Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Туйҙа саңғыла шыуҙыҡ”
“Туйҙа саңғыла шыуҙыҡ” Бөгөн бөтә донъя Изге Валентин йәки Ғашиҡтар көнөн билдәләй. Был көндә беҙ яҡын кешеләребеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы мөхәббәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Күптәр Ғашиҡтар көнөн хис-тойғоһон асыр өсөн көтөп ала. Бер көн генә булһа ла икенсе яртыңды һөйөндөрөү көндәлек тормошҡа сағыу биҙәк өҫтәй, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығыта.
Һуңғы арала туйҙарын сит илдә үткәреүселәр күбәйҙе. Был осраҡта ике ҡуяндың ҡойроғон бер уңай тотаһың – никах байрамын да уҙғараһың, ял да итеп ҡайтаһың. Йәштәрҙең күбеһе туйҙарын үҙенсәлекле итеп үткәреү яҡлы. ЗАГС-та яҙылышып, һәйкәлдәр янында фотоға төшөп, кискә байрам итеү менән генә сикләнмәйҙәр. Был мәсьәләгә бик етди ҡарап, алдан сценарий төҙөйҙәр. Хатта кәләш менән кейәү бейеү түңәрәгендә махсус шөғөлләнеп, туйҙарында ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырған осраҡтар бик күп. Ә иң мөһиме – йыш ҡына туйҙар ниндәй ҙә булһа тематикаға бағыш­лана.
...Алексей менән Регина бала саҡтан ике тәгәрмәсле транспорт менән ма­уыға. Велопарадта ҡатнаш­ҡанда танышалар. Уртаҡ ҡыҙыҡһы­ныуҙары йәштәрҙе ҡауыштыра. Ғөмүмән, йәштәр спорт менән йәшәй, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Ҡыш тау саңғыһында шыуһа­лар, яҙғы ташҡын ваҡытында кәмәлә йөҙәләр, йыл әйләнәһенә велосипедта йөрөйҙәр. “Эҫе көндә генә түгел, хатта ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла велосипедта йөрөп килмәһәк, күңелебеҙ булмай. Ул – беҙҙең өсөн алыштырғыһыҙ транспорт”, – ти Регина.
Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң Алексей Регинаға тәҡдим яһай. Туй­ҙа­рын уларҙы таныштырған, ҡауыш­тырған ике тәгәрмәсле транспортта үткәрергә булалар. Туй көнөн 2013 йылдың 7 ию­нендә яһайҙар.
“Атай-әсәйем бындай идеяға ҡар­шы булманы, әммә үҙҙәре велоси­педҡа ултырманы. Барлыҡ дуҫтары­быҙ беҙгә ҡушылды. 70 велосипедсы ҡала урамдарынан үтте. Бөтә халыҡ беҙгә хайран ҡалды. Балдаҡтарҙы бер-беребеҙгә Салауат Юлаев май­ҙанындағы фонтан күперендә бүләк иттек. Туй мәжлесен тынсыу ресторанда түгел, асыҡ һауала үткәрҙек. Тантана күңелле уйындар, матур урын­дарҙа фотоға төшөү, һүрәт төшө­рөү менән хәтеребеҙҙә ҡалды. Минең гөлләмәм елгә таралып бөттө – шуны­һы үкенес. Ғөмүмән алғанда, беҙ барыһынан да ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Ника­хы­быҙҙың юбилей көнөндә ҡунаҡтары­быҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы саҡырып, ошолай уҡ ҡала урамдарынан үтергә уйлайбыҙ”.
...Резида менән Алексей Сухолобовтар 2014 йылдың 14 февралендә яҙылышҡан. Мөхәббәт тарихы мәктәп йылдарында башлана. Оҙаҡ дуҫла­шып йөрөгәндән һуң, Алексей ҡыҙға тәҡдим яһай. “Беҙ икебеҙ ҙә бер урында ултырырға яратмайбыҙ, әүҙем спортты үҙ итәбеҙ. Йыш ҡына сәйәхәт ҡылабыҙ. Һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы шөғөл уйлап табабыҙ.
Икебеҙ ҙә тау саңғыһы менән мауы­ғабыҙ. Күңелле булһын тип, туйыбыҙ­ҙы тау һыртында ойошторҙоҡ. Яҙы­лышҡас, Резида менән саңғыла шыу­ҙыҡ. Ҡунаҡтарыбыҙ ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Иң бәхетле көндәреңдең береһен яратҡан шөғөлөңә арнау – икеләтә ҡыуаныс. Беҙҙең өсөн Ғашиҡтар көнө – иң сағыу, күркәм, тәьҫораттарга бай байрамдарҙың береһе, икеләтә байрам. Шуға Изге Валентин көнөн көтөп алабыҙ, бер-беребеҙгә бүләктәр әҙерләйбеҙ. Был көн йыл да нин­дәйҙер мөғжизә алып килгән кеүек”, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Сухолобовтар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 4

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 16

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 26

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 25

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 23

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 21

Архангел балы тәмле

Архангел балы тәмле 13.12.2018 // Йәмғиәт

Архангел районының “Архангел ҡайнатмалары” (“Архангельские варенья”) йәмғиәте етештергән ризыҡтар...

Тотош уҡырға 25

“Тәгәрмәсле” магазин...

“Тәгәрмәсле” магазин... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында махсус маршрут буйынса хәрәкәт итеүсе күсмә автомагазин эшләй башланы....

Тотош уҡырға 32

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 552

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 142

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 38

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 36