Сафлыҡты, ныҡлыҡты һынаған быуат

31-01-2017, 03:55 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Сафлыҡты, ныҡлыҡты һынаған быуат Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнә
Яңыраҡ “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығын билдәләүгә әҙерлек барыуы тураһында һөйләнеләр. Бер быуатлыҡ юбилей быйылғы декабргә тура килә. “Төбәктең мосолмандар идаралығы 1936 йылда тарҡатылған булған, 1992 йылдан иһә тергеҙелә башланы. Бына инде сирек быуат дауамында халҡыбыҙ аңына хаҡ дин төшөнсәһен һеңдерергә тырышабыҙ. Төп маҡсатыбыҙ – рухлы, иманлы йәштәр үҫтереү. Әгәр саф күңелле, илһөйәр, Аллаһ тарафынан бар ҡылынған һәр нәмәгә мөхәббәтле балалар тәрбиәләһәк, бар илебеҙ тыныслыҡта, татыулыҡта йәшәйәсәк”, – тине Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин.
Башҡортостанда Ислам диненең таралыуы тарихына килгәндә, белеүебеҙсә, ата-бабабыҙ уны 310 һижри, 922 миләди йылда тәүләп ҡабул иткән. Ғәрәп йылъяҙмасыһы Ибн Фаҙландың мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, Алмасхан исемле Болғар батшаһы хәлифә Мөхтәдир Билләһигә төбәккә ғалимдар ебәреүен һорап мөрәжәғәт итә. Диндарҙар, юлда ҙур ауырлыҡтар үтеп, ҡатмарлы хәлдәргә осрап, бик оҙаҡ килә. Беҙҙең Башҡортостандың көньяғынан үтеп китәләр. Шунда бер башҡорт егете менән күрешәләр, милләттәшебеҙ уларҙан “Ихлас” сүрәһен өйрәнеп ҡала.
Ун бер быуаттан ашыу ваҡыт эсендә динебеҙ тормошобоҙға шул тиклем ныҡ үтеп ингән. Ислам – йәшәү рәүешебеҙ. Уның ҡанундары тормош нигеҙен билдәләй: татыулыҡҡа, берҙәмлеккә, йән-тән сәләмәтлегенә ынтылыу, һәр саҡ изге уй-ниәттә ғүмер итеү, насар холоҡ-ғәҙәттән йыраҡ тороу, бер-береңә иғтибарлы, ихтирамлы булыу, мәрхәмәтлелек, намыҫ, яуаплылыҡ... Динебеҙ талап иткән ғәмәлдәр иһә ошо сифаттарҙы нығытыуға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, Ураҙа – сабырлыҡҡа һынау, ҙур тәрбиә мәктәбе. Был ғәмәлдә фарыз ителгән сәхәрҙе алайыҡ. Уның нигеҙендә шундай хикмәттәр ята: иртәнге ризыҡты ҡалдырырға ярамай; ҡояш ҡалҡмаҫ элек тороп эш башлау уңышҡа илтә. Намаҙ уҡыу ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәтә...
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына килгәндә, уның тарихы 1788 йылдың 22 сентябренән — батшабикә Екатерина II Өфөлә Ырымбур мосолман диниә йыйылышын ойоштороу тураһын­дағы указға ҡул ҡуйған көндән — башланған. Был документта мосол­мандарҙың империяның тулы хоҡуҡлы вәкиле булғаны ғына түгел, ә уның дәүләт булараҡ аяҡҡа баҫыуындағы ҙур өлөшө танылған. Указға ярашлы, ата-бабабыҙ үҙәге Өфөлә урынлашҡан дөйөм Рәсәй диниә идаралығын булдырыу мөмкинлеген алған. Был — ил тарихында ҙур ваҡиға. Бер яҡтан ҡарағанда, мосолмандарҙың күңелен­дәге күптәнге хыялы тормошҡа ашһа, икенсенән, дини ойошма булдырыу халыҡтың рухи үҫешенә генә тәьҫир итмәй, ә дәүләтте иҡтисади, сәйәси йәһәттән нығытыуға нигеҙ һала. Тарихтан да беләбеҙ, әле лә күреп торабыҙ: Рәсәй һәр ваҡыт үҙгәреш юлында, етәкселәр ҙә алмашына, әммә Ислам, халҡыбыҙҙы туплаған юғары көс булараҡ, үҙ урынында ҡала килә.
Совет осоронда динебеҙ, һис шикһеҙ, өлкәндәрҙең эске һиҙемләүенә, Исламға ҡарата ҡанға һеңгән ҙур ихтирамға, киләсәк быуын алдындағы яуаплылыҡ тойғоһона таянып һаҡланып ҡалған. Күркәм тәрбиә һүҙ түгел, күңел аша тапшырылған. Хәйер, Ислам диненең асылы ла тап шунда. Рухи тәрбиә ул.
Йыш ҡына шундай күренешкә тап булабыҙ: яҡшының эргәһендә яман өйөрөлөп йөрөй. Мәҫәлән, ағас-ҡыуаҡты, баҫыуҙарҙы ҡоротҡос бөжәктәр ашай, йәшелсә, еләк-емеште лә төрлөһө һағалай. Шуның шикелле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, изгеләрҙән-изге динебеҙ ҙә төрлө ҡаршылыҡҡа дусар. Совет осоронан һуң тергеҙелеп кенә килеүенә ҡарамаҫтан, әле лә ауырлыҡтарға осрап тора. Традицион динебеҙҙе төрлө ағымдарға бүлгеләү, ҡайһы берәүҙәрҙең Исламды үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып, ҡурҡыныс ғәмәлдәр ҡылыуы, боҙоҡ күңелен рухи ҡиммәтебеҙ менән ҡапларға тырышыуы һәм башҡа кире осраҡтар – быға аныҡ дәлил. Ошондай яуыз, мәкерле кешеләр тотош йәмғиәтте бысрата, динебеҙгә ҡара яға.
Бер-береһен яманлап, батырырға тырышып, үҙен барыһынан өҫтөн күреп йөрөгәндәрҙе лә, һис шикһеҙ, ҡоротҡос бөжәктәргә тиңләргә мөмкин. Бәғзе­ләренең диндар булып күренергә тырышыуы айырыуса хафаға һала. Улар Исламдың, халыҡтың киләсәген уйлаймы? Донъяның тыныслығын хәстәр­ләйме? Милләттәр үҙ-ара татыу йәшәһен өсөн тырышамы? Балаларға яҡты яҙмыш теләйме? Үҙенекен алға ҡуйып, күҙен йомоп тигәндәй алға үрмәләгән, ҡаршылыҡ күрһәткәнде иҙеп-тапап үтергә әҙер монафиҡтарҙың дингә ниндәй мөнәсәбәте бар?
Әммә күреп торабыҙ: һуңғы йылдарҙа халыҡ күпләп дингә ҡайта. Милләтте, ерҙе, телде, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең тотороҡлолоғон, тән һәм йән сәләмәт­леген һаҡлау, иҡтисади үҫеш, социаль күтәрелеш һәм башҡа маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙың нигеҙендә фәҡәт дин ятыуын халҡыбыҙ төшөнә башланы. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр (улар айырыуса ҡалала осрай) быға һаман ҡаршы. Улар динде сәйәсәт, иҡтисад, мәғариф кеүек айырым бер тармаҡ тип ҡарай. “Гәзиттә был темаға артыҡ күп яҙаһығыҙ”, – тип әйткәндәр ҙә бар. Ғәмәлдә дин – тармаҡ түгел, ә йәшәү рәүеше, тәрбиә өлгөһө. Ул барлыҡ өлкәләргә үтеп инһә, тормошобоҙ күпкә ыңғай яҡҡа боролош алыр, бер-береңә насар мөнәсәбәт, ялғанлыҡ, уғрылыҡ, ике йөҙлөлөк, намыҫһыҙлыҡ, ялҡаулыҡ, яуапһыҙлыҡ, тәкәбберлек һәм башҡа кире сифаттар юҡҡа сығып, үҫеш мөмкинлеге артыр ине. Бөйөк “Ҡөрьән Кәрим”дә бөтөн тармаҡтарҙың эшмәкәр­легенә бәйле аҡыл тупланған.
Ауылдарҙың тамырын һаҡлау, халыҡты хаҡ юлға әйҙәү маҡсатында иман йорттары төҙөү күркәм күренешкә әүерелде. Был эште күберәк хәлле кешеләрҙең атҡарыуы мәғлүм. Аҡсаһын изге ниәттә, халыҡ мәнфәғәтендә тотоноп, улар күпме игелек ҡыла, рәхмәт ала!
Исламдың үҫешенә бәйле барлыҡ яҡшы башланғыстарҙы дауам итеү, кире күренештәрҙе бөтөрөү маҡсатында Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағында бөгөн мәғариф, тышҡы хеҙмәттәшлек һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр, йәштәр, хаж бүлектәре эшләй, шулай уҡ Көньяҡ Урал буйынса вәкиллек булдырылған. Бындағы “Хәләл” стандарты буйынса комитет, мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә беренселәр иҫәбендә төҙөлгәйне. Назарат дәүләт органдары, ижтимағи берекмәләр, белем биреү ойошмалары менән үҙ-ара мөнәсәбәткә һәр саҡ ҙур иғтибар бүлә. “Ошо йылдарҙа беҙҙә 38 мөхтәсибәт, ҡазыят, рәсми теркәлгән дүрт мәҙрәсә асылды”, – тип белдерҙе назарат рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп хәҙрәт Бибарсов.
Йөҙ йыллыҡтың саралар планына бик күп эш индерелгән: фәнни-ғәмәли конференциялар, күсмә семинарҙар, йәштәр менән осрашыуҙар... Апрелдә үк Өфөләге “Фәхретдинов уҡыуҙары”на илебеҙҙең төрлө тарафтарынан Ислам белгестәре, тарихсылар, ғәрәп телен өйрәнеүселәр һәм дин эшмәкәрҙәре йыйыласаҡ. Көҙгә тағы ла өс конференция, “түңәрәк өҫтәл”дәр, спорт ярыштары, йәштәр форумы һәм башҡа акциялар булыуы көтөлә. Юбилей тантанаһына ҡарата Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты тарихына арналған ҙур китап та нәшер ителәсәк. Әле уны әҙерләү менән бик күп ғалим, белгестәр мәшғүл.
Дәүләт менән дин араһында уртаҡлыҡ юҡ, тиһәләр ҙә, был фекер һуңғы йылдарҙа ныҡлығын юғалта бара. Киреһенсә, ике төшөнсәнең бер-береһенә тығыҙ бәйлелегенә аныҡ дәлилдәрҙе йыш күрәбеҙ. Бер нисә йыл элек Мәскәүҙәге Йәмиғ мәсетенең реконструкциянан һуң асылыуы уңайынан ойошторолған тантаналы сарала сығыш яһап, Рәсәй Президенты Владимир Путин иман йорттарының күп милләтле Рәсәй өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә икәнлеген билдәләгәйне. “Илебеҙҙә төрлө халыҡ, дин вәкилдәре дуҫ-татыу йәшәй икән, бында, һис шикһеҙ, мосолман өммәтенең өлөшө ҙур, – тине ил башлығы. – Традицион Ислам – Рәсәй­ҙәге рухи тормоштоң айырыл­ғыһыҙ таянысы. Уның тәрбиәүи ҡиммәттәре кешеләрҙе мәрхәмәтле, ғәҙел булырға, яҡындарыңды хәстәрләргә өйрәтә. Былар барыһы ла – именлектең нигеҙе”.