Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көллөбөҙ ҙә көләбеҙ...
Көллөбөҙ ҙә көләбеҙ...Хөрмәтле уҡыусы!
“Башҡортостан” гәзите һеҙгә тағы бер ижади бүләк әҙерләне — яңы махсус бит бул­дыр­ҙы. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, уны беҙ сығарып, ташҡа баҫып таратһаҡ та, ав­тор­ҙары Һеҙ буласаҡһығыҙ. Маҡсатыбыҙ ҙа шул: ике араны һыуытмайынса, бергә булыуҙа.
Махсус бит халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел гәүһәрҙәренең береһе — лаҡаптарҙан торасаҡ. Һәр ауылда һүҙгә бай, зирәк кешеләр була. Уларҙың урынлы әйткән һүҙе бер ауылда, урамда, хатта бер төркөм кешеләр араһында аңлайышлы булып, ситтәгеләргә тиҙ генә барып етмәй. Яйлап был лаҡап тарала, шымара, өҫтәлә-ҡырҡыла башлай — уртаҡ ижад емешенә әйләнеп, тыуған ере сиктәренән сыға. Ят кешегә “код”ты асыу, айырым афоризмдарҙы аңлатыу өсөн лаҡаптың килеп сығышын һөйләү талап ителә. Улар иһә көләмәс төҫөн ала. Лаҡаптарҙың көләмәс жанрына яҡынлығы ла шунан ғибәрәт. Тик хәҙерге анекдот, көләмәстәрҙән айырмалы рәүештә, улар ерлекле, ниндәйҙер осһоҙ көлкө тыуҙырмайынса, уйландыра, шуға ла күңелгә нығыраҡ һеңеп ҡала, быуындан быуынға күсеп, лаҡап барлыҡҡа килгән осорҙо сағылдыра.
Махсус битте ҡыҙыҡлы итеп сығарыуҙың тағы бер маҡсаты — халыҡ ижадын йыйыу, зирәк, аҡыллы, тапҡыр һүҙҙәр аша күңелебеҙҙе байытыу, ял сәғәттәренә тағы ла бер биҙәк өҫтәү.
Һеҙҙән лаҡаптар көтәбеҙ. Әлегә юл башлау өсөн редакция папкаһында һаҡланғандарын тәҡдим итәбеҙ. Көллөбөҙ ҙә көләйек, дуҫтар!

Рәхмәт, улым

Был хәл апрель урталарында булған. Мәхмүзә өләсәйем мөгәрәптә картуф айырып ултырған. Айрат ағай өләсәйемә йомош һорай ингән. Инеүе булған, абайламай иҙән аҫтына ҡолап барып төшкән. Шулай ҙа Айрат ағай аптырап ҡалмаған, өләсәйемә ҡул биреп һаулыҡ һорашҡан:
– Һаумы, инәй! Ни хәлдә йәшәп ятаһың? – ти икән.
Ә өләсәйем:
– Рәхмәт, улым, рәхмәт, мөгәрәпкә төшөп һаулыҡ һораша бит әле, – тип шатлана икән. Кемдәргәлер көлкө, ә Айратҡа көлкө түгел.

ДИЛӘ.
Бөрйән районы.



Сталинды күргән

Уҙған быуаттың 36-сы йылдарында Ғәлим, Хисаметдин ағайҙар менән Өммөгөлсөм апайҙы Мәскәүгә Бөтә Союз Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә делегат итеп ебәрәләр. Хисаметдин ағай Надежда Крупская­ның сығышын йотлоғоп тыңлай. Ә Өммөгөлсөм апай хатта Сталинды “күрә”.
– Кремлгә ҡайын сытыры һөйрәп кереп бара ине, мине күреп ҡалды ла, килдеңме, Арыҫланбәкова, шәпһең генәме, тип йүгереп килеп күреште, үәт! – тип һөйләй торғайны.


Танһыҡҡа килешкән

Яхъя бабайҙың килене тары бутҡаһы бешергән. Майлап ашағас, бабай: “Танһыҡҡа тары бутҡаһы килеште, рәхмәт, килен”, – тигән. Килене: “Яхъяға ла килеште, таҡыяһын ҡырын һалып кереште”, – тип яуаплаған. Ҡайным минән көлә, тип уйлағандыр инде, сөнки исеме Танһыҡбикә булған. Уны Танһыҡ тип кенә йөрөткәндәр.
Сараһын тапҡан

Күрше ауылда Солтанғәле тигән ағайҙың бысып, ярып, өйөп ҡуйған утынын ҡайһылыр күршеһе юҡ-юҡта урлап ала икән. Хужа иһә кемдең “айыу майы һөрткәнен” белмәй ҡаң­ғыра. Ҡулынан тотмағас, барып ҡына бәйләнеп булмай бит инде. Көндәр һалҡынайтып, утын ныҡ кәмей баш­лағас, был хәйлә ҡора: утындың бер нисәһен тишә лә, эсенә тыңҡыслап дары һалып, сөйләп ҡуя. Бер көндө уғры күршеһенең мейесе шартлап ярыла, “Шунан бирле утынға тейеүсе булманы”, – тип һөйләне ағай.

Х. ӘМИКӘСЕВ.
Күгәрсен районы.

Хужа кем була?

Бер ваҡыт төш алдынан ғына беҙгә таныш булмаған кеше килеп инә лә:
– Хужа кем була? – тип һорай.
– Мин, – ти ағайым.
– Юҡ, Хужа мин булам бит, – ти ишек төбөндә кирбестәр әҙерләп торған мейессе.
Юлаусы аптырап ҡалғас, өйҙәгеләр көлә-көлә аңлатып бирәләр, өй хужа­һы ағайым булһа, мейессенең исеме – Хужа, имеш.

“Данисҡа”

Өмә барған. Оҫталар шарт та шорт бүрәнә тумыра икән. Рәхим ағай тумыра-тумыра ла буранан төшөү менән ян-яҡҡа осҡан тапсыҡтарҙы бер урынға өйә бара, үҙе туҡтауһыҙ: “Быныһы – Данисҡа, быныһы – Данисҡа”, – тип һамаҡлай икән. Өйөлгән тапсыҡтарҙы улы Данис шәп-шәп кенә урамына ташып торған.
Хәҙер Яңы мишәрҙәр артыҡ ваҡ-төйәкте һәрмәп, кеҫәгә тығыусыларға: “Эй, һин дә Данисҡа алдыңмы?” – тип төрттөрәләр.
Г. ШАФИҠОВА.
Мәсетле районы,
Йонос ауылы.
Үлер ине...

Егеттәр эсеп ҡыҙып алғас, һуғышып китәләр. Кемдер Хужиәхмәттең башына балта менән тондора. Башын тотоп ҡайтып ингәс, әсәһе: “Уй, балаҡайымдың башына улай ҙа балта төйҙәһе менән һуҡҡандар, йөҙө менән һуҡһалар, үлер ҙә ҡуйыр ине”, – тип тынысланып ҡуйған.


Урамдары тап-таҙа

Ғәбиҙә инәй Мәскәүгә беренсе Ауыл хужалығы күргәҙмәһенә барып ҡайтҡас, баш ҡала урамдарының киң, таҙа икәнен маҡтап: “Мәскәү урамдары хатта тап-таҙа инде, бер генә бөртөк кәзә тиҙәге лә күренмәй”, — тип һөйләй икән.

Миҙхәт БАЙРАМҒОЛОВ.
Баймаҡ районы.


Үсен алған

Маһия әбей, төшкө сәй эсеп алғас, Фәйрүзәгә йомошҡа барған. Фәйрүзә әбей бабайы менән яңы ғына өҫтәлгә ултырғандар икән. Маһия әбейҙе лә, ай-вайына ҡарамай, көсләп тигәндәй сәй эсергә ултыртҡандар. Ләкин Ма­һия ныҡ туйған булған, йүнләп ашай алмаған. Йомошон йомошлап ҡайт­ҡан. Фәйрүзә әбей ауылға һүҙ тарат­ҡан. “Бынау Маһия әллә ҡылтамаҡ инде, бер ҙә йүнләп ашай алмай...”
Был хәбәр Маһия әбейгә килеп еткән. Бер көндө ул асыҡҡансы эшләгән-эшләгән дә төшкө сәй ваҡытына Фәйрүзә әбейҙәргә киткән. Тәүҙә инәлткән булһа ла, Маһия ихласлап сәй эсергә ултырған. Шулай итеп, ике самауырҙы “йыҡҡандар” былар. Өҫтәлдән бик күп тәм-том, ризыҡтар киткән. Ул ҡайтып киткәс тә Фәйрүзә әбей тағы һүҙ таратҡан: “Бынау Маһия әбейҙең ашарына юҡтыр инде, бахырҙың, ҡалай итеп тороп асығып йөрөй, бер үҙе ике самауыр сәй эсте лә ҡуйҙы”.

Ләйсән БҮЛӘКБАЕВА.

Әбйәлил районы,
Аһылай ауылы.





Олатаһы кәңәше

Яңы өйләнеп донъя көтә баш­лаған Хәлфетдин: “Нисек итеп йәшәйем икән, олатай?” — тип кәңәш һораған.
Олатаһы аҡ һаҡалын һыйпай ҙа: “Тәүҙә, улым, тырышып эшләп ҡара. Мандый алмаһаң, урлап ҡара. Урлап та тормошоң яйланмаһа, алдап ҡара”, — ти.
Хәлфетдин, олатаһы өйрәткән ошо өс кәңәште тотоп, тырышып эшләй, уңайы сыҡҡанда урлаша, ышанып барыусыларҙы төп башына ултыртҡансы алдап китә. Ана шулай йәшәй отҡор Хәлфетдин.

Б. МӨЛӨКОВ.

Әбйәлил районы.

Ҡотолған

Бер ваҡыт Вәлиәхмәт ағай колхоз баҫыуында көнбағыш йыйып йөрөй икән.
Шул саҡ колхоз рәйесе район хакимиәте вәкиле менән килеп сыға. Колхоз рәйесе Вәлиәхмәт ағайҙы күреп ҡалғас, асыуы бик ҡабарған. Ә тегеһе ҡаушамаған:
— Бына, сәскәндә күмәк инек тә ул, йыйғанда бер үҙемә ҡалды,— тигән.
Райондан килгән вәкил, колхоз рәйесенә ҡарап:
— Бер ҡартҡа ғына ышанып ятмағыҙ, халыҡты сығарырға кә­рәк,— тип киҫәтеү яһаған.
Шулай итеп, Вәлиәхмәт ағай язанан ҡотолған, имеш.

Ҡорһаҡ ҡына...

Вәлиәхмәт ағай Ағиҙел буйында балыҡ ҡармаҡлап ултыра икән.
Уның ярты көндән артыҡ ултыр­ғанын күргән бер кеше:
— Вәлиәхмәт ағай, иртәнән бирле ултыраһың, туйманыңмы ни? —тигән.
— Ултырып туйҙым да ул, бына (ҡорһағына күрһәтеп) ул туйманы, — тип яуап биргән.

Риф ЙӨҘЛӨКБАЕВ.

Ҡырмыҫҡалы районы.


Тиҫкәре ат

Бүлексә управляющийы булып эшләгән Фазылйән иртәнге һауынды тикшерергә була.
Фермаға етер алдынан ул баҡса аръяғынан төнгө ҡарауылдан ҡай­тып барған Хужиәхмәт ағайҙың арбаһында ниҙер барлығын күреп ҡала. Бының күңеленә шик төшә. Тиҙ генә ҡарауылсының артынан китә. Арбала ике ҡапсыҡ ҡатнаш аҙыҡ икән. Управляющий килеп туҡтағанын күргән Хужиәхмәт ағай атын сыбыртҡылап кирегә бора башлай, үҙе: “Тиҫкәре ат, ҡайтырға ашыға бит, ферма мөдире шул ике ҡапсыҡты быҙауҙар аҙбарына индерергә ҡушҡайны”, — тип асыу­лана-асыулана һөйләнә. Хужиәх­мәт абзыйҙың зирәклегенә хайран управляющий телһеҙ ҡала.

Ғафуан КАМАЛОВ.

Ҡыйғы районы,
Туғыҙлы ауылы.


“Вис Урал һиңә!”

Олатайым мәрхүм инде. Шулай ҙа уның менән булған мәҙәктәрҙе яҡты иҫтәлегенә бағышлап, яҙып ебәрергә булдым.
Ул күп йылдар урмансы булды. Бер ваҡыт ағас ҡырҡырға рөхсәт ҡағыҙы менән Рыҫҡужа ауылынан мулла килә. Ул халыҡтан “Ғәбде­ләхәт ағасты һәйбәт бирә, бүтәндәр шикелле түгел” тигәнде ишеткән була. Мулла бер килә, ике килә, ләкин олатайым ағас бирергә уйламай ҙа икән. Аптырағас, мулла ауылына кире ҡайтып китә. Ирҙәр менән һөйләшеп ҡарай. Тегеләр араҡы алып барырға ҡушҡан. Мулла мәгәрис тотоп тағы килә. Сәй эсеп, араҡынан ауыҙ иткәс, күңеле күтәрелгән олатайым:
— Ана, һиңә вис Урал! — тип ҡала.
Хәҙер ошо һүҙҙәр лаҡап булып йөрөй.
Ҡарлуғас ҒӘБИТОВА.

Әбйәлил районы,
Буранғол ауылы.


“Крыша поехала”

Сит ҡалала йәшәгән берәү беҙ­ҙең ауылда өй төҙөй.
Бер ваҡыт бик көслө буран сығып, өйҙөң башын алып бәргән.
Уның ҡустыһы телеграмма ебә­рә: “Срочно приезжай, крыша поехала”.

“Беҙҙе кем тип беләһең?”

Беҙҙең яҡтан ике ағай Верхне­уральск ҡалаһына бара. Сарсап, арып, ашханаға инәләр.
Түҙмәй 40 стакан сәй алалар. Ҡайтарып бирерлек ваҡ аҡсаһы бул­мағас, кассир тағы ике стакан сәй алырға ҡушҡан. Былар, кире­ләнеп:
— Нимә, беҙҙе һыйыр тип белә­һеңме әллә? — тигәндәр икән.

Мәрйәм БАКИРОВА.

Учалы районы,
Ҡобағош ауылы.



Килен ашаймы ни?..

Һуғыштан һуңғы ауыр заманда хәлле генә йәшәгән үтә һаран бер ғаилә килен төшөрә.
Фатима килен бик уңған була, көнө-төнө эшләй, әммә нисек кенә тырышһа ла, ҡәйнәһенә ярай алмай. Уҫал ҡатын хәйерсе киленде үҙ итмәй. Фатиманы табынға ла ултыртмай. Бахырҡай ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән генә туҡлана икән.
Бер көндө быларға ҡунаҡ килә. Ҡәйнәһе килененән ҡоймаҡ ҡойҙора, үҙе күҙ ҙә алмай күҙәтеп ултыра. Сәй әҙер булғас, кеше әллә нимә һөйләр тип ҡурҡып, киленде лә өҫтәл янына ултырта. Килен асыҡҡан була, бер ҡоймаҡ ала ла семтеп кенә ҡаба. Ҡәйнә күҙенең ағы менән аҡайып Фатимаға ҡарай ҙа йылмайған булып, сөсөләнеп:
— Киле-ен, әллә һин дә ҡоймаҡ ашайһың? — тип һорап ҡуя.
Шунан башлап был һүҙҙәр лаҡап булып ҡалған.

Ләлә ХӘСӘНОВА-АБЗАЛОВА.

Туймазы районы,
Бишҡурай ауылы.


Таныш кеүек

Өсөнсө ҡыҙҙары донъяға килгәс, олатайым силсәүиткә тыуыу тураһында таныҡлыҡ алырға барған.
Унда һорайҙар икән:
— Кем тип ҡуштығыҙ?
Олатайым уйлап торған-торған да:
— Зөһрә... Зөһрә тип яҙығыҙ, — ти икән.
Ҡайтҡас, ҡатыны таныҡлыҡты алып ҡараған да:
— Һуң, беҙҙең бер ҡыҙыбыҙ Зөһрә исемле бит, һиңә бүтән исем бөткәнме ни? — тип әрләй икән. Олатайым:
— Әйтәм, таныш кеүек ине, — тип яуап биргән.

Н. ҠУНЫСБАЕВА.

Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.


“Бына – ер,
бына – һыу...”

Искәндәр ҡарт, пенсияға сыҡҡас, осон-осҡа ялғап машина алған. Машинала үҙе генә йөрөй икән, бер ҙә Мәстүрә әбейҙе ултыртмай, ти.
Мәстүрәһе түҙмәгән, бер көндө: “Үҙең генә ултырып тик йөрөйһөң, мине лә ултыртып, ер-һыу күрһәтеп алып ҡайтыр инең, ҡарт”, — тип һуҡранған. Бер мәл Искәндәр ҡарт: “Ултыр, әбей, машинаға, ер-һыу күреп ҡайтырһың”, — тигән икән. Мәстүрә әбей ҡыуанып кереп ултырған. Бабай ауыл осондағы йылға ярына туҡтаған. Әбейҙе төшөрөп: “Бына – ер, ана – һыу! Хәҙер ҡайтып өйҙә эшең менән бул”, — тигән дә ары елдергән. Мәстүрә әбей аптырап, илай-илай ҡайтып киткән.

“Шаяртҡанды ла белмәйһең”

Көҙөн Сынбулат Һаҡмар аша боҙ өҫтөнән аръяҡҡа сығып барған. Үҙе: “Ошо йылғаны имен-һау сығып етһәм, аҡ ҡорбан салыр инем, Аллам!” – тип һөйләнә икән.
Сығып еткәндә инде, тәкәһе йәл булып киткән: “Шуның өсөн генә ҡорбан салып тормам инде” – тигән икән был. Шул арала боҙ шытырлай башлаған.
Сынбулат ҡурҡышынан: “Эй, Аллам, шаяртҡанды ла аңламайһың!” — тип ҡысҡырып ебәргән, ти.

Тәлғәт ҠУНАҠОВ.

Йылайыр районы,
Сидоровка ауылы.


Зирәк олатай

Айытбай ҡартатайым тракторҙа эшләй. Баҫыуҙа йөрөгәндә йыбанып туҡтай был. Хужалар килә лә:
— Нишләп тораһың? — тип тиктомалдан тиргәй башлай.
Ҡартатайым да аптырап ҡалмай, тракторҙың майы бөткән бит, тип аҡлана. Ә хужа ниндәй май кәрәклеген белмәй.
— Һыйырҙың һары майы кәрәк, — ти ҡартатайым. — Бар, өйөңдән ҡайтып алып кил әле. Кисә ҡарағанда “мытымы”ла юҡ ине...
Аптыраған хужа ҡайтып өйөнән бер биҙрә һары май алып килә.
— Ярай, рәхмәт. Хәҙер китһәң дә була, — тип быны ҡайтарып ебәрә. Үҙе иһә ерҙе һөрөп бөтә лә майҙы өләсәйгә илтеп бирә.
Зирәклеге арҡаһында аҡлана ла белә, майлы ла була.

Гөлнәзирә ИҪӘНОВА.

Баймаҡ районы,
Йомаш ауылы.


Кем ғәйепле?

Колхоздың отчет-һайлау йыйылышы бара. Колхоз рәйесе Баһау Абдрахманович докладының бер өлөшөндә, баҫым яһап, былай ти: “Бына бит инде, фермаларҙа бригадир Ғилметдин йөрөй, әзмәүерҙәй веттехник Вафир йөрөй, мин йөрөйөм. Әммә һыйырҙар ҡыҫыр ҡалып бөткән...”
Халыҡ гөр килеп көлөшә, колхоз рәйесе, бер ни булмағандай, һүҙен дауам итә.

С. ӘХМӘТОВ.
Бөрйән районы.



Аштан оло булып булмай

Бер әбей кейәүенә:
– Кейәү, һөт эсәһеңме? — ти икән.
— Һөтөңдө бесәйеңә эсер, — тигән, ти, тегенеһе.
— Әтеү аш аша.
– Ашыңды этеңә бир инде, астыр...
— Улай булғас, кейәү, араҡы ла эсмәйһеңме? — ти икән әбей, ап­тырап.
– Аштан оло булып булмай инде, ҡәйнәм, — тигән, имеш, кейәүе.


“Наҙан”

Бер ҡатындың аяғына һыйыры тибеп ауырттырған. Был ветврачҡа барған.
– Апай, ниңә миңә килдең, врачҡа бармай? – тип аптырай, ти, мал врачы.
– Мине һыйыр типте ләбаһа, бигерәк наҙанһың икән, – тип әбей үпкәләп сығып киткән.

Г. ҠУДАШЕВА.

Йылайыр районы,
Юлдыбай ауылы.


Ҡара быҙау

Мәсетле районының бер ауылында булған хәл. Бер апай үгеҙен бестермәй ҡалдыра. Йәнәһе лә, аҡ­са һуға. Кемдең һыйыры быҙау­лай, шуларҙан барып аҡса һыға икән:
— Минең үгеҙем ҡасырҙы һыйы­ры­ғыҙҙы, давай, шуның өсөн түләгеҙ!
Һыйырҙары быҙаулаған сират­тағы йортҡа килеп аҡса талап иткәс, йорт хужаһы:
— Үгеҙегеҙ ниндәй төҫтә һуң?— тип һораған.
Теге апай:
— Ҡыҙыл, ә ниңә?— ти икән.
— Улай булғас, бер нисек тә һеҙҙең үгеҙегеҙгә түләй алмайым, сөнки беҙҙең һыйырҙың быҙауы ҡара бит әле!..

Бөтөн йомортҡа

Элегерәк булған хәл. Мәсетле районының бер ауылында ир-ат бесәнгә йыйына икән. Улар бер нисә көн ҡуна ятып саба. Шуға ашарға ла арыу ғына алырға кәрәк.
Юлда атҡа тейәлеп китеп барғанда, егеттәр Сәмиғулла исемле ағайҙың төргәгендә бешкән ике генә йомортҡа ятҡанын күрә. Ҡатыны һараныраҡ булғанмы, бик етеш йәшәмәгәндәрме — уныһы мөһим түгел.
Әлеге лә баяғы шуҡ егеттәрҙең береһе, ипләп кенә төргәкте асып, бер йомортҡаға ҡәләм менән “Күкәйҙең береһен алып ҡайт!” тип яҙа ла кире урынына һалып ҡуя. Сәмиғулла ағай быны һиҙмәй.
Ҡыҙыу эштән һуң төшкө ашҡа туҡтайҙар. Егеттәр көлөшә-көлөшә тамаҡ ялғай. Сәмиғулла ағай бер йомортҡаһын ашай ҙа икенсе­һен­дәге яҙыуҙы күреп ҡала: әйлән­дереп-әйләндереп ҡарағас, кире һалып ҡуя. Кисен дә, икенсе көндә лә шул уҡ хәл ҡабатлана — алып ҡарап ултыра ла кире һала. Барыбер йомортҡаны ашамай теге. Үҙе һыр ҙа бирмәй, тәки ҡатынына “ҡуян күстәнәсе” тигән булып алып ҡайта.
Ә егеттәр ауылға ҡайтып еткәс кенә Сәмиғулла ағайға шаярт­ҡандарын әйтә. Шулай ҙа була тормошта.

Айрат СИРБАЕВ.

Өфө ҡалаһы.


“Үгеҙ үлһә,
мин түләйем”...

Беҙ бала саҡта Һаҡмар йылғаһы мул һыулы булды, шуға ла яҙ бик ныҡ таша торғайны. Яҙғы сәсеү етмәҫ элек бар техниканы арғы ярға сығарып ҡуя торғайнылар. Боҙҙар ағып бөткәс, һал менән халыҡ та теге ярға сыға.
Шулай бер көн Сабирйән ба­байҙы үгеҙе менән аръяҡҡа сәсергә орлоҡ алып сығырға ҡушалар. “Хәҙрәт кисеүе”ндә һал көтөп тора. Сабирйән үгеҙен шунда мендерә. Ҡуҙғалалар былар. Һаҡмар урта­һына еткәс, үгеҙе ниҙәндер өркөп ситкә тайшана. Һалдағы йөк, бабай, егеүле үгеҙ бер-бер артлы һыуға сума. Ул да булмай, бабайыбыҙ ярға ҡарай йөҙә башлай. Ә ярҙа торған түрәләрҙең береһе: “Үге­ҙеңде туғар! Үгеҙҙе ҡотҡар! Үлтерәһең бит!” — тип ҡысҡыра. Ә Сабирйән бабайыбыҙ: “Үлһен! Үгеҙ үлһә, мин түләйем, ә мин үлһәм, кем түләй?!” – тип яуап бирә икән.

С. АМАНҒОЛОВА.

Баймаҡ районы,
Муллаҡай ауылы.


Хәс тә быйма

Ғәләүетдин киске уйындан һуң ғына ҡайта ла, быймаһын, иртәнгә тиклем кипһен тип, мейес эсенә ҡуйып, йоҡларға ята.
Иртән әсәһе мейескә яҡҡанда эсен ҡарап тормай, усаҡты төртә лә ебәрә. Бер аҙҙан һуң көлсә бешерергә мейес янына килһә, аптырап ҡала. Шунан:
— Тор әле, Ғәләүетдин. Ҡара әле, бынау утын хәс тә быйма һымаҡ янған, ҡара әле, — тип саҡыра икән.
Ғәләү ҡорт саҡҡандай ырғып килеп тороп:
— Хәс тә быйма булмай, мин бит төнөн, тиҙерәк кипһен тип, быймамды шунда ҡуйғайным, — тигән, ти.

Исемен белгән

Элгәре килен төшөргәс, кәләште ҡайныһына күрһәтмәй, шаршау эсендә генә сәй эсергәндәр. Хәсби әбей килен булып төшкәс тә шулай була. Шаршауҙың бер яҡ ситен генә асып, сынаяғын сәй яһарға ҡәй­нәһенә бирә икән. Ҡәйнәһе уның был ҡылығын бик өнәп етмәгән.
Бер көн былар икәүләп кенә сәй эсә икән, ә бабайы улдары менән ихатала бесән өйә, ти. Килене ғәҙәте буйынса: “Сәй яһа”, — тип әйтеүенә, ҡәйнәһе унан: “Әллә, килен, минең исемемде белмәйһеңме?” — тип һораған. Ул килененең: “Ҡәйнәм, сәй яһа әле”, — тип үтенеберәк һорағанын теләгән икән. Ә Хәсби шунда уҡ: “Мәрғүбә әбей, сәй яһа”, — тигән, ти. Ҡәйнәһенең быға оторо асыуы ҡабарған.
Ихатала эшләп йөрөгән бабайын саҡыра һалған. Бабайы, янғын сыҡ­ҡан тип аңлап, улдарына ла күнәк­ләп һыу тоттороп, йүгереп кергән. Тик ут-маҙар күренмәгән.
— Ҡайҙа? — тип ҡысҡырған ул әбейенә.
Ә Мәрғүбә әбей һаман сарҡыл­дап: “Ана, шаршау артында”, — ти икән. Ҡарт барып асһа, килене сәй эсеп ултыра, ти. Әбей һаман: “Ана, ул минең исемемде белә”, — тип ҡысҡыра икән. Бабайы, әбейен тиргәп, кире эшкә тотонған. Шунан бирле беҙҙә шаян килендәр: “Мәр­ғүбә әбей, сәй яһа”, — тип мәрә­кәләй. Ә ҡәйнәләр: “Минең исемемде белә”, — тип шаярта.

Азат ХӘЛИЛОВ.

Күмертау ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Күпме көтөргә?

Күпме көтөргә? 12.11.2018 // Йәмғиәт

...Хәҙер күптәр ҡалала эшләп, ауылда йәшәй. Таныштар араһында, мәҫәлән, Ишембай районының Ишәй...

Тотош уҡырға 52

“Өләсәйҙе тоташтыр!”

“Өләсәйҙе тоташтыр!” 12.11.2018 // Йәмғиәт

Билдәле булыуынса, ҡала һәм район телевидениелары киләһе йылдан һанлы форматҡа күсә. Күптәр был...

Тотош уҡырға 28

Бөрйәндәрҙең үтенесен иҫәптә тотоп…

Бөрйәндәрҙең үтенесен иҫәптә тотоп… 12.11.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында Ағиҙел йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере урынына автомобиль...

Тотош уҡырға 54

Мораҡайҙар ҙа күперле!

Мораҡайҙар ҙа күперле! 12.11.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлилдә Кесе һәм Ҙур Ҡыҙыл йылғалары аша һалынған күперҙәр арта....

Тотош уҡырға 59

Белоретта – ысын ҡыш

Белоретта – ысын ҡыш 11.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Белорет районында көндөҙ урыны менән 20 градуска тиклем һыуыҡ булды....

Тотош уҡырға 81

Изгелектәре сауап булып ҡайтһын

Изгелектәре сауап булып ҡайтһын 11.11.2018 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Икенсе Төркмән халҡы урындағы боронғо зыяратты яңынан кәртәләне. Моҡас ауыл...

Тотош уҡырға 81

Уйын аша – коррупцияға ҡаршы

Уйын аша – коррупцияға ҡаршы 11.11.2018 // Йәмғиәт

Өфөлә “Йәштәр коррупцияға ҡаршы” тип аталған төбәк форумы үтте. Сараның төп ойоштороусылары –...

Тотош уҡырға 108

Лағырҙағы осрашыу

Лағырҙағы осрашыу 11.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Салауат районының Лағыр ауылындағы...

Тотош уҡырға 63

“Мин райондарға табип килтерә алмайым”

“Мин райондарға табип килтерә алмайым” 11.11.2018 // Йәмғиәт

Малаяҙ үҙәк дауаханаһы “Һаҡсыл поликлиника” форматы буйынса эшләй башлаған. Электрон теркәү,...

Тотош уҡырға 104

Мәләкәс күперенең хәүефе бәләкәс түгел...

Мәләкәс күперенең хәүефе бәләкәс түгел... 11.11.2018 // Йәмғиәт

Дыуанда авария хәлендәге күпер ҙә бар: Салғыя ауылы эргәһенән аҡҡан Мәләкәс йылғаһы аша һалынғанға...

Тотош уҡырға 48

Салауат эшҡыуарҙарын ниҙәр борсой?

Салауат эшҡыуарҙарын ниҙәр борсой? 11.11.2018 // Йәмғиәт

Салауат районында Радий Хәбиров урындағы эшҡыуарҙар менән дә аралашты. Улар республика етәксеһенән...

Тотош уҡырға 78

Мәсәғүттәргә спорт комплексы кәрәк

Мәсәғүттәргә спорт комплексы кәрәк 11.11.2018 // Йәмғиәт

Дыуан районының Мәсәғүт ауылындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре араһында...

Тотош уҡырға 47