Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәгән, ти, борон соҡсондар...
Топонимияла фән өсөн мәңге сер булып ҡалырҙай атамалар осрай. Бына шундайҙарҙың бер нисәһе: Соҡсон йылғаһы, Соҡсон ауылы, Соҡсон районы. Пермь крайында республикабыҙҙың төньяҡ төбәктәренә терәлеп кенә тиерлек ята Соҡсон тигән был географик объекттар. Соҡсондар... Кем һуң улар? Был һорауға беҙҙә күптән үк яуап табылғайны инде табылыуын. Әммә, үкенескә ҡаршы, телселәребеҙ уға үҙ ваҡытында бөтөнләй иғтибар бирмәне. Шул сәбәпле, һирәк осрай торған был һүҙ беҙҙең һүҙлектәргә, хатта башҡорт теленең күп томлы академик һүҙлегенә лә индерелмәгән һәм асылда онотолоуға дусар ителгән. Ә бит бик үҙенсәлекле боронғо тарих менән бәйле ул.
...Өлкән быуын гәзит уҡыусылар хәтерләйҙер, моғайын: геология-минералогия фәндәре кандидаты, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты Басир Мәһәҙиев 1972 һәм 1996 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” (1990 йылдан — “Башҡортостан”) гәзитендә “Соҡсондар. Кемдәр улар?” (10.09.1972) һәм “Соҡсондар эҙенән” (1996 йыл, 15 май) тигән бик ҡыҙыҡлы ике мәҡәлә баҫтырып сығарғайны. Был яҙмаларҙа ул башҡорттар араһында соҡсон тигән боронғо легендар халыҡ тураһында һаҡланған мәғлүмәттәргә ентекле туҡталып үтә, хәҙерге Пермь крайындағы алда телгә алынған атамаларҙың әүәл нәҡ башҡорт телендә ҡулланылған “соҡсон” һүҙенән яһалған булыуын ышаныслы итеп дәлилләй. Шуныһы ҡыҙыҡ: бөтөнләй онотолоп барған был һүҙҙе тәү башлап урыҫ телле археологтар яҙып алған икән дәбаһа. “Соҡсондар. Кемдәр улар?” тигән мәҡәләһендә Б. Мәһәҙиев бына нимә ти: “Тарих фәндәре докторы К.В. Сальниковтың 1967 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан “Көньяҡ Уралдың боронғо тарихи очерктары” тигән китабын ҡараштырып ултырғанда, мин һүҙлектәрҙә бығаса күренмәгән бер башҡорт һүҙенә юлыҡтым. “Соҡсон” тигән һүҙ булып сыҡты ул. 1965 йылда экспедиция ваҡытында яҙып алынған”.
Археологтарға соҡсондар тураһында Баймаҡ районының Күсей ауылында алтын ҡаҙыу эше менән шөғөлләнгән элекке старателдәр һөйләп биргән. “Соҡсон” һүҙе әүәл Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы төбәгендә алтын йыуыу эше менән кәсеп иткән башҡорттар араһында таралған булған.
“Соҡсон тигән халыҡ булғанмы? Туҡта, был һүҙ урыҫтарҙың чудь һүҙенә тура килә түгелме? — тип дауам итә Б. Мә­һәҙиев. — Бынан меңәр йыл элек руда сығарыу, металл иретеү менән шөғөлләнгән серле халыҡты урыҫтар чудь тип йөрөтә. Дөрөҫ, был һүҙ урыҫтарҙың йәнле һөйләү телендә хәҙер бөтөнләй тип әйтерлек осрамай, ул яҙма телдә генә һаҡланып ҡалған, әммә ХVIII — ХIХ быуаттарҙа урыҫ старателдәренең һәм тау-таш эшселәренең телендә йыш ҡулланылған. “Соҡсон” һүҙенең яҙмышы башҡорт телендә лә шулайыраҡ булып сыға”.
Борон урыҫтар фин халыҡтарын чудь тип атаған. ХI быуаттан башлап Эстония урыҫ йылъяҙмаларында Чудь ере тип телгә алына. Рәсәйҙең хәҙерге Псков өлкәһендәге Чудь күле лә шул уҡ этноним менән аталған. Был һүҙ Рәсәйҙең төньяҡ өлкәләре буйлап Уралға тиклем таралып ултырған бүтән фин халыҡтарына ҡарата ла ҡулланылғандыр, күрәһең. Боронораҡ башҡорт телендә, “соҡсон” һүҙе менән бер рәттән, шул уҡ мәғәнәлә “чудь” һүҙе лә ҡулланыл­ғандыр, тип фараз итә Б. Мәһәҙиев. Әммә башҡорттар ул халыҡты, шөғөл үҙенсәлектәренә ҡарап, үҙҙәренсә соҡсон тип атаған.
Был һүҙҙең тамыры соҡсоноу, йәғни аңлатмалы һүҙлектә билдәләнеүенсә, “нимәнелер табырға тырышып эҙләнеү, соҡоноу, төпсөнөү” тигәнгә тура килә. Соҡсондарҙан ҡалған шахта соҡорҙары Урта һәм Көньяҡ Уралда ла билдәле булған. Пермь крайындағы Соҡсон тигән атамаларҙа (урыҫса яҙылышы: Суксун) нәҡ ана шул боронғо халыҡ хаҡында хәтирә һаҡлана ла инде. Телебеҙ һәм топонимиялағы был серҙе сискәне өсөн күренекле геолог Басир Дәүләт улы Мәһәҙиевкә рәхмәт. “Соҡсон” тигән был тарихи һүҙ (этноним) киләсәктә, ниһайәт, башҡорт теле һүҙлектәрендә үҙ урынын алыр тип ышанғы килә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Керчь политехник колледжында яңғыраған шартлау һөҙөмтәһендә 20 кеше һәләк булған

Керчь политехник колледжында яңғыраған шартлау һөҙөмтәһендә 20 кеше һәләк булған 18.10.2018 // Йәмғиәт

Кисә Керчь политехник колледжында шартлау булған. 18 кеше һәләк булған һәм яҡынса 50 яраланған,...

Тотош уҡырға 39

Ҡара көҙгә аяҡ баҫтыҡ

Ҡара көҙгә аяҡ баҫтыҡ 18.10.2018 // Йәмғиәт

Аҙна аҙағында Башҡортостанда ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Бөгөн төньяҡ-көнбайыштан талғын ел...

Тотош уҡырға 35

Хәүефһеҙлек саралары күрелә

Хәүефһеҙлек саралары күрелә 18.10.2018 // Йәмғиәт

Кисә Ҡырымдағы Керчь ҡалаһындағы политехник колледжда шартлау һәм атыш һөҙөмтәһендә 20 кеше һәләк...

Тотош уҡырға 39

Тирә-йүнгә яратып баҡ

Тирә-йүнгә яратып баҡ 17.10.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән ҡыҙы һәр көнөн хәйерле эштәргә арнарға тырыша. Һоҡланырлыҡ йәштәребеҙ бар: улар төплө белем...

Тотош уҡырға 122

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә 17.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемгә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ғәйеп тойғоһон кисерергә тура килгәне барҙыр. Әммә...

Тотош уҡырға 61

Әсә йөрәге

Әсә йөрәге 17.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡустыбыҙҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарҙы ул. Был хәл ҡустыларымдың өлкәненә 14 йәш тулған йылда булды......

Тотош уҡырға 114

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә...

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә... 17.10.2018 // Йәмғиәт

Тормошта үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, төрлө өлкәне...

Тотош уҡырға 41

“Ашығыҙ тәмле булһын!”

“Ашығыҙ тәмле булһын!” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Официант булыу еңелме? …Клиент янына килдең, иҫәнләштең, нимә кәрәклеген һорап, ашын килтерҙең дә...

Тотош уҡырға 111

“Күңелемдең тыныслығын тоям”

“Күңелемдең тыныслығын тоям” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Заһретдиновтар дәүләт ярҙамына таяна. Шамил Заһретдиновтың Үрге Тәтешле ауылында төпләнеүенә уның...

Тотош уҡырға 43

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Башҡортостан 24” телеканалы тамашасылар өсөн өр-яңы 10 тапшырыу әҙерләне....

Тотош уҡырға 52

Ғаилә бәхете – ил бәхете

Ғаилә бәхете – ил бәхете 16.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемдең үҙ маҡсаты, шөғөлө, эше бар. Әсәйем Рима һәм атайым Мирхәт Сәғитовтар икеһе лә...

Тотош уҡырға 63

Һәләтенә иҫең китерлек

Һәләтенә иҫең китерлек 16.10.2018 // Йәмғиәт

Башта ошо фотоға ҡарағыҙ әле. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Рәшиҙә апай Зыкрина...

Тотош уҡырға 102