Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли төйәге, рухи терәге ул күптәрҙең!
Милли төйәге, рухи терәге ул күптәрҙең! Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатын тамамлағанымды беләләр ҙә аптырап: “Һин бит Бөрйәндән дә инде!” – тиҙәр. Йәнәһе, Бөрйән ҡайҙа ла Бәләбәй ҡайҙа. Эйе, бер яҡҡа юлға ғына ун ике сәғәт тирәһе китә торғайны,
өйгә лә һирәк ҡайтылды, әммә ваҡытында яҙмыш елдәре мине тап ошо тарафҡа ташлағаны өсөн бер тапҡыр ҙа үкенергә тура килмәне, сөнки бындағы белем усағы – Башҡортостандың көнбайыш төбәгендә генә түгел, ә, дөйөм алғанда, бөтә республикала алдынғы белем биреү усаҡтарының береһе. Күптән түгел ул үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләп, яҡын дуҫтарын йыйҙы.

Егерме йыл аҙ ғүмер түгел. Башҡорт гимназия-интернаты тарихында был арауыҡта береһенән-береһе сағыу ваҡиғалар була, иң мөһиме, уның юлы тик үҫештән һәм юғарыға үрләүҙән тора.
1996 йылдың 1 сентябрендә гимназия өсөн тәүге тапҡыр ҡыңғырау тауышы яңғырай. Ул мәл белем усағының барлыҡҡа килеүенә туранан-тура бәйләнеше булған һәр кемгә лә үтә ҡәҙерле: һан яғынан башҡа милләттәр күпләп урынлашҡан был төбәктә тап башҡорт гимназияһы асыуҙы, суверенитет кеүек үк, хәләл тир менән көс түгеп яулап алырға тура килә уларға. Булат Һиҙиәт улы Йәнекәев, Ризван Хафиз улы Хафизов кеүек йәмәғәт эшмәкәрҙәренең республика етәксеһенә үҙҙәренең яғында башҡорт белем усағы асыу үтенесе менән мөрәжәғәт итеүе ихтирамға һәм һоҡланыуға лайыҡ. “Аҡмулла” исемендәге башҡорт ойошмаһы ла гимназияны асыуға, артабан уға эшләп китеүгә тос өлөш индерә.
2005 йылда белем усағы өр-яңы бинаға күсә. Ҡотларға килгән ҡунаҡтар юбилейға арналған тамашала ошоларҙың барыһын да иҫкә алып үтте. Уларҙың мәртәбәле һәм күп һанлы булыуы сараға айырым йәм, тантана өҫтәне. Араларында Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары А. П. Смородин, мәғариф бүлеге етәксеһе Н. В. Лаврова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе Айрат Искәндәров, гимназия уңышлы хеҙмәттәшлек иткән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессорҙары Р. Ғ. Дәүләтбаева, Е. А. Савельева, республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларынан хәбәрселәр бар ине. Уларҙың сығыштары уҡыусыларҙың сағыу концерт номерҙары менән бергә үрелеп барҙы. Һәр йыр, бейеү, ҡурай коллективы республика, төбәк, хатта Рәсәй кимәлендә үткән төрлө конкурстар лауреаты булыуына аптырарға түгел: гимназияла уҡыусыларға төплө белем биреп кенә ҡалмайҙар, уларҙы мәҙәни, рухи яҡтан да үҫтерергә күп көс һалалар. Бында, әлбиттә, үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы булған уҡытыусылар эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Әйткәндәй, улар ҙа уҡыусылар кеүек, “Йондоҙ” вокаль ансамбленә ойошҡан һәм байрамды йыр ғына түгел, милли кейемдәре, дәртле сығыштары менән йәнләндереп ебәрҙе.
Яңы заман яңы талаптар ҡуя, һәм быға башҡорт гимназия-интернаты бар яҡлап та яуап бирә: интерактив майҙан булдырылыуынан тыш, информатика дәрестәре бик ҡыҙыҡлы үтә икән. Уҡытыусылар Динар Фәнил улы Минәжев һәм Илнур Флүр улы Әхмәҙиев балаларға компьютерҙы ҡулланыу серҙәренә өйрәтеп кенә ҡалмай, уларға видеомонтаж, анимация, графика, программалау оҫталыҡтарын да өйрәтә. Кино йылына арнап, студия асылған. “Беҙҙең Илнур гимназияға хәтле телевидениела эшләгән”, – тип ғорурлыҡ менән хәбәр итә уҡытыусылар. Шуға ла фильм төшөрөү, йәнһүрәттәр эшләүҙе һәләтле балалар яҡшы белә һәм уҡытыусыларын бик ярата.
Ысынлап та, юбилей тантанаһында, ҡотлауҙарҙан һәм музыкаль сығыштарҙан тыш, проектор аша гимназияның тормошо күрһәтелгән ҡыҫҡа фильмдар иғтибарҙы яулап өлгөргәйне: уларҙы тәүҙә камераға төрлө ракурстан төшөрөү, аҙаҡ йыйып ҡорау үҙенә күрә түҙемлек һәм таһыллыҡ талап итә. Гимназиябыҙҙың яңылыҡтар хеҙмәте эшләй, тип сюжет күрһәтеп, бер ғәжәпләндерһәләр, уҡыусылар үҙҙәре эшләгән йәнһүрәттәре менән бөтөнләй таң ҡалдырҙы.
Башҡорт гимназия-интернаты юбилейы айҡанлы уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм уҡыусылар үҙенсәлекле акция ойошторған: 20-шәр килограмм макулатура тапшырыу, һәр уҡыусы 20 “бишле” билдәһе алыу һәм ауыр хәлдәге Луганск балаларына гуманитар ярҙам ебәреү. Был акцияны бик ҡыҙыҡлы фильм төшөрөп, мәңгеләштереп тә ҡуйған үҙҙәре.
Киң ҡолас менән йәшәй гимназия. Дуҫтары ла күп. Шулар араһынан республиканың матбуғат баҫмалары вәкилдәренең сығышы хаҡында әйтеп үтергә кәрәктер: “Бәләбәй хәбәрҙәре”, “Башҡортостан” гәзиттәре, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аманат” журналдарынан иҫтәлекле бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары алып һөйөндө уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр коллективы. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатына арнап, махсус рәүештә айырым һан сығарһа, “Нисек кенә сәйер булмаһын, “Аманат” балалар журналына юбиляр-гимназия үҙе бүләк эшләне, журналыбыҙға тап ошо гимназияла 80-дән ашыу бала яҙылған!” – тине журналдың баш мөхәррир урынбаҫары Мансур Ҡаҙаҡаев.
Юбилей тантанаһы гимназия директоры Дилбәр Ғайса ҡыҙы Фәтхетдинованың килгән, ҡотлаған ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәре еткереүе һәм күҙҙәрендә нур уйнап торған уҡыусыларҙың “Беҙ булмаһаҡ, кем!” тигән йыры менән тамамланды.
Таралышыр алдынан гимназия-интернатты асыуға шулай уҡ күп көс һалған, оҙайлы йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарҙың береһе Зөлфирә Ғайса ҡыҙы Шириязданова менән бер аҙ әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул үҙенең хеҙмәт юлын 1991 йылда Бәләбәй ҡалаһының 17-се мәктәбендә башлай. Тәүге осор башҡорт теленән факультативтар алып барһа, икенсе йылына өйҙән өйгә йөрөп уҡыусылар йыя, ҡалала беренселәрҙән булып башҡорт класы асыуға өлгәшә. Башҡорт гимназия-интернаты асылғас, класы менән уға килеп ҡушыла, шул ваҡыттан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта. Зөлфирә Ғайса ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, атҡаҙанған уҡытыусыһы.
– Көнбайыш төбәктә ул йылдарҙа башҡорт гимназияһын асыу бик ауырға төштө, ҡаршы сығыусылар ҙа булды. Әммә күп кенә арҙаҡлы шәхестәрҙең, уҡытыусыларҙың ныҡышмалылығы арҡаһында барыһы ла беҙ теләгәнсә килеп сыҡты. Гимназия тәү асылған осорҙа өҫтөбөҙҙә яуаплылыҡ та ҙур ине, вазифалар ҙа күп ине, әммә күңел биреп эшләгәс, уларҙы атҡарып сығыу еңел булды. Уҡыусыларыма мин белем биреү менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, уларҙың ижади һәләттәрен дә үҫтерергә тырыштым. Гимназияны тамамлаған һәр кем киләсәктә арҙаҡлы шәхес булыр тигән өмөттәмен, – тине ул, тәьҫораттары һәм иҫтәлектәре менән уртаҡлашып. Зөлфирә Ғайса ҡыҙының уҡыусыһы булараҡ, ысынлап та, уның үҙ эшенә мөкиббән, фиҙакәр, оло йөрәкле уҡытыусы булыуы, һәр бала йөрәгендә иленә, теленә һөйөү утын ҡабыҙыуын беләм.
Тулы ҡанлы тормош менән йәшәй бөгөн гимназия. Бында ысын-ысынында үҙ һөнәрен яратҡан, уны бар нескәлектәрендә белгән намыҫлы уҡытыусылар эшләй, интернатта мөләйем, киң күңелле тәрбиәселәр өйҙәренән ситтә уҡыған балаларға йөрәк йылыһы өләшә. Юбилей тантанаһында сығыш яһаған шағир Камил Фазлый тап өҫтөнә баҫты:
“Милли рухта тәрбиәләп,
Әсә телен һаҡлаусы!” –
ти ул был изге белем йорто тураһында. Бәләбәй яҡтарында башҡорттар аҙ, тип уйларға күнеккән республика халҡы, ғәҙәттә. Ә башҡорт гимназия-интернатында был һиҙелмәй, сөнки бында барыһы ла башҡорт рухы, башҡорт моңо, башҡорт ғәме менән һуғарылған.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 25

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 27

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 28

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 25

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 44

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 41

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 38

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 33

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 48

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 41

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр 19.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Янғантау” геопаркы проектын ЮНЕСКО эксперттары юғары баһаланы. Был хаҡта...

Тотош уҡырға 35

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө 18.09.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен киңәйтеүгә биш миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Өфө хакимиәтенең юл...

Тотош уҡырға 34