Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кәрәк тип табылһа ғына…
– Республикала яңы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр демографик хәлдән сығып ҡына төҙөләсәк, – тип белдерҙе Башҡортостан Мәғариф министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. – Ауыл йәки ҡаланың киләсәге бар икән, төҙөйәсәкбеҙ, әлбиттә. Ләкин буш торған биналар булмаҫҡа тейеш. Былтыр федераль программа буйынса Стәрлетамаҡта һәм Федоровка районында ике мәктәп һалынды.
Мәғариф учреждениелары төҙөү темаһын дауам итеп, Салауат Сәғитов, проекттарҙы мөмкинлектәр менән яраштырыу мөһим, тип билдәләне. Атап әйткәндә, был бассейндарға ҡағыла.
– Дәрес оҙайлылығы – 45 минут, шуның 15 минуты кейем алмаштырыуға китә, балалар һыуҙа ни бары 15 минут үткәрә, ҡалған ваҡыт кибенеүгә сарыфлана. Был ваҡыт эсендә йөҙөргә өйрәнеп булмай. Шул уҡ ваҡытта физкультура-һауыҡтырыу комплекстары тулы ҡеүәтенә эшләмәй. Бына шуларҙы файҙаланырға кәрәк, – тигән фекерҙә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары.
Салауат Сәғитов әйтеүенсә, быйыл Башҡортостанға Өфөнөң “Дим-8” һәм “Колгуев” биҫтәләрендә ике мәктәп төҙөүгә 773 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Вице-премьер иғтибарҙы йүнәлткән тағы ла бер мәсьәлә – уҡыусыларҙың олимпиада хәрәкәте. Ҡеүәтебеҙ ҙур булһа ла, мәҫәлән, Пермь һәм Екатеринбург менән сағыштырғанда, бындай бәйгеләрҙә еңгән уҡыусылар һаны буйынса байтаҡҡа ҡалышабыҙ. Мәғариф министрлығына төп юғары уҡыу йорттары менән берлектә эшләргә кәрәк. Ошо йүнәлештә эш итеүҙең махсус программаһын төҙөү шарт, тигән бурыс ҡуйылды коллегияла.
Эшсе кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе лә бик мөһим. Күптән түгел үткәрелгән WorldSkills һәм JuniorSkills төбәк чемпионаты ла ҡайһы бер проблемаларҙы асты. Беҙ уларға даими иғтибар бирергә тейешбеҙ. Ярыштарға килгән ҡатнашыусыларҙың күбеһе, мәсьәләләргә күҙ һалғандан һуң, уларҙы сисә алмаясағын белдерҙе. Яҡын арала урта махсус уҡыу йорттарын үҫтереү программаһын төҙөргә кәрәк. Бындай уҡыу йорттары республиканың мәғариф системаһында мөһим звеноға әүерелергә тейеш, тип билдәләне Салауат Сәғитов.
Бынан тыш, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар һанының йылдан-йыл артыуы хаҡында әйтте. Кәңәшмәлә билдә­ләнеүенсә, бөгөн юғары белемле түгел, ә техникум тамамлап эшсе һөнәренә эйә булған йәштәр етмәй. Японияла, Германияла халыҡтың 22 проценты ғына юғары белемле, ҡалғандары – квалификациялы эшселәр. Беҙгә иң элек ата-әсәләргә юғары белемдең тормошта уңыштың төп шарты түгеллеген еткерергә кәрәк. Ә балаларға иһә эшсенең станок артында ғына тормауын, программаларҙы үҙе яҙып, һуңынан улар буйынса эшләүен аңлатыу зарур.
WorldSkills – донъя кимәле. Беҙ уға ынтылырға тейешбеҙ. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, илебеҙҙәге урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың ни бары 500-ө генә донъя кимәленә тап килә. Улар араһында республикабыҙҙан бер кеше – Сибай күп профилле һөнәри колледжы студенты Рафаэль Яхин бар. Ул “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалында ҡатнашты.

Автор: Р. ХӘСӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тирә-йүнгә яратып баҡ

Тирә-йүнгә яратып баҡ 17.10.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән ҡыҙы һәр көнөн хәйерле эштәргә арнарға тырыша. Һоҡланырлыҡ йәштәребеҙ бар: улар төплө белем...

Тотош уҡырға 47

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә 17.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемгә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ғәйеп тойғоһон кисерергә тура килгәне барҙыр. Әммә...

Тотош уҡырға 34

Әсә йөрәге

Әсә йөрәге 17.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡустыбыҙҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарҙы ул. Был хәл ҡустыларымдың өлкәненә 14 йәш тулған йылда булды......

Тотош уҡырға 53

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә...

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә... 17.10.2018 // Йәмғиәт

Тормошта үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, төрлө өлкәне...

Тотош уҡырға 28

“Ашығыҙ тәмле булһын!”

“Ашығыҙ тәмле булһын!” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Официант булыу еңелме? …Клиент янына килдең, иҫәнләштең, нимә кәрәклеген һорап, ашын килтерҙең дә...

Тотош уҡырға 39

“Күңелемдең тыныслығын тоям”

“Күңелемдең тыныслығын тоям” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Заһретдиновтар дәүләт ярҙамына таяна. Шамил Заһретдиновтың Үрге Тәтешле ауылында төпләнеүенә уның...

Тотош уҡырға 33

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Башҡортостан 24” телеканалы тамашасылар өсөн өр-яңы 10 тапшырыу әҙерләне....

Тотош уҡырға 38

Ғаилә бәхете – ил бәхете

Ғаилә бәхете – ил бәхете 16.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемдең үҙ маҡсаты, шөғөлө, эше бар. Әсәйем Рима һәм атайым Мирхәт Сәғитовтар икеһе лә...

Тотош уҡырға 47

Һәләтенә иҫең китерлек

Һәләтенә иҫең китерлек 16.10.2018 // Йәмғиәт

Башта ошо фотоға ҡарағыҙ әле. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Рәшиҙә апай Зыкрина...

Тотош уҡырға 73

Килгәндәр кире китмәй

Килгәндәр кире китмәй 16.10.2018 // Йәмғиәт

Оло юлдың, Иҫәнғол һәм Троицк баҙарҙарының яҡынлығы, ерҙәрҙең уңдырышлылығы һәм ул ваҡытта мул...

Тотош уҡырға 38

Ағасҡа йән өрә

Ағасҡа йән өрә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Күңел йылыһы һалынған әйберҙәр күҙ яуын ала. Өфө оҫтабикәһе Ирина Коробейникованың ҡулдарында ағас...

Тотош уҡырға 39

Ауыл йәме

Ауыл йәме 16.10.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла уңғандарының баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелә. Уларҙың ихатаһына ингәндән алып үҙеңде гөлдәр...

Тотош уҡырға 95