Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балҡыны ла һүнде йондоҙҙар…
…Көмөш сәсен килешле генә итеп тараған уҡытыусыбыҙ, һомғол кәүҙәһен һәр ваҡыттағыса тура тотоп, студенттарға яңы теманы аңлата. Илле пар күҙ айырым бер ҡыҙыҡһыныу менән уға төбәлгән, уҡытыусының һәр һүҙен мейеләргә һеңдереп ҡалдырырға тырыша…
Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм фольклорсы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләй­мәнов үткәргән фольклор дәрестәре кисә генә булған кеүек күҙ алдында тора. Үҙенә генә хас ыҫпайлыҡ һәм ихласлыҡ менән арбай белде ул йәштәрҙе. Айырыуса ҡыҙҙар Әхмәт ағай өсөн үлеп торҙо.
Нәҡ уның аша туған халҡыбыҙҙың бай фольклоры менән таныша алдыҡ һәм күп нәмәгә башҡаса ҡарай башланыҡ. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө төбәктә­ренән йыйылған егеттәр һәм ҡыҙҙар, башҡорттарҙың туй йолаһы буйынса бик күп материал туплап, уларҙың үҙенсә­лектәрен анализлай, айырмалыҡтарын билдәләй, һығымта яһай инек.
Көньяҡ Уралдың Һаҡмар буйы башҡорт­тарында ҡыҙ йәрәшеүҙән алып уны кейәү йортона оҙатыуға ҡәҙәр оло йәштәге инәй-олатайҙарҙан яҙып алынған фольклор яҙмаларыма айырыуса иғтибар биргәйне Әхмәт Мөхәмәтвәли улы. “Халҡыбыҙҙың тел нескәлектәрен тоя һәм урынлы ҡуллана беләһең, ҡустым. Йыр-таҡмаҡтарҙың, әйтем-мәрәкәләрҙең асылын тәрәндән аңлап, дөрөҫ баһа биреүең маҡтауға лайыҡ. Һин ошо йүнәлештә дауам ит, диплом эшеңде лә һайлаған темаң буйынса үҫтер!” – тип кәңәш иткәйне ул миңә, диплом алды эшем менән танышҡандан һуң. Тик мин әҙәбиәт кафедраһы мөдире, яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовтың тәҡдиме менән диплом эшен йәш ғүмере Йылайыр ерендә өҙөлгән күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың ғүмер юлы һәм ижады менән бәйле фольклор материалдарын өйрәнеүгә бағышланым. Һәм, Аллаға шөкөр, тип әйтәйем, остазда­рымдың фатихаһында уны уңышлы яҡланым.
Артабанғы ғүмер юлымда ла Әхмәт ағай Сөләймәнов менән осраштырғылап торорға насип булды. Иң иҫтә ҡалғаны уның етәкселегендә Баймаҡ районының Темәс ауылынан башлап Йылайыр районы үҙәгенә ҡәҙәр Бабич үткән юл буйлап республикабыҙҙың күренекле тел белгестәре, шағирҙары һәм журналистары менән берлектә ғилми экспедицияла ҡатнашыу булғандыр, моғайын. Һәр ауылда беҙҙе икмәк-тоҙ, ҡымыҙ-буҙа менән ҡаршы алып, клубтарҙа матур тамашалар күрһәттеләр (үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә яуапһыҙ ҡалманыҡ), милли аш-һыу менән һыйланылар. Муллаҡай ауылында дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, яҙыусы һәм шағир Ғабдулла Сәиди төҙөткән мәсеттә булып, диндарҙар менән осрашып, ауыл имамынан мәрхүмдәр рухына аят уҡытып, хәйер-саҙаҡа таратыу күркәм күренеш булды. Темәстә иһә мәҙәниәт усағында үткән ихлас осрашыу сараһынан һуң ҡунаҡханала Әхмәт ағайҙың риүәйәт-хикәйәттәрен тыңлап кинәндек. Төн уртаһы ауғансы һөйләне ул! Әле уйлап ҡуям да, ауылса ябай, һәр кемде үҙ тиңеләй күргән арҙаҡлы уҙаманыбыҙға тағы бер һоҡланам!
…Яҡташым, билдәле йырсы, тележурналист, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов та хәтеремә кешелекле һәм кеселекле сағыу шәхес булараҡ һеңеп ҡалды. Йыш булмаһа ла, уның ме­нән уңайы сыҡҡан һайын осрашып, хәл-әхүәл һорашып, һөйләшеп ала инек. “Шунан, ҡустым, эштәр барамы? Ижадта ниндәй яңылыҡтарың бар?” Ошо юлдарҙы яҙғанымда ла мин Фәрит ағайҙың ихлас йөҙөн күргәндәй, яғымлы тауышын ишеткәндәй булам. Туғандар булмаһаҡ та, яҡын күреп, ағайҙарса хәстәрлек менән һүҙ ҡушыр, урынлы кәңәштәрен бирер ине…
Фәрит Бикбулатов башҡарыуындағы йырҙар тәү ишеткәндән үк күңелемә һеңде һәм, йырсы булмаһам да, уларҙы йыш ҡабатлайым. Үҙе өсөн иҫән сағында уҡ ҡойолған мәңгелек рухи һәйкәл инде уның йырҙары!
Ике уҙаман, ике шәхес… Бер айҙа – мосолман календары буйынса изге мөхәррәм айында – баҡый донъяға юл алдылар… Йәндәре йәннәттә, урындары ожмах түрендә булһын халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өфөлә ер убылды

Өфөлә ер убылды 19.11.2018 // Йәмғиәт

Төндә баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә ер убылып, ике автомобиль зыян күрә. Ваҡиға Һаҙлыҡ...

Тотош уҡырға 8

Ниндәй ҡала иң таҙаһы?

Ниндәй ҡала иң таҙаһы? 19.11.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙәге миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында Өфө таҙалыҡ буйынса бишенсе урынды алды....

Тотош уҡырға 17

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған

Билдәле Рәсәй “йондоҙо” Баста китап яҙған 19.11.2018 // Йәмғиәт

Барыһына ла Баста исеме аҫтында билдәле булған йырсы Василий Вакуленконың ошо арала “Бэлла исемле...

Тотош уҡырға 24

Атайҙар кәңәш ҡорҙо

Атайҙар кәңәш ҡорҙо 18.11.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла районында икенсе йыл рәттән Атайҙар форумы үтә. Был юлы ул мәктәп уҡыусыларының иң яҡшы...

Тотош уҡырға 73

Был – спектакль түгел

Был – спектакль түгел 18.11.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн янғын һүндереүселәр Өфөләге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры...

Тотош уҡырға 82

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”!

Таныш булығыҙ, “Ситимобил”! 18.11.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың такси баҙарына “Ситимобил” компанияһы сығырға ниәтләй....

Тотош уҡырға 53

"Беҙҙең Зөләйха инәй"

"Беҙҙең Зөләйха инәй" 18.11.2018 // Йәмғиәт

Нуриман районының Байгилде ауылында ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләгән Зөләйха Гәрәеваны шулай тип...

Тотош уҡырға 42

Өс коопертив ярҙам алды

Өс коопертив ярҙам алды 18.11.2018 // Йәмғиәт

Иглин районының “Оло Теләк”, “Родное село”, “Иван-Казанка” ауыл хужалығы коопертивтары ауыл...

Тотош уҡырға 43

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте

Синоптиктар өс көнгә һауа торошон хәбәр итте 18.11.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн республикала аяҙлы-болотло һауа...

Тотош уҡырға 69

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә 18.11.2018 // Йәмғиәт

Һауа торошо шарттары насарайыу сәбәпле, республикала ваҡытлыса пассажир автобустары һәм маршрут...

Тотош уҡырға 90

Табиптар өсөн – 125 миллион һум

Табиптар өсөн – 125 миллион һум 18.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төҙөлөп ятҡан “Сулпан” биҫтәһен...

Тотош уҡырға 52

Мостай Кәрим алда бара

Мостай Кәрим алда бара 17.11.2018 // Йәмғиәт

Өфө аэропортына исем һайлау буйынса биш көн тауыш биреү барышында халыҡ шағиры Мостай Кәрим алда...

Тотош уҡырға 97