Алданмаҫ өлөшсөләр

21-03-2017, 03:46 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Алданмаҫ өлөшсөләр Һуңғы йылдарҙа йорт төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыу торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙең иң уңайлы ысулдарының береһе булараҡ танылыу алды. Тик, ыңғай һөҙөмтәләр менән бер рәттән, ул халыҡ һәм власть өсөн баш бәләһе лә тыуҙыра. Атап әйткәндә, яңы фатирҙа йәшәүгә иҫәп тотҡан күптәр намыҫһыҙ төҙөүселәрҙең ҡорбанына әүерелә, телмәребеҙҙә “алданған өлөшсөләр” тигән һүҙбәйләнеш нығына.
Төҙөлөү өҫтөндәге торлаҡтан фатир алырға теләгән граждандарға ниндәй ҡағиҙәләрҙе белергә кәрәк­леген “Росреестр”ҙың Башҡор­тостан буйынса идаралығындағы Ер участкаларын һәм төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуҙы теркәү бүлеге етәксеһе Эльвира Рауил ҡыҙы Смирнова түбәндәгесә аңлатты:
1. Төҙөлөшкә өлөшсө булараҡ аҡса һалыу хаҡында килешеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән мөнәсәбәттәр 2004 йылдың 30 декабрендә ҡабул ителгән “Күп фатирлы йорттарҙы һәм башҡа күсемһеҙ милек объекттарын төҙөүҙә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында”ғы 214-се Федераль закон тарафынан көйләнә.
2. Әгәр өлөшсө сифатында ҡат­нашыу хаҡында килешеү урынына һеҙгә Инвестиция килешеүе, Өлөш­ләтә ҡатнашыуҙың алдан килешеүе йәки Фатирҙы һатыу-һатып алыу тураһында алдан килешеү төҙөргә тәҡдим итәләр икән, һағайырға кәрәк. Ғәҙәттә, ундай ысулдарҙы рөхсәт бирелгән документтары булмаған ойошмалар ҡуллана.
3. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында киле­шеү ике яҡ тарафынан ҡул ҡуйылып, артабан Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрында теркәлгәндән һуң ғына ғәмәлгә ингән тип иҫәпләнә. Төҙөүсе ойошмаға аҡсаны шуға тиклем түләргә ярамай. Килешеүҙең дәүләт органында (“Росреестр”ҙа) иҫәпкә алыныуы граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау мөм­кинлеген бирә.
4. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында килешеүҙә шундай мәғлү­мәттәр булыуы мотлаҡ: а) сафҡа инергә тейешле объекттың һыҙат­тары; б) төҙөүсенең уны файҙа­ланыуға тапшырыу ваҡыты; в) алыш-бирештең хаҡы; г) түләүҙең тәртибе һәм ваҡыты; д) төҙөлөш объектына һәм инженер-технология ҡорамал­дарына гарантияның мөҙ­ҙәте; е) төҙөүсенең килешеүгә ярашлы үҙ иңенә алған бурыстарының үтәлешен тәьмин итеү юлдары. Үрҙәге пункт­тарҙың береһе генә булмаған хәлдә лә килешеү көсөнә ингән тип иҫәпләнә алмай, ә суд тарафынан ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таныла.
5. 2014 йылдың 1 ғинуарынан закон сығарыусылар өлөшсөләр өсөн махсус гарантиялар булдырҙы. Мәҫәлән, банктарҙың яуаплылыҡты уртаҡ­лашыуы, төҙөүселәрҙең объектты файҙаланыуға тапшырыуға бәйле тыуыуы ихтимал проблемаларҙан страховкаланыуы һәм башҡалар.
6. Белеп ҡуйығыҙ: ойошмалар билдәләнгән шарттарға ярашлы бинаны сафҡа индереүгә рөхсәт юллап алғандан, проект декларацияһын матбуғатта баҫтырып сығарғандан, халыҡтың иғтибарына тәҡдим итеп ҡайҙалыр урынлаштырғандан һуң ғына төҙөлөштә өлөшләтә ҡат­нашыу­сыларҙан аҡса йыя башларға тейеш. Проект декларацияһында предприятие, ул һаласаҡ объект, өлөшсө булырға теләгән граждандар һәм ойошмалар менән килешеү төҙөү өсөн хоҡуҡтар тураһында тулы мәғ­лүмәт сағылыуы мөһим. 2017 йылдың 1 ғинуарынан ундай документтарҙың ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлылығын Башҡортостан Рес­публикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәү­ләт комитетында мотлаҡ тикшерәләр.