Заманса төнгө уйындар

11-01-2017, 02:50 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ауыл урамы, киске уйын. Тальян моңона йәштәр күңел аса... Ололар һөйләүенән шундай күренеш иҫтә ҡалған. Заман үҙгәрә килә, ә йәштәр әле булһа йәш килеш ҡала – бөгөн дә улар киске уйынға йыйыла. Урыны һәм шарттары ғына башҡа. Был йәһәттән төнгө клубта нимә барғанын ҡарарға үҙем дә шунда йүнәләм.
Яңғыҙым аптырап йөрөмәҫ өсөн, аҙна һайын тиерлек ошо һуҡмаҡты тапаған танышыма эйәрҙем. Фәнил быға ҡыуанды ғына. Барған еребеҙ – баш ҡалабыҙҙың бер төнгө клубында уҙған башҡорт дискотекаһы. Ишектән инеү менән беҙҙе “фейсконтроль” ҡаршы ала. Кейемебеҙгә күҙен йүгерткәс, дискотекаға ярашлы тип тапты буғай, артабан кеҫәләрҙе әйлән­дереп күрһәтеүебеҙҙе үтенде. Тыйылған нәмәләр булмағас, ары үтергә юл асылды. Унда инде ҡаршыбыҙға йылмайып торған кассир ҡыҙ менән егет һыны баҫты. Ике йөҙ һумды сығарып һалғас, “Рәхим ите­геҙ!” тип яуаплап та ҡуйҙы үҙҙәре. Артабан иһә күңелле көй уйнаған, төрлө төҫтәге уттар йүгерешкән залға килеп индек.
Түрҙә – сәхнә, унда иһә диджей музыкаһын “әйләндерә”. Ҡаршыһында – бейеү майҙансығы. Унан һуң инде өҫтәлдәр теҙелешкән, ә бер ситтә бар урынлашҡан. Кешеләр ҙә арыу уҡ йыйылған. Һирәктәре бейеп йөрөй, берәүҙәре “тамаҡ сылатырға” сиратҡа теҙелгән. Ләкин уларҙан бигерәк иғти­барҙы өҫтәлдәрҙең береһенә менеп урынлашҡан кальян йәлеп итте. Дүрт яғынан дүрт ҡыҙ уратып алған да үҙҙәренән дә ҙурыраҡ төтөн өрөп сығарып ултыра. Мин иһә Фәнилгә өндәшәм:
– Ҡара, ә һин төнгө клубҡа ни өсөн йөрөйһөң?
Егет, яуабын күптән әҙерләп ҡуйғандай, шунда уҡ әйтеп һалды:
– Әллә... Берәй ҡыҙ менән танышырға ине ниәт.
– Ә ниңә театрҙа йәки башҡа урында түгел? – тип тағы һорау бирәм.
– Унда уңайһыҙ ҙа инде... Нисек тота килеп театрҙа ҡыҙға һүҙ ҡушмаҡ кәрәк? Өҫтәүенә... – Ул ниңәлер ошонда шымып ҡалды, һораулы ҡарашымды күргәс, дауам итте. – “Төшөрөп” алмайынса оялам мин танышырға...
– “Төшөргән”дәр менән танышамы һуң ҡыҙҙар?..
– Эйе былай. Үткәндә берәүһе менән йөрөй ҙә башлағайныҡ. Тик оҙаҡҡа һуҙыл­маны, ташлаштыҡ... Юҡ, мин белмәйем уларға нимә кәрәк икәнен, аңлай алмайым... – тип ауыр һулап ҡуйҙы.
Шул арала эргәгә йәнә бер егет килеп баҫты. Фәнилдең танышы булып сыҡты. Асыҡланыуынса, эшләп йөрөй икән. Уға ла һорауым табылды:
– Дискотекаға йыш йөрөйһөңмө?
– Нисек тура килә инде. Былай айына ике тапҡыр булһа ла һелкенеп алырға тырышам.
– Тимәк, бейергә киләһең инде?
– Эйе, гел генә өй менән эш араһында йөрөп ялҡыта бит. Арыған хәлдә лә бында нисектер ял иткәндәй тоям үҙемде, бейеүҙән тән яҙылғандай була.
Бер аҙ һөйләшә биргәс, бейергә төштөк. Унан һуң ситтән генә барыһын да күҙәтеп торған өс ҡыҙ эргәһенә барып һүҙ ҡуштым:
– Күңелһеҙме әллә?
– Юҡсы, бейей торғас, хәл генә бөтөп китте, – тип яуапланы береһе. Исемдәрен һорашҡас, үҙҙәрен Алмабикә, Туҡмасбикә һәм Гөлбаныу тип көлөштөләр. Юғары уҡыу йортонда белем алалар, әле сессиялары башланған, бында иһә стрестан арынырға килгәндәр икән.
– Ә ни өсөн нәҡ төнгө клубҡа? – һорауҙарым арта бара.
– Беләһеңме, нисектер үҙ мөхитең кеүек бында. Рәхәтләнеп бейейһең, күңел асаһың һәм бер кем дә һине тикшереп йөрөмәй. Өҫтәүенә барыһы ла тиҫтер тиерлек. Ә концерт йәки шул уҡ КВН-дарҙа былай түгел бит... Улай булғас, ҡайҙа барайыҡ тағы?..
– Йәнә музыка ла тик башҡортса бында. Ғөмүмән, башҡорттар ғына йөрөй ошо дискотекаға, – тип әхирәте лә һүҙгә ҡушылды.
Уҡыуҙан тыш берәй ҡайҙа эшләйҙәрме икәнен һорашҡас, баш ҡына һелкеп ҡуйҙылар. Бары береһе өҫтәп, стипен­дияһының ярайһы яҡшы булыуын белдерҙе. Яуабынан башымда “бының өсөн яҡшы уҡырға кәрәк бит әле” тигән уй уҙҙы.
Шул саҡ башҡортса дәртле бейеү көйө башланды. Барыһы ла тиерлек майҙан­сыҡҡа урғылды һәм тыпырлата баҫып бейергә кереште. Ҡулға-ҡул тотоношоп түңәрәк буйлап та әйләнеп ала, парҙарға бүленеп тә өйөрөлә үҙҙәре. Ҡарап тороу­ҙан ғына ла хатта дәрт артҡандай була. Шул арала ситтән генә күҙәтеп торған Фәнилде бер ҡыҙ ҡулынан тотоп бейергә алып төштө. Егет өсөн ҡыуанып та ҡуйҙым үҙем. Ләкин ҡыҙ икенсе берәүҙе лә бейергә әйҙәгәс, Фәнил, эргәмә килеп, “Мин ҡайттым” тине лә, сығыу яғына атланы.
Был бейеү тамамланғас, мин йәнә ситкә барып баҫтым. Шул ваҡыт барға таянып ултырған бер ҡыҙ менән егет эргәһенә тәртип һаҡсылары килеп, хәлдәрен һораша башланы:
– Һеҙ артыҡ эсеп ташлағанһығыҙ түгелме?
Был һорауҙарынан албырғап китте шикелле тегеләр: һикереп тигәндәй ултырған ерҙәренән торҙолар, ләкин арттарынса бер ултырғыс түңкәрелде. Ҡыҙ менән егет тәртип һаҡсыларынан күҙҙәрен дә алмай икәүләшеп ултырғысты күтә­рергә үрелде һәм, үҙҙәре лә аңғарма­йынса, баштүбән ултыртып ҡуйҙы. Арттарынан күҙәткән һаҡсылар бер-береһенә ҡарап көлдө лә быларҙы сығыу яғына оҙата башланы. Егет менән ҡыҙ нисек кенә ҡарышмаһын, тик тәртипте һаҡлар өсөн башҡаса бында ҡала алмайҙар ине. “Ятаҡта йәшәп, тағы уныһына инә алмай йөрөһәләр...” тигән борсоулы уйҙар менән оҙатып ҡалдым уларҙы. Һуңғараҡ тәртип һаҡсылары йәнә бер егетте ҡултыҡлап тышҡа сығарҙы. Ә башҡалар иһә бер-бер артлы алмашынған көйгә бейей бирҙе.
Берәүҙәре оҙаҡламай ҡайтыу яғына ла ыңғайлар, икенселәр дискотека тамамланғансы, таңғы алтығаса ошонда ваҡыт уҙғарыр. Икенсе аҙнаға күптәр тағы ошонда тупланыр ҙа бергәләп бейер...