“Һауыҡһам, башҡаларҙы дауалармын, тигәйнем...”

4-04-2017, 09:32 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Өлкән класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән “Тормош һабаҡтары” әсбабында “Ҡарыуы ҡайтҡан ҡарттарҙы ҡарау” тигән дәрес бар ине, – тип иҫкә алды бер мәл Мәрйәм апай Бураҡаева. – Эй яратып өйрәнер ине уны балалар! Йәш быуын ғына түгел, хатта өлкәндәр ҙә темаға ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдерә торғайны. Шылтыратып кәңәш һорайҙар, был хаҡта киңерәк итеп яҙып сығыуҙы үтенәләр ине. “Минең әсәйем генә мыжый, күп нәмәгә ризаһыҙлыҡ белдерә тиһәм, башҡа ҡарттар ҙа шундайға әйләнә икән”, – тигәндәр күп булды. Эйе, сабыйҙарҙы ғына түгел, өлкән йәштәгеләрҙе тәрбиәләү йәһәтенән дә уртаҡ алымдар, ярҙам саралары, өҫтәмә әсбаптар кәрәк шул...”


Мәрйәм апайҙың әлеге теләге ниндәйҙер кимәлдә тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ҡыҙы Гөлнур тотонмаҡсы был эшкә. Ниәте бер аҙ икенсерәк: ҡарттарҙы түгел, ә һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе тәрбиәләүҙең дөйөм алымдарын булдырыу, ошондай яҙмышҡа дусар ителгәндәр, уларҙың яҡындары менән төрлө яҡлы эш алып барыу. Башланғысҡа күпмелер кимәлдә нигеҙ һалынған да инде.
Гәзит уҡыусыларыбыҙға Гөлнурҙың яҙмышы таныш. Былтыр уның тураһында “Ниндәй хистәр һаҡлай биҙәүестәр?” тигән яҙмала (2016 йыл, 5 февраль) бәйән иткәйнек. Режиссер һөнәре буйынса байтаҡ эшләп, “Ҡыңғырау” студияһы асып, мәктәптәр өсөн легендаларға бәйле ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөү хыялы менән янып йөрөгән сағында “баш мейеһе мальформацияһы” тигән диагноз ҡуйылып, ҡаты сиргә ҡаршы йылдар дауамында ҡаһармандарса көрәшкән йәш ҡатындың рух ныҡлығы хайран ҡалдырғайны. Башҡаларға ауырлыҡ һалмайынса, үҙенең ҡул көсө менән аҡса табырға, шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙы гүзәл, нәзәкәтле итеп күрергә ынтылыуына бәйле һоҡланғыс милли биҙәүестәр яһаған Гөлнур әңгәмә барышында: “Интернетта күптән түгел инвалидтар өсөн төркөм астым. Уларҙы бер-береһе менән таныштырам, күрештерәм, аралаштырам. Бындай хәлдә ҡалғандарҙың күбеһе яңғыҙ. Минекеләй ишле ғаилә, хәстәрлекле туғандар, ярҙамсыл дуҫтар һәр кемдә булһа ине лә бит...” – тип күҙ йәше аша әйтеп ҡуйғайны. Һауыҡҡас, кешеләрҙе дауалау серҙәрен ныҡлы өйрәнеп, мохтаждарға ярҙам итә башлау хыялы менән дә уртаҡлашҡайны.
Аллаға шөкөр, әле Гөлнурҙың хәле күпкә яҡшы. Сираттағы операцияларҙы эшләтеп бөткән, хәҙер Новосибирскиҙағы Федераль нейрохирургия үҙәгенә реабилитация үтеү маҡсатында ғына йөрөй. Тормошоноң үҙгәреүен төҫ-ҡиәфәте үк “һөйөнсөләй”: хәрәкәттәре еңеләйгән, күпкә ябыҡҡан, йәшәргән, йөҙөндә нур балҡып торған Гөлнурҙы, бәлки, ҡайһы бер таныштары танымай ҙа үтеп китер.
– Әҙәм балаһын ниндәй көс алға этәрә? Үҙеңдең башҡаларға кәрәклегеңде тойоу, күрһәткән мәрхәмәтлектәреңдең татлы емеше, тормошто яратыу, – ти заман­дашыбыҙ. – Ҡатын-ҡыҙ өсөн ир-аттың иғтибар күрһәтеүе, һоҡланыуы ла ҙур көскә эйә. Серемде сисәйем: “Бәйлә­нештә” социаль селтәрендә инвалидтар өсөн төркөм асыуым да шул ғашиҡлыҡҡа бәйле булды бит. Ныҡлы ауырыған саҡта үҙем кеүек һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең Интернеттағы берләш­мәһенә ингәйнем. Аралашыуыма күп тә үтмәне, тиҫтәнән ашыу ир-ат минең менән танышырға теләүен, ғашиҡ булыуын белдерҙе. Аптырап ҡалдым. Нимә тип яуап бирергә? Тураһын әйтеп, өҙә һуҡһам, үпкәләрҙәр. Уйланып йөрөй торғас, тегеләргә тәҡдим яһаным: “Егеттәр, әйҙә, мин танышыу төркөмө асайым. Барығыҙға ла пар табырбыҙ”.
Шулай иттем дә. Төркөмгә баяғы дуҫтарым тәүге сиратта инде. Хәҙер инде унда бихисап кеше ағза булып тора. Бер-береһе менән танышалар, аралашалар. Вәғәҙә иткәнемсә, өйләнешкәндәр ҙә бар. Әммә мин бындай аҙым яһарға теләгәндәргә тәүҙә ныҡлы уйларға тәҡдим итәм, аңлатыу эше алып барам. Мәҫәлән, күптән түгел бер ҡыҙыбыҙ малай ҡоронда тороп ҡалып, коляскала йөрөгән егеткә кейәүгә сығырға теләүен әйтте. “Ауырлыҡтарға әҙерһеңме һуң? – тим. – Егет, әлбиттә, ихлас, көслө ихтыярлы, тик һиңә уны ғүмер буйы коляскаһынан күтәреп алырға һәм ултыртырға, этеп йөрөргә, йыуындырырға тура киләсәк”. Ҡыҙ икеләнеп ҡалды. “Әҙер түгелһең икән, башын ҡатырып йөрөмә”, – тинем. Әлеге егет шул ҡәҙәр яҡшы күңелле, тормошҡа мөкиббән ғашиҡ. Һис шикһеҙ, үҙен ихлас яратҡан парын, мөхәббәтен табасаҡ.
Минең төркөм аша аралашҡан Белоруссиялағы таныштарым өйләне­шергә йыйына. Ҡабаланмайҙар. Егеткә тәүҙә колясканан төшөргә, аяҡҡа баҫырға кәрәк, сөнки уға киләсәктә ҡыҙҙы күтәреп йөрөтөргә тура киләсәк. “Операциянан һуң нығынайым да, һеҙ Белоруссияға килерһегеҙ. Һөйгәнемдең кейәүгә сығырға ризалығын һорарға икәүләп барырбыҙ. Яңғыҙым баҙнатһыҙланырмын ул”, – ти. Аллаһ бирһә, барырмын. Егеттең коляскаһы эргәһендә шап-шаҡтай булып баҫып торғанын төшөмдә күрҙем инде...
Ғөмүмән, Гөлнур инвалидтар мөмкин­легенә ҡарап йәшәргә тейеш тигән фекерҙә. Зарланып илап ултырыуҙың бер кемгә лә файҙаһы юҡ. Ундайҙар менән һөйләшкеһе лә килмәй, төркөмөнән дә “ҡыуып” сығарып ебәрә ҡатын.
– Ҡайһы бер осраҡтарҙа шулай ҡаты бәрелмәйенсә лә булмай, – ти. – Берәүҙәргә – әрләү, икенселәргә – йылы һүҙ, өсөнсөләргә сәмләндереү килешә. Ун биш йылға яҡын ауырығанлыҡтан, практик психологка әйләнеп бөттөм инде. Күптәр менән телефондан аралашам, бәғзеләре менән сәғәттәр буйы һөйләшергә тура килә. Яҙмыш ҡосағына ташланған яңғыҙ йәндәр улар. Өфөлә һәм уға яҡын урындарҙа йәшәгәндәрҙең өйөнә барып та ярҙам күрһәтәм, нисек көн итеүҙәре менән ҡыҙыҡһынам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта шундай күренешкә шаһит булына: сирлене яҡындары һуңғы сиккә еткән мохтаж кешеләй тәрбиәләй. Алдында өтәләнеп йүгереп йөрөйҙәр. Ярамай улай. Үҙең дә хәлдән таяһың, сирлегә лә тормошҡа яраҡлашырға юл бирмәйһең. Мин барған бер ғаиләлә, мәҫәлән, коляскала ултырған 20 йәшлек егеттең эргәһенән аҙым да китмәйҙәр. Беҙ дуҫ, социаль селтәрҙә даими аралашабыҙ. Күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшәһе һүҙҙәребеҙ ҙә бихисап та бит, мөмкинлек бирмәйҙәр инде... Кеше итеп күрмәйҙәр. Егет ошондай мөғәләмәгә лайыҡмы? Уның бит үҙе хәлендәгеләр менән аралашҡыһы, тормошҡа яраҡлаш­ҡыһы, йәшәгеһе килә! Урамға яңғыҙ сыҡһа, кем уның алдында өфөлдәп торор? Үҙен яҡларға өйрәнергә тейеш тә баһа!
Ғөмүмән, мин кешеләрҙе “тәне сәлә­мәт” һәм “һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән”дәргә бүлмәйем. Күңелдең ниндәй булыуы, тормошто нисек ҡабул итеүе мөһим. Һәр кем, ғүмер бирелгән икән, тырышып-тырмашып йәшәргә тейеш. Кеше булып йәшәргә. Яҡшылыҡ, изгелек өләшергә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәтебеҙҙә был сифаттарҙың барлығына ышаныс ҡаҡшаған. Әйтәйек, милли биҙәүестәр эшләтеүгә заказ биргән ҡатын-ҡыҙҙар ярҙамында Яңы йылда төркөмөмдәге һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәргә бәләкәй генә бүләктәр әҙерләгәйнем. Күптәргә посылка итеп һалдым, яҡында йәшәгәндәрҙең өйөнә алып барҙым. Күңелдәрен күрәйем, шатландырайым тигәйнем дә... әллә күпме әрләү ишеттем. “Хәҙер бушлай бер нәмә лә юҡ ул. Ниндәйҙер боҙоҡлоҡ уйлап йөрөйһөңдөр”, тип яҙҙылар, шылтыраттылар, посылканы ебәргән өсөн алдан хаҡ түләнһә лә, байтаҡ кеше уны почтаға барып алыуҙан баш тартты. Әлбиттә, бүләккә ихлас һөйөнөп, рәхмәт әйткәндәр ҙә булды. Тик бик аҙҙар. Их, бөтөн кешеләрҙе изгелек, яҡшылыҡ барлығына ышандырырға ине!..
Һөйләгәндә шатлана ла, һағышлана ла, илап та ала Гөлнур. Йәшәй ул. Бер нимәгә битараф түгел. Бына яңыраҡ “Инвалидтарға ярҙам” тигән йәнә бер төркөм асып, һаулығы буйынса мөмкин­леге сикләнгәндәргә кәрәкле әйберҙәргә заказ биреү, нимәгәлер алмаштырыу сараһын булдырған. Йөрөй алмаған­дарҙың йомошон аралашсы рәүешендә үҙе үтәй. Күптән түгел “Йөк күсереү” тигән төркөмдәгеләр Гөлнурға шундай тәҡдим яһаған: коляскала йөрөгән бер нисә кешене теләгән урынына алып барып, аҙаҡ кире илтеп ҡуйырға теләйҙәр. Сауап өсөн, бушлай. Гөлнур хәҙер дәртләнеп план төҙөй: көндәр йылынып, ер ҡороғас, биш-алты иптәшен уңайлы шарттар булған заманса сауҙа үҙәктәренең береһенә алып барасаҡ. Күрһендәр, өйрәнһендәр, үҙҙәрен йәмғиәттең бер өлөшө итеп тойһондар. Сиратлап башҡаларҙы алып сығыр. Юғиһә бит ауыр хәлдә ҡалған­дарҙың күбеһе заман уңайлыҡтарының ни икәнен дә белмәй өйҙә ултыра, сауҙа үҙәктәренә түгел, бәләкәй магазинға инергә лә ҡурҡа, уңайһыҙлана.
– Бына шулай уларҙың хәлен еңеләйткем, тормошҡа яраҡлаштырғым килә, – ти Гөлнур. – Өҫтәүенә шундай­ҙарҙың ата-әсәһенә, яҡындарына, туған­дарына киң аңлатыу эше ойоштороу ниәтем бар. Улар үҙҙәрен яңғыҙ тойма­һын, “мин генә ошондай яҙмышҡа дусар ителгәнмен” тип яңылыш уйлап, өмөтһөҙлөккә бирелмәһен ине. Проблема уртаҡ, уны бергәләп күтәреү, хәл итеү мөһим.
...Гөлнурҙың иң ныҡ яратҡаны – азатлыҡ һәм юлда йөрөү. Сәфәрҙә саҡта ла әллә күпме кеше менән осрашып, психологик ярҙам күрһәтергә өлгөрә ул. Күңелдәрҙе шифалай, доғалар уҡый.
— Һауыҡһам, башҡаларҙы дауалармын тигән һүҙем бар ине Хоҙай Тәғәлә алдында, – ти. – Шөкөр, иң ауыр ваҡыттар артта ҡалды. Аллаһтың, әсәйемдең, туғандарымдың, яҡындарымдың, дуҫта­рымдың, мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамында аяҡҡа баҫтым. Хәҙер үҙемдең сират: изгелекте йәлләмәй өләшәсәкмен...