Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер

25-07-2017, 02:00 // Йәмғиәт, Матур үтһен ялығыҙ // Баҫып сығарырға
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер Йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Ғәлиәхмәт ауылы төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе яҡташтарын “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйҙы. Яҙмыш еле кешене ҡайҙа ғына ташлаһа ла, йөрөгән юлдары ҡайҙа ғына илтһә лә, уның өсөн тыуған ауылы, ғәзиз төйәге, тәү башлап тәпәй баҫҡан ере иң яҡыны булып ҡала. Әйткәндәй, ауылға нигеҙ һалыныуға быйыл 90 йыл тула.

Ғәлиәхмәт ауылына 1927 йылда Аҡъюл ауылы кешеһе Ғәлиәхмәт Ишемғолов төпләнә. Тәүҙә ауыл хакимиәте Аҡъюл ауылында булған, артабан Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Ғәлиәхмәткә күсерелгән. Ошо ауылда тыуып үҫеп, белем алып, бөгөн республикабыҙҙа төрлө өлкәлә уңыш һәм абруй ҡаҙанған ауылдаштары менән хаҡлы ғорурлана ғәлиәхмәттәр. Шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Йомабикә Ильясова, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков, яҙыусы һәм журналист Фәрзәнә Аҡбулатова, Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбәкова, яҙыусы Харис Сәғитов, эске эштәр подполковнигы Сайфун Аҡъюлов, меценат, шәхси эшҡыуар Зимфира Хөсәйенова, таусы-инженер Фәрит Аҡыловтарҙы атап үтергә мөмкин.
Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәков әйтеүенсә, осрашыуға халыҡ бик теләп әҙерләнгән. Байрам алдынан ауыл халҡы үҙенең йорт-ҡураһын, ихатаһын төҙөкләндергән, яңыртылмаған бер ҡапҡа, буялмаған бер ҡойма ҡалмаған. Ҡайҙан аҡса тапҡандарҙыр, әммә осрашыуҙы ауылды сәскәләй матурлап, йорттарын йәйғорҙоң бар төҫөндәй нурлап, урамдарын төҙөкләндереп ҡар­шыланы һәр кем. Әйткәндәй, бында “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы клуб яңыртылған, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә быуа эшләнелгән, быйылғы Экология йылы уңайынан ҡоҙоҡтар ҡайтанан кәртәләп алынған.
Ауыл осондағы аҡланда халыҡ күп йыйылды. Күрешеү шатлығынан ҡушылған күҙ йәштәре аша оҙаҡ йылдар һағын­дырған, бергә уҡыған һабаҡташтарҙы күреү, туғандар менән осрашыу, ауылдаштар менән күрешеү минуттары бүләк иткән тантана йыр-моң, уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Сәхнәгә күтәрелгән һәр кем ошо изге ерҙең, тыуған ауылдың үҙҙәренең тормошонда ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын, ниндәй роль уйнауы хаҡында бәйән итеп, тыуған ауылдарына рәхмәт әйтте, ауылдаштарын тағы ла берҙәм, татыу һәм матур йәшәргә саҡырҙы.
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡорт­остандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Аҡбулатова үҙ сығышында, ошо ауылдың изге фатихаһы менән оло юлға сығып, илһам биргән ауылдаштарына оло рәхмәтен белдерҙе, ауылдың ихлас, уңған кешеләренә артабан уңыштар теләне. Фәрит Аҡылов ун йылға бер үткән осрашыу оҙаҡ, шуға күрә киләсәктә уны йышыраҡ үткәреү тәҡдимен күтәрһә, танылған ҡурайсы Ишморат Илбәков ауылдаштарҙы бергә туплаған байрамды йыл да үткәреп тороу кәрәклеген билдәләне.
Артабан ауыл халҡының һәүәҫкәрҙәре һәм ошо ауылда тыуып үҫкән профессиональ артистар ҡуйған концертты ҡарап кинәнде ғәлиәхмәттәр. Сәхнәлә бер-бер артлы йәш быуын менән ололарҙың сағыу бейеүҙәре, дәртле йырҙар яңғыраны. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбәкова, үҙе яҙған йырҙарҙы яҡташтарына бүләк итеп, ауыл клубына сәхнә кейемдәре тапшырҙы. Ағинәйҙәрҙең – “Йома сәйенә саҡырыу”, “Йәшлек” бейеү ансамбленең “Йәшлеккә саҡырыу” бейеүҙәре тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде.
Сараның иң тулҡынландырғыс мәле – конкурстарҙа еңеүселәрҙе билдәләү. Комиссия ағзаларына был эште атҡарып сығыу еңелдән булмағандыр, сөнки ауыл халҡы бөтә оҫталығын һалып, ҡулынан килгәнсә әҙерләнгән. “Өлгөлө йорт” номинацияһында барлығы ун йорт бүләк­ләнде. Улар араһында Рәшиҙә менән Хисам Абдуллиндар, Сәүиә менән Сәмерхан Ултыраҡовтар, Гөлнара менән Ғәлимйән Байсыуаҡовтар, Гөлниса менән Фәрит Бикбовтар бар ине. “Ауыл уңғандары” исеменә Әлифә һәм Имаметдин Тулыбаевтар, Гөлмирә һәм Сәлих Бикбовтар, Вәсимә һәм Ғәйнетдин Исҡужиндар лайыҡ булһа, “Иң яҡшы сәскә үҫтереүселәр” булып Гөлиә һәм Фәнил Байғусҡаровтар, Заһира менән Нурислам Ишемғоловтар танылды. Ауылдың иң оло ағинәйҙәре Файза Бикбова менән Хәкимә Яратҡо­ловалар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы, иң бәләкәй кешеһе булып Альмира Игебаева аталды.
Быйыл ауылда 15 туй үткән, тимәк, уның киләсәге бар. Мөхәббәт, тоғролоҡ һәм ғаилә байрамына тап килгән сарала яңы өйләнешкән йәш ғаиләләр ҙә тәбрикләнде.
Майҙанда кемдер көрәштә бил һынашты, икенселәре көйәнтәләп һыу ташып ярышты, бағанаға менеп бүләк алды. Бер-береһен һағынып ҡайтҡан ауылдаштар ихлас күңелдән аралашып ял итте, осрашыу шатлыҡтары артабан һәр йортҡа күсте, туғандар үҙ-ара һөйләште, ҡунаҡ булды. Барыһы ла был көндә шатлыҡ һәм ҡыуаныс менән бер аҙ болоҡһоу хистәр ҙә кисерҙе буғай, сөнки бәғзе инәй-апайҙарҙың “Үткән осрашыуҙа бабайым менән килгәйнем”, “Әсәйемдә йыйылғай­ныҡ”, “ Ул саҡта туғаным иҫән ине” тигән һүҙҙәрен дә ишетергә тура килде. Тап туғандарҙы бергә туплай, иҫән саҡта бер-береһе менән аралаштыра, осраштыра, бер табын артына йыя торған байрам да бит ул “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” Тәпәй баҫҡан ерҙәренән көс-дәрт алып, Һаҡмарҙа ҡойоноп, туғандары менән аралашып, күңелдәре булып, йәнә осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты ғәлиәхмәттәр.


Сайфун АҠЪЮЛОВ, оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль язаға тарттырыуҙы башҡарыу хеҙмәте баш идаралығының начальник урынбаҫары булып эшләй:
– Үҙенең илен, телен, ерен белеп үҫкән кеше ғорур була. Иң мөһиме – уға ғорурланырға сәбәп бар, мин дә һәр саҡ үҙемдең Ғәлиәхмәттә тыуыуым, белем алыуым менән ғорурландым, ауылдаштарымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштым. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы быуаттар араһына теркәү яһай торған бер сара булараҡ та бик әһәмиәтле.
Мәүлиҙә ЮЛАМАНОВА, Сибай ҡалаһында йәшәй:
– Мин ошо ауыл ҡыҙы һәм килене булараҡ та, Ғәлиәхмәткә йыш ҡайтабыҙ. Ошо ерҙең һауаһын һулап, бала саҡ, йәшлек йылдары үткән һуҡмаҡтарҙа йөрөп, үҙемә көс-дәрт алып ҡайтам. Ауыл матурайған, киләсәктә лә халыҡ берҙәм булһын, татыу йәшәһен!
Альмира ШӘЙӘХМӘТОВА, Хәйбулла районы хакимиәтенең финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары:
– “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” осрашыуы – үҙ туғандарың, ауылдаштарың менән осрашыу, шатлыҡ-ҡыуаныстары менән уртаҡлашыусы ғаилә байрамы ла. Йылдар буйы күрмәгән һабаҡташтарҙы күрҙек, уларҙың ғаиләһе, балалары, туғандар менән танышып аралаштыҡ. Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тип йырҙа йырланғанса, йышыраҡ аралашайыҡ, осрашайыҡ, дуҫтар, туғандар!
Хәйбулла районы.