“Илле өс йыл бергә булдыҡ”

8-02-2017, 03:48 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Илле өс йыл бергә булдыҡ” Убалар ауылы тәбиғәттең һоҡланғыс бер мөйөшөндә урынлашҡан. Ҡасандыр төрлө тарафтарҙан күсеп килгән атай-олатайҙар төйәгендә бөгөн вариҫтары донъя көтә. Оло быуын вәкилдәре инде тарих булып хәтер төпкөлөндә һаҡланған был мәлдәрҙе әле лә онотмай, ошо хаҡта иҫкә төшөрөп һөйләп ала.
Һикһән йәшлек Бибиәсмә Абдулли­наның йөрәк түрендә иҫтәлекле ва­ҡиғалар, хеҙмәттең уртаһында ҡай­наған йылдар әле булһа онотолмай.
Юлыҡ ауылы һылыуы дүрт бала араһында үҫә, атаһы һуғышҡа киткәс, бер генә хаты килә. Әсәһе Асия Ҡотдос ҡыҙы менән әсенеп уҡыйҙар уны: “Һуғыш утына барып керҙек, йәһәннәмдең үҙе был, иҫән ҡайтып булмаҫ...” Михнәт, ауырлыҡтар аша ғәзиздәренә етемлек төҫө индермәү өсөн әсәһе колхоз эшенә күмелә. Ҡайғы-хәсрәтте бергәләп күтәрә улар.
Еҙем-Ҡаранда 10-сы класты тамамлағас, ҡыҙҙың артабан уҡырға теләге көслө булһа ла, баш ҡалала йәшәү урыны булмауы, ике йыл мотлаҡ производствола эш стажы талап ителеүе уның ниәтен тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. Шуға күрә әхирәттәре менән Өфөлә 3-сө тресҡа кирбес заводына урынлаша һәм ярты йыл ауыр эш башҡара. Май байрамы яҡынлашҡанда ауылға ҡайта. Шунда ул Аҫҡын ауылынан ҡунаҡҡа килгән Мәхәмәтдин Мәхәмәтулла улы менән таныша. Егет был сибәр ҡыҙға тәү күреүҙән ғашиҡ була.
Йәштәр башта Аҫҡында йәшәй. Бибиәсмә Шәйхетдин ҡыҙы баш­ланғыс кластарҙа уҡыта. Убаларға урмансы­лыҡта эшләгән хәләле ошо хозур ергә килеп төпләнергә ҡарар итә. Бер-бер артлы биш балаға атай-әсәй булып, өйҙәренә ҡот, бәрәкәт өҫтәлә. Ғаилә башлығы байтаҡ ғүмерен урман хужалығына арнаһа, Бибиәсмә апай мәктәптә йәш быуынға белем биреүҙә ең һыҙғана. Икәүләп магазинда ла эшләп алалар. Һуңынан, хаҡлы ялға сыҡҡансы, 21 йыл урмансылыҡты тергеҙеүҙә үтә.
—“Сәйетбаба урмансылығы” һаман онотмай, байрамдарҙа, Оло йәштә­ге­ләр көнөндә бүләктәре, ҡотлауҙары менән һөйөндөрә, – ти ағинәй. — Ҡай­ғы-хәсрәттәр бөгөп алғыланы, ике улымдың, терәк-таяныс иремдең вафатынан һуң бигерәк ауыр, әлдә фельдшерыбыҙ һәм улдарым Азамат, Ғайса, Нурия ҡыҙым һәм 24 ейән-ейән­сәрем, бүлә-бүләсәрем бар, уларһыҙ ни эшләр инем? Заманында алтын туй­ҙар үткәрҙек, ил Президентынан, урын­дағы етәкселектән Ҡотлау хаттары алдыҡ, бергә 53 йыл йәшәлгән тигеҙ ғүмер юлдарында Мәхәмәт­динемдең яҡшылығы ғына ҡалды, мине бик ихтирам итә ине. Тәмәке тартманы, насар ғәҙәттәрҙе һөйһөнмәне. Шуға ла уны күп­тәр хөрмәт итте, – тип иҫкә ала уҙған ғүмерен хеҙмәт ветераны.