Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәйәхәтсенән һис тә кәм түгел
Сәйәхәтсенән һис тә кәм түгелКилешәйек, автомобиль кешелек донъяһының йәшәйешен төбө-тамырынан үҙгәртте. Ҡасандыр ата-бабаларыбыҙ оҙон юлға бер нисә көнөн, аҙналарҙы, хатта айҙарҙы сарыф итһә, хәҙер теге йәки был урынға барып етеү бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. “Ҡорос ат”тар беҙгә тиҙлек һәм уңайлыҡ өҫтәне, күптәр үҙ тормошон уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Яңауыл ауылында тыуып үҫеп, шунда төпләнгән һәм бөтә ғүмерен бер өлкәгә генә – ауыл хужалығына бағышлаған Салауат АҪЫЛБАЕВты айырыуса йәштәргә өлгө итеп килтерергә мөмкин.
Салауат Мөхәмәт улы ишле ғаиләлә һигеҙенсе, төпсөк бала булып донъяға килгән. Атаһы 1939 йылда әрме сафтарына алынған, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнашҡан. 1943 йылда, яраланғас, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан һәм шунда уҡ эшкә егелгән – Айһай-Мөрсәләй ауылында колхоз рәйесе, аҙаҡ ревизор, “Октябрь” һәм “Исем” совхоздарында хисапсы булып та эшләгән, әсәһе иһә, Мораҡ педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, Яңауыл мәктәбендә башланғыс кластарҙа ауыл балаларына белем биргән.
Ауыл тормошо, бәләкәйҙән кеше хеҙмәтенә ҡарата тәрбиәләгән ихтирам, ул ваҡытта эшсе һөнәрҙәренең йәмғиәттә булған абруйы бәләкәй малайға буласаҡ һөнәр һайлауға йоғонто яһаған, күрәһең.
– Яңауыл һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң урта белем алыр өсөн күрше Исем мәктәбенә йөрөп уҡырға мәжбүр булдыҡ. Иртәрәк, дәрескә һуң­ламайым тип, ҡоро ваҡытта велосипедҡа атланып, бәғзе бер ваҡытта йәйәү ҙә сығып китә инек, – тип бала сағын иҫкә төшөрә Салауат Мөхәмәт улы. – Исем мәктәбендә уҡығанда уҡ егеттәрҙе теләк буйынса тракторсы-машинист, ҡыҙҙарҙы тегенсе кеүек һөнәр серҙәренә төшөн­дөр­ҙө­ләр. Мин дә тракторға идара итеү хоҡу­ғына эйә булдым, танытма алдым һәм ике ай самаһы “Исем” совхозында эшләгәс, район хәрби комиссариатының йүнәлтмәһе буйынса водитель һөнәрен үҙләштерҙем. Аҙаҡ оҙатыуҙар, алыҫ Чита өлкәһе, әрме хеҙмәте...
Ил алдындағы бурысын намыҫлы үтә­гән­дән һуң, егет “Исем” совхозы етәкселе­генең саҡырыуы буйынса водитель булып эшкә сыға. Әйтергә кәрәк, әңгәмәсебеҙҙең бер туған ағалары ла – Әхмәт, Наил һәм Әхәт – ҡасандыр шул уҡ һөнәрҙе һайлаған, “Исем” совхозы менән тормоштарын бәйләгән.
Халыҡ араһында водитель һөнәре еңел, “уның нимәһе бар, ҡайғы белмәй улты-раһың да йөрөйһөң” тип фекер йөрөтөү-селәр ҙә бар. Еңел түгел шофер кешегә. Салауат Мөхәмәт улы үҙен эшлекле, тырыш, белемле һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәткәр итеп күрһәткән. Мәҫәлән, 2014 йылда ул ауыл хужалығы тармағында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшлә-гәне өсөн Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Район һәм хужалыҡ кимәлен-дә лә уның хеҙмәте йыл да баһалана килә.
– Ниндәй генә юлдар буйлап ҡайҙа ғына йөрөргә тура килмәй, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем. – Үҙебеҙҙе ҡайһы саҡ сәйәхәтселәр менән дә сағыштырып ҡуябыҙ, әммә романтика тигәндәре әҙерәк: юлда сатлама һыуыҡта йә булмаһа эҫелә, ҡойоп яуған көслө ямғыр аҫтында йә баш­ҡа осраҡта боҙола ҡалһаң, уйланырға ва­ҡыт юҡ, тиҙ генә машина аҫтына “сума­һың”, башҡаларға ярҙам итергә тура килгән саҡтар ҙа иҫтә. Яҙ етеү менән ҡыҙыу осор башлана. Йыл әйләнәһенә тиерлек минераль ашламалар, иген, мал аҙығы, төҙө­лөш материалдары һәм башҡа төрлө йөктәрҙе ташырға тура килә.
Форсаттан файҙаланып, әңгәмәсебеҙгә тағы ла бер ҡыҙыҡһындырған һорауы­быҙҙы бирҙек.
– Салауат ағай, һеҙҙең фекерегеҙсә, ни өсөн һуңғы арала эшсе һөнәренең абруйы бер аҙ төшә бирҙе? Һеҙ эш башлаған ваҡытта һөнәр эйәләренә ҡарата ниндә­йерәк мөнәсәбәт ине?
– Совет заманында эшсе һөнәрҙәре йәштәр араһында киң танылыу тапты. Йәш кешегә, ул уҡыуҙы тамамланғандан һуң, дәүләт ярҙамы күрһәтелде – ваҡыт­лыса булһа ла торлаҡ бирелде, хеҙмәт хаҡына өҫтәп түләү ҡаралды, колхоз, совхоздар ҙа йәш белгестәрҙе дәртләндереп торор ине, кешеләрҙә иртәгәге көнгә ышаныс йәшәй ине, бөгөн билдәһеҙлек күберәк.
Аҫылбаевтар ғаиләһенең ҙур, иркен йорто йыраҡтан уҡ күренә. Ғаилә башлығының уны төҙөүгә ҙур көс һалғаны беленеп тора. Салауат Мөхәмәт улы һө­йөк­лө ҡатыны Хәзирә Ғарифйән ҡыҙы менән матур ғаилә ҡорған. Киләһе йылда улар бергә ғүмер итеүҙәренең 35 йыл­лығын билдәләйәсәк. Өс ҡыҙы күптән инде үҙ тормошо менән йәшәй, һөнәрҙәре буйынса эшләй: икеһе – иҫәп-хисапсы, береһе башҡорт теле уҡытыусыһы һөнә­рен һайлаған. Нәҫел ебен дауам итеүсе ейән-ейәнсәрҙәре килгән һайын ауыл йортон тағы ла йәмләндерә, туғандарын ҡыуандыра. Шул бәхет түгелме ни?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






TERRA BASHKIRIA – беренсе!

TERRA BASHKIRIA – беренсе! 21.11.2018 // Йәмғиәт

Быйыл апрелдә йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарылған Башҡортостандың TERRA BASHKIRIA туристик бренды...

Тотош уҡырға 33

Ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде

Ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде 21.11.2018 // Йәмғиәт

Республикала ҡотороу сире сығанағы табылды. Шул сәбәпле карантин иғлан ителде....

Тотош уҡырға 52

Көслө ел, һепертмә буран

Көслө ел, һепертмә буран 21.11.2018 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты “Башгидрометүҙәк”кә һылтанып, республикала елдең...

Тотош уҡырға 32

Һуңлап килгән үкенес

Һуңлап килгән үкенес 21.11.2018 // Йәмғиәт

Ғәфү үтенеп, хатаны төҙәтеп булмай икән......

Тотош уҡырға 81

Йырлай, бейей, шәл бәйләй

Йырлай, бейей, шәл бәйләй 21.11.2018 // Йәмғиәт

Һәүәҫкәр артист һалҡын һыу менән дә ҡойона....

Тотош уҡырға 72

Бәхет өсөн күп кәрәкмәй

Бәхет өсөн күп кәрәкмәй 21.11.2018 // Йәмғиәт

Әғзәмовтар эшен дә, йәшәр төйәген дә ошонда тапҡан....

Тотош уҡырға 53

Һәр көндән йәм табып, көс алып

Һәр көндән йәм табып, көс алып 21.11.2018 // Йәмғиәт

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры һаман сафта....

Тотош уҡырға 54

Һыуһыҙ ҡалғандар

Һыуһыҙ ҡалғандар 21.11.2018 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Балаҡатай районында коммуналь авария булды....

Тотош уҡырға 52

Баҡса йортонда йәшәргә яраймы?

Баҡса йортонда йәшәргә яраймы? 21.11.2018 // Йәмғиәт

Һуңғы йылдарҙа ҡала ситендәге баҡсаларҙа йәшәгән кешеләр артҡандан-арта....

Тотош уҡырға 104

Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән...

Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән... 21.11.2018 // Йәмғиәт

Францияның Страсбург ҡалаһында I “Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһе үтте. Сара Рәсәй...

Тотош уҡырға 51

Өмәләрҙән ауыл урамдары гөрләй

Өмәләрҙән ауыл урамдары гөрләй 21.11.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлилдәр күмәк эшкә тотондо. Халҡыбыҙҙың матур милли байрамдарының береһе – Ҡаҙ өмәһе. Көндәр...

Тотош уҡырға 93

Һаҡ булығыҙ, боҙлауыҡ!

Һаҡ булығыҙ, боҙлауыҡ! 20.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 20 –...

Тотош уҡырға 47