Сит ерҙәрҙә солтан булғансы...

19-05-2017, 03:51 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Сит ерҙәрҙә солтан булғансы... “Кил беҙҙең яҡтарға, солтан булырһың!” – тип саҡырһын ине берәйһе. Солтан тәхете, әлбиттә, беҙҙең кеүек ҡараһөйәктәргә тәтемәҫ, тик, шулай ҙа, етеш, уңайлы тормош шарттары вәғәҙәләгән тәҡдимдән кем баш тартыр? Был фани донъяла һәр әҙәм балаһы Ҡояш аҫтында йылынырлыҡ урын эҙләй. Беҙ ҙә үҙ төйәгебеҙҙәге ҡояштан ала алмаған йылылыҡты алыҫ Себер тарафтарында билдән көрт йырып, һалҡынға, ауырлыҡҡа бирешмәйенсә нефть скважиналарынан эҙләргә мәжбүрбеҙ.
Юҡ, беҙ күктән төшкәнде көтөп, кемдеңдер бөрккән йылылығына өмөт итеп ултыра торғандарҙан түгел. Уҡыу йорттарында алған белемебеҙ, ит-май, ҡаймаҡ, ҡорот, ҡымыҙ кеүек туҡлыҡлы ризыҡтарҙы ейеп йыйған көс-ҡеүәтебеҙ, илһөйәр рухыбыҙ, республикабыҙ күгендә бөтә халҡыбыҙҙың тәнен генә түгел, йәнен дә йылытырлыҡ яңы Ҡояш яһап элеп ҡуйырлыҡ дәртебеҙ етерлек. Уй-теләк­тәребеҙҙе тор­мошҡа ашырырлыҡ мөмкин­лектәр, шарттар булғанда, ғорур ҡаялар, саҡма тояҡ аттар, ҡурай илен һаҙлыҡлы, серәкәйле, тарбағай мөгөҙлө кәрлә боландар иленә һис тә алыштырмаҫ инек.
Беҙ, ҡатмарлы үҙгәртеп ҡороу­ҙар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ реформалар заманында донъяға килеп, буй еткергән йәштәр, тыуған төйәгебеҙгә ашаған икмәгебеҙ әжерен ҡайтарырлыҡ та файҙа­быҙ теймәүенә үкенес белдерә­беҙ. Иң көслө, энергиябыҙ ташып торған эшлекле саҡтарыбыҙҙы осһоҙ-ҡырыйһыҙ ҡалын урмандар, тулы һыулы йылғалар, зәңгәр күлдәр иле – Юграға (Ханты-Манси автономиялы округы) хеҙмәт итеүгә бағышлағанбыҙ. Күптә­ребеҙ инде ғаилә ҡороп, тормош арбаһына төптән егелгән, бер-беребеҙ менән уҙыша-ярыша донъя көтәбеҙ.
Атай-әсәйҙәребеҙҙең ҡулъяу­лыҡ­ҡа төргән һуңғы тиндәрен тотоноп, үҙебеҙҙең тырышлыҡ арҡа­һында төрлө уҡыу йорттарын уңышлы тамамланыҡ. Ҡайһы ғына ойошманың ишеген шаҡы­һаҡ та, эшкә урынлашам, тормошомдо яйға һалам тигән яҡты өмөттәребеҙ селпәрәмә килде: йә вакансия буш түгел, йә кәм тигәндә лә өс йыл стаж талап ите­лә, йә... арыу ғына сумманы “төртөргә” кәрәк. Хеҙмәт биржаларында икенсе һөнәр үҙләште­рергә, минималь эш хаҡы түлән­гән урам һепереүсе, йыйыштырыусы, һауыт-һаба йыуыусы һәм башҡа ҡара эштәргә барырға, хатта үҙ эшеңде асырға (кисәге студентҡа!) тәҡдим иттеләр. Су­пер­маркеттарҙағы һатыусы, менеджер, һаҡсы кеүек һөнәрҙәр­ҙең дә тәмен татып ҡарағандар булды, эшләгәндәрен дә ала алмай ыҙаландылар.
“Баш һуҡҡан яҡҡа сығып ки­тергә!” – тигән уй ана шундай ваҡыттарҙа килә лә инде. Күп­тәребеҙҙең “баш һуҡҡаны” – ҡарлы-буранлы Себер тайгаһы, “ҡара алтын”ға бай төпһөҙ һаҙ­лыҡтар. Ризабыҙ, тик эше­беҙ, үҙебеҙҙе ҡарарлыҡ, аяҡҡа баҫыр­лыҡ эш хаҡы ғына булһын, ҡал­ғаны үҙебеҙҙән тора. Себер нефть сығарыусы һәм ҡы­уыусы ойошмаларының тимер ҡапҡала­ры Уралдан килгән башҡорт балалары өсөн, әлбиттә, шар асып ҡуйыл­мағайны. Шулай ҙа өмөт­лән­дер­ҙеләр, резюмеғыҙҙы ҡал­дырығыҙ, урын булғас та шылты­ратырбыҙ, тинеләр. Теркәү урынын (прописка) табып, булған дипломыбыҙ, уларға ҡушылып практика үткәндән һуң бирелгән төрлө “корочка”ларҙан тыш, тағы ла бер нисә һөнәр “үҙләштере­үебеҙ” тураһында “ҡатырға”ларҙы юллап, эшкә ең һыҙғанып тото­норға йыйындыҡ. Артҡа табан юл юҡлығын яҡшы аңлап, ниндәй эшкә лә сат йәбештек. Хеҙмәт хаҡы бында сағыштырмаса юғарыраҡ (ә магазиндарҙа хаҡтар Башҡортостандағы менән бер сама), торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡта, хеҙмәтләндереү тарма­ғында эшләһәң дә, бик тырыш­ҡанда, үҙ йүнеңде үҙең күреп була. “Сорғотнефтегаз” тигән мәшһүр ойошманың бейек туп­һаһы аша атлау бәхете бөтә кешегә лә тәтемәй. Бында эләк­кәндәрҙең дә күбеһе бер туҡтау­һыҙ уҙғарылған имтихандарға, һынауҙарға абынып һөрлөгә, уҡыу йортонда алған белемен практикала ҡуллана алмай, юғары талап­тарға түҙә алмайынса эштән китергә мәжбүр була. Белемле, булдыҡлы, яңыса уйлай, эшләй белгән сабыр хеҙмәткәрҙәр ҙә карьера баҫҡысынан бер үрмә­ләй, бер кире тәгәрәй. Себергә үҙе теләп киткән Сит ерҙәрҙә солтан булғансы...“Буранбайҙар”ға кеҫәләрендә ҡыштырлаған төрлө төҫтәге ҡәҙерле ҡағыҙҙар һис кенә лә еңел бирелмәй.
Ауырлыҡтарға бик бирешмәй беҙҙең халыҡ. Артынан этеп, ҡулынан тартып әйҙәп барған “йөнтәҫ ҡуллы” ағайҙары булма­ғандар ҙа генераль директор, база, цех начальнигы, инженер-технолог, ҡала, район, округ депутаты вазифаларын уңыш­лы башҡара. Мәғариф, һаулыҡ һаҡ­лау, мәҙәниәт, сауҙа өлкәләрендә йәнен аямай хеҙмәт өлгөләрен күрһәткән яҡташтарыбыҙ тура­һында ла хәбәрҙарбыҙ. Ватандаш­тарыбыҙ араһында эшҡыуарҙар ҙа етерлек: кемдер икмәк, тәмле­кәстәр бешерә, кемдер автомәк­тәптәр, сауҙа нөктә­ләрен аса, кем­дер шәхси төҙөлөш алып ба­ра, кемдер, мәңгелек ҡыш илендә алтмыш градуслы һыуыҡ­ҡа ҡара­майынса, теплицаларҙа йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә, фермаларҙа һыйыр аҫрай.
Ғөмүмән, Ханты-Манси автономиялы округын күптәр икенсе Башҡортостан тип йөрөтә. 40 мең­дән ашыу яҡташты үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған (был һанға вахта ысулы менән эшләүселәр инмәй), уларға йәшәү көсө биргән изгелекле төйәк ул. Йыйнаҡ ҡала­ларыбыҙҙа төрлө милләт кешелә­ре дуҫ, татыу йәшәй. Лянтор ҡалаһындағы үҙәк урамдар Салауат Юлаев һәм ошо ҡасаба янында нефть скважиналарынан беренсе нефтте урғылт­ҡан яҡта­шыбыҙ Б. Назарғәлиев исемдәрен йөрөтә. Ҡалаларыбыҙ майҙанда­рында уҙғарылған байрам сараларында башҡорт һәм татар йырҙары күңелдәрҙе елкен­дерә. Башҡортостан артистары ла беҙ­ҙең яҡтарҙы үҙ итә. Улар ҡуйған концерт-тамашаларға теләп йө­рөй­бөҙ. Дини йола­ларыбыҙҙы, байрамдарыбыҙҙы үткәрергә күр­кәм мәсеттәребеҙгә йыйылабыҙ.
Иң мөһиме – эшебеҙ бар, ла­йыҡлы хеҙмәт хаҡы (кемгә нисек­тер, ҡайһы бер әҙәм балаһына булған һайын етмәй) алып һөйө­нәбеҙ. Ғаиләләребеҙҙе тәьмин итерлек, балаларыбыҙҙың килә­сәген ҡайғыртырлыҡ мөмкин­легебеҙ булғанға шөкөр итәбеҙ. Бер ҡат кейемдә, ике ҡулын һел­тәп был яҡтарға килгән күптәре­беҙҙең фатиры (хатта бер нисәү), һәйбәт машинаһы (уны­һын инде йыл аша алмаштыралар), өйө ту­лы затлы йорт-йыһазы, бөтә кә­рәк-ярағы бар. Әлбиттә, былар ба­рыһы ла ипотекаға, кредитҡа алынған. Донъялар имен тороп, Хоҙайыбыҙ эштән, һаулыҡтан айырмаһа, барыһын да йырып сыға алыр­быҙ. Бында ла ҡыҫ­ҡар­тыуҙар, ҡулайлаштырыуҙар көндән-көн нығыраҡ ҡолас йәйә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, урындағы властарҙың, предприятие етәкселәренең социаль өлкәгә ҡарашы маҡтауға лайыҡ.
Фатир алғанда балалы ғаилә­ләргә бирелгән субсидиялар, льго­талар, күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе төрлө яҡлап хәстәрләү, эш хаҡ­тары, пособие, пенсияларға өҫ­тәл­гән төбәк түләүҙәре, эш ха­ҡына өҫтәмә арыу ғына премиялар, бушлай медицина ярҙамы, уларҙың балаларының ялын, отпускыһын ойоштороу, мәға­рифты, мәҙәниәтте үҫтереү кеүек матур күренештәр халыҡтың күңелен күтәрә, иртәгәһе көнгә ышаныс уята. Юграның власть органдары ла асығыраҡ: урын­дағы телевидение хәбәрселәре эшлекһеҙ түрәләрҙе тәнҡит утында тотҡан тапшырыуҙарҙы эфирға сығара, муниципаль район депу­тат­тарының эше, ҡаҙна аҡсаһы­ның әйләнеше тураһында чиновниктар отчет тота, халыҡтың хоҡу­ҡи белемен арттырыу, теге йәки был ташламаларҙы юллатыу маҡ­сатында көнүҙәк темаларға тура эфирҙа һөйләшеүҙәр уҙғарыла.
Ҡалаларыбыҙҙа әүҙем эшләгән баш­ҡорт ҡоролтайҙарына элеге­рәк милләт­тәштәребеҙҙе күрергә, күңелдәребеҙҙәге әсе һағышты баҫырға йөрөһәк, хәҙер барыбыҙ­ҙы ла “донъя баҫты”. Ваҡытында мәктәптәребеҙҙә балаларыбыҙға башҡорт телен өҫтәмә дәрес итеп уҡытып маташтыҡ. Урыҫ мөхитен­дә тәрбиәләнгән балаларыбыҙ был изге эшкә әҙер булмай сыҡты. Өйҙә бер ауыҙ башҡортса һөйләшмәгән ата-әсәләрҙең сабыйҙары был сит телде ҡайҙан белһен? Башҡортса һөйләшкән­дәрҙең дә балалары яуапты русса бирә. Йәйге каникулдарын Баш­ҡортостанда уҙғарғандары: “Унда өләсәйҙән, олатайҙан башҡа бер кеше лә башҡортса һөйләшмәй”, – тип аптырата. Хатта уларҙы ла “руссаға өйрәтеп” ҡайтыусылары күп. Күрше фатирҙарҙа йәшәгән тажик, әрмән, дағстан, азербай­жандарҙың балалары үҙ телдәрен “һыу кеүек эсә”. Беҙҙекеләр был тере һыуҙың мөһимлеген аңла­май, уны белеү бында кәрәк тип тә һанамай, сөнки күптәребеҙҙең ғаиләләрендә быуындар бәйлә­неше өҙөлгән, тәрбиә башы булған өләсәй-әсәйҙәребеҙ, әле бөттө онобоҙ, әле бөттө тоҙобоҙ тип, донъя хәстәрендә беҙҙең күңелдәребеҙҙә ныҡлы уйылырға тейеш булған рухи байлыҡҡа ваҡытында иғтибарын кәметкән. Урыҫ телле мәктәп­тәрҙә белем, тәрбиә алғас, сабыйҙа­рыбыҙҙы ла үҙебеҙ белгәнсә тәрбиәләйбеҙ: бишек йырын урыҫса йырлайбыҙ, әкиәттәр, шиғырҙар уҡыйбыҙ, заманса “бейеү”ҙәрҙе бергәләп бейейбеҙ. Башҡортостанда йәшә­гәндә үҙ тарихыбыҙҙы, мәҙәниә­тебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы аҙ булһа ла белә, үҙ телебеҙҙә нисек тә һөйләшергә тырыша торғайныҡ. Сит ерҙәрҙә ассимиляцияға бирелеп, сит милләттәр менталите­тының ҡайһы бер кире сифаттарын да үҙләштереп барабыҙ, ахыры­һы. Йәл, ләкин быны таныу кәрәк. Башҡорттоң ҡунаҡсыл­лы­ғы, их­лас­лығы, бер-береһенә ту­ғандар­са ярҙамсыллығы Се­берҙә оҙаҡ йә­шәп “бөйөрөн май бөргән­дәр” ара­һында тарих төпкөлөн­дә ҡалып бара, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ.
Ситтән килеп, тормошобоҙҙо бынамын тигән итеп ҡороп ебәр­һәк тә, ерле халыҡ – ханттарға аҡ көнләшеү менән баҡҡан саҡтарыбыҙ була. “Их, ниңә мин хант түгелмен икән?” – тип уфтанып та ҡуябыҙ. Улар ҙа – беҙҙең кеүек, “тәбиғәт балалары”, аҫаба ерҙәрендә ата-бабаларының милли кәсептәрен дауам итеп, йолаларын йолалап көн күрә. Төҫ-башҡа ла беҙгә тартымдар, айырма шунда: уларҙың күбеһе һары сәсле, йәшел күҙле. Уғыр-фин телле, йыйнаҡ кәүҙәле был тыныс халыҡ көндәлек тормошта ла үҙ ҡулдары менән теккән милли кейемдә йөрөүҙе хуп күрә. “Улар­ҙан көнләшерлек нәмә бар һуң?” – тип аптырайһығыҙҙыр. Бар шул. Илде туйҙырған нефть скважиналары уларҙың аҫаба биләмәлә­рендә урынлашҡан. Нефть сыға­рыусы һәм ҡыуыусы предприятиелар бының өсөн ер хужаларына төргәк-төргәк аҡса­һын, тайгала елдереү өсөн елле ҡаргиҙә­рен былай ғына, бушҡа бирә, ҡаргиҙәрҙең багын һәр ваҡыт яғыулыҡ менән тәьмин итә. Аҫаба халыҡҡа фатир алыу, йорт төҙөү, эшҡыуарлыҡты алып барыу өсөн бөтә юлдар ҙа асыҡ, уларҙы бер һүҙһеҙ эшкә, уҡырға алалар. Себерҙең аҙ һанлы халыҡтары исемлегенә ингән был милләттең юҡҡа сыға барған телен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу, үҫте­реү өсөн күп көс һалына. Баш­ҡорттар ҙа бит аҫаба халыҡ, тик Башҡортостанда төп халыҡҡа ниндәйҙер өҫтөнлөктәр биреү тураһында яңылыш ҡына ауыҙың­ды асһаң да, урыҫ әйт­меш­ләй, яҡ-яғыңа ҡаранып, “сто раз нужно перекреститься”. Нин­дәйҙер өҫ­төн­лөктәргә өмөт итеү өсөн баш­ҡортҡа Рәсәйҙең аҙ һан­лы халыҡ­тары исемлегенә тер­кәлеүҙе көтөү кәрәктер, күрәһең...
Ә ватандаштарыбыҙ боландар иленә ағыла ла ағыла. Көткән донъяларын, малдарын пыран-заран килтереп, ғаиләләре менән бәйләнеште өҙөп, берәҙәк, уңай­лыҡтары булмаған тормош шарттарына күнеп, күпме ир-ат вахта ысулы менән Себер юлын тапай. Һалҡын тәбиғәт шарттарында алһыҙ-ялһыҙ эшләү күптәренең һаулығын ҡаҡшата. Эш ваҡытын­да йәрәхәтләнгән, вафат булған, юлда юғалған, фажиғәгә тарыған яҡташтарыбыҙ тураһында ишетеп, уфтаныуҙан башҡа нимә эшләй алабыҙ? Эшһеҙлек, бәлә­кәй хеҙмәт хаҡы кешене түбән­һетә, бөлгөн­лөккә төшөрә, меҫ­кен­гә әйләндерә. Бахыр хәлендә ҡалырға теләмәгән ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар Себер киңлектәрен­дә үҙ төйәктәрендә тапмаған етеш тормошто, бәлки, уға эйәреп килер йән тыныслығын, бәхет эҙләп, яҙмыш һынауҙарын өнһөҙ үтергә батырсылыҡ иткәндер...
“Сит яҡтарҙа йөрөмәгеҙ, оло­ғай­ғас булһа ла, Башҡортоста­ныбыҙға ҡайтығыҙ, башҡортта­рым!” – тип ихлас өндәшә беҙгә гәзит аша оло йәштәге милләттә­шебеҙ. Рәхмәт, ағай, халҡыбыҙҙы тупларға, күбәйтергә теләгәнегеҙ, ситтә йәшәгән милләттәштә­ре­геҙ­ҙең ҡартлығын ҡайғырт­ҡаны­ғыҙ өсөн. Совет заманында бөйөк иле­беҙҙең ҡайһы тарафында ла солтан булып йөрөгән ватан­даштарыбыҙ, республикабыҙҙа ла, ябай хеҙмәткәр, эшсе-крәҫ­тиән булыуына ҡарамаҫтан, солтандарса күкрәк киреп, ышаныслы баҫып йөрөй, иртәгәһе атасаҡ таңына ҙур өмөттәр бағлай ине. Комсомол путевкалары менән ҙур төҙөлөштәргә эләккән, яҙмыш ташлауы, үҙ ирке менән сит төбәк­тәрҙә “аҡса һуҡҡан” рухлы, телле милләт­тәштәребеҙ үҙен үҫтергән, әсәйҙәрсә ҡайғыртҡан тыуған Башҡортостанына имгәкләп булһа ла ҡайтып, олтан булып йәшәргә лә риза булғандыр. Беҙҙең, башҡаса мөхиттә тәрбиәләнгән, әсе тормош һабағы алған йәштәр­ҙең, көс менән яйға һалған тор­мошобоҙҙо яңынан башларға, үҙ илебеҙҙә, мәҡәлдә әйтелгәнсә, олтан булып йөрөргә һис кенә лә теләгебеҙ юҡ. Олоғайып, пенсия йәшенә еткәс, телһеҙ, йөрәктә­рендә башҡорт иле булмаған балаларыбыҙҙы, уларҙан, улар ише башҡорт һәм татарҙарҙан тыуған маңҡорт ейәндәребеҙҙе, мәрйә килендәребеҙҙе, урыҫ, хохол кейәүҙәребеҙҙе эйәртеп, ҡанбабалар иленә аяҡ баҫырбыҙ. Ҡартайған көндәрендә беҙ терәк­һеҙ ҡалдырған атай-әсәйҙәребеҙ кеүек, беҙ ҙә, ҡәҙерле балаҡайҙа­рыбыҙ Башҡортос­таныбыҙҙың саф һауаһын һулап, йылға-күлдә­рендә ҡойоноп, шифалы үләндә­рен, емеш-еләген йыйып, итен-ҡаҙылығын, балын, майын тейәп тыуған илдәренә кире китеп бар­ғас, һағыш уттарында һарғайып, ҡалған ғүмерҙәребеҙҙе яңғыҙлыҡ­та кисерербеҙ...
Юҡ, беҙҙең ситтә ғүмер итеүе­беҙ­ҙә кемделер ғәйепләргә, кем­гәлер үпкә һүҙҙәрен белдерергә йыйынмайбыҙ. Барлыҡ бәләләре­беҙҙе замандың ауырлығына, Яҙмыш тигән Ғәли йәнәптәренең аяуһыҙлығына япһарырға күнегеп бөткәнбеҙ. Йылдар үтер, илебеҙҙә тормош яйланыр. Тик... Рәсәйҙең, хатта ҡитғаның төрлө тарафтарына һибелгән йәш, көслө, аҡыл­лы, рухлы башҡорт балалары, улар­ҙың вариҫтары үҙҙәрен башҡорт итеп таныр, ҡан тартҡан Атайсал­дарына башҡорт булып кире әй­ләнеп ҡайта алырмы? Милләте­беҙ аҙ һанлылар исемле­гендә теркәлмәһен, ҡурайыбыҙ музей экспонатына әүерелмәһен тиһә­геҙ, йәштәрегеҙҙе ситкә тип­мә­геҙ, уларға иғтибарлыраҡ, ҡайғыртыу­саныраҡ булығыҙ, ватандаштар!

Себерҙә йәшәгән башҡорт йәштәренең уй-кисерештәрен Ҡәҙриә ҒӘЙФУЛЛИНА
аҡ ҡағыҙға төшөрҙө.