“Бейә сабып бәйге алмай” тиһәләр ҙә…

30-11-2016, 01:34 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Бейә сабып бәйге алмай” тиһәләр ҙә… Ер йөҙөндә иң боронғо иҫәпләнгән ахалтекин аттарының һанын кәметеү маҡсатында уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарында Төркмәнстан Республикаһы Хөкүмәте дәүләткә ҡараған ат заводтарында үрсетелгән йылҡы малын ит комбинаттарына оҙатыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Төркмән халҡы был ҡарарҙы асман аттарына ҡарата хыянат тип ҡабул итә һәм етәкселеккә үҙ талаптарын еткерә. Һөҙөмтәлә унда ахалтекиндарҙы һаҡлау һәм үрсетеү, уның биш быуатлыҡ шәжәрәһен өйрәнеү йәһәтенән яңынан эш башлана. Хәҙер был илдә апрель айының һуңғы шәмбеһендә “ахалтекин аты көнө” билдәләнә, хатта ул милли байрамға әүерелгән.
Был аттарҙы “арғымаҡ” тип йөрөтәләр. Ахалтекиндар менән сағыштырғанда, башҡорт атының да тарихы ҡайтыш түгел. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй ғалимдары башҡорт атында ошо уҡ типтағы башҡа тоҡомдарҙың береһендә лә булмаған генетик мәғлүмәткә юлыҡҡан. Был үҙе үк уның иң боронғоларҙың береһе булыуына ишаралай. Йылҡысылыҡ буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтының генетика кафедраһы мөдире Людмила Храброва ла ошо фекер яҡлы. Әгәр ҙә был һүҙҙәр дөрөҫкә сыҡһа, башҡорт аты ахалтекиндарҙан да боронғораҡлыҡҡа дәғүә итәсәк.
Ниһайәт, беҙҙең республикала ла ите һәм ҡымыҙы өсөн генә түгел, ә халҡыбыҙҙың милли йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт атының эпостарҙа данланған данын ҡайтарыу маҡсатында йылҡысылыҡҡа тотоноусылар табылды. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районында ат спортына ҙур иғтибар бүленә. Ауыл хужалығы кооперативтары, шәхси хужалыҡтар бәйге өсөн генә мал тәрбиәләй. Хужаларын йылҡысы ла, спортсы ла тип атарға мөмкин, сөнки улар аттарын ярыш талаптары буйынса тәрбиәләй, күнектерә, һабантуй бәйгеләренә, ат сабыштарына сығара.
Күптән түгел төбәктең Граф күле туғайында ат спорты ярыштары фестивале үтте. Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуға ҡарамаҫтан, Әбйәлил, Әлшәй, Баймаҡ, Ейәнсура райондарынан, Сибай ҡалаһы һәм күрше Силәбе өлкәһенән спортсылар күп килгәйне. Байрамда ҡатна­шыу­сыларҙы район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев ҡотланы.
Фестивалдең программаһы бай булды. Барлығы ун бәйге иғлан ителде. Шуларҙан өс йәшкә тиклемге һәм оло йәштәге башҡорт тоҡомло аттар сабышында “Аҡъял” һәм “Блондин” ҡушаматлы аттар беренсе килде. Әйткәндәй, иң йәш жокейҙарҙың береһе Айгиз Муллабаев Республика көнө уңайынан “Аҡбуҙат” ипподромында уҙғарылған “Урал батыр” кубогына бәйгелә беренсе урынға лайыҡ булғайны. Башҡорт аттары бәйгеһенән тыш “Рус аты”, “Орлов” юртаҡтары, шулай уҡ ҡатнаш тоҡомлолар ҙа сабышты. Әлбиттә, сараның иң ҡыҙыҡлы өлөшө һыбайлылар биатлоны һәм “Ылаҡ” уйыны ине. “Ылаҡ”та “Ирәндек” командаһы “Атайсал” егеттәрен 3:0 иҫәбенә еңеүгә өлгәште.
Ә инде һыбайлылар биатлоны респуб­ликабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә саҡ ойошторола башланы, тиһәк тә дөрөҫ булыр, сөнки тамашасыға ул быйылғы район һабантуйында тәүге тапҡыр күрһәтелде.
Был юлы көс һынашырға ун ике һыбайлы сыҡты. Атының етеҙлеге һәм һыбайлының мәргәнлеге буйынса Баймаҡ районының Күсей ауылынан Урал Игебаевҡа тиңләшеүсе булманы – ун уҡтың бишәүһен сәпкә тейҙерҙе, Ғәҙелбайҙан Рәсих Йортбәков – икенсе, Сибайҙан Хөрмәт Таһиров өсөнсө урындарҙы уртаҡлашты. Осоп барған ҡошто атып алған башҡорт мәргәндәре ошо Ирәндек егеттәре кеүек инде ул! Фестивалдә барлығы йөҙгә яҡын ат һәм иллеләгән спортсы ҡатнашты. Бәйгеселәрҙең иң бәләкәйенә – 13 йәш.
Көҙҙән ҡышҡа ингән йонсоу бер көнгә тура килһә лә, фестиваль барыһының да күңеленә хуш килде. Ат йәнле кешеләр йыйылғайны унда. Икенсе Бөтә донъя күсмә халыҡ уйындарында “Ылаҡ” ярышында дүртенсе урынды алған Баймаҡ һыбайлылары был сараны киләһе бәйгеләргә әҙерлек, сәм, ҡомар тип ҡабул итте. Улар ара­һында башҡорт тоҡомло аттарҙы 22 һәм 80 саҡрымлыҡ аламан бәйгеләргә, йәғни төрлө тоҡомло юртаҡ һәм арғымаҡтар уҙышына әҙерләүҙе хуплаусылар ҙа бар. Сыҙамлылыҡ буйынса монгол, ҡаҙаҡ, яҡут менән бер ҡатарҙа торған башҡорт аттары ла был дистанцияны “ыһ” та итмәй үтә алыр тигән ышаныс көслө. Килер бер мәл –Башҡортостанда ла “Башҡорт аты көнө”н иғлан итерҙәр. Бәлки, ул баймаҡтар ат спорты ярыштары фестивале уҙғарған көндәргә тура килтерелер.