“Арғымаҡ”лы Ринат

28-10-2016, 00:57 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Арғымаҡ”лы Ринат “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө һәм уның солисы Ринат Рамаҙановты беҙҙең яҡтарҙа белмәгән кеше һирәктер. Ҡабатланмаҫ башҡорт йырҙарын халыҡсан да, яңы стилдә лә берҙәй сағыу итеп тамашасыларға тапшырған йәштәр өсөн сиктәр юҡ тиерлек – “Арғымаҡ”ҡа Рәсәй төбәктәре, яҡын күрше илдәр, Европа, Азия, океан аръяғы халыҡтары алҡышланы. Әлбиттә, төркөмдөң ижади сәфәре алда әле. Хәҙер “Арғымаҡ”ҡа тағы бер йүнәлеш өҫтәлде тиһәк, хаталанмаҫбыҙ. Ринат Заһир улы Рамаҙанов етәкселегендәге яңы йәмәғәт ойошмаһы – “Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы (конгресы)” Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре берлеге – ҙур маҡсаттар менән эш башлап тора.
Йыр-моңға һөйөү, йәштәрҙе берҙәм итеү, халҡыбыҙҙың үҫеше, киләсәктә беҙ ниндәй булырға тейеш, йәмәғәтселек эштәре – Ринат РАМАҘАНОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.



– Ринат, ил кимәлендәге яңы йәштәр ижтимағи ойош­ма­һын етәкләргә нисек тәүәк­кәлләнең? Хатта ҡайһы бе­рәү­ҙәр, “Арғымаҡ” ни эш­ләр икән хәҙер, тип тә ҡыҙыҡһына.
– Төркөмөбөҙ менән беҙ концерттар ҡуйып ҡына йөрөмәнек, йәштәр менән күп аралаштыҡ, саралар ойошторҙоҡ, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштыҡ. Мәҫәлән, ҡымыҙ фестивален беҙ башлап ебәрҙек.
“Арғымаҡ”тың принцибы – бөтәһе менән дә татыу йәшәргә, шул иҫәптән власть менән дә. Етәкселек менән берлектә күп кенә саралар үтте. Килешеп, уртаҡ тел табып йәшәгәндә, бер-береңә ярҙам итеү ҙә күңелле. Арғымаҡ тап шулай эшләй. Хатта ҡайһы саҡ бушлай эшләһәк тә, икенсе яҡтан ул беҙгә уңай булып ҡайта. Башҡортостан Башлығы­ның 10 миллион һумлыҡ грантын яулауыбыҙ ҙа юҡтан түгел – беҙгә ышаныс күрһәттеләр, тимәк. Әлбиттә, беҙҙең яуаплылыҡ та артты.
Әле төрлө кимәлдәге һәм кү­ләмдәге саралар йыш үтеп тора. Йәштәребеҙ әү­ҙем, Аллаға шө­көр. Ҡайһы ваҡытта бер көндө бер нисә урында әһәмиәтле сара ойошторолоуы ихтимал. Халыҡ­тың теге­неһенә лә, быныһына ла барғыһы, ҡат­нашҡыһы килә. Бер координация үҙәге кәрәк. Йәш­тәр ойошмаларының маҡ­саты бер тирәләрәк бит инде – халҡыбыҙҙы яратыу, үҫеш, сә­ләмәт тормош. Беҙгә бөтә көстө бер нөктәгә йүнәлтеп эшләргә кәрәк.
Ниәт итһәң, Аллаһ Тәғәлә юл­дарҙы аса. Шундай-шундай ойошма булдырабыҙ, тип республика Башлығы хакимиәтенән дә, Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы Башҡарма комитетынан да миңә етәксе булырға тәҡ­дим иттеләр. Моғайын, әйтер­ҙән алда кандидатурамды бик ентекле тикшергәндәрҙер. Осраҡлы кешене етәксе итеп ҡуйып булмай бит. Беҙҙең “Арғы­маҡ”тың исеме лә, есеме лә бар тигәндәй. Абруй тураһында әйтәм. Беренсе съезда асыҡ һайлау булды, әлбиттә. Әммә башта тәҡдим иттеләр. Риза булдым. Беренсенән, яңы мөм­кинлектәр, яңы эш. Икен­сенән, яуаплы, еңел булмаған хеҙ­мәт бит ул. Уйлап эшләй тор­ған. Бер яңылыш аҙым төркөмдөң биш-алты йылғы эшмәкәрлеген, туплаған абруйын төшөрөүе лә ихтимал.
Тағы шуныһы: һин дәүләт менән килешеп эшләй алмайһың икән, ҡаршы ҡуяһың икән, һинең эшеңдең алға барыуы икеле. Артыҡ ҡысҡырыныуыңдың фай­ҙа­һы булмаясаҡ. Власҡа бит икенсе төрлө итеп тә еткереп була – дуҫлыҡ телендә. Проект­тарыңды тәҡдим итеп, аныҡ маҡсаттар менән хеҙмәттәшлек итергә теләүҙе, ниндәйҙер талаптарыңды ла белдереп. Йүнәлештәр күп бит. Шул уҡ инвестициялар йәлеп итеү, төбәкте танытыу, туризмды үҫтереү һ.б. Идеялы йәштәр барыһын­да ла ҡолас ташлап эшләй ала, әгәр дәүләт менән килешә алһа.
Әле лә башта мең төрлө уй-ниәттәр. Алла бирһә, ғәмәлгә ашырыу юлдары асылыр. “Арғымаҡ”ҡа килгәндә, әлбиттә, беҙҙең концерттар, майҙан тотор сығыш­тарыбыҙ алда.
– Бөтә Рәсәй башҡорт йәш­тәре ҡоролтайының баш­ҡар­ма комитеты тәүге ул­ты­рышын үткәрҙе, матбуғат конференцияһы йыйҙы, эште нимәнән башланығыҙ?
– Йәштәр ҡоролтайының үҙ эмблемаһы, флагы һәм гимны буласаҡ. Рухи-әхлаҡи тәрбиә, социаль мәсьәләләр, эшҡыуарлыҡ, тарих, туған тел, мәҙәниәт буйынса эш комиссиялары төҙөлдө. Башҡарма комитетта 41 кеше. Күбеһенең исемдәре, эштәре таныш. Рәйестең, йәғни минең, дүрт урынбаҫарым бар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма коми­тетының баш белгесе Марат Ғилманов, Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығының баш консультанты Марсель Байдәү­ләтов, “Маҡсат” төбәк йәмәғәт ойош­маһы рәйесе Шәүрә Йомағужина һәм Мәскәүҙән сенатор ярҙамсыһы Марсель Вахитов.
Бөтә донъялағы йәш мил­ләт­тәштәре­беҙҙе бергә туплау, күмәкләшеп илебеҙ, Башҡортос­таныбыҙ үҫешенә тос өлөш ин­дереү маҡсаты менән янабыҙ. Йәштә­ребеҙҙе был тормошта килеп тыуған хәүефтәрҙән дә аралап ҡалырға, дөрөҫ үҫеш йүнәлешен күрһәтергә, һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәҫкә ярҙам итергә тейешбеҙ. Беҙҙең ниәттәр килеп сығасаҡ, Алла бирһә.
Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе йәш за­мандаштарыбыҙ менән бәйләнеш бул­дырылған. Мәскәү­ҙә, Санкт-Петербургта, күрше төбәктәрҙә, аҫаба башҡорт ерҙә­рендә йәштәр ойошмалары, төр­лө ассоциация, берлектәр бар, уларҙың байтағы менән былай ҙа хеҙмәттәшлек яйға һалын­ғайны, һәм был юҫыҡта эш дауам итә.
Шулай уҡ бөгөн популяр бул­ған кон­курстарҙа, проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыу, гранттар яулау, эш табыу, белем алыуға ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә берлектә ҡараласаҡ. Йәштәр алдында торған проблемалар ҙа етерлек. Шул рәткә эскелекте, насар юлға баҫыуҙы индерһәк, йәнә лә ауылдарҙа ҡалыу, сәләмәт тормош менән йәшәү, йәш ғаи­ләләрҙә балаларҙы берҙән – икегә, икенән өскә күбәйтеү кеүек мәсьәләләрҙе лә күтә­реп сығыу дөрөҫ буласаҡ. Тағы ла дини секталарға ылыҡтырыу буйынса әүҙем эшләүселәр бар. Егет-ҡыҙҙарҙан күпләп аҡса талауға ҡайтып ҡалған секталарҙан аралау ҙа – әлеге яңы ойошманың етди бурысы.
Беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы янында эшләйәсәкбеҙ. Ҡыҫҡаһы, әле ойоштороу эштәре дауам итә.
– Беҙҙә йәмәғәт башлан­ғысында эшләүсе ойошмалар байтаҡ ҡына, шул иҫәптән йәштәрҙеке лә. Уларҙы үҙе­геҙҙең “ҡанат аҫтына” алыу маҡсат итеп ҡуйыламы?
– Һәр ойошма үҙ урынында. Улар бу­лырға тейеш. Йәштәрҙең һәр береһен бер ойошмаға тупларға кәрәкмәй. Ә бына уларҙың булыуын файҙаланырға мөмкин. Саралар үткәреүҙә берләшеү хаҡында әйтәм. Эйе, ойошмалар төрлө һәм уларҙағы ҡайһы бер ҡараштар ҡырҡа айырыла. Тик һәр саҡ тәнҡит күҙлегенән ҡарап йәшәргә ярамай. Яҡшы ниәттәреңде, киләсәгебеҙ өсөн файҙалы уйҙарыңды матур эш менән күрһәтергә кәрәк.
Заманында “Арғымаҡ”ты төҙөгәндә лә беҙҙән көлдөләр. Ниндәй башҡорт этно-рок төркөмө булһын ти, тип мыҫҡыл­лаусылар ҙа осраны. Ышанманылар. Ә беҙ һайлаған юлдан ситкә тайпылманыҡ. Хәҙер Аллаға шөкөр, Европаны арҡыры-буй йөрөп сыҡтыҡ, Азияла булдыҡ, төрки донъяһында сығыш яһап торабыҙ, меңәрләгән тамашасы йыйырлыҡбыҙ. Изге ниәттәр юлды аса.
– Тимәк, йәштәр ҡоролтайы үҙен эштәре менән танытасаҡ. Ә глобаль фекер йөрөткәндә, башҡорт халҡын донъяла танытыр өсөн ни эшләргә?
– Минеңсә, әҙ танылған булыу­ҙың да үҙ сәбәбе, үҙ хикмәте бар. Шулай булыуы ла ихтимал – әгәр ҙә белһәләр, күптән беҙҙең еребеҙ байлығы, ҡомартҡы­лары­быҙ юҡҡа сығыр ине, бөтә донъя ошонда килеп тулһа.
Шундай бер дәүер булды: Советтар Союзы ваҡытында баш­ҡортлоҡ нисектер икенсе планға күсте, рухиәт ташып торманы. Һө­ҙөмтәлә маңҡорттар быуыны тыуҙы, туған телде, әҙәбиәтте бел­мәүсе­ләр, башҡортса һөйлә­шергә оялыусылар ҙа табылды. Был дөрөҫ түгел, һәм был оҙаҡ дауам итергә лә тейеш түгел ине. Әле рухи хәтер яңыра, тамырҙар, шәжә­рәләр өйрәнелә, йәштәр ҙә быға битараф түгел. Беҙгә Ғаб­дулла Сәиди кеүек аҡһаҡалдар әйтеп ҡалдырған – ерҙең кендегендә йәшәйбеҙ, һәр аҙым өсөн шөкөр итергә тейешбеҙ.
Ҡышы ла бар, йәйе лә бар, яҙы ла бар, көҙө лә бар. Урманы ла бар, йылғаһы ла, күле лә, та­уы ла, ҡаяһы ла… Йыл әйлә­нәһенә күләмле фестивалдәр үткә­рерлек потенциал, сәбәп бар беҙҙә. Баш­ҡорт балы, кейеҙ баҫыу, милли аш-һыу буйынса саралар үткәр. Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйыны кеүекте беҙҙә лә эшләргә мөмкин.
Ошоларҙың барыһы менән дә ҡыҙыҡ­һынырлыҡ, дәррәү ҡатнашырлыҡ йәш­тәребеҙ бар. Донъя беҙгә килгәндә, беҙ бында ойошҡан булырға тейеш. Турис­тарҙы йәлеп итергә теләйбеҙ икән, тулы инфраструктура булдырайыҡ. Былтыр ШОС, БРИКС илдәре саммиты үткәйне, Башҡортостан, Өфө, башҡорттар тура­һында донъя ишетте.
Беҙҙә “туризм экспорты” тигән нәмә булырға тейеш. Үҙебеҙҙең йәшәйеште концерттар, шоу-программалар аша күрһәтергә. Мәҫәлән, ил, төбәк етәксеһе делегацияһы составында барырға була.
Бына Мексикаға Бөтә донъя фолькло­риадаһына барып ҡайттыҡ. Шунда төрлө милләт вәкилдәре, урындағылар менән тығыҙ аралаштыҡ, таныштыҡ, үҙ яғыбыҙ хаҡында һөйләнек. Бик ҡыҙыҡһынып, хатта аптырап та тыңланылар. Беҙҙә ҡар бар, тип һөйләйбеҙ. Һеҙ пальма­ларығыҙҙан йорт һалаһығыҙмы? Ә беҙ үҙебеҙҙә үҫкән ағастарҙан бура бурап өй төҙөйбөҙ, тибеҙ. Ҡымыҙ эсәбеҙ, йылҡы ите ашайбыҙ, тигәнгә ауыҙҙарын асып тыңлайҙар. Алла бирһә, 2020 йылда Фольклориада беҙҙә үтәсәк, килегеҙ, тип саҡырҙыҡ, бик ҡыҙыҡ­һындылар. Сығыштарыбыҙҙы яраттылар.
Унан килеп, беҙҙә сағыштыр­маса тыныс. Ер тетрәмәй, Аллаға шөкөр. Емерелеү хәүефе янамай. Һанай китһәң, үҙебеҙҙе танытыр сәбәптәр бик күп. Беҙгә йыйылыр өсөн темалар ҙа етерлек. Йәш быуын икәнде иҫәпкә алғанда, һөнәр һайлау, заманса белгестәр, юғары технологиялар тураһында һөйләшеп, проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға ғына ҡала. Һәм бөтә сараны концерт менән тамамлап ҡуйырға мөмкин. Бер юлы төрлө йүнәлеште күрһәтеү була был. Беҙ булдырыр инек.
– Бөтә яҡшы ниәттәрегеҙгә лә аҡ юл. Ә һеҙҙең менән эш­ләргә теләүсе йәштәргә, ғөмү­мән, барыһына ла, ҡайҙа мөрә­жәғәт итергә? Айырыуса йәш кешеләр яратҡан социаль сел­тәрҙәрҙә “урынлаштығыҙмы” әле?
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янында эшләйбеҙ, тип әйттем инде. Карл Маркс урамы, 3-сө йортта ул. “Бәйләнештә” селтәрендә (Башҡорт йәштәре ҡоролтайы төркөмө), ҡыҫҡаһы, барлыҡ танылған социаль селтәрҙәрҙә табырға мөм­кин. “Бәйләнештә”ге ”Арғы­маҡ” төр­кө­мө лә, минең шәхси сәхи­фәм дә һеҙҙең өсөн асыҡ, туранан-тура үҙемә лә шыл­тыратырға мөмкин. Йәштәр, һеҙҙе көтәбеҙ, килегеҙ, бергә эшләйек.
– Башҡорт йәштәре ҡорол­тайы, тигәндә, һай, афариндар, тип тел шартлатырлыҡ бер көн дә тыуыр әле, шулаймы? Уңыштар һеҙгә, йәштәр!




Ринат Рамаҙанов – Мәләүез ҡалаһы егете. Бәләкәйҙән йыр-моңдо һөйөүе һиҙелә. Үҙе һөйләүенсә, сабый сағында мыжый башлаһа, музыка ҡуйып тынысландырғандар. Шулай көйҙәргә ныҡ өйрәнеп китә. Өс-биш йәшлек сағында уҡ, тәрилкә, кәстрүлдәрҙе музыка ҡоралы итеп һуҡҡыслап-ҡаҡҡыслап, бына был ошо көй, бына быныһы теге көй, тип әйтеп, уйнап ултыра. “Өйҙә йыш ҡына минең менән ҡалған Гөлгөнә инәйем әсәйемә, был баланың моңдо ишетеү һәләте бар бит, тип, үҫкәсерәк, музыка мәктәбенә бирергә ҡарар иткәндәр”, – тип хәтерләй Ринат. Телевизорҙан “Каруанһарай” ансамбле сығыштарын айырыуса иғтибар менән ҡарай ул бала сағында. Төркөмдөң үтә популяр сағы була. Малай, Рәсүл Ҡарабулатов кеүек ҡурайҙа уйнаясаҡмын, тип хыяллана. Бына шулай башлана йыр-моң донъяһына сәйәхәте.
Тәүҙә ҡаланың 1-се, аҙаҡ 9-сы башҡорт гимназияһында уҡый. Ҡарабулатовҡа оҡшау хыялын алтынсы кластан тормошҡа ашыра башлай – ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Остазы тип Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мәләүез балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Тәлғәт Мөхәрләм улы Нуриевты атай.
“Ҡурай буйынса иң төплө белемде мин унан алдым. Артабан Салауат сәнғәт училищеһында ла, төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡанда ла үҫеү өсөн бер туҡтауһыҙ шөғөлләнеп, тәжрибә тупланым”, – ти Ринат Рамаҙанов. Уны хәҙер ҡурайһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай шикелле.
“Арғымаҡ”тың тәүге репетицияһы 2009 йылда була. Яйлап коллектив туплана. Беренсе концерттарын 2011 йылдың йәйендә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ҡуялар. Тырышлыҡ, сәм, маҡсат емеше ул төркөм. Башҡорт мәҙәниәтендә яңы бер күренеш тә.



Айсын АҠБУЛАТОВА һөйләште.