Азалия Заһитова – Мәскәүҙә иң һылыуы

14-03-2017, 03:40 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Азалия Заһитова – Мәскәүҙә иң һылыуыКисә илебеҙҙең баш ҡалаһында “Мәскәү һылыуҡайы” конкурсы тамамланды. Йыл һайын юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар араһында ошондай бәйге уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Баш ҡала студенттары уны түҙемһеҙлек менән көтөп ала.
Был юлы һигеҙ һылыу үҙ көсөн һынап ҡараны. Гран-приға Мәскәү физика-техник институты магистранты – Әбйәлил һылыуы Азалия Заһитова лайыҡ булды. Азалия быға тиклем Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлағайны.
Еңеүсе менән бәйләнешкә индек.
– Гран-приға лайыҡ булыуыма һаман ышанмайым. Анкета тултырғанда ла маҡсатым бары тик конкурста ҡатнашыу ғына ине. Ниндәйҙер урын яулау тураһында уйламаным, шуға ла был еңеү минең өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды. Һылыуҙар өсөн төрлө һынау әҙерләнгәйне. Бейеү менән ныҡлап шөғөлләнәм. Курсташым менән вальс бейенек. Үҙең менән таныш­тырыуҙа тамашасыларға Алтынбикә өләсәйем бүләк иткән селтәр тураһында һөйләнем. Был селтәрҙе өләсәйем иҫән саҡта мираҫ итеп ҡалдырғайны. Мәскәүгә уҡырға ингәс, уны үҙем менән алдым. Ул миңә көс, дәрт бирә, тыуған яғымды хәтерләтә. Селтәр – борондан ҡалған милли ҡомартҡы.
Ә бына ҡыҙҙарҙың мәҙәни кимә­лен һынау мәлендә ғәжәйеп хәл булды. Миңә Әхмәт Лотфуллиндың Әбйәлил районында төшөргән “Өс ҡатын” картинаһы эләкте. Унда Алтынбикә өләсәйемдең һеңлеһе һүрәтләнгән, шуға ла картинаның төшөрөлөү тарихын да, ундағы ҡатындарҙың кем икәнлеген дә яҡшы беләм. Был конкурста өләсәйемдең ярҙамы менән еңдем тип иҫәпләйем, – тип һөйләне Азалия.
Мәскәүҙә башҡорт һылыуҡайҙары конкурсы дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Бәйгене ойоштороусылар — Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы республикабыҙ студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы һәм Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге.
 

Яҙҙы: Мурадым

16 март 2017 21:30 // цитировать
Маладись эбйэлил хылыуы

Маладись Башкортостан Алга hэм aлга

Яҙҙы: Хөриә Абыҙгилдина

17 март 2017 20:58 // цитировать
"Мәскәү һылыуҡайының әсәһе - Наилә Нурғәлина-Заһитова байтаҡ йылдар "Башҡортостан" гәзитендә эшләне. Тәрән белемле, юғары мәҙәни кимәлле булыуы, һәр эшкә яуаплы ҡарауы һәм уңғанлығы менән айырылып торҙо. Әле ул баш ҡаланың Октябрьский районы хакимиәте хеҙмәткәре Азалияның атаһы Азат та "Башҡортостан" гәзитендә эшләй. Ике быуат тоташҡан осорҙа компьютер технологияларын редакцияла унан да яҡшыраҡ төшөнгән белгес булмағандыр. Элекке коллегаларымдың шундай гүзәл ҡыҙ тәрбиәләүҙәренә һоҡланам. Әйткәндәй, уларҙың икенсе ҡыҙҙары Алтынай ҙа һәр яҡлап һәләтле булып үҫеп килә.