Ырыҫ һаҡлай сәсән вариҫы

11-01-2017, 02:59 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ырыҫ һаҡлай сәсән вариҫы Ырыҫ һаҡлай сәсән вариҫы Ырыҫ һаҡлай сәсән вариҫы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты 1967 йылда ойошторолған. Белем усағы ысын мәғәнәһендә мәғариф, ғилми-методик һәм инновацион үҙәк ролен үтәй, улай ғына ла түгел, юғары квалификациялы педагогтар, тренерҙар әҙерләү йәһәтенән алдынғылыҡты бирмәй, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгән үҫмерҙәргә һәм спортсыларға ла төплө белем бирә. Ошо көндәрҙә 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән белем усағына төрлө йылдарҙа уны тамамлағандар йыйылды.
Тәүҙә барыһы ла Аҡмулла майҙанында йәштәрҙең башланғысы менән ойошторолған “Яратҡан уҡыу йортом, тыуған көнөң менән!” тигән флешмобты тамаша ҡылды, шулай уҡ йыр-бейеү, көй-моңдар һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Унан һуң барыһы ла 2-се уҡыу корпусының Аҡ залына йүнәлде, бында “Университет тарихының биттәре” исемле бай фото­күр­гәҙмә асылды. Төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фотоһүрәттәр алыҫ үткәндәргә алып ҡайтты. Мәҫәлән, студент хәрәкәте элек ниндәйерәк эшмәкәрлек алып барған, уҡыу корпустарына һәм дөйөм ятаҡтарға тәүге нигеҙ ташы ҡасан һәм ниндәй шарттарҙа һалынған – барыһы ла сал тарих биттәрендә сағылыш тапҡан. Шул иғтибарға лайыҡ: ошонан сыҡмайынса ғына ла университеттың үткәнен һәм ҡайнап торған әлеге тормошон күҙ алдына баҫтырырға мөмкин.
– Илебеҙ өсөн уҙған быуаттың ҡатмарлы 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән провинция уҡыу йорто, оҙон һәм данлы юл үтеп, Башҡортостан, хатта Рәсәйҙә эре педагогик университетҡа әйләнде, шулай итеп, ышаныслы аҙымдар менән XXI быуатҡа атланы, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, фән докторы, М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин. – 2006 йылдан ул ғорур рәүештә XIX быуаттың күренекле мәғрифәт­сеһе Мифтахетдин Аҡмулланың исемен йөрөтә. Йәштәрҙе гуманистик ҡиммәттәр рухында тәр­биәләүҙе маҡсат иткәнбеҙ, улар төрлө яҡлап үҫһен һәм илебеҙгә лайыҡлы шәхес булһын өсөн педагогтар ныҡ тырышлыҡ һала. Беренсенән, тарихыбыҙ шаҡтай бай, иҫ киткес шәп традиция­ларыбыҙ бар, бүтәндәр менән ихлас тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Икенсенән, университет камиллаша һәм әүҙем үҫеш юлында, илебеҙ мәғариф системаһы өсөн мөһим һаналған инновацион белем биреү технологияларын индереүҙе уңышлы дауам итә.
Раил Мирвай улы белде­реүенсә, иң төп ҡаҙаныштарҙың береһе – былтыр уҡыу йорто ШОС илдәрендә һәм төрки телле илдәрҙә рус телен өйрәтеүгә әйҙәү тәңгәлендә терәк гуманитар университеты статусына эйә булған.
“БДПУ – бөгөн” тигән кинофильм күрһәтелде, брифингта иһә күптәр үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап тапты.
Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты республикабыҙҙа эре ғилми-мәғариф, мәҙәни һәм йәмә­ғәт үҙәге һанала. Ундағы дүрт инс­титут һәм ете факультетта 11 мең тирәһе студент белем эстәй. Әйткәндәй, вузда АҠШ, Колумбия, Һиндостан, Иран, Ираҡ, Төркиә, йәнә Үзбәкстан, Ҡа­ҙағ­стандан, Рәсәй төбәктәрен әйтәһе лә түгел, бихисап студент уҡый.
Университет – сифат менеджменты өлкәһендә Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, шул уҡ ваҡытта Шанхай ойошмалары хеҙмәт­тәшлеге университеты селтәре составына индерелгән. Ошо күр­һәткес күпте һөйләй, ул педуни­верситеттың даны халыҡ-ара аренала танылыу яулауҙан айырмалы, йылдам үҫеүҙе аңлата. Әйткәндәй, ШОС университеты статусына эйә булыу өсөн бер нисә баҫҡысты үтеү – төп шарт. Халыҡ-ара бәйләнештәр булдырыу, “Рус теле сит тел булараҡ өйрәнелә” тигән программа буйынса уҡытыуҙы ойоштороу һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. ШОС университеты программаһы буйынса уҡыған студент ситтә белем эстәү хоҡуғына эйә, үҙ сиратында ул ике диплом аласаҡ.
Бында бер генә олимпия һәм паралимпия чемпиондары тәр­биәләнмәгән. Уҡыу йортоноң спорт базаһында ҡанат нығытҡан 2011 йылғы Европа чемпионы, йөҙөү буйынса илебеҙҙең үҫмер­ҙәр командаһы ағзаһы Максим Старцев, Рәсәйҙең Паралимпия комитеты вице-президенты, Рә­сәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Паралимпия уйындарының биш тапҡыр чемпионы Андрей Строкин, һигеҙ тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Оксана Савченко, ике тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Александр Неволлин-Светов, сурдлимпия чемпионы Вадим Боровик һәм башҡалар – уҡыу йортоноң ғорурлығы.
Ғалимдарҙың егет һәм ҡыҙ­ҙарҙы фән юлына әйҙәүе – өҫтөн­лөклө йүнәлештәрҙең береһе. Йыл һайын яҡынса 50 тирәһе кеше кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлай. Төрлө йүнәлештә ғилми-тикшеренеү эштәре алып барыла.

Исламбай ДӘҮЛӘТХАНОВ, уҡытыусы:
– “Кем әрмелә хеҙмәт иткән – тормошто, кем студент булған – йәшлекте күргән” тигән әйтемде күҙ уңында тотоп, һалдат ҡайышын сисеү менән баш ҡалаға юлландым. Ике уйламай педуниверситетҡа документтарымды тапшырҙым. Тәбиғи-география факультетында уҡыуыма шатланып бөтә алмайым. Ғөмүмән, уны уңышлы тамамлап, диплом алғас та мәктәптә эш башланым. “Уҡыу йорто мине кеше итте” тип әйтергә хоҡуғым бар.
Алина ҒӘЛИМХАНОВА, тәрбиәсе:
– Һәр кемдең киләсәккә маҡсаты булған шикелле, мин дә мәктәптән үк үҙемде балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе итеп әҙерләнем. Тырышып уҡыным, ә вузға килгәс, практиканы нәҡ кескәйҙәр янында үттем. Ул осорҙа университет гөжләп торҙо. Иң күп ваҡыт – студенттыҡы, тиҙәр. Шуны күҙ уңында тотоп, эшләп тә йөрөнөм, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаштым. Иҫләр ваҡиғалар бихисап, әлбиттә. Һәр саҡ университет ишеген йөрәкһенеп асып инәм, педагогтарға рәхмәтем сикһеҙ.