Йыр-моңға бай СибайСибайҙар Ҡала һәм Шахтерҙар көндәрен бер юлы билдәләне. Таусылар ҡалаһына төп өлөш индергән шахтер хеҙмәте төбәктә иң мәртәбәле һәм маҡтаулы һөнәрҙәрҙең береһе иҫәпләнә. Был шөғөлдө үҙ иткәндәр араһында ғаилә династияларын лайыҡлы дауам итеүселәр ҙә бихисап. Беренсенән, ата-олаталарының юлынан барған йәштәр шахтер һөнәренең ауырлығын һәм яуаплылығын бала саҡтан белеп үҫһә, икенсенән, ғорурлыҡ тойғоһо ла кисерә. Әйткәндәй, был һөнәрҙе һайлағандар араһында тик сыҙамлы һәм ҡыйыуҙар ғына тороп ҡала.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының данлы традицияларын лайыҡ­лы дауам итә. Ҡала һәм төбәк үҫешенә тос өлөш индергән Сибай тау предприятиеһында әлеге көндә 1 мең 650 кеше эшләй.
Филиал директоры Йәүҙәт Биккинов әйтеүенсә, ете ай эсендә 752 мең тонна мәғдән табылған. Комбинаттың уң ҡанаты булған Сибай байыҡтырыу фабрикаһының да эш ҡеүәте тотороҡло. Бөгөн бында 768 тонна руда эшкәртелгән, һигеҙ тонна баҡыр концентраты, ике тонна цинк һәм цинк концентраты етештерелгән. Һуңғы ай йомғаҡтары буйынса ике предприятие биш миллиард һумлыҡ продукция етештергән. Июль айынан эшселәргә эш хаҡы биш процентҡа күтәрелгән, уртаса хеҙмәт хаҡы 36 мең 500 һум тәшкил итә. Киләсәктә комбинаттың эш күләмен арттырыу маҡсатында 280 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән.
Йәүҙәт Усман улы таусыларҙы Ҡала көнө һәм Шахтерҙар байрамы менән ҡотлап, бер төркөм алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау ҡағыҙы һәм аҡсалата премия тапшырҙы.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айнур Иҙрисов сибайҙарҙы байрам менән тәбрикләп, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын дәүләт наградалары менән бүләкләне.
Йыр-моңға бай СибайТантана Сибай концерт-театр берекмәһе, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры артистары, ҡаланың халыҡ, өлгөлө, үҙешмәкәр ансамблдәре сығыштары менән үрелеп барҙы. Шулай уҡ сибайҙарҙың байрамдарын уртаҡлашырға күрше Әбйәлил, Хәйбулла райондарының халыҡ таланттары ла килгәйне.
Ҡала көнө сиктәрендә Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән ойошторолған Ҡымыҙ байрамы матур традицияға әүерелде. “Урал аръяғы ҡымыҙы” тип аталған бәйгелә Сибай, Баймаҡ райондарынан иң яҡшы продукция етештереүселәр ҡатнашты. Баһалама рәйесе, башҡорт ҡоролтайы рәйесе Ирек Бикмәтов әйтеүенсә, конкурста ҡатнашыусыларҙың эшен, йәғни башҡорт халҡының милли ризығын баһалаған саҡта иң мөһиме — ҡымыҙҙың үҙ тәмен һаҡлау шарты. Әлбиттә, уны етештереүҙә һәр кемдең үҙ сере, үҙ ысулдары. Кемдер баһадирҙар эсемлеген ыҫлап бешһә, икенселәр уға муйыл, сейә япраҡтары өҫтәүҙе хуп күрә. Яллы, ҡаҙылы, еләкле, баллы ҡымыҙҙарҙы ла осратырға мөмкин.
Баймаҡ районының Йомаш ауылынан бер нисә йыл рәттән бындай бәйгеләрҙә ҡатнашып бай тәжрибә туплаған Зифа Иҫәнова был юлы ейәнсәре Гөлгөнә менән килгән.
— Ейәнсәрем йыл һайын миңә ярҙамлаша, ҡымыҙ бешә белә, — тип шат йылмая өләсәй. – Ҡымыҙ етештереүселәр бәйгеһендә даими ҡатнашабыҙ, гел призлы урын яулайбыҙ. Әле ун өс бейә һауып, көнөнә 40-50 литр ҡымыҙ етештерәм. Һатып алыусылар өйҙән үк килеп ала, киләсәктә бейәләр һанын арттырырға иҫәп бар.
Әйткәндәй, әңгәмәсем күптән түгел Дәүләкән районында үткән ҡымыҙ бешеү оҫталарының XII республика конкурсында ҡатнашҡан.
Иҫке Сибай ауылынан шәхси эшҡыуар Фәнзил Уралбаевтың ҡымыҙы тәмле һәм сифатлы булыуы менән күптәрҙең күңеленә хуш килде. Конкурсҡа шифалы эсемлекте шәхси эшҡыуарҙың әсәһе Рәмзәлиә Кәримова тәҡдим итте. “Имән көбөлә киленебеҙ Әлиә үҙе бешә, заказ биреүселәрҙең һорауы буйынса төрлө ағас япраҡтары һалабыҙ, көбөнө даими ыҫлап торабыҙ”, — ти хужабикә.
Ә бына “Ирәндек” этнотур базаһы директоры Артур Кәримов етештергән ҡымыҙға был төбәктә бер ниндәй ҙә реклама кәрәкмәй. “Ирәндек ҡымыҙы” тигән исем менән һатылған продукцияны барыһы ла белә һәм һатып ала. Был юлы ла уларҙың ҡымыҙына еткән эсемлек табылманы, “Урал аръяғы” II асыҡ ҡала конкурсының төп бүләгенә лайыҡ булды.
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, Сибай ҡалаһында тәүге тапҡыр ойошторолған йәйәнән уҡ атыусылар ярышы ла һөҙөмтәле булды. Хәйер, төрлө төбәктә үткән “Мәргән уҡсы” бәйгеһендә ҡатна­шыусылар үҙҙәре яңы ярышҡа юл асты, матур традицияға нигеҙ һалды. Сибайҙар уҡ атыусыларҙы һоҡланып күҙәтте: бигерәк тә улар­ҙың милли кейемдәрен ҡыҙыҡ­һынып ҡараны, бер-бер артлы сәпкә осҡан уҡтарҙан күҙҙәрен алманы. Мәргәнлек һәм таһыллыҡ, сослоҡ һәм иғтибарлыҡ талап иткән бәйгелә республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан барлығы 22 конкурсант ҡатнашты. Улар ара­һында сая ҡыҙҙарҙың да булыуы бәйгегә оло мәртәбә өҫтәне. Сибай ҡыҙы Ләйсән Алламо­ратованың уҡ атыуға ҡыҙыҡһыныуы әхирәтенән күскән. “Тәүҙә уның һүҙен йыҡмай ғына барғайным, аҙаҡ үҙемә лә оҡшай башланы. Ата-бабалары­быҙҙың ҡанында булған шөғөл үҙенең барлығын һиҙҙермәй ҡал­маны. Теләккә сәм, дәрт өҫтәлде, төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу күңе­лемде үҫтереп ебәрҙе. Уҡтар, йәйә һатып алдым, махсус кейемдәр тек­терҙем. Әйтергә кәрәк, уҡ атыу — ярайһы уҡ сығымдар талап иткән күңел йыуанысы ул”, — тип йылмая сая Сибай ҡыҙы.
Ә бына Ғафури ҡыҙы Гүзәл Ибәтуллинаның уғын керешенән тартҡан саҡта күҙҙәрендә балҡып киткән осҡондарҙы, бар булмышын ҡаплап алған сәм һәм дәртен сит­тән генә күҙәтеп тороу күңелдә аңлата алмаҫлыҡ тойғолар уятты. Бар арабыҙҙа сәмле һәм батыр ҙа, рухлы һәм матур ҙа башҡорт ҡыҙҙары тигән уй йәшен тиҙлегендә баштан уҙҙы.
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, Си­байҙа бындай бәйге беренсе тапҡыр үтә. Тамашасыларҙың күбеһе уҡ-йәйәне тәүгә күрә, уны нисек тотоу, тартыуҙы ла белмәй, тиһәк тә дөрөҫ булыр. Шуға күрә ойоштороусыларҙың теләгәндәргә оҫталыҡ дәресен үткәреүе лә күп­тәр өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡ­тырғыс булды. Денис Өмөтбаевтың һөйләгәндәрен һәр кем йотлоғоп тыңланы, үҙҙәре уҡтан атып ҡарап, күңелдәрендә һалынған йәшерен ҡомар хисен уятты.
Беренсе һәм икенсе урындарҙы Бөрйән районынан Денис менән Салауат Юлбирҙиндар бүлешһә, Баймаҡтан Вәкил Ҡәйепҡолов өсөнсө урынға лайыҡ булды. Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайының махсус бүләгенә Учалы районынан Азамат Рыҫҡолов һәм Бөрйәндән Салауат Юлбирҙин лайыҡ булды.
Бәйгене ойоштороуға һәм уны үткәреүҙә ҙур көс һалған Иҫке Сибай ауылы егете Артур Батыршин, Сибай егеттәре Денис Өмөтбаев, ағалы-ҡустылы Рөстәм менән Хөрмәт Таһировтарға, шулай уҡ ҡаланың спорт (етәксеһе Радик Ғәбитов) һәм мәҙәниәт бүлегенә (етәксеһе Эльза Кирәева) ҙур рәхмәт.
Йыр-моңға бай СибайБулдыҡлылар, тырыштар заманы бөгөн. Халыҡ кәсепселәренең күргәҙмәһе байрамдың иң сағыу өлөшөнә әйләнде. Күргәҙмәне ойоштороусыларҙың береһе Нәйлә Зәйнуллина әйтеүенсә, үҙҙәренең әйберҙәрен тәҡдим иткәндәр араһында Өфө, Магнитогорск, Сибай, Баймаҡ, Учалы ҡалалары, Йылайыр, Баймаҡ райондары оҫта­лары бар. Бер-береһен ҡабатла­маған, күҙҙең яуын алырлыҡ эш­тәрен ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар яратып ҡабул иткән.
Йыр-моңға бай СибайБөгөн ҡулдан эшләнгән әй­бер­ҙәргә иғтибар менән бер рәттән ихтыяж да бар. Шуға күрә яратҡан шөғөлдәре менән матурлыҡ өләшеүселәр яңы һөнәр арттырып, күңелдәрендә йөрөткән хыялдарын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмай, баҙар иҡтисады шарттарында бер аҙ аҡса ла эшләй. Мәҫәлән, Си­байҙа йәшәгән Айгөл Муллажанова (Коркунова) өс йыл инде кәнфит­тәрҙән матур гөлләмәләр яһау менән булыша.
— Бала бағып ултырғанда Интернет селтәре аша ҡыҙыҡһынып башлағайным, хәҙер ташлай ҙа алмайым, — тип шаярта Айгөл ханым. – Яратҡан шөғөл йоғошло сир кеүек, бер тотонһаң, туҡтап булмай. Икенсенән, заказ биреү­селәрҙең булыуы күңелгә рәхәтлек бирә, тимәк, мин эшләгән гөллә­мәләр кемгәлер кәрәк, матурлыҡ өҫтәй.
Кәнфитле гөлләмәләрҙе әҙерләү өсөн әңгәмәсем “Рафаэлло”, “Коркунов”, “Марсианка” кәнфиттәрен һайлай, теләгәндәргә ябайыраҡ кәнфиттәрҙән дә эшләй. Төрлө төҫтәге төргәк ҡағыҙын, селтәрле туҡымаларҙы махсус яҙҙыртып ала. Айгөл Муллажанованың 500 – 1200 һумлыҡ матур кәнфитле гөллә­мәләренә туйҙарҙа, Яңы йыл һәм Уҡытыусылар байрамдарында, юбилей кисәләрендә ихтыяж ҙур.
Алһыу Фәтхетдинованың күҙҙең яуын алырлыҡ башҡорт ҡурсаҡ­тары янынан да туҡтамайынса үтеү мөмкин түгел. Һуңғы ваҡытта магазин кәштәләрендә һатылған Барби ҡурсаҡтарынан тамам биҙгән ата-әсә экологик яҡтан сифатлы, ҡупшы, матур ҡурсаҡтарҙы үҙ итә. Быйылғы Экология йылына арнап оҫта ҡуллы ханым полиэтилен пакеттарҙан кейем тегеп, бер ҡурсаҡты бынамын итеп кейендереп тә ҡуйған.
— Ҡыҙым Айһылыу тыуғас, күпләп уға Барби ҡурсағы бүләк иттеләр. Шул саҡта ниңә үҙемә башҡорт ҡурсағы эшләп ҡара­маҫҡа, тип уйланым. Баяғы Барбиға ҡайтанан сәс үреп, битен үҙгәртеп, милли күлдәктәр кей­ҙереп, селтәр-ҡашмауҙар эшләп, башҡорт ҡыҙын яһап та ҡуйҙым. Эшем үҙемә лә, ҡыҙыма, туған-таныштарға оҡша­ны. Һораусылар табылғас, теләк тә үҫте, — ти ул.
Йыр-моңға бай СибайШулай уҡ күргәҙмәлә башҡорт ҡурсаҡтарын бәйләп тәҡдим иткән­дәр ҙә, керамика менән шөғөл­ләнгәндәр ҙә, туҙҙан төрлө суве­нирҙар, һауыт-һаба эш­ләгәндәр ҙә, милли биҙәүестәр тәҡдим иткәндәр ҙә булды. Һәр кем күңеленә ятҡан әйберҙе һатып алып ҡыуанды.
Байрам сиктәрендә ойош­торол­ған сараларҙың күплеге һәр кемгә теләгән конкурста ҡатнашыу мөмкинлеген бирҙе. Кемдер “Алға, Сибай!” йәмәғәт ойошмаһы саҡы­рыуын ҡабул иткән Башҡортос­тандың иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин ҡатнаш­лығында “Урал аръяғының иң көслө ке­ше”һен асыҡлау ярышын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтһә, икен­селәр Үҙәк сәхнәлә барған “Сибай, беҙ бергә!” театр­лаштырылған тамашаһын ҡарап кинәнде. Шулай уҡ балалар өсөн һүрәт төшөрөү, мехенди, аквагрим эшләү конкурс­тары ойошторолдо. Ҡала көнө һәм Шахтерҙар байрамы йырлы-моңло программа менән тамамланды.

Сибай ҡалаһы.