Ҡыҙыҡһыныу арта

18-07-2017, 00:50 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ҡыҙыҡһыныу арта Шүлгәнташ мәмерйәһе – Башҡортостандың халыҡ күп йөрөгән турист комплекстарының береһе. Ошо мөғжизәне күреү маҡсатында йыл әйләнәһенә бында әллә күпме кеше килә, тиҙәр. Билдәле, ҡыш был һан ҡырҡа кәмей.


Оҙаҡ йылдар дауамында алып барылған күҙәтеүҙәр Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның биләмәһе микроклиматының үҙгәреүен раҫланы. Был йәмәғәтселектә борсолоу тыуҙыра, сөнки таштағы һүрәттәрҙе һаҡлауҙа ҡыйынлыҡтар осрай.
Бөгөнгә тиклем мәмерйә эсендә контролһеҙ, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ белдеге менән үткәрелгән фәнни тикшереүҙәр ҙә палеолит осоронан ҡалған һүрәттәрҙең торошонда сағылыш таба һәм рәсемдәргә кире йоғонто яһай. Бындай күренеш 1970–1980 йылдарҙа Франция һәм Испания илдәренең мәмерйәләрендә лә күҙәтелгән, һөҙөмтәлә улар туристар өсөн бөтөнләйгә ябылған.
Сит ил белгестәренең палеолит осоро һүрәттәрен һаҡлауҙа туплаған тәжрибәһен төплө өйрәнгәндән һуң, комплекслы объектты музейға әйләндереү – Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлауҙа бик урынлы һәм уңышлы юл тигән һығымта яһала. Франция һәм Испания илдәренең музей комплекстары өлгөһөндә, республикабыҙҙа ла музейҙар селтәре булдырыу – тәүге ниәттәрҙең береһе.
Проектҡа ярашлы, заманса йыһазландырылған, дизайны һәм формалары тирә-яҡ ландшафт менән тулы бәйләнештә булған төп бинаға мәмерйәне һәм палеолит һүрәттәренә арналған музейҙы индереү күҙаллана. Үҙәк бина визуаль рәүештә тоташҡан массивтарҙан торасаҡ. Ике башланғыстың сикһеҙ көрәшен сағылдырған формалар һәм төҫтәр урын аласаҡ: яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ, йәшәү һәм үлем, йәшлек һәм ҡартлыҡ...
Бинаның яҡшылыҡты һәм яҡтылыҡты сағылдырған өлөшөндә ғилми-тикшеренеү үҙәге, офис бүлмәләрен урынлаштырыу күҙҙә тотола, ә инде ҡараңғылыҡ темаһы сағылған яҡта Шүлгәнташ мәмерйәһенең күсермә моделе урын алыр.
Бинаның фасады, эргә-тирәһендәге һуҡмаҡтарҙың башҡорт милли орнаменттары нигеҙендә биҙәлеүе, музейҙың айырым корпустарына башҡорт халыҡ эпосы геройы – Урал батырҙың улдарының исемдәрен биреү планлаштырыла. Паркты һәм ял урындарын да башҡорт халыҡ эпостары һәм легендалары сюжеты буйынса биҙәү күҙаллана. Мәҫәлән, Йылҡысыҡҡан күле буйында эйәренә булат ҡылыс таҡҡан Аҡбуҙаттың скульптураһын ҡуйырға мөмкин. Шулай уҡ башҡорт халыҡ байрамдарын, йолаларын һәм этнофестивалдәр уҙғарыу өсөн махсуслаштырылған майҙан булдырыу ҙа ҡаралған.
Төп бинанан тыш асыҡ һауала Боронғо һунарсы, Боронғо кешенең хужалыҡ ҡорамалдарын реконструкциялау һәм Солоҡ балы музейҙарын төҙөү күҙалланған.
“Боронғо һунарсы” музейында башҡорт халҡының XVIII–XX быуаттарҙа ҡош аулау, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ ысулдарын сағылдырған экспозициялар урын аласаҡ.
Тире эшкәртеү, таш ҡорамалдар, керамик һауыт-һаба, һөйәктән яһалған әйберҙәр һәм ташҡа һүрәт төшөрөү өсөн ҡулланылған һары буяу яһау ысулдары менән боронғо кешенең хужалыҡ ҡорамалдарын реконструкциялау оҫтаханаһында танышырға мөмкин буласаҡ.
Солоҡсолоҡ хәҙер Бөрйән районында ғына һаҡланып ҡалған, һәм ул хужалыҡта киң ҡулланыла. “Солоҡ балы” музейы күпкә ҙурайтылған солоҡ формаһында эшләнәсәк. Бындай ысул туристарға солоҡсолоҡ серҙәрен асырға ярҙам итәсәк.
Планлаштырылған музей комплексы һәм мәмерйә тирәһендә ҡурсаулыҡ зонаһы булдырыу Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО ойошмаһының Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫтары исемлегенә индереү өсөн төп шарт булып тора.
Шүлгәнташ мәмерйәһендәге палеолит һүрәттәрен һаҡлау проблемаһына арналған “Иң боронғо ғибәҙәтхана: археология һәм миф” тип аталған халыҡ-ара симпозиумдың бынан бер нисә йыл элек үтеүе күпте һөйләй.
Бөтә донъяға билдәле ғалимдарҙың Шүлгәнташ мәмерйәһе менән ҡыҙыҡһыныуы беҙҙә ғорурлыҡ уята һәм палеолит осоро һүрәттәренең һаҡланып ҡалыуына ышаныс тыуҙыра.