Артыҡ дым булмай

21-07-2017, 01:09 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Кем өсөндөр – Әтәс, йә Тауыҡ йылы әкрен генә китеп бара. Йыл башланыр алдынан уҡ уның ҡоро килерен ашығып фараз итеп өлгөргәйне ҡайһы берәүҙәр. Имеш, ҡош-ҡорттоң был төрө һыу яратмай. Һәр хәлдә, уларҙың ҡаҙ-өйрәк кеүек йылғала йөҙөп йөрөгәнен күргән юҡ. Әммә ҡыштың – ҡарлы, йәйҙең ямғырҙан өҙмәүе ҡоролоҡ вәғәҙәләгән күрәҙәсенең фекерен бер һелтәүҙә юҡҡа сығарҙы, ул ысынбарлыҡҡа тура килмәне. Халыҡтың хәбәренә ҡолаҡ һалһаң, бөгөн йәй тураһында ни генә сурытмайҙар. Тәбиғәттең көйһөҙлөгө нимәгә алып барып еткерер? Әллә, киреһенсә, һауа торошо уңай киләме? Ғөмүмән, иген уңырмы, өҫтәлдәрҙә икмәк булырмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индереү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов “Россия” медиаүҙәгендә хәбәрселәр өсөн матбуғат конференцияһы ойошторҙо.


Республикабыҙҙың 13 районында ғәҙәттән тыш хәл индерелеүе хәҡиҡәтте раҫлай, әлбиттә, тағы бер нисәү был тәңгәлдә документтар әҙерләй. Ошондай һандар менән осрашҡас, һәммәһендә лә хәл тотошлай насар икән, тип һис кенә лә фекер йөрөтөргә ярамай, ә айырым хужалыҡтар ғына зыян күргән тип аңларға кәрәк.
– Республикабыҙға түгел, ә ҡайһы бер хужалыҡтарға, ысынлап та, ауыр ғына булмаҡсы, – тине Ирек Радил улы. – Һүҙ ҙә юҡ, уларға дәүләт ярҙам итәсәк, берәүҙе лә яҙмыш ҡосағына тапшырып ҡуймаясаҡбыҙ. Бигерәк тә һуңғы ваҡытта көндәрҙең үҙгәреүе һәм асылыуы уңайлы көндәргә өмөт уята. Хәйер, былтырғынан кәм уңыш йыйып алмаҫҡа тигән уйҙабыҙ.
Оҙаҡламай Ҡазанда Бөтә Рәсәй баҫыу көнө уҙасаҡ. Агросәнәғәт комплексы белгестәре, ғалимдар өсөн фекер алышыу майҙансығы ролен үтәй был сара. Йырҙағыса, илебеҙ икһеҙ-сикһеҙ йәйрәп ята, үҙ сиратында, ҡайҙалыр ҡоролоҡ интектерһә, бүтән яҡта яуым-төшөм артыҡ та булып китте, ә бар шундай урындар – уларға һауа торошо гел ыңғай килеп тора. Әйткәндәй, Ирек Радил улы белдереүенсә, ауыл хужалығы өсөн артыҡ дым тигән төшөнсә юҡ. Шул иғтибарға лайыҡ: Башҡортостан хәүефле ер эшкәртеү зонаһына ҡарай.
Ҡайһы бер фермерҙар ҡалыплашҡан эш алымын алға һөрөүсән. Мәҫәлән, ул күпмелер майҙанға ашлыҡ сәсеп тыныслана һәм көҙ еткәс мул уңыш ала, имеш. Һәр саҡ шулай шыма ғына барһа икән дә тәгәрәткән тәгәрмәсең. Баҡтиһәң, күптәр страховкалауҙан уттан шөрләгән шикелле ҡурҡа. Вице-премьер, был йәһәттән өйрәнәһе лә өйрәнәһе, тине, иң мөһиме – һәр көтөлмәгәнлеккә әҙер булырға саҡырҙы.
Климаттың алмашыныуы менән бәйле Ирек Мөхәмәтдинов заман менән бергә, хатта унан бер аҙым алда барырға кәрәклеген билдәләне.
– Универсал булыу күп бәләнән ҡотҡарасаҡ, – тине вице-премьер. – Кооперацияларға берләшеү һәр йәһәттән дә отошло. Бер-береңә ярҙам итеү, етештергән тауарҙы һатыуҙағы уңайлыҡтарҙы телгә алаһы ла түгел.
Ҡойма ямғыр игенде имгәтте, ашлыҡ тамырынан уҡ серегән, бойҙай һабағы һынған. Бындай аяныслы күренеште күп ерҙә осратырға мөмкин. Борсаҡ, ҡарабойҙай, ужым бойҙайы менән арышы, айырыуса көнбағышҡа ла бик ҙур өмөт бағламайҙар. Хәлдәр шулай уҡ насармы? Миҙал ике яҡлы тигәндәй, шәкәр сөгөлдөрө көткәнгә ҡарағанда ла мул уңыш бирмәксе, дымға сарсаған һәм нисәмә йыл ямғыр күрмәгән дала бер туйынып алды, йылғалар ҙа ямғырҙан кинәнеп ярҙарына тулышты. Шуларҙан сығып, тәбиғәттең насар көндәре булмай, тип ҡабатлағы килә.