Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Булмағанды ҡыуғанда…
Юмореска
Булмағанды ҡыуғанда…Кешегә бирелмәһә бирелмәй ҙә ҡуя бит. Шуны аңлай алмай Тәлғәт. Булмағанды ҡыуаларға тырыша. Әле мәктәптә уҡыған сағында:
– Мөхтәрҙең авторучкаһы алтын ялатылған, ялтырап тора, шуға диктанттарҙы гел “бишле”гә яҙа, – тигәс, атаһы ҡаланан шундайҙы уҡ бишәү итеп алып ҡайтҡайны. Эш ручкала ғына булмағандыр, күрәһең. Ун беренсе класты тартып-һуҙып, директор менән завучты ҡунаҡ итә-итә, саҡ бөтөрттөләр.
– Мөхтәрҙе ниндәйҙер академияға имтиханһыҙ уҡырға алабыҙ тигәндәр. Әйҙә, институтҡа барайыҡ, – тип мыжып ҡараһа ла, әсәһе ҡырҡа ҡаршы төштө:
– Хәлебеҙҙән килмәҫ, балаҡайым. Мал-тыуарҙы мәктәпте бөтөүеңә ебәрҙек. Әнә, бер өслөһөҙ аттестатың бар, еткән. Тыныс ҡына өйҙә, үҙебеҙҙең янда бул.
Тыныслана буламы инде Тәлғәт?
– Миңә машина алып бирегеҙ, исмаһам, үҙегеҙҙе ҡарт көнөгөҙҙә йәйәү йөрөтмәм, – тип, туй-маҙар була ҡалһа тип йыйылған аҡсаға машина алдыртты.
Булмағас булмай икән… Ул машинаны алыу менәнме, ғүмер буйы рулгә ултырмаған 65 йәшлек атаһы өйрәнеп бөттө, ә Тәлғәттән – юҡ. Уң менән һулды айыра алмай, алға барырға кәрәк булһа, артҡа тарта. Әллә машинаһы тиҫкәре булып сыҡты, әллә ней… Хатта тормоз менән газ педалдәрен дә бутай. Урам аша үткәндә Тәлғәт, тәҙрә аша кеше ҡурҡытып: “Китегеҙ, юлдан сығығыҙ, тормоз юҡ! Тапатам!..” – тип ҡысҡыра. Кешеләр Тәлғәттең машинаһынан йәшендән ҡурҡҡан кеүек бөжләй хәҙер.
Ә ҡалаға уҡырға киткән Мөхтәр бер йыл тигәндә яңы иномаркала елдереп ҡайтты. Уҡыуҙан тыш ниндәйҙер бер банкта эшләп тә йөрөй икән. “Башы булғас ни, ата-әсәһенә лә аҡсалата ярҙам итә егет”, – тип һөйләйҙәр уның тура­һында ауылда. Ә Тәлғәт һаман шул етешә алмаған ғына ғаиләлә үҫкән, тырыш, аҡыллы Мөхтәрҙең уңыштарынан сәмләнеп:
– Атай, был машинаны мин һиңә бүләк итәм, әйҙә, рәхәтлән. Ә миңә иномарка алайыҡ. Унда йөрөр өсөн күп аҡыл да кәрәкмәй икән, һүрәтле кнопкаларға ғына баҫып ултыраһың, – тип атаһының теңкәһен ҡорота башланы.
– Ундай төймәләрҙең береһен генә лә һатып алыр аҡса юҡ, балаҡай. Үҙе­беҙҙекендә йөрөп өйрәнеп, Мөхтәр артынан ҡалаға барырһың да, ни теләйһең, шуны эшләрһең…
Шулай ҙа күңелен төшөрмәне Тәлғәт. Бер аҙ руль тотоп өйрәнгәс, үҙе генә күрше ауылға барып әйләнергә булды. Ләкин ғәжәп: ни өсөндөр юлда ҡаршыға килгән машиналар бөтәһе лә һөйләшеп ҡуйғандай, Тәлғәттекен төкөтә яҙып, бипелдәтеп, ҡайһылары хатта йоҙроҡ төйөп, урта бармаҡ күрһәтеп үтә! “Юл иркен, әйҙә, урап йөрөһөндәр! Бер мин сыҡҡанда күргәндәр”, – тип мөңгөрҙәй, ләкин ҡаршы хәрәкәт һыҙатынан барғанын һис тә аңламай егет. Шулай эләгеп-йығылып тигәндәй, ҡара тиргә батып ҡайтып инде лә:
– Юҡ инде, бындай ен кеүек машиналар араһында тар ғына юлдарға һыймайым мин. Вертолет һатып алып бирегеҙ, йә булмаһа, ҡарт көндәрегеҙ йәйәү йөрөп уҙасаҡ! – тип һөрәнләне. – Һауа киң, унда юлдар ҙа юҡ. Ҡайҙа барырға теләгәнеңде пилотҡа ғына әйтәһең дә, тәҙрә аша ҡарап тик бараһың. Үәт…



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






TERRA BASHKIRIA – беренсе!

TERRA BASHKIRIA – беренсе! 21.11.2018 // Йәмғиәт

Быйыл апрелдә йәмәғәтселек хөкөмөнә сығарылған Башҡортостандың TERRA BASHKIRIA туристик бренды...

Тотош уҡырға 33

Ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде

Ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде 21.11.2018 // Йәмғиәт

Республикала ҡотороу сире сығанағы табылды. Шул сәбәпле карантин иғлан ителде....

Тотош уҡырға 52

Көслө ел, һепертмә буран

Көслө ел, һепертмә буран 21.11.2018 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты “Башгидрометүҙәк”кә һылтанып, республикала елдең...

Тотош уҡырға 32

Һуңлап килгән үкенес

Һуңлап килгән үкенес 21.11.2018 // Йәмғиәт

Ғәфү үтенеп, хатаны төҙәтеп булмай икән......

Тотош уҡырға 81

Йырлай, бейей, шәл бәйләй

Йырлай, бейей, шәл бәйләй 21.11.2018 // Йәмғиәт

Һәүәҫкәр артист һалҡын һыу менән дә ҡойона....

Тотош уҡырға 72

Бәхет өсөн күп кәрәкмәй

Бәхет өсөн күп кәрәкмәй 21.11.2018 // Йәмғиәт

Әғзәмовтар эшен дә, йәшәр төйәген дә ошонда тапҡан....

Тотош уҡырға 53

Һәр көндән йәм табып, көс алып

Һәр көндән йәм табып, көс алып 21.11.2018 // Йәмғиәт

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры һаман сафта....

Тотош уҡырға 54

Һыуһыҙ ҡалғандар

Һыуһыҙ ҡалғандар 21.11.2018 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Балаҡатай районында коммуналь авария булды....

Тотош уҡырға 52

Баҡса йортонда йәшәргә яраймы?

Баҡса йортонда йәшәргә яраймы? 21.11.2018 // Йәмғиәт

Һуңғы йылдарҙа ҡала ситендәге баҡсаларҙа йәшәгән кешеләр артҡандан-арта....

Тотош уҡырға 104

Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән...

Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән... 21.11.2018 // Йәмғиәт

Францияның Страсбург ҡалаһында I “Ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһе үтте. Сара Рәсәй...

Тотош уҡырға 51

Өмәләрҙән ауыл урамдары гөрләй

Өмәләрҙән ауыл урамдары гөрләй 21.11.2018 // Йәмғиәт

Әбйәлилдәр күмәк эшкә тотондо. Халҡыбыҙҙың матур милли байрамдарының береһе – Ҡаҙ өмәһе. Көндәр...

Тотош уҡырға 93

Һаҡ булығыҙ, боҙлауыҡ!

Һаҡ булығыҙ, боҙлауыҡ! 20.11.2018 // Йәмғиәт

Республика Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиткә мониторинг идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 20 –...

Тотош уҡырға 47