Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ИҪЕРЕКТӘРГӘ ҠАРАҒАНДА айныҡ битарафтар ҡурҡынысыраҡ икән…
ИҪЕРЕКТӘРГӘ ҠАРАҒАНДА  айныҡ битарафтар ҡурҡынысыраҡ икән… Йыл башында ғына республика юлдарында бихисап ҡот осҡос ваҡиға теркәлде. Күрәһең, балалар менән бәйле булғанғалыр, бигерәк тә Бишбүләк – Приютово юлындағы фажиғә иҫтә ҡалған. “Nissan Juke” автомобиле ҡаршы хәрәкәткә барып сыға ла “ГАЗ” йөк машинаһына бәрелә. Һөҙөмтәлә йөклө пассажир тән йәрәхәттәре ала, ә бына рулдәге йәш кенә ҡатындың һәм уның ике йәшлек улының ғүмере өҙөлөп ҡала. Автоледиҙы өйөндә өс айлыҡ ҡына икенсе сабыйы ла көткән. Ул саҡта республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов белдереүенсә, авария юлдың тейешле кимәлдә таҙартылмағанлығынан килеп сығыуы (төп сәбәп булыуы) ихтимал.
Ысынлап та, юлдарҙың насар торошо арҡаһында бихисап хәлдәр күңелһеҙ тамамлана. Улай ғына ла түгел, Башҡортостанда үткән йылда юл-транспорт ваҡиғаларының сәбәбе башлыса нәҡ ошо күренешкә бәйле икән. Был хаҡта һандар һөйләй. Статистика насар нәмә шул, дөрөҫөн яра ла һала.
Атап әйткәндә, былтыр төбәктә төрлө кимәлдәге 4 545 авария теркәлгән, уларҙың 1 600-ҙән ашыуы юлдарҙың һәм урамдарҙың ҡәнәғәтләнерлек хәлдә булмауынан килеп сыҡҡан. Әйткәндәй, был аварияларҙа 221 кеше һәләк булған, 2 247 кеше иһә тән йәрәхәте алған. Сағыштырыу өсөн бер күренешкә туҡталғы килә: иҫерек водителдәр арҡаһында шул уҡ ваҡыт арауығында, мәҫәлән, 412 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа йәмғеһе 81 ғүмер өҙөлөп ҡалған, 561 кеше тән йәрәхәте алған. (Әйткәндәй, үткән йылда 32 мең водитель эскән килеш тотолған). Һүҙ ҙә юҡ, юл ҡағиҙәләрен боҙған иҫерек йәки тиҙлек яратҡан водителдәр юлда айырыуса хәүеф тыуҙыра. Тик башта телгә алып үткән өс айлыҡ сабыйҙың етем ҡалыуында, уның саҡ йәшәй башлаған туғаны һәм әсәһенең үлемендә иҫерек ғәйеплеме, әллә айныҡ, әммә эшенә, үҙе йәшәгән йәмғиәткә битараф водителме?! Ә былтыр республика юлдарында һәләк булған 13 баланың үлемендә уларҙың күпме өлөшө бар икән?
Әйткәндәй, юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре килтергән статистикала ҡыуаныслы мәлдәр ҙә бар. Баҡтиһәң, дөйөм юл-транспорт ваҡиғалары ла, юлда һәләк булғандар менән тән йәрәхәте алған­дар һаны ла кәмей. Алдағы йылдарҙа ошо күрһәткестең тағы ла яҡшырыуын, “юл торошоноң насарлығы арҡаһында теркәлгән авариялар” графаһы йәнәшәһендә “0” һаны тороуын теләргә ҡалалыр.

Автор: Р. МАНСУРОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






TERRA BASHKIRIA – беренсе!

TERRA BASHKIRIA – беренсе! 21.11.2018 // Йәмғиәт

Быйыл апрелдә йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарылған Башҡортостандың TERRA BASHKIRIA туристик бренды...

Тотош уҡырға 33

Ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде

Ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде 21.11.2018 // Йәмғиәт

Республикала ҡотороу сире сығанағы табылды. Шул сәбәпле карантин иғлан ителде....

Тотош уҡырға 52

Көслө ел, һепертмә буран

Көслө ел, һепертмә буран 21.11.2018 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты “Башгидрометүҙәк”кә һылтанып, республикала елдең...

Тотош уҡырға 32

Һуңлап килгән үкенес

Һуңлап килгән үкенес 21.11.2018 // Йәмғиәт

Ғәфү үтенеп, хатаны төҙәтеп булмай икән......

Тотош уҡырға 81

Йырлай, бейей, шәл бәйләй

Йырлай, бейей, шәл бәйләй 21.11.2018 // Йәмғиәт

Һәүәҫкәр артист һалҡын һыу менән дә ҡойона....

Тотош уҡырға 72

Бәхет өсөн күп кәрәкмәй

Бәхет өсөн күп кәрәкмәй 21.11.2018 // Йәмғиәт

Әғзәмовтар эшен дә, йәшәр төйәген дә ошонда тапҡан....

Тотош уҡырға 53

Һәр көндән йәм табып, көс алып

Һәр көндән йәм табып, көс алып 21.11.2018 // Йәмғиәт

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры һаман сафта....

Тотош уҡырға 54

Һыуһыҙ ҡалғандар

Һыуһыҙ ҡалғандар 21.11.2018 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Балаҡатай районында коммуналь авария булды....

Тотош уҡырға 52

Баҡса йортонда йәшәргә яраймы?

Баҡса йортонда йәшәргә яраймы? 21.11.2018 // Йәмғиәт

Һуңғы йылдарҙа ҡала ситендәге баҡсаларҙа йәшәгән кешеләр артҡандан-арта....

Тотош уҡырға 104

Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән...

Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән... 21.11.2018 // Йәмғиәт

Францияның Страсбург ҡалаһында I “Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһе үтте. Сара Рәсәй...

Тотош уҡырға 51

Өмәләрҙән ауыл урамдары гөрләй

Өмәләрҙән ауыл урамдары гөрләй 21.11.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлилдәр күмәк эшкә тотондо. Халҡыбыҙҙың матур милли байрамдарының береһе – Ҡаҙ өмәһе. Көндәр...

Тотош уҡырға 93

Һаҡ булығыҙ, боҙлауыҡ!

Һаҡ булығыҙ, боҙлауыҡ! 20.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 20 –...

Тотош уҡырға 47