Халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлап

21-04-2017, 16:27 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлап21 апрелдә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте.
Ике сәғәтлек аралашыу барышында төбәк етәксеһенә бер нисә ҡала һәм район халҡы мөрәжәғәт итте. Улар белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, социаль һәм спорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләрен күтәрҙе. Сара йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенә, министрлыҡтарға һәм ведомстволарға тейешле күрһәтмәләр бирелде.