Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Римдең ғилми империяһы
Римдең ғилми империяһы Ошо көндәрҙә тарих фәндәре докторы, профессор Рим Йәнғужинды иҫкә алып, яҡташтары баш ҡалаға килде. Был ғалимдың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы сараларҙың башланыуы ине.
Ҡунаҡтарҙы Башҡорт дәүләт университетының алдында тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев ҡаршы алды. “Был осрашыу ҡыҙыҡлы булмаҡсы, бөгөнгө тормошобоҙҙоң әсенеүле хәлдәре лә ситтә ҡалмаҫ” тигән уй тыуҙы. Һәм, ысынлап та, Рим Йәнғужин исемендәге этнография музейы менән таныштырған арала, ырыуҙарҙан алып хәҙерге проблемаларға, был йәһәттән төбәк компоненты булараҡ уҡытылған дәреслектәргәсә телгә алынды.
Сараға Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге баш белгесе Эльвира Иманғолова етәкселегендә 31 уҡытыусы килгән. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы, мәҙәниәтенән белем бирәләр икән. Әйтеүҙәренсә, тәүҙә Рим Йәнғужиндың тыуған ауылындағы музейҙа булғандар, унан тура баш ҡалаға юлланғандар. Эльвира Ғүмәр ҡыҙы райондың алдынғы тарих уҡытыусыһы Константин Касьянов һәм Ҡаһым түрәнең быуынына ҡараған Йәмилә Ҡасимова менән дә таныштырҙы.
Артабан юлыбыҙ Салауат батыр һәйкәленә, һуңынан ғалим йәшәгән йортҡа илтте. Әйткәндәй, 2011 йылда унда шәхестең иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ эленгән.
Ғалимдың тормош иптәше Зәйтүнә апай беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Иң тәүҙә Рим Йәнғужиндың эш өҫтәленә йүнәлдек. Ҡәләм, ручка һәм ҡағыҙҙар эргәһендә ятҡан “Революцияға тиклемге Рәсәй башҡорттарының хужалығы” (“Хозяйство башкир дореволюционной России”) исемле китап иғтибарҙы йәлеп итте. Апай, ҡыҙыҡһы­ныуыбыҙҙы күреп, был китап Рим ағайҙың тәүге хеҙмәттәренең береһе булыуын әйтте, башҡа йыйынтыҡтарын, ҡулъяҙмаларын күрһәтте.
– Ағай менән нисек таныштығыҙ? – тип ҡыҙыҡһындыҡ.
– Ауылыбыҙға экспедиция менән килгәйнеләр. Бер саҡ өс егет торалар ине. “Ошо ҡыҙ минең кәләшем буласаҡ”, – тине береһе шаяртып. Мин әйтәм: “Хыялыйһыңмы әллә?!” Танышыу бына шулай башланды, һуңынан йәрәшеп тә ҡуйҙыҡ. Рим һигеҙ операция үткәрҙе. Әммә мин бер ваҡытта ла ҡаршылыҡтарҙан өркмәнем, барыһын да йырып сыҡтым.
Зәйтүнә апайҙың Рим ағай хаҡында хәтирәләрен тыңлап ултырам, шул арала башта уйҙар урала: “Гәзитебеҙ ҙур шәхестә­ребеҙҙең ҡатындары тураһында мәҡәләләр баҫтырып тора, тимәк, Зәйтүнә апай тураһында ла уҡырға насип булыр, Алла бирһә!”

Автор: Д. ҒИЛМАНОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 41

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 33

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 44

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 57

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 51

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 41

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 54

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 49

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 45

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 47

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 61

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 50