Таналыҡтан көс, тауҙарҙан рух алып

25-08-2017, 00:52 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Таналыҡтан көс, тауҙарҙан рух алыпПервомайский ауылына барыу еңелдән түгел: берҙән, ул район үҙәгенән 70 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, икенсенән, юлдар ҙа бормалы, ташлы. Шулай ҙа Өфө ауыл биләмәһе башлығы Олег Усатый менән тәүәккәлләргә булдыҡ. Әйткәндәй, ауыл 1954—1956 йылдарҙа сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү осоронда барлыҡҡа килгән. Ваҡытында бында төбәктә иң ҙур һәм ҡеүәтле “Матрай” совхозы булдырыла һәм районда берҙән-бер Ленин орденлы совхоз булараҡ тарихта ҡала.

Хыял тормошҡа аша

Ололарҙың һөйләүе буйынса, “Матрай” совхозында 132 комбайн, 200-гә яҡын трактор иҫәпләнгән. Игенселек менән бер рәттән һарыҡсылыҡ ныҡ үҫешә, бөтәһе 15 меңдән ашыу мал аҫрала. Ҡасандыр гөрләп торған хужалыҡтың юҡҡа сығыуы ауыл халҡын тетрәндерә, күптәр эшһеҙ ҡала, тормоштарын ғүмер буйы бер урында эшләп үткәргән халыҡ артабан ни эшләргә белмәй аптырана. Аҡрынлап йәштәр ситкә китә, ауылда күпселек ололар ғына ҡала. Шуға күрә кем менән аралашҡанда ла “Матрай” совхозы тураһында һүҙ ҡуҙғатыуҙары аңлашыла. Әйткәндәй, хужалыҡ республикаға ике Социалистик Хеҙмәт Геройын бирә.
Ауыл янынан Таналыҡ аға. Тәү ҡарашҡа тыныс күренгән йылға һәр яҙ һайын үҙенең барлығын белдереп ала. Ажарланып ташып, күперҙе ағыҙа йә булмаһа ауылды һыуға күмә. Үҙҙәрен тап утрауҙа ҡалғандай хис иткән ауыл халҡы бындай күренешкә өйрәнеп тә, күнегеп тә бөтә. Алдан аҙыҡ-түлек туплап, кәрәк-яраҡ алып, итек-кәмәләрен әҙерләп ҡуя. Балаларҙы мәктәптә, уҡыу йорттарына оҙатыу ғына бер аҙ мәшәҡәт тыуҙыра-тыуҙырыуын, әммә уныһына ла үҙ йүне табыла. Был осраҡта алдан әҙерләнгән резина кәмәләр төп ярҙамсыға әүерелә.
Күптән түгел ауыл халҡының илле йылдан ашыу көткән иң ҙур хыялы тормошҡа ашҡан. Ниһайәт, Таналыҡ аша күпер һалына башлаған.
— Ә бындай күпер ташҡынға бирешмәйәсәк, — ти Өфө ауыл биләмәһе башлығы ла, ауыл халҡы ла. Ташҡындан зыян күргән ауылдарҙа үткән йылда уҡ күпер һалына башланған. Өфө ҡалаһының “Магистраль” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы төҙөгән ҡоролма октябрь айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Бөгөн прораб Марат Кәримов етәкселегендәге коллектив, йылғаның ярын нығытып, көслө ташҡындарға бирешмәгән торбалар һала. Әҙер майҙанға асфальт түшәлә.
— Эштәр үҙ ваҡытында һәм дәррәү бара, — ти прораб. — Кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк юҡ, эшселәрҙең күбеһен ауылдан йәлеп иттек. Улар үҙ эшенә яуаплы ҡарай, билдәләнгән ваҡытта күпер сафҡа инер тигән ышаныстабыҙ.
Уның һүҙҙәренә ауыл биләмәһе башлығы Олег Николаевич та ҡушылды:
— Ауыл халҡының төҙөлөштә ҡатнашыуы бигерәк тә ҡыуаныслы, сөнки улар был күперҙең ни тиклем әһәмиәтле булыуын яҡшы аңлай, шуға күрә һәр эште намыҫлы атҡара. Оҙаҡ йылдар көткән хыялдарының тормошҡа ашыуына һәр кем ҡыуана.
Әйткәндәй, төҙөлөшкә республика ҡаҙнаһынан 51 миллион 225 мең 837 һум аҡса бүленгән. Күперҙең оҙонлоғо — 96 метр.

Ғүмерҙең һәр мәле ҡиммәт

Төбәк менән танышыуҙы күптән түгел үҙҙәренең гәүһәр туйҙарын билдәләгән Сәмсинур менән Ғәле Ҡаҙаҡбаевтарҙан башлауыбыҙ юҡҡа түгел, сөнки ауылдың яҙмышы уларҙың тормошонан айырылғыһыҙ. Йәштәргә өлгө булған был ғаиләне һәр кем ихтирам итә. Ҡаҙаҡбаевтар гөрләтеп донъя көтөүе, инсафлы балалар үҫтереп, бөгөн йән киҫәктәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарына сорналып, изгелектәрен күреп йәшәүе менән бәхетле.
Алтмыш йыл буйы бер-береңде ярты һүҙҙән аңлап, күптәргә өлгө булырлыҡ ғүмер юлын үтеү, биш баланы үҫтереп, барыһын да башлы-күҙле итеү, әле булһа ла уларға ышаныслы терәк булыу ҡайһы берәүҙәр өлөшөнә төшмәҫтәй бәхет тә, көс еткеһеҙ яуаплылыҡ та.
Ауылдың аҡһаҡалы, 85 йәште атлап уҙған Ғәле Илһам улы ғүмере буйы “Матрай” совхозында алдынғы механизатор булып эшләй. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, бала саҡтан ҡара эшкә егелеп үҫә ул.
— Атайым үҙенең ике ҡустыһы менән һуғыш яланында ятып ҡалды. Үҙем Баймаҡ районының Сосновка ауылында донъяға килдем. Был яҡтарға эшкә килеп, ошонда төпләндек, — ти ул.
Тотош ғүмерен Первомайский ауылына бәйләүенә һис тә үкенмәй олатай: “Гөрләтеп эшләнек тә, дәртләнеп донъя ла көттөк”. Ысынлап та, ул осорҙо күптәргә һағынып ҡына иҫләргә ҡала.
— Бабайым миңә иғтибарлы булды, ҡаҡманы-һуҡманы, балаларҙы яратты, — тип йылмайып һүҙгә ҡушылды 80 йәшкә яҡынлаһа ла һылыулығын ташламаған Сәмсинур инәй. – Бер тапҡыр һүҙгә килешкәнде лә хәтерләмәйем. Алтмыш йыл ғүмер күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Бер-беребеҙҙе алдан күрмәй, белмәй, еңгәйҙәр димләп таныштырһа ла, татыу йәшәнек. Ана, бөгөн йәштәр, туй үткәреп тә өлгөрмәй, айырылышып та ҡуя. Татыу йәшәүҙең сере — бер-береңде хөрмәт итеү, кәңәшләшеп йәшәү, бер-береңде кәмһетмәү. Ошондай сифаттар булғанда, оҙаҡ та, бәхетле лә, татыу ҙа йәшәргә мөмкин.
Күрше Түш ауылы ҡыҙы Сәмсинур Хәмитйән ҡыҙы балалар бағып та, совхозда төрлө эш башҡарырға ла өлгөрә. Балсыҡ менән мал аҙбарҙарын һылап сығыу, бәрәс ҡарау, ырҙында иген эшкәртеү тиһеңме, бер ҡасан да баш тартмай, барыһын да ҙур ихласлыҡ менән башҡара ул. Бәхетле ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә. Баһадирҙай өс ул, сәскәләй ике ҡыҙ үҫтергән Ҡаҙаҡбаевтарҙың бөгөн ун ейән-ейәнсәре, туғыҙ бүлә-бүләсәре бар.
Улдары Рәис Афғанстанда хеҙмәт иткән саҡта әсә йөрәгенең нисек һулҡылдауын Сәмсинур инәй үҙе генә беләлер, моғайын: “Төндәрен йоҡлай алмай сығыр инем. Йөрәк әрней, күңел һыҡрана. Хаттары ла һирәк килде, хәҙерге кеүек телефон булманы шул. Баламдың һау-сәләмәт ҡайтыуына Хоҙайыма мең тапҡыр рәхмәт”. Әйткәндәй, Ҡаҙаҡбаевтарҙың өс улы ла хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Рәхмәтуллалары — Ҡаҙағстанда, Рәжәптәре Украинала хеҙмәт итә.
Ололар йорттарында үҙҙәре генә йәшәй, һыйырҙарын тотоноуға ла ни бары ике йыл. Ҡош-ҡортто йәй һайын алабыҙ, хәрәкәттә — бәрәкәт бит, уларға әүрәп, бер аҙ ваҡыт та үтә, хәрәкәтләнеп тә алабыҙ, тип йылмая бәхетле пар. Балалары ата-әсәһен үҙ яндарына саҡырыуҙарына Сәмсинур инәй йылмайып: “Таналығымды ташлай алмайым”, — тип яуап бирә.
Ғәле олатай матур йырлай, ауылдағы мәҙәни сараларҙа уның моңло тауышы тамашасыларға дәрт һәм илһам өҫтәй. “Ҡартымды концерт ҡуйырға сығарып ебәрер инем, үҙем балаларҙы ҡарап өйҙә ҡала торғайным. Болгария, Румыния, Украинала ял итеп тә ҡайтты, ҡәҙерләп баҡҡанға, егеттәр кеүек йөрөй бабайым”, — тип мәрәкәләп тә алды Сәмсинур Хәмитйән ҡыҙы.
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, үҙ-ара терәк булған ғаиләнән йылы тойғолар менән сыҡтыҡ. Ябай ҙа, ихтирамлы ла, ихлас та был бәхетле инәй менән олатайҙың ҡарашында бер-береһенә ғүмерлек һөйөү, ихтирам тойғолары сағылды.
Ауылдың ҡото һәм нуры

Әлфирә һәм Радик Ниғәмәтовтарҙың бәхетле ғаиләһендә һигеҙ бала үҫә. Иң олоһона — 21 йәш, кесеһенә әле йәш тә тулмаған. Ғаилә башлығы Радик, 2012 йылдан крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырып, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Бөгөн эшҡыуарҙың 60-ҡа яҡын малы иҫәпләнә, уны ишәйтеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Башта ул 300 мең һумлыҡ субсидия юллай, Баймаҡ районының Янғаҙы ауылынан симменталь тоҡомло һигеҙ тана һатып ала. Артабан барлыҡ эштәр ҙә үҙ иҫәбенә атҡарыла. Өр-яңы трактор ала, мал өсөн аҙбар төҙөй.
Уңған ғаилә көн һайын ике тапҡыр 20-нән ашыу һыйыр һауып, һөттө тура Йылайыр районының Матрай ауылындағы “Йылайыр-Һөт” йәмғиәтенә үҙ машинаһында илтеп ҡуя. Көнөнә яҡынса 250-270 литр тапшыра, бер литр һөттөң хаҡы — 17 һум. Көн һайын яҡҡан бензин хаҡын ҡушҡанда, һауын аппаратын ҡулланғанда тотонолған электр энергияһы өсөн сығымдарҙы һанағанда, табыш әллә ни күп тә килеп сыҡмай. Шулай ҙа һөтләтә тапшырыу отошло, ти хужалар.
Әйтергә кәрәк, ауыл халҡының күбеһе тиерлек мал көсө менән генә йәшәй. Фермерлыҡ менән шөғөлләнгәндәр юҡ бында, иген баҫыуҙары ла күренмәй. Шуға күрә мал өсөн фуражды ситтән һатып алырға тура килә. Бесәнлек, сабынлыҡ ерҙәре бар.
Ниғәмәтовтарға ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы туплау еңелдән түгел, сөнки ишле малға 150 тоннаға яҡын бесән әҙерләү талап ителә. Уларҙың барыһын да үҙҙәре етештерә, балалары ярҙам итә. Әйткәндәй, беҙ барғанда иң оло улдары Рәмзил генә өйҙә юҡ ине, ҡалғандары барыһы ла каникулда. Шуныһы ҡыуандырҙы: улдары һәм ҡыҙҙарына ата-әсә бик матур башҡорт исемдәре ҡушҡан! Рәмзил, Хәлимә, Арыҫлан, Әлифә, Әминә, Кинйәғол, Иркәбикә (Иркә), Байсура... Исемдәре генә түгел, үҙҙәре лә, күңелдәре лә матур. Эскерһеҙ, тырыш һәм һәләтле улар. Рәмзилдәре Себер тарафтарында эшләй, Хәлимә Мәскәүҙә Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетында, Арыҫлан Баймаҡ ауыл хужалығы колледжында белем ала. Әлифәләре Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернатта уҡый. Ҡалғандары — ата-әсәләре янында. Бәхетле әсә күкрәген “Әсәлек даны” миҙалы биҙәй.
— Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, күп бала табыуҙан ҡурҡырға ярамай, — ти Әлфирә ханым. – Хәләл ефетем дә, үҙем дә күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкәнбеҙ, шуға өйләнешкәс тә, балаларыбыҙ күп буласаҡ, тип хәл иттек. Аллаға шөкөр, һәр береһе тормошта үҙ юлын табып килә, беҙ уларға уҡырға ярҙам итәбеҙ. Үҙҙәре лә тырыш, алдынғы, бер-береһенә ярҙамсыл, иғтибарлы. Балаларыбыҙ менән бәхетлебеҙ, һау ғына булһындар!
Иртә таңдан ҡара кискә тиклем бал ҡорттары кеүек эшләгән Ниғәмәтовтарға һоҡланмау мөмкин түгел! “Ҡасан йоҡлайҙыр улар?” – тип ауылдаштары ла аптырай. Уйлап ҡараһаң, ҡояш менән бергә торғанда ғына тап улар кеүек етеш, мул, бәхетле йәшәргә мөмкиндер. Киләсәктә ишле ғаилә яңы йорт һалырға хыяллана, кем белә, бәлки, яңы нигеҙгә ҡот өҫтәп, йорттоң түренә сәңгелдәк тә эленер әле.
Күп балалы ғаилә, тип күптәр кеүек дәүләттән ярҙам көтөп ултырмай улар, барыһын да үҙ ҡулдары менән булдырырға күнеккән. Ай һайын бирелгән 10 мең һум балалар пособиеһы — иш янына ҡуш, тигәндәй. Аҙбарҙағы малды кәрәк саҡта һуйып, баҙарға үҙҙәре алып сыға. “Осһоҙ хаҡҡа ит йыйғандарға тапшырмайым, баҙарҙа икеләтә табыш алырға мөмкин”, — ти ғаилә башлығы.
Әйткәндәй, һигеҙ бала тәрбиәләгән ғаиләнең дәүләттән ниндәй ташлама-ярҙам күрһәтелгәнен белешергә лә ваҡыты юҡ. Мәҫәлән, нисә бала тәрбиәләгәндәргә “ГАЗель” микроавтобусы бирелеүе тураһында белешергә район үҙәгенә барғас, “Ҡайҙа бирәләр, шунда йәшәгеҙ!” тигән тупаҫ яуап ишетеп ҡайтҡандар. Ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтәһе урынға күп бала үҫтергән ата-әсәне кәмһетеүселәр ҙә юҡ түгел. Ә бит бөгөн демографик хәлде яҡшыртыу, күп балалы ғаиләләргә бар яҡлап ярҙам күрһәтеү буйынса республика Башлығының махсус ҡарары бар.
Шулай ҙа бошонорға яратмай геройҙарым. Гөрләтеп донъя көтәләр, ишле балалар үҫтерәләр, үҙ шөғөлдәре менән булышалар. Ауылдың киләсәге лә тап үҙҙәренең ҡулында икәнлеген дә онотмай улар.

Ағинәйҙәр һүҙе — аҡылдың үҙе

Бөгөн һәр ауылда тиерлек әүҙем тәрбиәүи эш алып барыла. Был йәһәттән первомайскийҙарҙы ла ыңғай яҡтан телгә алыу фарыз. Бында бер мәҙәни сара ла, байрам да ағинәйҙәрһеҙ үтмәй, тап улар һәр сараға әйҙәүсе булып тора.
Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Роза Әйүпова әйтеүенсә, 2014 йылда ойошторолған ойошмаға 55 – 65 йәшкә тиклемге ун ағинәй инә. “Әхирәттәр” тип үҙҙәренә исем дә алғандар. Ысынлап та, әхирәттәр булып бөттөк, тип шаярта үҙҙәре лә.
Тап уларҙың башланғысы менән “Килен төшөрөү” йолаһы күрһәтелгән, ауылдың иң шәп егете Азамат киленде боронғо йолаға ярашлы алған. Килен һөйөү, һыу башлатыу кеүек йолаларҙа ағинәйҙәр үҙҙәре лә ҡатнашҡан. Быйылғы Экология йылында ауыл халҡы, “Таҙа Таналыҡ” акцияһын баймаҡтарҙан ҡабул итеп, йылға буйҙарын таҙартыуҙа ҡатнашҡан. Үҙҙәренең көсө һәм дәрте менән “Туғанлыҡ” исемле ансамбль ойоштороп, баянсы итеп Салауат Рәхимовты саҡырғандар. “Төрлө концерт номерҙары менән районда үткән барлыҡ конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. “Байыҡ” бейеү конкурсында тиһеңме, “Сәксәк” байрамындамы, һабантуйҙарҙамы — барыһында ла ағинәйҙәр һәр саҡ призлы урын яулай”, – ти Роза Йәмлехан ҡыҙы.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: йырлап-бейеп, сигеү-бәйләү менән генә булышмай улар, сәләмәт тормошто пропагандалап, үҙҙәре үк ауылдаштарына өлгө күрһәтә, мәктәптең спорт залын арендаға алып, аҙнаһына өс тапҡыр спорт күнекмәләренә йөрөй. “Йәйге эштәр тамамланып, мал кәртәгә инеп, баҡса эштәрен теүәлләһәк, шөғөлләнә башлайбыҙ”, — тиҙәр. Мәктәп башланғыс булып үҙгәртелгәс, бер генә уҡытыусы эшләй, балалар һаны ла күп түгел. Шуға күрә буш торған кластар бар, шуның бер бүлмәһен ағинәйҙәр үҙҙәренә һорай, әммә ни өсөндөр был үтенес нисә йыл “һауала эленеп” ҡала килә. “Бергәләшеп йыйылыр урын булыр ине. Юғиһә спорт залында кәңәшләшеп, пландар төҙөйбөҙ ҙә ҡайтып китәбеҙ. Шулай уҡ төрлө ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторорға мөмкинлек тыуыр ине. Ул беҙҙең күңелде үҫтереүсе, аралашыу урыны ла булыр ине”, — ти Роза Әйүпова.

“Балалар – беҙҙең киләсәк”

Совет осоронан ҡалған лозунг ауыл халҡы өсөн әле булһа ҙур әһәмиәткә эйә. Балалар баҡсаһы, мәктәп бар икән, тимәк, был төбәктең киләсәге бар тигән һүҙ. Хәйер, мәктәптең хәл-торошо тураһында алдараҡ әйтеп үткәйнек. Әле унда бер генә уҡытыусы дүрт класс уҡыусыларына белем бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә уҡытыусыны күреү мөмкин булманы. Ә бына “Гөрләүек” балалар баҡсаһы етәксеһе Ғәлиә Ниғәмәтованы эш урынында тап иттек. Хәйер, кескәйҙәр әлегә каникулда, шулай ҙа баҡса уларҙы ҡабул итергә әҙер.
Урындағы мәктәптә балалар һаны кәмеү сәбәпле, мәктәпкәсә белем биреүҙе яңыртыу программаһына ярашлы, белем усағының бер яғы балалар баҡсаһы итеп үҙгәртелә. Бөгөн бында 16 ҡыҙ һәм малай йөрөй. Балалар өсөн мауыҡтырғыс саралар йыш үткәрелә, уларҙы һәр яҡлап үҫтереү, һәләттәрен асыу йәһәтенән төрлө программаларға нигеҙләнеп эш алып барыла.
Ғәлиә Сирикбай ҡыҙының ҡул эштәренә маһирлығы — балалар баҡсаһы өсөн үҙе бер табыш. Уның оҫта ҡулдары менән стеналарға төшөрөлгән һүрәттәр, тыштағы беседканың биҙәлеше, төрлө уйынсыҡтар күҙҙең яуын алып тора! Балсыҡтан эшләнгән “Ете ҡыҙ” бейеүе геройҙары тиһеңме, башҡорт халыҡ әкиәттәре персонаждарымы — барыһын да уның алтын ҡулдары тыуҙырған!
Балалар ашнаҡсы апайҙары Рәсимә Аҙнағолова әҙерләгән тәмле аштарҙы һәр саҡ яратып ашай.

“Ҡышҡа етерлек, хатта артып ҡаласаҡ”,

— тип ҡаршыланы беҙҙе Рәйсә Ниғәмәтова. Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ ошо ауылға килен булып төшкән. Тормош иптәше Нурғәле Нуретдин улы менән оҙаҡ йылдар мәктәптә уҡытыусы булып эшләйҙәр. Илдә барған ҡулайлаштырыу еле Первомайский урта мәктәбен дә урап үтмәй. Тәүҙә ул — тулы булмаған мәктәп, 2012 йылда башланғыс мәктәп итеп үҙгәртелә. Августың һуңғы көнөндә мәктәпте ябыу хәбәре уҡытыусылар өсөн аяҙ көндә ялтлаған йәшенде хәтерләтә. Күбеһе шаңҡып ҡала. Рәйсә Хәмзә ҡыҙы башта был яңылыҡты бик ауыр кисерә. Ярай әле тормош иптәшенә күрше Баймаҡ районынан эш табыла.
— Ҡайҙа барып һуғылырға белмәгән мәлемдә мине баҡсамдағы уңышым һәм урман ҡотҡарҙы, — тине элекке уҡытыусы. — Электән баҡса үҫтерергә, урманға еләк йыйырға, бәшмәккә йөрөргә яраттым. Ул йылда ишелеп бәшмәк уңды, ә мин Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла райондарының ҡайһы ерендә ниндәй бәшмәк үҫеүен яҡшы беләм. Көн дә урманға барам, ҡайтҡас табышымды эшкәртәм. Бер ҡараһам, баҙ бәшмәк менән тулған, бер айым үтеп тә киткән. Артабан тотондом төрлө салаттар эшләргә. Үҙем уйлап йөрөйөм, мәктәпкә бармаһам да, йәшәп тә, үҙеңә шөғөл дә табып була икән, тип. Көндәр бер аҙ һыуынғас, бәйләм, сигеү эштәренә тотонам, — ти геройым.
Ниғәмәтовтарҙың татыу ғаиләһендә ике ҡыҙ донъяға килгән. Өлкән ҡыҙҙары әле шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, Фәриҙәләре Өфөлә эшләй. Буш ваҡытында йорт хужаһы ҡыҙына булышып, төрлө байрамдарҙа “татлы мамыҡ” һатыуҙа ярҙамлаша, хужабикә иһә ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.
“Йәш саҡта ауылдан китергә кәрәк, тип уйлаһаҡ, хәҙер төпләнгән йортобоҙҙо ташлағы килмәй. Ялҡауланмаһаң, етеш, матур йәшәргә була. Йәшлегебеҙҙең икенсе мәлен кисерәбеҙ әле”, — тип йылмайып оҙатты беҙҙе Ниғәмәтовтар.

Атай нигеҙе тарта

Кемгә нисектер, миңә район үҙәгенән йыраҡта, төпкөлдә йәшәгән халыҡ оҡшай. Уларҙың һәр нәмәгә үҙ ҡарашы. Ҡайҙандыр килтергәнде көтмәй, үҙҙәре булдыра алыуҙары һоҡланыу хисе уята. Ике ғаилә миҫалында уны асыҡ төҫмөрләргә була. Үҙҙәренең гәүһәр туйҙарын билдәләгән Ҡаҙаҡбаевтарға балалары Сибайға күсергә тәҡдим итһә лә, Таналыҡтарын ташлай алмауҙарына һылтана, ә күп балалы Ниғәмәтовтар атай нигеҙен һаҡлап ҡалыуҙы төп маҡсат итеп алған. Әммә уларҙың икеһе лә ошо ергә ереккән, шунлыҡтан әйткәндәренең барыһы ла һылтау ғына.
Проблемаларға килгәндә, һәр ауылдағы кеүек үк, Первомайский халҡын да борсоған мәсьәләләр бар. Иң мөһиме — мәктәпте һаҡлап ҡалыу, икенсенән, ауылда сымһыҙ телефондың тотмауы үҙәккә үтте, тиҙәр. Бынан ун йыл элек “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ойошторолған, киләһе йыл уны ҡайтанан үткәргәндә, ауыл бер аҙ булһа ла төҙөкләнеп, матурайып ҡалыр ине, тиеүселәр ҙә юҡ түгел. Ҡасандыр Ленин орденлы “Матрай” совхозы гөрләп эшләгәндәге кеүек, артыҡ йәнлелек һиҙелмәһә лә, ауыл усағын һүндермәгән, эргәнән аҡҡан Таналыҡтан көс, ауылды уратып алған тауҙарҙан рух һәм дәрт алып йәшәгән, ергә ереккән Первомайский ауылы халҡына һоҡланып, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

Хәйбулла районы.

Таналыҡтан көс, тауҙарҙан рух алып
Таналыҡтан көс, тауҙарҙан рух алып
Таналыҡтан көс, тауҙарҙан рух алып
Таналыҡтан көс, тауҙарҙан рух алып
Таналыҡтан көс, тауҙарҙан рух алып
Таналыҡтан көс, тауҙарҙан рух алып
 




Yupoong hats wholesale