Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
... Алимент түләмәһәң
Ғаиләнән ситтә йәшәүҙән файҙаланып, атайлыҡ йәки әсәйлек бурысын үтәмәгәндәр өсөн законға үҙгәрештәр 2013 йылдан алып индерелгәне юҡ ине. Әммә ғаилә институтын яҡлау сәйәсәте нигеҙендә ҡабул ителгән 2025 йылға тиклемге концепция ошо йүнәлештә күп үҙгәреш индерҙе.
Был документ алимент түләү тәртибенә, шул иҫәптән алимент түләүҙән ҡасып йөрөгәндәргә ҡарата яза биреүгә лә ҡағыла. Статистика мәғлүмәттәренә ҡара­ғанда, фәҡирлек сигендә йәшәгән сабыйҙар аҙ түгел, быға, бүтән сәбәптәрҙән тыш, ата-әсәһенән алимент ала алмауҙары ла сә­бәпсе. Күптән түгел алимент түләргә теләмәүселәрҙе автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһындағы ҡарар ҙа ғәмәлгә инде. Халыҡтың күпселеге автомобиль йөрөтөүен иҫәпкә алғанда, был йоғонтоло ғына яза булмаҡсы.
Алимент түләмәү өсөн ниндәй ҙә булһа сәбәп, ғөмүмән, законда ҡаралмаған. Дөрөҫ, алиментсы үҙ бурысының йыйылыу сәбәбе (мәҫәлән, сирләүе) тураһында судҡа мөрәжәғәт итеп аңлатырға хоҡуҡлы, ләкин бер суд та уны алимент түләүҙән азат итмәйәсәк, фәҡәт бурысын түләтеүҙе кисектереп торорға һәм төрмәгә ултыртмаҫҡа ғына мөмкин.
Бындай бурысын үтәмәгәндәр өсөн иң йомшаҡ яза – ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү һәм сит илгә сығыуҙы тыйыу. Тик юристар уларҙы йоғонтоло сара тип иҫәп­ләмәй: алимент түләмәүсе былай ҙа балаға ҡарата вайымһыҙлығын күрһәтә, шуға күрә ата-әсәлек хо­ҡу­ғынан тороп ҡалыуына ҡайғы­рыуы икеле. Сит илгә лә һәр кем сыҡмай, хәҙер эске туризмды үҫтереүгә йүнәлеш алдыҡ.
Ҡаты язаға, йәғни енәйәт яуаплылығына тарттырыу өсөн түбәндәге шарттар кәрәк:
– дәғүәсенең (күпселек осраҡта – әсәйҙәрҙең) алимент түләттереү тураһындағы ғариза менән судҡа мөрәжәғәт итеүе;
– алимент ярты йыл дауамында түләнмәһә (балаға ара-тирә алып биргән бүләктәр бында иҫәпкә инмәй);
– бурыслы атай-әсәй үҙенең килемен йәшерергә тырышһа.
Ошондай бурысын үтәмәгән өсөн алиментсыны бер йылға саҡлы төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал. Яҡын киләсәктә ул ике-өс йыл тәшкил итәсәк, шундай закон проекты әҙер ҙә инде. Төрмәгә ултырғас та алиментсы түләү бурысынан ҡотола алмай.

...Коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысың йыйылһа
Торлаҡты хеҙмәтләндергән өсөн хаҡтар йылдан-йыл арта бара, сөнки коммуналь хужалыҡтарҙың сығымдары ла күтәрелә. Улар өҙлөкһөҙ эшләй алһын өсөн, йылылыҡ, һыу, газ һәм башҡа ресурс­тар өсөн түләүҙе лә тотҡарларға ярамай. Был бурыстарҙың йыйылыуына юл ҡуйыу ҙа хоҡуҡ боҙоуға инә.
Рәсәй закондарына ярашлы, коммуналь хеҙмәттәр өсөн һәр айҙың 10-ына саҡлы иҫәпләшеү талап ителә. Һуңлағандарға тәүҙә штраф санкциялары ҡулланалар. Түләү датаһын ашып киткән һәр көн өсөн Үҙәк банктың рефинанслау ставкаһының 1/300 өлөшө күләмендә пеня өҫтәлә бара. Был күләм, әлбиттә, дөйөм бурыс суммаһынан алып иҫәпләнә. Был ғына һеҙҙе ҡурҡытмаһа, суд аша барлыҡ бурысты бер юлы түлә­тергә мәжбүр итәсәктәр. Был суммаға, тәбиғи, суд сығымдары ла өҫтәлә.
Артабанғы сара – ҡайһы бер коммуналь хеҙмәттәрҙе сикләү йәки хатта туҡтатыу. Был осраҡта коммуналь хеҙмәткәрҙәргә һыуыҡ һыу һәм йылы биреү крандарын ябыу ғына тыйыла. Ошондай ҡарар ҡабул ителеү тураһында фатир хужаһына мотлаҡ алдан иҫкәртеү ҡағыҙы килергә тейеш. Иҫкәртеү яһалып 30 көн үткәс тә ресурстар биреүҙе туҡтата баш­ларға мөмкин. Улар менән ҡабат­тан тәьмин итеү бурысты тулы­һынса ҡаплап бөткәндән һуң ике тәүлек эсендә башҡарыла.
Ошонан һуң да бурысты тү­ләргә ашыҡмаһалар, фатирҙан ҡыуып сығарыуҙары ла ихтимал. Тик был сара фатирҙы ҡуртымға алыусыларға ҡарата ғына ҡул­ланыла. Бәхеткә күрә, Рәсәй закондары күсмә милек хужаһын мөлкәтенән мәхрүм итеүҙе тыя. Әлеге ваҡытта ундай милексегә ҡарата штраф ҡулланыу буйынса тәҡдимдәр ҙә бар, әммә бөгөнгә улар ҡануниәт итеп ҡабул ителмәгән.
Әгәр ҙә...
....ОСАГО полисын оҙайтырға онотһаң
Автомобиль менән ОСАГО полисы булмайынса идара итеү тыйыла, ләкин сираттағы полис ғәмәлдән сығып өлгөргәндә йәки ул өйҙә онотолоп ҡалғанда нимә эшләргә?
Ҡануниәткә ярашлы, транспорт сараһы һатып алып йөрөтә башлағас та шофер ун көн эсендә ОСАГО полисы алырға бурыслы. Ул бик уңайлы: юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле тип таныл­ған хәлдә икенсе шоферҙың автомобиленә килгән зыянды һи­нең өсөн страховкалау компа­нияһы түләй.
Инспектор туҡтатҡан саҡта полисығыҙ булмаһа, штраф әллә ни ҙур түгел – 500 һум ғына. Әммә бында штрафтан да ҡурҡыны­сыраҡ нәмә бар – автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү­ҙәре лә ихтимал, йәғни инспектор машинаңдан дәүләт теркәү номерын алырға һәм автомобилде штраф туҡталҡаһына оҙатырға ла хоҡуҡлы. Тағы ла хәүефлерәге: юл-транспорт ваҡиғаһында үтә бәхәсле һәм сетерекле хәлдәр ҙә килеп сыҡҡылай, тимәк, ғәйепле тип таба ҡалһалар, ә теге автомобиль зиннәтле сит ил маркаһы булып сыҡһа, уның шоферына килгән зыянды нисек түләргә? Машинаңды һатыпмы? Шуға күрә был осраҡта бер генә кәңәш бирергә мөмкин: ОСАГО полисын үҙ ваҡытында оҙайтыу зарур.
Ҡайһы саҡта: “Әгәр ҙә аварияла икенсе шофер ғәйепле тип таныл­һа, ә минең ОСАГО полисым булмаһа, машинама килгән зыянды ул шофер түләргә тейешме?” – тип һорайҙар. Әлбиттә, тейеш, сөнки Рәсәйҙең Граждандар кодексын бер кем дә юҡҡа сығармаған бит әле. Ләкин был осраҡта, ғәйеплеһеңме-түгелме, полисың булмаған өсөн штрафтан ҡотолоу сараһы юҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 26

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 28

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 73

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 29

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 26

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 26

Архангел балы тәмле

Архангел балы тәмле 13.12.2018 // Йәмғиәт

Архангел районының “Архангел ҡайнатмалары” (“Архангельские варенья”) йәмғиәте етештергән ризыҡтар...

Тотош уҡырға 32

“Тәгәрмәсле” магазин...

“Тәгәрмәсле” магазин... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында махсус маршрут буйынса хәрәкәт итеүсе күсмә автомагазин эшләй башланы....

Тотош уҡырға 39

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 570

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 149

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 38

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 36