән­дереү буйынса, Баймаҡта Башҡорт йәш­тәре көндәрен үткәреүҙә лә ул булышлыҡ итте.
Әмир Ишемғоловҡа ҡушылып, Ҡорол­тай аппаратының баш белгесе Алһыу Сирғәлина ла түбәндәгеләрҙе еткерҙе:
– Бына мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытылмауын хәбәр иттегеҙ. Бының буйынса беҙ үҙебеҙҙә лә һорау күтәрербеҙ. Әммә унан алда һеҙ үҙегеҙ туған телде уҡытыуҙарын һорап, ҡултамғаларығыҙҙы йыйып, мәктәп директорына, хакимиәткә мөрәжәғәтнамә яҙығыҙ. Был мәсьәләне хәл итеүҙе шулай башлау яҡшы булыр. Өҫтәп йәнә шуны әйтергә кәрәк: Баш­ҡортостан китаптар менән ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер.
Унан һуң халыҡ тағы үҙҙәрен борсоған һорауҙарын яуҙырҙы. Араһында “Ҡасан Силәбелә “Юлдаш” радиоһы эшләй башлаясаҡ?” тигәне лә ишетелде. Был йәһәттән 86 йәштәге Сөнәғәт Яҡупов та ситтә ҡалманы, ҡулын болғай-болғай әйтергә теләгәнен еткереп ҡуйҙы:
– Конституцияла Рәсәй субъекттары һаналғанда “Башҡортостан Республикаһы” тип яҙыла, тик ниңә уны хәҙер килеп рәсми урындарҙа ла “Башкирия” тип бирәләр? Беҙ ситтә йәшәһәк тә, был күренешкә иғтибар итмәйенсә булдыра алмайбыҙ.
Ултырыштың программаһына шулай уҡ “Ҡурай” Силәбе өлкәһенең башҡорт­тары ҡоролтайына яңы етәксе һайлау ҙа индерелгән ине. Был йәһәттән барыһы ла Силәбе өлкәһе Красноармейск районы Яҡуп мәктәбе директоры Фәриҙә Бай­мөхәмәтова өсөн тауыш бирҙе.
Сара артабан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң тамаша залына күсте. Бында Силәбе ҡала башҡорттарының IV ҡоролтай ултырышы үтте. Ҡорҙа тәбрикләү һүҙҙәре менән Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитеты рәйесе, Силәбе өлкәһе хакимиәтенең Милли сәйәсәт хеҙмәте вәкилдәре лә сығыш яһаны. Силәбе хакимиәте вәкиле:
– Башҡорттар борон-борондан илебеҙ­ҙең үҫешенә ҙур өлөш индереп торған. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт батырҙары күрһәткән айбарлыҡ ҡына ни тора?! Шуға беҙ “Төньяҡ амурҙары”на һәй­кәл дә ҡуйҙыҡ. Ул Хөкүмәт йорто ал­дын­да урынлашҡан. Хәҙер губернатор һәр иртә менән эшкә килгән һайын баш­ҡорттарҙы күрә”, – тигән һүҙҙәрен еткерҙе.
Рәсми сығыштарҙан һуң халыҡ тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары тапшырылды. Был йәһәттән әлегә тиклем өлкә башҡорттары ҡоролтайын етәкләгән Тәлғәт Хәйеров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләнде.
Артабан инде Мифтахетдин Аҡмулла­ның 185 йыллығына арналған тамаша башланды. Бында һүҙ иң тәүҙә филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәриповаға бирелде. Мәғрифәтсенең ижадын һәм тормош юлын өйрәнгән профессор уның хаҡында бер аҙ һөйләгәс, сәхнәгә артистар күтәрелде. Башҡорт йыр-бейеүенә сарса­ған халыҡ сығыштарҙы күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтте. Ә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлфиә Кәлимуллина “Аҡмулла” бәйете менән “Аҡсәскә” операһынан өҙөктө башҡарып, билдәле ҡубыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов “Быуаттар ауазы”н уйнағанда тамашасылар уларҙы алҡыштарға күмде.
Халыҡ сара тамамланғас та ҡайтырға ашыҡманы. Өфөнән килгән ҡунаҡтарҙың кемеһе менән булһа ла һөйләшкеләре килә ине, буғай. Бына берәү артистар менән аралаша, икенсеһе башҡаларын эҙләй. Мин дә форсаттан файҙаланып, Силәбе башҡорт йәштәре ойошмаһының ағзаһы Уйылдан Хәйеровҡа мөрәжәғәт иттем:
– Яңы Ҡоролтайҙан нимә көтәһегеҙ?
– Яңы алымдар, яңы фекерҙәр, һөҙөмтәле эш көтәбеҙ инде. Ҡоролтайҙар йыл һайын уҙғарылып тора, ләкин бер ниндәй ҙә алға китеш һиҙелмәй. Ә үҫеш өсөн бит иң тәүҙә үҙеңә янырға, унан башҡаларҙы тоҡандырырға кәрәк – шуны көтәбеҙ, – тине егет. Был яуаптан һуң үҙем дә өфөләрҙе эҙләргә булып киттем. Ниһайәт, Ҡоролтай аппаратының баш белгесе Марат Ғилмановҡа юлыҡҡас, һорай һалдым:
– Яңы Ҡоролтай әлегә ниндәй эштәр атҡарып өлгөрҙө, бер-икеһен әйтә алмаҫһыңмы?
Марат юғалып ҡалманы, шунда уҡ яуабын да ҡайтарҙы:
– Мәҫәлән, Сибайҙа – форум, Ырым­бурҙа Каруанһарайҙың 170 йыллығын үткәрҙек. Башҡортостандың 100 йыллы­ғына ҡарата республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 100 объект төҙөү тураһында хәбәр иткәйне, ошо юҫыҡта Ҡоролтай етмешкә яҡын тәҡдим индерҙе. Шуларҙың береһе – баш ҡалабыҙҙа Каруанһарай төҙөү. Тәҡдимдәр тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.
Өсөнсө көнөнә юлдар Мейәс ҡалаһына илтте. Унда беҙҙе Мейәс ҡалаһы баш­ҡорттары ҡоролтайы рәйесе, бокс буйынса донъя чемпионы Денис (Сыңғыҙ­хан) Шафиҡовтың әсәһе Бүләкәй Ғәли ҡыҙы ҡаршы алды. Батыр үҫтергән кешегә һорау бирмәйенсә түҙмәнем:
– Денистың рингка милли кейемдә сыға башлауы нисек булды? – тигәс, күҙҙәре балҡып китте һәм мөләйем генә йылмайып:
– Фин промоутерҙары менән хеҙмәт­тәшлек итә башлағас, тегеләр уға Сың­ғыҙхан кейемендә сығыш яһарға тәҡдим итте. Денис быға аптырап ҡалды тәүҙә. Ләкин уйлағандан һуң ҡамсат бүрек менән елән кейергә ҡарар итте.
– Ғаиләһе бындалыр ул?
– Эйе. Ҡатыны шулай уҡ башҡорт, математика уҡытыусыһы булып эшләй. Улы менән ҡыҙы бар.
– Ә киләһе сығышы ҡасанға ҡуйылған?
– 7 декабргә.
Батырҙың әсәһе ашыҡҡас, оҙаҡ төпсөнөргә форсат теймәне. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, бөгөнгө сараның алып барыусыһы икән ул. Бында ла шулай уҡ халыҡ менән күрешеү, аралашыу дауам итте. Проблемалар бер икән. Кешеләрҙең борсолоулы мөрәжәғәттәре лә йәнә ҡабат­ланды. Осрашыу һуңында халыҡ Өфө ҡунаҡтарын уратып алды. Әле береһе, әле икенсеһе Әмир Ишемғоловҡа килеп теләктәрен әйтә: “Ҡоролтайға өмөт һүнгән ине, ярай әле килеп ошолай ялҡын өләштегеҙ!..” Мейәс халҡы шулай уҡ ҡайһы бер ниәттәрен дә белдерҙе. Улар ара­һында ҡала урамдарының береһенә Аҡмулла исемен биреү, яңы мәсет төҙөү теләге лә ишетелде. Был йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенән ярҙам көтөүҙәрен дә белдерҙе мөрәжәғәт итеүселәр.
Артабан иһә мәғрифәтсебеҙ Аҡмулла­ның ҡәберенә зыярат ҡылырға йүнәлдек. Әруахтарҙы сәләмләп, зыяратҡа уҙғас, шәхестең рухына бағышлап доға ҡылдыҡ, сәскәләр һалдыҡ. Әхмәт хәҙрәт Хәсән­йә­нов белдереүенсә, улар ҡәберҙе гел ҡарап тора икән. “Ябай халыҡ өсөн Мифтахетдин Аҡмулла шағир һәм мәғрифәтсе булһа, беҙ, дин әһелдәре, уны остазыбыҙ тип таныйбыҙ”, – тигән һүҙҙәрен дә еткерҙе.
Бына хушлашып, ҡайтыу яғына ла сыҡ­тыҡ. Оло шәхестәребеҙҙең яҡты эҙҙәрен һаҡлаған Силәбе ере яйлап артта ҡала башланы, рухтары иһә беҙгә эйәрҙе. Улар араһында, ана, Аҡмулла ла күренә, эргәһендә Киҫәнбикә Байрасова инәй ҙә атлай. Һәм алыҫтан Лариса Абдул­линаның “Киҫәнбикәгә һәйкәл” тигән шиғыры ағылғандай...




Лариса АБДУЛЛИНА

КИҪӘНБИКӘГӘ ҺӘЙКӘЛ


Киҫәнбикә Байрасова инәйҙең
яҡты рухына

Туҡтатығыҙ бында тимер атты,
Аяғүрә тороп баҫығыҙ.
Арҡағыҙ төҙ, һындар ғорур булһын,
Эйелмәһен бында башығыҙ.

Эйгәндә лә бында башығыҙҙы,
Уның рухы өсөн эйегеҙ.
Башҡорт өсөн бында – изге төйәк,
Изге һөйәк бында тиегеҙ!

Ҡырағай ҙа урман эсе түгел,
Эҫ-ҫе түгел ҡояш нурынан.
Киҫәнбикә инәй янған утта,
Гүйә, бөгөн мин дә ҡурылам.

Фажиғәне күргән ил улдары
Ҡәһәрләне микән яҙ айын?
Мин быларҙы йәлләтеүҙән түгел,
Әйтеү итеп һеҙгә яҙайым.

...Таш быуаттар заманы ла түгел,
Бына ғына тора ул дәүер.
Тере тәнгә тере генә утты
Тоҡандыра бер ир әзмәүер.

Ялҡын теле сүрәләрҙе һөйләй,
Ут телдәре ятлай доғалар.
Майҙандағы хатта таш йорттар ҙа
Күҙ йәштәре аша бағалар.

Зарға тулды микән ҡурай моңо?
Ишелдеме икән ташйылға?
Киҫәнбикә инәй ауаздары
Ҡаяларға, гүйә, уйылған.

Тамуҡ киҫәүенә әйләнмәҫ тип
Кем әйтәлер усаҡ яҡҡанды.
Беҙ күрмәнек, әммә Урал ере
Хәтерләйҙер утлы ул таңды.

Ер аһ итте микән ул саҡтарҙа?
Һыҡтап ҡуйҙы микән был таштар?
Хәтер тергеҙеүҙәр хәтәр икән:
Ил һыҡрауы түгел ҡарғыштан.

Хәйер һорашҡандай, һорамаған
Кисерегеҙ тиеп йәнемде.
Аллаһ юлдарынан барғандарға
Күктәр үҙе һайлай бизмәнде.

Үтенмәгән, хатта ялбармаған –
Юҡ, бер түгел, хатта өс тапҡыр
Тәре гүрҙәренән ҡасып киткән,
Ә юлдары түгел һис таҡыр.

Зирәк зиһендәре менән “Аллаһ!” тиеп
Ҡабул иткән утлы яҙмышты.
Киҫәнбикә инәй инанысы
Милләт һиммәтлеген яҙышты.

Зекер әйтеп елән тәңкәләре
Һибелгәндә көлдәр өҫтөнә,
Катерина түгел исемем тип,
Ышанған ул иман ҡеүәтенә,
Киҫәнбикә атлы көсөнә.


Киҫәнбикә инәй иҫән кеүек,
Илдә тере уның иманы.
Уны ялмап алған ялҡын, гүйә,
Күңелдәрҙе бөгөн ялманы:

Иманым тип берәү йән биргәндә,
Милләтем тип берәү ауғанда,
Фәрештәләр доға ҡыла, беләм,
Нимә ҡыла икән ҡалғандар?

Рухи һәйкәл бит ул иманлыға
Киҫәнбикә инәй ғәмәле.
Ялҡын булып быуаттарға балҡый
Нурлы йөрәгенең әләме.

Туҡтатығыҙ бында тимер атты,
Аяғүрә тороп баҫығыҙ.
Арҡағыҙ төҙ, һындар ғорур булһын,
Эйелмәһен бында башығыҙ.

Эйгәндә лә бында башығыҙҙы,
Уның рухы өсөн эйегеҙ.
Башҡорт өсөн бында – изге төйәк,
Изге һөйәк бында тиегеҙ!

Һәр бер башҡорт бөгөн шуны белһен,
Һәр бер башҡорт шуны ятлаһын:
Катеринбург түгел был ҡала,
Башҡорт уны
Киҫәнбикә тиеп атаһын!