Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа…

24-03-2017, 03:45 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Улым, үтә ҡыҙыл күлдәк кеймә, тиҙ уңыр”, — ти торғайны өләсәйем. Аптырай инем – ҡыҙыл күлдәк кейгән кеше түгелмен дә. Бөгөн әйтелгәндең асылына төшөндөм шикелле, Дональд Трамптың әлеге төҫтәге галстугына оҙаҡ текәлеп уйланып ултырғас…
Ысынлап та, ҡыҙыл төҫлө галстук хужаһының ҡылыҡтары аптыратып ҡуя. АҠШ-та президент һайлау кампанияһы барышын хәтерләйһегеҙме? Нисек һайра­ғайны ул саҡта Дональд әфәнде: “Рәсәй менән мөнәсәбәт­тәрҙе ҡайтанан ҡарап сығырға кәрәк”. Санкциялар кәмер, донъя кимәлендә көсөргәнешлек кәмер, тип өмөт итә башланыҡ шул саҡ. Кем нимә ишетергә теләй, шуны ишетә тигәндәй, бәлки, ул саҡта президентлыҡҡа канди­даттың һүҙҙәрен саманан тыш ихлас ҡабул иткәнбеҙҙер. Һәр хәлдә Американың яңы етәкселеге менән эшлекле диалог барлыҡҡа килер тип абруйлы белгестәр ҙә һығымта яһап ҡуйҙы бит.
Һуңғы арала мөнәсәбәттәрҙең АҠШ-тың элекке хакимиәте менән булған кимәленә төшөп китмәгәйе тигән хәүеф янай. Нисек кенә булмаһын, әлеге илдең Финанс министрлығы беҙгә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртергә йыйынмағанын аңғартты инде. Шул уҡ ваҡытта АҠШ президентының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Шон Спайсер белдереүенсә, “Трамп ҡәтғи рәүештә Рәсәйҙән Ҡырымды ҡайтарыуҙы талап итә” тигән мәғлүмәт тә йөрөй Интернетта.
Һүҙ бутҡаһы, мәғлүмәт һуғышы… Беҙҙе – ябай кеше­ләрҙе – сәйәси уйындар алымынан бигерәк ил, донъя тыныслығы борсой, әлбиттә. Һуғыш булмаһын, икмәк үҫһен. Тағы ни кәрәк тигәндәй, “ҡыҙыл галстук хужаһы” әле үткән йылда уҡ йөҙәрләгән телекамера алдында Рәсәй менән дуҫлашырға теләк белдереүен иҫкә төшөрһә ине. Трамптың үҙе әйтмешләй, беҙҙең менән берлектә хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ бит. Рәсәйҙә тыйылған “Ислам дәүләте”нә ҡаршы көрәште билдәләһәк тә, эш етерлек.
Нисек кенә булмаһын, кеше лә, тотош бер дәүләт тә тәү сиратта тик үҙенә генә иҫәп тоторға тейешлеген иҫбат итте шикелле һуңғы осорҙағы яңылыҡтар. Рәсәй Президенты Владимир Путин әйтмешләй, иң мөһиме – беҙ үҙебеҙгә ышанабыҙ!
…Ҡыҙыл галстук тигәндән, урынлымы-юҡмы, тағы бер ваҡиға иҫкә төштө бит әле: 2008 йылда Грузияның элекке етәксеһе Михаил Саакашвили әлеге төҫлө аксессуарын журналистарға интервью биргән саҡта ашай (сәйнәй) башланы. Был ваҡиға аҙаҡ хатта бихисап көләмәскә нигеҙ булып ятты, башлылар сюжет буйынса компьютер уйындары ла уйлап сығарҙы. Нисек кенә булмаһын, психиатрҙар дәүләт башлығының ошо ҡылығын нимәнәндер (ниндәйҙер мәғлүмәт алыуҙан) ҡото осҡан тип белдерҙе. Әйткәндәй, үтә (сағыу) ҡыҙыл кейем һайларға тырышҡан кешеләргә иғтибар етешмәй тигән фекерҙә психологтар.
Бына шулай, ҡыҙыл галстук тағып йөрөү еңел эш түгел ул.