Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тел кешенең зиһенен, рухи донъяһын байыта, мәҙәнилеген арттыра
Тел кешенең зиһенен, рухи донъяһын байыта, мәҙәнилеген арттыраМәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу, туған телдәрҙе өйрәнеү һәр заманда ла иң көнүҙәк мәсьәләрҙең береһе булып торған. Уға бәйле бәхәстәр тынғаны ла юҡ, шикелле. Бынан бер тиҫтә йыл тирәһе генә был йүнәлештә әүҙем эш алып барылып, республикабыҙҙа туған телдәрҙе һәм дәүләт телен өйрәнеү мәсьәләһе арыу уҡ үҫеш алғайны. Әммә, әле килеп тағы ла шул мәсьәлә ҡалҡып сыға, кемдәрҙер башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы, кемдәрҙер аҫаба халыҡтың теле мотлаҡ уҡытылырға тейеш, тигән фекерҙә.
Был мәсьәләгә ҡарата гәзит уҡыусыларыбыҙҙың да фекерен ишетергә теләп, бер-нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.


Рәмзиә ЯҠШЫБАЕВА, Өфө ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
Төрки телле халыҡтар хәҙерге заманда Урта Азия, Кавказ, Урта диңгеҙ буйында урынлашҡан дәүләттәрҙән башлап Австралия, Төньяҡ Америкаға тиклем таралған. Шулай итеп, бөгөн планетабыҙҙа 250 миллиондан ашыу кеше төрки телдәрҙә һөйләшә! Ә башҡорт теле төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмөнә инә, шулай булғас, был телдәрҙең береһен генә белһәң дә, башҡаларын аңларға була. Мин сәйәхәт итергә яратам, башҡорт телен белеүем арҡаһында донъяның төрлө мөйөшөндә лә үҙ кеше булып ҡалам: төрки телле кешеләргә мин үҙ телемдә өндәшәм, ә улар миңә үҙҙәренең ҡазаҡ, үзбәк, әзербайжан, төрөк телдәрендә һөйләйҙәр, ләкин беҙ бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ! Балалар күп телдәр өйрәнһә, һаулығына зыян килә тигән фекер менән һис кенә лә килешә алмайым, телдәрҙе күп белгән һайын, кешенең эске донъяһы бай, күңеле матурая, рухы көслө була.
Алһыу ИСЧУРИНА, Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназияһы тәрбиәсеһе:
Башҡортостанда йәшәп үҙ телебеҙҙе, халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белергә тейешбеҙ инде. Ҡайһы бер ата-әсә, балам башҡортса уҡыһа, рус телен насар белер, тип ҡурҡа. Был хата фекер. Ике ҡыҙым да ауылда башҡорт мәктәбен тамамланы, әле юғары уҡыу йортон тамамлап, баш ҡалала эшләп йөрөйҙәр. Ике телдә лә бынамын итеп һөйләшәләр. Ғөмүмән, телдәрҙе өйрәнеү кешенең рухи донъяһын байыта, мәҙәнилеген арттыра. Шунлыҡтан ниңә башҡорт телен өйрәнеүҙән ҡурҡаларҙыр, аңламайым. Балаларым менән өйҙә рәхәтләнеп башҡортса аралашам, ейән-ейәнсәрҙәремде лә туған телебеҙҙә тәрбиәләргә теләйем. Бынан тыш, күпме арҙаҡлы шәхесебеҙ ауылдан сыҡҡан. Улар бит унда туған телендә белем алған! Тел өйрәнеүҙең, минеңсә, бер кемгә лә зыяны тейгәне юҡ, ә файҙаһы күп.
Рәмилә ТУҠТАҒОЛОВА, мәҙәниәт хеҙмәткәре:
– Балаларым бәләкәйҙән өйҙә лә, ауылда өләсәй- ҡартатайҙары янында ла башҡортса аралашып, китаптар уҡып, әкиәттәр тыңлап үҫте. Башланғыс белемде Өфөлә башҡорт гимназияһында алдылар. Һуңынан телдәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеүсе гимназияларҙың береһендә, туған телгә өҫтәп, инглиз, немец телен өйрәнделәр. Әлеге ваҡытта икәүһе лә Мәскәү ҡалаһындағы абруйлы юғары уҡыу йорттарында белем ала. Сессияларын да нигеҙҙә “бишле” билдәләренә генә ябалар. Телефондан да, каникулда өйгә ҡайтҡандарында ла тик башҡортса ғына аралашабыҙ. Улар ҙа башҡорт телен бик ярата, өләсәй-ҡартатайҙары янында үҫкәс, телдәре лә бик бай. Ҡайһы саҡта мин онотоп бөткән һүҙҙәрҙе әйтеп, аптыратып та ҡуялар әле.
С. ЛОТФУЛЛИНА яҙып алды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 0

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 0

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 0

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 10

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 40

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 50

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 32

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 28

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 50

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 77

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 52