Томансыға төштө ҡара томан...

28-10-2016, 01:02 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Томансыға төштө ҡара томан... Аҫыл ҡатындарҙың береһе менән хушлаштыҡ

Яңыраҡ асылған “Аҫыл ҡатындар” рубрикаһына иғтибар иткәндер гәзит уҡыусылар. Унда беҙ күренекле ағайҙарыбыҙҙың тоғро юлдаштары, улар был донъянан китһә лә, гүзәл зат­тар халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүҙәрен дауам итеүе, уртаҡ яҙмыштары, заманыбыҙ хаҡында һөйләшергә ниәтләнек.
Тик... Йөрәктәрҙе тетрәндереп, апайҙарҙың береһе менән хушлаштыҡ ошо аҙнала.
Бер ай тирәһе дауаханала ятып сыҡты Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оло йөрәкле замандашыбыҙ Фәрҙиә апай Әлибаева. Ул – балалар өсөн һоҡланғыс әҫәрҙәр яҙған, бик күп танылған йырҙар авторы, билдәле шағир Сафуан Әлибаевтың ҡатыны. Дауахананан сығыу менән әңгәмә ҡорорға һөйләштек. Әммә Бөтә Рәсәй сәсәндәр бәйгеһе асылыу сәбәпле, дүшәмбе көндө осраша алманыҡ. Шишәмбе лә насип итмәне Күктәр күрешеүҙе: “Шиғриәт иле” төбәк конкурсында баһалама ағзаһы инем, шаршамбыға ҡалдырҙыҡ. Хәйер, Фәрҙиә апайҙың үҙенең дә хәле бик үк кеше менән аралаша алырлыҡ түгел ине, шикелле. Тыумыштан йомшаҡ тауышы тағы ла йомшарып киткән кеүек тойолдо: “Мин һиңә үҙем хәбәр итермен осрашыр көндө. Хәл керһә, Матбуғат йортона үҙем барып сығырмын. Йә булмаһа, үҙең иртәгә килерһең, кискеһен шылтыратырмын”, – тине ул һуңғы тапҡыр телефондан һөйләшкәндә. Шылтыратманы. Ҡайғылы хәбәр йәшен тиҙлегендәй Өфө зыялыларын тиҙ арала урап сыҡҡандыр. Телефоныма күҙ һалам: һуң уның менән һөйләшеүемә ике сәғәт тә үтмәгән дә инде. Һәр ваҡыттағыса бәндә әжәлде танырға теләмәй, уны ҡабул итеүе ауыр, аҡыл аңлаһа ла, күңел бөтөнләй икенсе яҫылыҡта йәшәй...
Сафуан ағайҙың ғүмер буйы тоғро юлдашы булған, һәр эшен ҡеүәтләгән, ҡулынан килгән мәлдәрҙә ярҙам ҡулы һуҙған апайыбыҙ һуңғы йылын, көндәрен дә ире хаҡындағы хәтирәләр менән үткәрҙе. Хәтер кисәһен ойошторҙо, китабын туплап, нәшриәткә тапшырҙы. Уның телмәрендә, һәр һүҙендә Сафуан ағай тере ине. Һуңғы васыятын да улдары Салауатҡа әйткән булған: Сафуан янына ерләгеҙ, тигән ул. Шаршамбы көндө баш ҡаланан Салауат районына юлланды мәҙәниәтебеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтсеһе, зирәк аҡыллы Фәрҙиә апай Әлибаева. Ғүмер буйы бер-береһенә терәк булып йәшәнеләр, унда ла бергә булһындар. Сафуан ағайҙан һуң ҡалып оҙаҡ та йәшәмәне апайыбыҙ. Әйтерһең, иренең хәтер кисәһен, йыйынтығын туплау мәшәҡәттәрен тамамланы ла, эштәрен теүәлләп, янына юлланды. Йәнең йәннәттә булһын, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡатындарының береһе, Фәрҙиә апай!..

Лариса АБДУЛЛИНА.




Фәрҙиә апайҙы тыуа-тыу­ғандан белгән кеүекмен. Асыҡ йөҙлө, ихлас һөйләше­үе, иғтибарлы булыуы менән үҙен күңелемә яҡын иткән­дер, моғайын. Өҫтәл артында сәй эскән һайын гәплә­шергә яра­табыҙ, кәйефлә­неп телебеҙ сиселеп китә лә, һүҙгә әүәҫ­ләнеп, ирҙә­ребеҙҙе телдән төшөрмәй маҡтайбыҙ, китапхана, ғөмү­мән, мәҙәниәт, сән­ғәт тирә­һен байҡап сығабыҙ.
Уның теле бик бай, теле телгә йоҡмай. Тел тигәндә, телеп һалған мәҙәниәтле, фекерле ҡатын. Халҡыбыҙ­ҙың оло мәғәнәле, зауыҡлы һүҙ байлығы уның хәтерендә йәшәй. Башҡа тел һүҙҙәре йә ымлыҡтары, әҙәпһеҙ һүҙ­ҙәр менән сүпләмәй, һүҙлек запасы ифрат бай, күп уҡы­ған­лыҡтан, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады ынйы­лары менән телмәрен даими байытып ҡына ҡалмай, шиғыр йә сәсмә әҫәрҙәрҙән алынған миҫал­дар­ҙы урынлы ҡулла­на белә. Һөйләшеп ултыр­ған­да, быға­са ишетелмәгән һүҙҙәр ҙә яңғырап китә. “Беҙҙең яҡта шулай тип әйтәләр, һеҙҙә лә шулаймы?”, йә “Әсәйем шулай ти торғайны”, – тип һүҙ араһын­да ҡыҫтырып ҡуя. Телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә һәм иң мөһиме – уҡыуға әһәмиәт биреүен­дәлер, тим уның талант сығанағы.
Фәрҙиә апай Әлибаева Мәләүез районының Томансы ауылында 1942 йылдың 15 фев­ралендә күп балалы Әмирханов Әхмәт ағай ме­нән Мәғфүрә апай ғаиләһен­дә донъяға килгән. Атаһы – 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы яугире, Сталинград янында 1943 йылда һәләк булған. Фәрҙиә апай, үҙе әйтмешләй, атай­ҙың кем икәнен белмәй үҫкән. Кесе йәштән теремек ҡыҙыҡайҙы апайҙары, үҙҙәре яланға еләккә киткәндә, өй тәҙрәһен ватып сыҡмаһын өсөн, йыш ҡына һарайға бик­ләп ҡалдыр­ған. Элек һарай эсен таҙа тоттолар: еҫе-фә­лән ҡалмаҫ­лыҡ итеп бала­ларҙан һеперт­терәләр ине лә өлкәндәр стеналарын ағарта торғайны.
Кәзәләр ҙә мөгөҙө менән
Еләк йыйып ҡайталар,
Еләк йыйып ҡайталар ҙа
Күлдәк алып ҡайталар.

Шағыр тауыҡ күкәй һала
Кәрзинкәне тултырып.
Атаҡайым ҡайтыр әле
Машинаға ултырып,
Самолетҡа ултырып.
Һарайҙа яҙған таҡмаҡта­рын Фәрҙиә апай бөгөнгөләй хәтерендә һаҡлай.
Томансы башланғыс мәк­тә­бен тамамлап, унан һигеҙ саҡрымдағы Аптраҡ ете йыл­лыҡ мәктәбенә уҡырға барғас, йәйен йәйәүләп йөрөп, ҡышын интернатта ятҡанда, ҡыҙҙары­на күстә­нәс ташыусы ағайҙар­ҙы кү­реп, тәү тапҡыр атай шу­лай була икән, тигән уй йө­рәген ярып үтә, һәм ғүмер бу­йы уны юҡһыныу хисе күңе­лен­дә йәшәй.
Атаһының бер туған ҡус­тыһы Әхмәтшәриф бабаһы үҙ ҡыҙына бешерелгән аҙыҡ-түлек килтерһә, йә Фәрҙиәне ҡалдырып, балаһын атҡа ултыртып ауылға ҡайтып кит­һә, шунда эстән һыҡрай, кәм­һенә, етемлеге мыҫҡыл ител­гәндәй тоя. Искәндәр еҙнәһе (80 йәштә мәрхүм булды) Фәүзиә апаһына өйләнеп, тәү тапҡыр ҡунаҡҡа килгәндә, урмандан һайғау алып ҡайтып, ситән һарай үрә, бүлеп бөрт­лөк яһай. Ҡыш туңған бесәнде тыштан ташып йөрөмәҫ өсөн лапаҫ (әүеҫлек), бәҙрәф үреп ҡуя. Әсәһенең шул тиклем ҡы­уан­ғанын күргән ҡыҙ: “Атай шулай була икән”, – тип уйлай.
– Эй, атайығыҙ булһа, мин былай эшләр инемме ни? Ҡышын сана, йәйен арба ҡулымдан төшмәй, – тип әсәһенең уфтанғаны ғүмерҙә лә оноторлоҡ түгел.
Әсәһе Мәғфүрә апай нисек тә балаларын асыҡтыр­маҫҡа тырыша. Илленсе йылдарҙа ҡыҙыл аслыҡ булмай. Көҙгө байлыҡ ҡыш ур­таһында бөтһә лә, яҙын бала-саға, бер-береһенән йәшереп, ярышып һипкән, шунлыҡтан күпләп үҫкән сөгөлдөр менән ҡабаҡ уларҙы аслыҡтан ҡотҡара.
– Картуф әллә ни уңмай, сөгөлдөр менән ҡабаҡ урын­дыҡ аҫты тула, мөгәрәптә лә ята торғайны, – ти Фәрҙиә апай. – Иртәнге мейесте томалар алдынан әсәйем ҡа­баҡтың уйып ҡына ҡапҡасын аса, эсенә булғанса туң май, картуф, тары ярмаһы һалып, ҡапҡасын яба ла икмәк таба­һына ултыртып, мейестә бешерә. Өйгә татлы еҫ тара­ла. Ҡабаҡ-сөгөлдөрҙө ме­йес­тә тәгәрләтеп тә ала. Көн дә шул бер төрлөрәк аҙыҡ булһа ла, биҙмәйбеҙ. Кишер әҙ бешерҙек, һуған сәсмәнек. Дмитриевка (Ерекле) ауылы урыҫтары бер биҙрә һуғанды шундай уҡ күләмдә бер биҙ­рә игенгә алмаштыра тор­ғайны.
Тормош бик ауыр саҡта һыйыр ғаилә терәге ролен үтәй. Быҙаулаһа, уны ҡәҙер­ләп өйгә индерәләр. Быҙа­уын кәбәркәлә тоталар. Ҡыр­ҡынсы йыл аҙағында һалым түләй алмаған өсөн Әмир­ханов­тарҙың һыйырын алып китә­ләр. Аҙаҡ юллап, тана һатып алғансы, береһенән-береһе ваҡ балалар һөт-ҡатыҡҡа мохтажлыҡ кисерә. Фәрзәнә апаһы әрһеҙләшеп, кеше­ләрҙән көрөшкә менән ҡатыҡ йә һөт һорап алып ҡай­та. Әхмәҙулла, Исхаҡ, Хәкимйән, Бәхтиәр бабай­ҙарҙың, Мәғиҙә инәйҙең йомартлығы күңеле түрендә һаҡлана.
Ғәфиә әбейҙең ҡатылығы тураһында халыҡ таҡмағы бала күңеленә һеңеп ҡалған:
Ғәфиә әбей ҡоймаҡ ҡоя,
Шәкәрбикә ашап тора,
Әхмәҙулла ҡарт ишек
төбөндә
Тамшанып ҡарап тора.
Томансыға төштө ҡара томан...Әхмәт ағайҙың бер туған ҡустыһы Әхмәтшәриф ба­бай­ҙың ҡатыны Хәҙисә еңгә­һенең һаранлығын Фәрҙиә­нең кисе­рә алмаған саҡтары йыш була.
– Беҙ килһәк, балаһын, бесәйен йә этен ныҡ итеп әрләй башлай. Беҙ шым ғы­на сығып китеү яғын ҡарай­быҙ. Йөрәккә етемлек хисе шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта илап та булмай. Ә бы­на Бибикамал инәй менән Фазләхмәт бабайҙар шул тиклем һәйбәт кешеләр булды. Ауыл осонда торғас, Иҙел­дә һыу инәбеҙ ҙә, һыу эсергә тип, көн һайын уларға инеп йөрөйбөҙ. Ашаталар, эсе­рәләр. Нисек беҙҙән биҙ­мәгәндәрҙер инде! Балалары беҙҙән оло ине. Көйәнтә, һоҫҡо кеүек нәмәләрҙе ба­байҙан йүнәттереп тә ала торғайныҡ. Мине атайыма оҡшатып яраттылар, шунан файҙаланғанмын шикелле. Мин уларҙа атай күңеленең йылыһын тойҙом.
Ауыл халҡы Мәләүез ба­ҙа­рында кеше ашаусылар хаҡында хәбәр ишетеп ҡай­тып таратҡан. Ҡот осмалы яңылыҡ бала күңелендә оялай. Башта ышанмаған өл­кәндәр. Фәүзиә апаһы, Мәлә­үездә өйҙән-өйгә йөрөп май һатҡан саҡта, аяғында саҡ баҫып торған бер сыуаш бисәһенә тап булғас ҡына уларға хәүеф-хә­тәрҙән, шик-шөбһәнән уяуыраҡ булырға тура килә.
– Теге апайымды иҫке генә өйөнә саҡырып индергәс: “Саҡ ҡына көтөп тор, күршегә генә инеп сығам, – тигән. Был мине ашарға теләп, һуйыр өсөн иптәш эҙләйҙер тип, апайым тиҙ генә сығып ҡасҡан.
Атайҙары һуғышта үлгән ғаи­ләгә 12 һум пенсия түләнә, бер таҡта сәй, бер килограмм шәкәр бирелә. Ишлеләр өсөн ул бер көнлөк байрам. Мәғфүрә инәй балаларын: “Йәйҙе еләктән башлап, ҡомалаҡ менән бөтөрәһегеҙ, үҙегеҙгә кәрәк-яраҡ, өҫ кейеме өсөн аҡса булыр”, – тип өйрәтә, шуға күрә бәләкәйҙән ҡыҙҙары ялан ҡыҙырып әле үләнен, әле емеш-еләген өйгә ташый. Унан көйәнтәләп уларҙы Мәләүез баҙарына илтеп һатып, уҡырға төшкәс, китап-фәлән өсөн аҡса эшләйҙәр. Ҡара бөрлөгән һатам тип барғанда, биҙрәләрен тартып алып, үҙҙәрен туҡмап та ҡайтар­ған саҡтар була, әммә ҡыҙҙар йән аҫрар өсөн кәсеп юлын таш­ламайҙар.
– Муйылдың стаканы 50 тин. Бер-ике кешегә шулай һаттым да, “Полтора стакана рубль”, – тип хаҡын күтәрҙем. Берәү мине: “Ниңә шул тиклем ҡырҡҡысла­наһың”, – тиһә лә, үҙ һүҙемдә торҙом. Күрәһең, тормоштоң ауырлығы күңелде лә ҡатыралыр инде. Рәфҡәт ағайым Германияла хеҙмәт итеп, йыл ярымдан әй­ләнеп ҡайтты. Ә Рафаэль ағайым Германияла Эрика тигән ҡатын алды. 1958 йылда Роза исемле ҡыҙы тыуҙы. Мин ағайым­ды әҙәм аҡтығы һанап, әрләп хат яҙҙым. Немецтар менән һуғышып, һәләк булған атайымдың улы немкаға өйләнһен әле! Башҡа һыймаҫлыҡ хәл ине ул миңә. “Әсәй, дуҫым һеҙгә минең посылканы ебәрә”, – тип кенә яҙа торғайны ағайым хатын. Әсәйемә күлдәклек, миңә костюмлыҡ һәм башҡа затлы туҡымалар һалды. Шәриф абзыйҙың тәүге ҡаты­нынан улы Әхмәтфәиз тормошон мәрйәгә бәйләне. Фирҙәүес апа­йымдың аңлатыуынса, Әхмәт­фә­из абзыйҙы юллап яҙылған хат…
1957 йылда сиғандарҙың: “Ҡәҙерле кешегеҙ ҡайта”, – тип күрәҙәлек итеүе тормошҡа аша. Хөснулла абзыйы, бик күп мөл­кәтен ташлап ҡалдырып, Ташкенттан һағынып ҡайтып төшә. Әммә йылы яҡҡа өйрәнеп өлгөр­гәс, ҡышты кисерә алмай, йәйен кире Ташкентҡа китә.
– Ә шулай ҙа, нисек кенә ҡыйын булмаһын, халыҡ үҙенә-үҙе юмор менән ҡарап йыуаныс таба белде. Ауылда биш Хәҙисә бар ине: Ғирфан Хәҙисәһе, Сәйетғәли Хәҙисәһе, көлдәк Хәҙисә…
Ике Гөлғәйшәнең дә ҡуш сифаты бар: ҡалын Гөлғәйшә һәм йоҡа Гөлғәйшә. Шәғәли ағайҙарҙы йөҙ-ҡиәфәтенә ҡарап Хәйбуллин­ды ҡытай, аҡ йөҙлө әмерик Шәғәли тип атанылар.
Аллы-гөллө баҡсаһы,
Үлмәһен дә, ҡайтмаһын да,
Килеп торһон аҡсаһы,
тип шаярған булып йырла­ған­дары иҫтә ҡалған. Әсәйем үҙе лә бик йырсы, бай һүҙле, таҡмаҡ сығарырға оҫта ине.
Ишегем алды ҡыуаҡ ҡына,
Ҡыуағы ыуаҡ ҡына.
Күпһенмәгеҙ, тарһынмағыҙ,
Мин һеҙгә ҡунаҡ ҡына.

Самауырҙарым ҡайнамай,
Күмерҙәре булмағас.
Атаҡайым үлеп ҡалды,
Ғүмерҙәре булмағас.
Закон ифрат ҡаты булған: Хәлимә исемле инәйҙең улы Сәй­фетдин ағайҙы ҡыуғын бүрәнә­һен өрлөккә алған өсөн 12 йылға төрмәгә ултыртҡандар. Ҡыуғында башлыса тотҡондар эшләгәнлек­тән, магазиндар иртә ябылған, ҡыҙ-ҡырҡын йәшенә һалған. Ғә­жәп хәл: Ырғыҙлыға урман ҡыр­ҡырға йә Иҙелдә бүрәнә ағыҙырға кейәүгә сыҡмаған йәш ҡыҙҙарҙы ҡыуғандар.
– Әсәйем тиҙерәк апайым­дарҙы кейәүгә биреп ҡалырға тырышты: 47-лә, 51-ҙә, 55-тә, 58-ҙә апайҙарым тормошҡа сыҡты.
Фирҙәүес апайымдың бөтә ятыр ҡаралдыны һыпырып алып киткәне үҙәгемә үтте. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙан өйҙә ҡанат та ҡурҡа, тигәндәре шулдыр инде. “Өйҙән бер һүренде лә алмайым”, – тигән һүҙемә ғүмер буйы тоғро ҡалдым. Улым Салауат менән киленем Гөлназдың никахында ла ата-әсәһенә: “Ҡыҙығыҙға бер нәмә лә бирмәгеҙ”, – тинем.
Әмирхановтар өйөнән кеше өҙөлмәй, хатта Мәғфүрә инәйҙе яңғыҙ ҡатын, бала-сағаһы күп тип тормай, ҡатындары менән бо­ларышҡан ирҙәр ҙә шинель кейеп килеп, уларҙың иҙәнендә һуҙылып ятып йоҡлап сыға. Арттарынан балалары килеп тула. Ҡайһылары хатта ата-әсәләре ярашҡансы, аҙна буйы уларҙа тора.
– Иҫке бүрек кейеп, фуфайка­һын йүкәнән ишелгән бау менән бәйләп алған Фәрғәт исемле малай күҙ алдымдан китмәй. Ҡыҙылсанан үлеп ҡалды.
Мәғфүрә инәй яҡшы уҡыған Фәрҙиәне Аптраҡ мәктәбендә ете класты тамамлау менән респуб­ликаның 1-се мәктәп-интернатты юллап уҡырға индерә. Унан алда ауылдарында Әнисә исемле ҡыҙ интернатта уҡып сыҡҡан, шуға инәй хәбәрҙар булған икән. Фәрҙиә менән бергә Хәмәт Ис­мә­ғилев (мәрхүм), Шакир Баймө­хәмәтов (күрше ауылдан) унда барған. Хәмәт “кулак” тип оҙатыл­ғандар ғаиләһенән була. Тырышып уҡып, Новосибирск элемтә институтын, ә Шакир Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлай. Көслө, үткер телле Әминә Аралбаева ГИТИС-тың театр факультетын бөтөрә.
Санкт-Петербургтың театр сәнғәте институты (хәҙер академия) деканы Николай Петрович Наумов Көйөргәҙелә эвакуацияла булған.
— ГИТИС-ҡа инә алмағас, 1961 йылда БДУ-ның филология факультетына уҡырға төштөм. Инәйемә утын ҡырҡырға ир көсө кәрәк ине. Техник училищела уҡып йөрөгән Өлфәт исемле егет менән дуҫлашып киттем. Бер ваҡыт китапхананан алған китаптарымды тапшырырға торһам, ауылда ҡара янып килгән Сафуан Әлибаевты осраттым. “Шул тиклем ямаҡ кеше булыр икән,” – тигән уй баштан йүгереп үтте. Таныштыҡ та ул: “Минең менән йөрөмәһәң, университетты ташлайым”, – тип ҡурҡыта башланы. Мин уны йәлләп, саҡырған еренә барған булам. Бер көн: “Киноға бара алмайым, Өлфәт килде. Бүлмәлә ултыра. Ҡыуып сығара алмайым бит инде”, – тинем. Сафуан: “Һин ике смена эшләйһең, мин һәр ваҡыт икенсе сменала инде”, – тип ирониялы үпкә бел­дерҙе. Мин Маячный ҡасаба­һында практика үткәйнем. Уҡыу аҙағында алдан уҡытырға барыр еребеҙҙе билдәләйәсәктәр, шуға күрә дүртенсе курста Сафуанға кейәүгә сыҡтым.
Сафуан ағай “Башҡорт поэма­ларының композицияһы”, Фәрҙиә апай “Башҡорт драматургия­һын­да тарихи драма” тигән темаларға диплом яҡлайҙар. Фәрҙиә апайға Марат Минһажетдинов: “Дөрөҫ түгеллеген белһәң, үҙеңсә яҙ”, – тигән кәңәш бирә. Дөрөҫлөктө сәсрәтә әйтергә яратҡан кешегә шул ғына кәрәк.
Архангел районына студенттар экспедицияға сыға. Фәрҙиә апай никахлы көйөнә үҙҙәренә бер түшәк әҙерләргә ҡыймайын­са, иренең хәтерен һаҡлап солан менән өй араһында нимә эшләргә белмәй йөрөй башлай. Шул саҡта Сафуан ағай уны аңлап: “Соланға урын һалып бирмәҫһеңме икән?” – тип һорай.
– 16 июлдә никахты теркәттек. Ғәзим Шафиҡов, Ғәли Сәйетбат­талов, Рәшит Шәкүр туйҙа ҡат­нашты. Абзый, еңгә килде. Табын таралғас, инәйҙең иҫереп ултыр­ғыстан тора алмағанын күрҙем дә: “Эскән кешене ҡултыҡлап коридор буйлап йөрөмәйем”, – тип ҡалдырып киттем дә барҙым. Мин бит ғаиләлә эскән кешене күрмәй үҫтем, шуға күрә аҡылдан бигерәк уҫаллығым еңгән, күрәһең.
Университетты тамамлағас, оҙаҡ йылдар Фәрҙиә апай Республика балалар китапханаһында эшләне. Тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәтен 24 йыл өҙлөкһөҙ пропагандалаған өсөн ул “СССР мәҙәниәте отличнигы” значогы һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнде. Бәлә­кәй эш хаҡына көнө буйы аяғөҫтө бер ял менән эшләгән китапхана­сыларға үлгәнсе эшләһәң дә “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бер ваҡытта ла бирелмәне. Хөкүмәт ҡурсалауындағылар ғына был исемгә лайыҡ булды.
Фәрҙиә апай 1990 – 1992 йыл­дарҙа 115-се гимназияла “Баш­ҡортостан мәҙәниәте” фәнен уҡытып алды. Үҙенең тәбиғәтенә тәғәйен йөктө тарта башлауына эстән ҡыуанып та ҡуйҙым, сөнки һаман да мәҙәниәт өлкәһе тулайым асылмаған утрау һымаҡ ҡала килеүен белә инем.
Үҙгәртеп ҡороу осоронда Фәр­ҙиә апай Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында әҙәбиәт-драма бүлеге етәксеһе булып эшкә күсте. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” (М. Кәрим), “Айболит” (Х. Лофтинг), “Али-баба һәм ҡырҡ юлбаҫар” әҫәрҙәре буйынса инсценировкалар яҙҙы. 2006 йылда уның “Таҙ батыр” исемле башҡорт халыҡ әкиәте нигеҙендә яҙылған “Тере һыу” спектакленең премь­ераһы булды. Башҡорт һәм урыҫ телдәрен яҡшы белгәс, тәржемә өҫтөндә әүҙем шөғөл­ләнде. Театр сәнғә­тенә тос өлөш индергәне өсөн уға 1997 йылда “Башҡорт­остан Республика­һының атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
– Гөлнара урынына Альбертты баш режиссер итергә теләгәйнек тә, Светлана институт бөтөрөп ҡайтты. Тамашасылар буйынса урынбаҫар урынын тәҡдим иттем. Айсыуаҡты юғалттыҡ. Айрат Әх­мәтшин – баш режиссер. Илмар – үҙе директор, үҙе баш режиссер. Драма әҫәрҙәре етешмәй. Яҙыу­сылар союзында 230 яҙыусы иҫәптә тора, илдә-көндә юҡ фамилиялар күп, ә фәһемле әҫәр юҡ, – тип һыҙланды ул.
1996 йыл йәй айында баҡса­лағы ут күршем, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова менән көнкүреш мәсьәләләре хаҡында көндәгесә гәпләшкәндә, Өфө сәнғәт училищеһында баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы эҙләүҙәре хаҡында белдем. Үҙем дә шул профессия кешеһе булыуға ҡарамаҫтан, мин Фәрҙиә апайҙың кандидатураһын әйттем.
Сәнғәт кешеләренең байтағы менән таныш булғас, урамда бер студенттан Фәрҙиә апай алып барған дәрестәр хаҡында һораша ҡуйҙым.
– Һәр сәғәте бигерәк күңелле, йөкмәткеле үтә. Шиғыр ҙа һөйләй, һамаҡлай ҙа, йырлап та күрһәтә. Шул тиклем оҫта. Һәр яҙыусының әҫәре хаҡында үҙ фекерен белдерә, – тине.
Фәрҙиә Әхмәт ҡыҙының белемле, мәҙәниәтле икәнлеген яҡшы белгәнгә күрә, халҡыбыҙ­ҙың рухи байлығын күңеленә һеңдергән уҡытыусының эстетик зауҡына нигеҙле ҡоролған, кинә­йәле мәғлүмәт биргән дәрестәре хаҡында тап шундай яуап ала­һым билдәле ине миңә. Башҡа кешеләр ауыҙынан быны ишетеү үҙеңдең уның хаҡындағы феке­рең менән тап килеүе оло ҡәнәғәтлек бирҙе.
Теле таҙа, ябай, һығылмалы, уның ҡыҫҡа, аңлайышлы, теүәл һәм образлы итеп яуап биреүе һоҡландыра. Көлә-йылмая һөйлә­шә­һең дә күңелең күтәрелеп китә. Беҙҙең кеүек хис-тойғоларға өҫтөнлөк бирмәй, хәтере яҡшы булғас, зиһене һәр ваҡыт кәрәкле яуапты табып ҡына тора.
“Ябай халыҡтың телмәре бик тәрән итеп өйрәнеүгә лайыҡ”, тип иҫәпләгән бөйөк урыҫ шағиры А.С. Пушкин. Фәрҙиә апай менән әңгәмәләшкәндә ҡулда магнитофон йә башҡа техника булмауына һәр саҡ үкендерә. Үҙенә лә ҡат-ҡат әйткәнем бар: “Апай, һинең тел байлығың – үҙенсәлекле күренеш. Сағыштырыуҙарыңды, мәҡәл-йомаҡтарыңды булһа ла дәфтәргә теркәп бар”.
– Әсәйемдән шулай өйрәндем. Сафуан әсәйемде һөйләндереп, бер дәфтәр итеп яҙып алғайны, әле лә бар ул дәфтәр, һиңә уҡы­тырмын әле… Мин йырлайым һине үҙ телемдә – тел асҡысы бирҙең, әсәйем, – тип Рәми Ғари­повтың шиғырынан өҙөк тә әйтеп ҡуйҙы.
Фәрҙиә апай өсөн ул яңылыҡ түгел, ә тәбиғи күренеш, шуға үҙенең телмәр байлығына бик иҫе китеп бармай. Был оҫталыҡ әсәһенән күсһә, артабан уны тынғыһыҙ эшмәкәрлеге арҡаһын­да, әҙәби китаптарҙан, ваҡытлы матбуғаттан, мәҙәни мөхиттән айырылмай йәшәүе нигеҙендә байытҡан.Тапҡыр эпитеттары, сағыштырыуҙары, берәй оҡшаш­лыҡ нигеҙендә күсмә мәғәнә менән әйтелгән һүҙҙәре лә кеше характерын, фиғел-ҡылығын йә һынын тасуирлай. Мәҫәлән: “энә йотҡан эт кеүек”, “уйлаһам уй­ҙарға батам, тальян гармун уйнатам”. Мин уның һүҙ байлығын туплап яҙыуымды дауам итте­рергә йома көндө генә телефон аша һөйләшкәйнем, баҡсанан йөрөп ҡайтҡас осрашырға ризалашты. “Һүҙ башы мәҡәлдә лә йырҙа”, – тигәне хәтерҙә ҡалды. Фәрҙиә апайҙың телмәренең милли йөҙө, профессиональ үҙенсә­леге булды, улар характерын, рухи байлығын күрһәтте. Хәҙер инде шулай ине, былай ине тип яҙырға ла ҡул бармай. Әле генә һөйләштек бит!..
Тормоштағы ваҡиғаларға бик иғтибарлы булды. Мәҫәлән, Әҙә­биәт йылына арналған баннер­ҙарҙағы яҙыуҙар тураһында ул былай тине: “Салауат Юлаевтың телмәре беҙгә билдәһеҙ. Яҙыу­сылар үҙҙәренең әҫәрҙәрендә уның эске рухи төҙөлөшөнән сығып, ул, бәлки, әйтмәгән, әммә әйтергә мөмкин булғандан сығып телмәрен ҡоралар. Уның телмә­ренә өс нәмә хас: теүәллек, ҡыҫҡалыҡ һәм матурлыҡ”. Фәрҙиә апайҙың үҙенең телмәренә лә фекер асыҡлығы, тослоҡ һәм теүәллек хас ине бит.
Томансыға төштө ҡара томан, беҙ бөтәбеҙ ҙә, Фәрҙиә апайҙың беҙҙе ҡалдырып киткәненә ышанмайынса, ҡара томанға инеп баттыҡ…