Тыныслыҡ? Хеҙмәт? Май?

28-04-2017, 03:59 // Йәмғиәт, Анонстар // Баҫып сығарырға
Тыныслыҡ? Хеҙмәт? Май?Ҡасандыр 1 Май байрамы сәйәси тантана ине. “Бөтә донъя пролетарийҙары, берләшегеҙ!” тигән төп оран үҙе үк уның сәйәси нигеҙҙә барлыҡҡа килгәнен күрһәтеп тора. 1886 йылдың 1 майында АҠШ-та Чикаго поли­цияһы урындағы эшселәрҙең демонстрацияһын баҫтыра, һәм был күп ҡорбанға килтерә. Ошо ваҡиғанан һуң өс йыл үтеүгә, II Интернационалдың Парижда үткән конгресы 1 майҙы Бөтә донъя пролетариатының теләктәшлек көнө тип иғлан итә һәм был датаны социаль талаптар ҡуйған демонстрациялар менән билдәләргә тәҡдим итә. Рәсәйҙә уны беренсе тапҡыр 1890 йылда байрам итәләр. Ә Со­вет осоронда ул хеҙмәтсән­дәрҙең йылына бер тапҡыр киң ҡолас менән үткәрелгән дөйөм тантанаһына әйләнә. Нисек баһаларға бөгөн был байрамды? Уның әһәмиәте бармы?
1 Май байрамы тиһәләр, заводтағы йәшлек йылдарым иҫкә төшә. Моторҙар эшләү берекмәһендә цехтың партия бюроһы етәксеһе: “Кемдәр демонстрацияға сыға?” – тип әйтеү менән, кемуҙарҙан был исемлеккә инергә ынтылабыҙ. Юҡ, бөтә донъя пролетарийҙарына теләктәшлек күрһәтергә ашҡыныуҙан түгел был.
Партия сәйәсәтен яҡлау теләге лә тыумай. Беҙ бит әле йәш, “коммунизм”, “үҫешкән социализм” кеүек төшөнсәләр ҙә бер ҡолаҡтан инә, икенсеһенән сығып та китә. Байрам колоннаһына ҡушылырға теләк белдереүҙең сәбәбе икенсе нәмәлә.
Һәр демонстрацияла колон­наның башынан артҡы рәттәренә саҡлы төрлө флагтар, плакат менән транспаранттар, һауа шарҙары елберҙәп барыуын әле лә хәтерләйһегеҙҙер. “Тыныслыҡ! Хеҙмәт! Май” тип яҙылғаны аҙым һайын осрай ине. Тик, цехтың партия, комсомол һәм профсоюз лидерҙарына транспаранттар әҙерләтеү, графикты яраштырыу кеүек мәсьәләләр менән бергә, эшселәрҙе демонстрацияға сы­ғырға өгөтләргә лә тура килә. Ә сәйәси әүҙемлек күрһәтергә һәр пролетарий ынтылып торҙо тип булмай. Күптәр был байрамды ғаиләһе менән үткәрергә, көн йылы булғанда тәбиғәткә сығырға теләй. Бигерәк тә бер нисә йыл рәттән ҡатнашҡандар был “иреклеләрҙең ирекһеҙ эшенән” баш тартырға һылтау табырға тырыша.
Бындай осраҡта матди ҡыҙыҡ­һындырыу тыуҙыра башлайҙар: байрам транспаранты тотоп барған өсөн – 10 һум, КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағза­һының портретын тотҡандарға 20-шәр һум аҡса яҙалар. Дөрөҫ, социализм идеалдарын йәш эшселәрҙең береһе лә инҡар итмәй, ләкин 10 һум аҡса ла эсте тишмәй. Аҙмы был, күпме?
Сағыштырыу өсөн: уҙған быуаттың 70-се йылдарында завод ашханаһында бер туҡланып сығыу 80-90 тингә төшә, киноға билет ололар өсөн – 20, бала­ларға – 5 тин, ҡала үҙәгенән аэропортҡа такси менән барыу – 5 һум, самолет менән Өфөнән Сочиға хәтлем осоу 40 һум тора ине. Байтаҡ йылдар сиратта торғандан һуң ғына алып була торған “Жигули” автомобиленең хаҡы – 5 мең һум. Һыйыр итенең килограмы магазинда ике һум тора, тик уны эләктерер өсөн таң һарыһынан кибет алдында сиратҡа баҫырға кәрәк. Ә уны был көндә килтермәүҙәре лә бар... Баҙарҙа ошо уҡ итте теләгән ваҡытта барып алырға була, тик күпселектең хәленән килмәй, сөнки бер кило ит өсөн 6 һум һорайҙар! Ҡара икмәктең бер “буханка”һы 16 тин (шуға уны ауыл халҡы һәм ҡалаларҙың хосуси секторында йәшәгәндәр малға ашатыу өсөн тоҡлап алды), аҡ ҡалас 22 тин торҙо. Ә дол­ларҙың рәсми курсы үткән быуаттың 70-80-се йылдарында 92 тин ине.
Оло йәштәге эшселәрҙе демонстрация өсөн биреләсәк аҡса әллә ни ҡыҙыҡһындырманы шикелле, сөнки юғары разрядлы токарҙар, слесарҙар, фрезлаусылар айына 400-500-әр һум аҡса ала ине. Әйткәндәй, республика матбуғатындағы журналистарҙың хеҙмәт хаҡы был заманда 150 һумдан ашманы, яңы эшкә ҡабул ителгән хәбәрселәргә айына 120 һум түләнеләр. Ул саҡта совет йәмғиәте тураһындағы көләмәс­тәр киң мәғлүмәт сараларында баҫылмай һәм тапшырылмай, ләкин телдән-телгә бөтә ил буйлап тарала ине. Шуларҙың береһе иҫтә ҡалған: “Кем ул совет халҡы? Эшһеҙлек юҡ, ләкин йүнләп эшләгәндәр ҙә күренмәй, йүнләп эшләүселәр юҡ – ә план үтәлә, планды үтәйҙәр – кибеттә һатып алырлыҡ әйбер табылмай, һатып алырлыҡ нәмә юҡ – һыуытҡыста барыһы ла бар, һыуытҡыс тулы – береһе лә ҡәнәғәт түгел, ҡәнәғәт түгелдәр – ә барыһы ла ыңғай тауыш бирә”.
Студент саҡта инде байрам демонстрацияһына “бушлай” сыға инек. Төркөмдөң кураторын да, деканатты ла тыңламай булмай – имтихандар тапшыраһы бар бит. Башҡорт дәүләт университеты алдына иртә таңдан уҡ сығып баҫып, колонналарға теҙелә башлайбыҙ. Лекция баш­ланырға биш минут ҡалғас уянып өйрәнгән халыҡтың, тәбиғи, иртәнге сәғәт алтыла уҡ тороп урамға сыҡҡыһы килмәй. Шуға уятыуҙы ла байрамса итергә тырышалар: ятаҡтың һәр ҡатында көнэлгәре билдәләп ҡуйылған гармунсы тантаналы көй һуҙып ебәрә һәм уйнай-уйнай кори­дорҙың бер башынан икенсе осона табан йөрөй. Университет алдында берәй сәғәт тапанып торғандан һуң, яйлап ҡына ҡуҙғалабыҙ. Пушкин, Ленин, Достоевский урамдары буйлап атлап үткәс, Әй урамының төньяҡ осонда тағы туҡтап көтөп торабыҙ – башҡа урамдарҙан Октябрь проспектына табан ағылған колонналарҙы үткәрергә кәрәк. Трибуна янына етәрәк бығаса ҡулға йомарлап тотоп килгән әләмдәр өҫкә ҡалҡа, ятҡырылған хәлдәге плакаттар ҙа “аяғүрә” ҡалҡа, сөнки демонстрацияның төп өлөшө – ҡала советы эргәһендәге трибуналарҙа торған етәкселек һәм күренекле граждандар янынан үтеү – башлана бит. Ошо тапҡырҙы уҙып, “Мәк­тәп-интернат” туҡталышы тәңгә­ленә еткәс, эреле-ваҡлы транс­паранттарҙы ошонда көтөп ул­тыр­ған йөк автомашина­ларының кузовтарына ырғытабыҙ ҙа демонстрация сәғәттәрендә Рәсәй, Комсомол урамдары буйлап йөрөүгә күсерелгән йәмәғәт­селек транспорты туҡталышта­рына ашығабыҙ: кемдер һөйгән ҡыҙы менән киноға барырға һөйләшеп ҡуйған, кемдәрҙер байрам көндәренә ауылына ҡайтырға йыйына.
Тыныслыҡ? Хеҙмәт? Май?Әлбиттә, 1 Май байрамы ул сәйәси тантана ине. “Бөтә донъя пролетарийҙары, берләшегеҙ!” тигән төп оран үҙе үк уның сәйәси нигеҙҙә барлыҡҡа килгәнен күрһәтеп тора. 1886 йылдың 1 майында АҠШ-та Чикаго поли­цияһы урындағы эшселәрҙең демонстрацияһын баҫтыра, һәм был күп ҡорбанға килтерә. Элегерәк “полиция бер ғәйепһеҙ тыныс демонстранттарға атҡан” тип яҙалар ине. Бөгөн килеп, “тәүҙә эшселәр полицияға ҡаршы ата башлаған, шуға был ваҡиға ҡораллы бәрелеш менән тамам­ланған” тигән яҙмалар ҙа күренә. Һәр хәлдә, ҡораллы полицей­скийҙар үҙҙәрен ҡыйырһытырға бирмәгәндер, танкка ҡаршы күҫәк менән барып ҡара...
Бында шуныһы мөһим: демонстрацияны шулай ҡанға батырыу синфи көрәштең ҡыр­ҡыулашыуына һәм эшселәрҙең үҙ байрамын булдырыуға алып килгән. Ошо ваҡиғанан һуң өс йыл үтеүгә, II Интернационалдың Парижда үткән конгресы 1 майҙы Бөтә донъя пролетариатының теләктәшлек көнө тип иғлан итә һәм был датаны социаль талаптар ҡуйған демонстрациялар менән билдәләргә тәҡдим итә. Рәсәйҙә уны беренсе тапҡыр 1890 йылда байрам итәләр. Ә Со­вет осоронда ул хеҙмәтсән­дәрҙең йылына бер тапҡыр киң ҡолас менән үткәрелгән дөйөм тантанаһына әйләнә.
Нисек баһаларға бөгөн был байрамды? Уның әһәмиәте бармы? Ошо тантананы кәрәкмәй тип иҫәпләүселәр уның идеологик нигеҙҙә булыуына, шуға ла хәҙерге заманда инҡар ителергә тейешлегенә баҫым яһай. Бер яҡтан ҡарағанда, дөрөҫ тә кеүек: әлеге социаль талаптарҙы совет предприятиеларының эшселәре кемгә ҡуя ала ине? Сталинғамы? Әллә һуңыраҡ Коммунистар партияһының үҙәк комитетынамы? “Партия һәм совет власы хеҙмәтсәндәр мәнфәғәтен көнө-төнө ҡайғырта” тигән лозунг бар сағында ундай талаптар менән урамға сығырға кемдең башы икәү? Хәйер, халҡыбыҙҙың тулы­һынса бәхетле булыуы тура­һын­да һәр байрамда дежур ора­торҙар трибунанан асыҡ иғлан итә ине. Улар тарафынан бөтә донъя буржуазияһына ла эшселәр синыфын иҙгәне өсөн биҡ ҡаты эләгә ине. Дөрөҫ, был ораторҙарҙың береһе лә Европала булмаған һәм ундағы предприятиеларҙың эшселәре менән һөйләшеп ҡарамаған...
Тора-бара был байрам Латин Америкаһындағы карнавал төҫөнә инә башланы: йыр-бейеү, үҙешмәкәр артистарҙың сығыш­тары, колонналарҙы күҙ яуын алырлыҡ итеп биҙәү, кибеттә күптән күренмәгән тауарҙар менән урам сауҙаһы ойоштороу... Тик Рио-де Жанейро байрамдарынан айырмаһы ла бар ине: демонстрацияға сығыу һәр предприятиеның һәр цехы, һәр бер учреждение йәки уҡыу йорто өсөн мотлаҡ, ә лозунгтар фәҡәт Коммунистар партияһы идеоло­гияһына ғына ярашлы итеп яҙылған һәм тейешле кимәлдә раҫлатылған.
Дөрөҫ, аҙнаһына элекке берәү урынына ике ял көнө индереү, торлаҡты бушлай биреү, медицина хеҙмәтләндереүен һәм белем алыуҙы түләүһеҙ итеү кеүек дәүләт хәстәрлеген һис инҡар итеп булмай. Тик уларҙы совет хөкүмәте үҙ белдеге менән баш­ҡар­ған, йәғни эшселәр синыфы­ның талабы буйынса тип әйтергә нигеҙ юҡ. Ә хөкүмәттең былай эшләрлек форсаты булған, әл­биттә: һәр предприятиеның табышы Үҙәккә китеп торған бит. Шуға тағы зыялыларҙы тиндәр алып ҡына эшләргә мәжбүр итеүҙе, ә колхозсыға хеҙмәт ха­ҡын аҡсалата бөтөнләй түлә­мәүҙе лә иҫәпкә алһаҡ, хөкү­мәт­тең ғәйәт ҙур сумманы экономиялауы нығыраҡ аңлашыла төшөр. Африка һәм Азияның яңы бойондороҡһоҙлоҡ алған илдә­ренә лә даими ярҙам күрһәтеп тора алғас, тимәк, Совет хөкүмәте ярлы булмаған.
Икенсе яҡтан, әйҙәгеҙ, уйла­шайыҡ: был байрамдың тәүге маҡсаты изге булған бит – эшләгән халыҡ үҙ мәнфәғәттәрен үҙе яҡлай алырға тейеш түгелме ни? Әллә барыһы ла Дәүләт Думаһының ниндәй ҡанундар сығарғанын көтөп кенә ултыр­һынмы? Беҙҙә һаман да элекке советса йәшәү рәүеше өҫтөнлөк итә, күрәһең – бөтәһен дә көтөп ултырырға өйрәнгәнбеҙ.
Яңыраҡ мәғлүмәт сараларында Нефтекамскиҙағы бер пред­приятиеның эш хаҡы түләүҙе тотҡарлауы һәм прокуратураның ҡыҫылырға мәжбүр булыуы тура­һындағы хәбәр күренде. Кисек­терелгән хеҙмәт хаҡы буйынса 4,5 миллион һумлыҡ бурыс йыйылған. Прокуратура хоҡуҡи яуаплылыҡ тураһында иҫкәрткәс, эш хаҡын тулыһынса (!) түләп тә ҡуйғандар. Тимәк, аҡса булған! Ярай ҙа был предприятие коллективы һуңлабыраҡ булһа ла тейешле органдарға хәбәр иткән (шунда эшләгәндәр үҙҙәре ялыу яҙғандыр тип ышанайыҡ). Ә бит баш баҫып өндәшмәй генә эшләп йөрөгән, эш хаҡы һуңлатылыу сәбәпле туған-тыумасаларына бурысҡа батҡан кешеләр әллә ни саҡлы... Бигерәк тә хосуси фирмаларҙа эшләгәндәргә ҡағы­ла был, улар йыш ҡына эш биреүсенең пенсия фондына иғәнә түләп бармауына ла риза булырға мәжбүр.
Бөтә донъя пролетариатын яҡлашырға йыйынған эшселәр синыфы, шулай итеп, ҡайһы саҡ үҙ хеҙмәт хаҡын да ваҡытында ала алмай. Нефтекамскиҙағы ошо предприятие етәксеһенә (ойошманың исеме лә, етәксенең фамилияһы ла телгә алынмай) 32 мең һум штраф һалынған. Ә уның, ошо штрафты түләгәс, үҙенә 132 мең һум премия яҙҙы­рыу мөмкинлеге булһа? Штрафын да ниндәй сығанаҡтан түләй бит әле... Бына ни өсөн кәрәк ул 1 Май байрамы – хеҙмәтсән­дәрҙең үҙ мәнфәғәтен яҡлай алыуын күрһәткән көн!
...Мәктәптә уҡыған саҡта байрам демонстрацияһында шулай тип йырлай торғайныҡ:
Беренсе Май байрамын
Беҙ тәбрик итәбеҙ,
Сафтарға теҙелеп,
Йырлашып үтәбеҙ.
Был һүҙҙәрҙә сәйәсәт тә, идеологик ҡараш та юҡ, фәҡәт байрам шатлығы. Шуға күрә 1 Май – Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө – ниндәйҙер ҡыуаныслы ваҡиға булып иҫтә ҡалған. Хәҙер инде сәйәси яғы мөһим дә түгел, ләкин өмөт һәм шатлыҡ – кешенең мәңгелек юлдаштары. Байрам менән, ватандаштар!