Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡһөйәктәр һәм ҡаҡһөйәктәр
Донъя ғәҙел түгел, ти кемдер. Уны шунда уҡ уңмаған, даланһыҙ кешеләр рәтенә индереп ҡуялар. Бәлки, ул бәхетһеҙҙең һүҙендә дөрөҫлөк тә барҙыр, ә?

Хәтерегеҙҙәлер, Бразилиялағы быйылғы йәйге Олимпиадаға беҙҙең ил йыйылма командаһын тулыһынса үткәрмәнеләр. Атап әйткәндә, Дарья Клишинанан тыш барлыҡ еңел атлеттар – 67 кеше, 20 ишкәксе, һигеҙ ауыр атлет, алты каноэ һәм байдаркала йөҙөүсе, дүрт велосипедсы, ике бишалыш спортсыһы – был бәхетте татыманы. Судлашып-бәхәсләшеп, ниһайәт, һуңғы сиктә рөхсәт алған ҡайһы берәүҙәр йә Көньяҡ Америкаға барып етергә өлгөрмәне, йә махсус ойошторолған көсөргәнешкә сыҙамай яҡшы һөҙөмтә күрһәтә алманы. Мәҫәлән, йыл буйы велосипедсы Илнур Закаринды күҙәтеп барҙым. Ватандашыбыҙ майҙың һуңғы көндәрендә “Джиро д,Италия” турнирында ҡолап умрау һәм ҡалаҡ һөйәген һындырғайны. Операциянан һуң өс аҙнала ғына аяҡҡа баҫып, ул июль башында “Тур де Франс”та старт алды. Ике аҙнанан таулы этаптың еңеүсеһе лә булды. Бер нисә көн алдараҡ та финишҡа беренсе килә ине, әммә күҙенә кейгән линзалары менән мәшәҡәткә тарып, артта ҡалды. Тап Олимпиадаға егет идеаль спорт хәленә ингәйне, унда мотлаҡ миҙал яулаясаҡ тип фараз ҡылынғайны. Халыҡ-ара олимпия комитетының “бесәй-сысҡан” уйыны арҡаһында Илнур иң һуңғы сиктә генә ҡатнашыуға рөхсәт алып, самолетҡа билет булмау арҡаһында велоуҙыш ярышына һуңланы...
Һәм бына ике ай уҙыуға илдең Олимпиясыларға ярҙам фонды уйындарҙа ҡатнаша алмағандарға дөйөм суммаһы 40 миллион һумға барып баҫҡан компенсация аҡсаһы түләргә хәл итте. Ләкин... 42 еңел атлетҡа ғына. Уларға ла тигеҙ бүлеп биреп түгел. Мәҫәлән, Елена Иҫән­баева, Сергей Шубенков һәм Мария Кучина, Риолағы уйындарҙың еңеүсе­ләре кеүек үк, дүртәр миллион һум аласаҡ. Ҡалған 28 миллионы башҡа 39 спортсы араһында бүленәсәк. Йәнәһе, тәүге өсәү – мотлаҡ алтын миҙалға, кемдер призерлыҡҡа дәғүә итер ине, бәғзе берәүҙәрҙең финал уҙышына эләгере күҙалланды.
Был компенсация аҡсаһын еңел атлеттарҙың төрлө халыҡ-ара ярыштарҙа һәм Олимпиадала алыу ихтималы булған бүләк аҡсаһын юғалтыуы менән бәйләйҙәр.
Туҡтағыҙ, һуңғы мәлдә ҙур сарала ҡатнашырға рөхсәт алған Дарья Клишинаның ни ғәйебе бар һуң? Ул да донъя лидерҙарының береһе бит. Миҙал да яулауы мөмкин ине. Тик килеп тыуған психологик көсөргә­неште күтәрә алманы. Һөҙөмтәлә алыҫлыҡҡа һикереүҙә финалға ла үтмәне...
Унан килеп, спорт чиновникта­рының уйы буйынса, беҙҙең еңел атлеттар Бразилияла 7-8 алтын миҙал яуларға тейеш булды. Ниңә хәҙер өсәүһе генә дүртәр миллионға лайыҡ һуң?.. Башҡаларға аҡса етмәйәсәк­ме?.. Ә фонд бит бөтә олимпиясылар­ға ла ярҙам итер өсөн булдырылған.
Шул уҡ Илнур Закарин ни ере менән еңел атлеттарҙан кәм? Ә шулай уҡ тотош команда менән дисквалификацияланған ауыр атлеттар компенсацияға лайыҡ түгелме? Улар Спорт министрлығына талаптарын еткергән дә инде. Ишкәкселәр ҙә был хәл менән риза түгел. Йөҙөүселәр Юлия Ефимова менән Владимир Морозов та ярыштар ваҡытында ҡаты ҡыҫым аҫтына эләкте. Әле уларҙың икәүһе лә Олимпиаданан һуңғы Донъя кубогы этаптарында бер-бер артлы еңеү яулай!
Ә инде ғүмере буйы спортсыны тәрбиәләгән тренерҙар нилектән бү­ләк­тән мәхрүм? Улар былай ҙа йышыраҡ дәүләткә түгел, ә тәрбиәлә­неү­селәренең мәрхәмәтлегенә күҙ төбәй. Тәүге балалар тренерҙары тура­һында әйтеп тә тораһы юҡ. Бәләкәс спортсының һәләтен күреп, уны ҙур юлға сығарған был остаздар, ғәҙәттә, төбәктәрҙә аҙ ғына эш хаҡына осто-осҡа ялғап йәшәргә һәм эшләргә мәжбүр...
Ярай, быныһы бер. Ә бит Олимпиада – үҙенә бер төрлө йыйын. Унда йыш ҡына ошо мәлгә донъя лидеры булған спортсы еңеү яуламай. Уларҙың үҙҙәре араһында хатта шундай ырым-ышаныс та йөрөй. Мотлаҡ берәй “ала ҡарға” килеп сығып эште боҙасаҡ. Тимәк, шул уҡ Иҫәнбаеваны ла алтын миҙал яулар ине тип раҫлап булмай.
Улайһа, ниңә шул уҡ йәй мәлендә беҙҙең еңел атлеттар араһында ла Бөтә Рәсәй ярышы уҙғармаҫҡа ине? Бына шунда уларҙың уңыш-рекордтарын Риолағы башҡаларҙың һөҙөм­тәһе менән сағыштырыр ҙа лайыҡлы­ларға бүләген дә тапшырыр инек. Ана, паралимпиясылар 8-9 сентябрҙә шулай итте бит. Һөҙөмтәләре Бразилияла сығыш яһаған дәғүәселәре­некенән юғарыраҡ булғандар премия аласаҡ. Бәхәсле мәлдәрҙе махсус комиссия тикшереп, ҡарар сығарасаҡ. Бөтәһе лә асыҡ, аңлайышлы, йәмәғәт­селектә һорау ҙа тыумай...
Ә бында ваҡытынан алда баштарына таж кейгән аҡһөйәктәр бүләкте үҙ-ара бүлешеп аласаҡ. Еңел атлетиканы “спорт королеваһы” тип йөрөткән хәлдә лә, башҡалар ҙа ҡәҙер-хөрмәт, ихтирамға лайыҡтыр бит?!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте

Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте 24.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 60

Хәтер — мәңгелек

Хәтер — мәңгелек 24.09.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең вафат булған көнөндә...

Тотош уҡырға 39

Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 51

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 46

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 56

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 66

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 57

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 42

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 56

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 52

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 47

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 52