Ҡатын бәхете – ирҙән...

21-04-2017, 03:46 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Гөлсирә йоҡоһонан бик иртә уянды бөгөн. Хәйер, тәҙрәләргә яҡтылыҡ һирпелеү менән урынынан торорға ғәҙәтләнгән ул. Аш-һыу бүлмәһенә сыҡты ла, электр сәйнүген утҡа тоташтырып, уныһы шыжлай башлағансы, әкрен генә йыйынды. Сумкаһына кистән үк һалып ҡуйған аҡса янсығын алып, ундағы сумманы һананы ла ҡәнәғәт төҫ менән ҡабат тығып ҡуйҙы. Күңеленән генә баҙарҙан алаһы әйберҙәрен барланы. Өфөлә йәшәгән ҡыҙы ҡайта бөгөн. Рәшиҙәһе эремсек ярата, ейән-ейәнсәре тәм-томға ябырыла торған.
Сәй эсергә генә ултырғайны, өйҙө яңғыратып телефон зыңғырланы. Хәйерһеҙ, таң менән ҡайһыһы шылтырата икән, тип һуҡрана-һуҡрана телефонды барып алды ул. Ҡыҙы ике-өс ауыҙ һүҙ менән Ленараһының ауырып тороуын, шуға күрә ҡайта алмауҙарын белдерҙе.
Гөлсирәнең кәйефе ҡырылды, яһаған сәйе лә онотолдо. Эйе, һәр әсә кеүек, ул да байрам һайын балаларының ҡайтыуын зарығып көтөп ала. Розалиә менән Зиләһе йыраҡта – Нижневартовск ҡалаһында йәшәй, йылына бер генә ҡайталар. Ярай улары, исмаһам, үҙ-ара аш-һыуҙарын да бүлешеп, көйөнөстәрен дә уртаҡлашып йәшәй. Ә бына Рәшиҙәһенең тормошо һис кенә лә барып сыҡманы. Бүтәндәренә ҡарағанда матурыраҡ, уңғаныраҡ булһа ла, бәхет тигәне ситләп үтте уны. Ҡыҙы кинйә булғас, үҙһүҙлерәк тә булып үҫте.
Гөлсирәнең ҡабаланыр урыны юҡ ине. Ул һыуынып бөткән сәйен яйлап һемерә-һемерә күңелһеҙ уйҙарға бирелде.
Ә бит барыһы ла уңай башланғайны. Өлкәндәре, һөйләшеп ҡуйғандай, аллы-артлы кейәүгә сыҡты. Рәшиҙәһенә лә сират етте. Йүнле генә кешене тап итһә ине, тип теләп йөрөй ине, фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килгәндер, тип һөйөнгәйне. Ире менән күптән төйнәп ҡуйған болдо тотоноп, заманына күрә ҙурлап туй уҙғарҙылар.
Кейәүҙәре Айгиз дә төшөп ҡалғандарҙан түгел – аҡсаһын да таба белде, донъяһын да көттө. Тырышҡас, ике йыл эсендә мөһабәт йорт һалып инделәр. Тәүге йылдарҙа балалары булмауына ҡыҙынан бигерәк үҙе хафалана башлағайны. Көттөрөп кенә тыуған Рузилдәре һәм Ленаралары өсөн олатай менән өләсәй ни алып биреп, ни ҡуйырға белмәне. Йортта шат тауыштары сыңлап торған сабыйҙар тәүҙә балалар баҡсаһына китте, унан мәктәпкә төштө. Шулай шатланып йәшә лә йәшә ине лә бит, тик көйһөҙ тәбиғәт кеүек, тормоштоң ҡара һөрөмдәй көндәре лә етерлек шул.
Үҙе ғүмере буйы хисапсы булды. Бер мәл, эшенә барып ҡына ул­тырғайны, әлегеләй иртүк телефон шылтыраны. Кейәүенең фажиғәле һәләк булыуы тураһында аяныслы хәбәр еткерҙеләр.
Нисек кенә ауыр булмаһын, балаларҙы аяҡҡа баҫтырышырға кәрәк ине. Уларға барған һайын йәне әрнеп ҡайта, ҡыҙы бер туҡтауһыҙ илай. Ҡыҙып, уны әрләп ташлай ҙа, ҡайтҡас, үҙе лә күҙ йәшенә ирек бирә.
Ваҡыт алға тәгәрәне. Ҡайғы-хәсрәт тә яйлап һүрелә төштө. Ҡыҙы сауҙа өлкәһендә эшләне, бер аҙҙан үҙенә яуаплы вазифа йөкмәттеләр. Бынан һуң ул йыш ҡына командировкаларға йөрөй башланы. Гөлсирә ике йорт араһында сабыулап йөрөп, ҡайһы берҙә арманһыҙ булып ҡайтып йығыла ине. Сираттағы сәфәренән һуң Рәшиҙә сер итеп кенә әсәһенә бер ир менән танышыуын, артабан бергә йәшәргә йыйыныуҙарын әйтте. Үҙҙәре килешкәс, ярай инде, балалар бәләкәй саҡта кейәүгә сығып ҡалыуы яҡшы, тип ата-әсә ҡаршы килмәне.
Тәүге мәлдәрҙә Ринат ҡатынын эшенән дә ҡаршы алды, көндәлек тормошта ла иғтибарлы булды, балаларға ла аҡсаһынан өлөш сығарҙы. Әммә тора-бара былар барыһы ла монар ғына булып ҡалды, уның көнләшә торған ғәҙәте барлығы асыҡланды. Рәшиҙә эшендә аҙ ғына тотҡарланһа ла, өйҙә тауыш ҡупты. Телефонын тикшерһенме, бәйләнергә сәбәбе табылып ҡына торҙо. Ғауғалы йортта балаларҙың йөҙөнән нур ҡасты, улар күберәк өләсәйҙәрендә булырға тырышты. Ҡыҙы, ҡәтғи ҡарарға килеп, берҙән-бер көндө кейәү кешене ҡыуып сығармаһа, был мәхшәр күпме дауам итер ине, билдәһеҙ.
Атаһына оҡшап, тотҡан ерҙән һындыра торған ғәҙәте бар шул Рәшиҙәһенең. Ғәйепләмәҫ ереңдән ғәйепләрһең. Бер йылдан һуң уның тормошонда Ирек пәйҙә булды. Ул да эш буйынса ситтән килгән кеше булып сыҡты. Ҡыҙынан күпкә оло был ир тәүҙә үк Гөлсирәгә оҡшап етмәне, уның ҡатын айырған булыуы ла күңелен өйкәп торҙо. Сәстәре сәскә бәйләнергә булғандыр инде, бер түбә аҫтында көн итә башланылар. Ярай, аҙағы хәйерле булһын тип, эстән бик килешеп бөтмәһәләр ҙә, күнделәр.
Ярты йыл уҙғандан һуң, Рәшиҙә бурысҡа аҡса һорап килде. Өйҙө һатып, етмәгәненә өҫтәп, ҡаланан фатир йүнләргә уйлайбыҙ, тип белдерҙе. Гөлсирә ҡыҙын, ашыҡма, ете ҡат уйлап, бер ҡат киҫ, тип өгөтләне. Тик үҙ һүҙле ҡыҙы алдына ҡуйғанын эшләмәйенсә түҙәме һуң?! Бер ауыҙы бешкәс, һалҡын һыуҙы ла өрөп ҡабырға тейеш ине лә һуң...
Йәштәр өйҙө шаҡтай ҡыйбат хаҡҡа һатып, кәрәкмәгән әйберҙәрен Гөлсирәләргә килтереп, бар булған мөлкәтен тейәп ҡалаға китеп тә барҙы. Барыһынан да бигерәк ейән-ейәнсәрҙәренән айырылыуҙы ауыр кисерҙе улар.
Артабанғы аралашыуҙары телефондан урыҡ-һурыҡ һөйләшеүҙән уҙманы. Бер шылтыратҡанында Рәшиҙәһе “дауаханала ятам” тигәс, тиҙ генә йыйынды ла хәл белергә китте. Ауылдан бигүк сығып йөрөмәгән кешегә ярты ҡаланы әйләнеп, ҡыҙын табыуы анһат булманы. Балаһы өсөн борсолоуы бер булһа, ишеткәндәре сәсе үрә торорлоҡ ине. Барыу менән йорт һатҡан аҡсаны төҙөлөшкә һалғандар. Үҙҙәре балалар менән бер бүлмәле фатирға түләп торғандар. Ҡыҫынҡы торлаҡ, аҡса етмәүҙән ҡашығаяҡ шылтыраған мәлдәр ҙә йышайған. Сираттағы ыҙғыштан һуң Ирек әйберҙәрен алып сығып киткән, фатирға тигән аҡсанан да елдәр иҫкән... Ошоларҙы ишеткәндән һуң, үҙенең дә йөрәк өйәнәге ҡуҙғалды.
Әйтәһе лә түгел, үҙенең дә ҡырҡ йыллыҡ ғаилә арбаһын тартҡанда төрлөһө булды. Күп ғаиләләрҙе емергән “йәшел йылан” араға килеп керҙе бер саҡ. Бер-береһенә булған ышаныс, сабырлыҡ ул яуызды еңергә көс бирҙе.
Уйҙары иһә ҡабат ҡыҙына әйләнеп ҡайтты. Йә инде, гөлдәй йортонан ҡолаҡ ҡаҡты бит. Уфтанмаҫ ереңдән уфтанырһың... Шөкөр, ейән-ейәнсәре аҡыллы ғына булып үҫеп килә. Әле уларҙың шатлыҡтарын күреп, башлы-күҙле итәһе бар, бер үк бәхетле генә була күрһендәр инде, балаҡайҙар...
Стеналағы кәкүкле сәғәттең һуғыуы уны һиҫкәндереп ебәрҙе. Алдындағы ризығына “амин” тотто ла белгән доғаларын уҡырға кереште. Көндөң-көнөндә балаларына изге теләктәрен теләп, яңы көнгә аяҡ баҫырға күнеккән ул.