Ғүмәрҙәрҙе бер юлы өс шатлыҡлы ваҡиға көтә

15-09-2017, 00:02 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ғүмәрҙәрҙе бер юлы өс шатлыҡлы ваҡиға көтә …Йәмғиәт үҫешендә тарих та, бөгөнгө лә һәм шулай уҡ тыуасаҡ көн дә берҙәй мөһим. Үткәндәргә ҡарап һабаҡ алаһың йәки ҡәнәғәтлек кисерәһең, хәҙерге тормош иһә йәшәү һуты бирә, ә инде киләсәккә килгәндә… Нисек хыялланмай, пландар ҡормай һәм өмөттәр бағламай ғүмер кисермәк кәрәк. Иң мөһиме — иғтибар итегеҙ, һәр ваҡыт арауығы бер-береһенә ныҡ бәйләнгән. Үткәндәргә таянып, бөгөнгө аша киләсәккә табан атлайһың. Бүжә тауы ҡуйынына һыйынып ултырған Ғүмәр ауылында ҡайнаған эштәргә күҙ һалһаң, ирекһеҙҙән нәҡ әлеге төшөнсәләр хаҡында уйланаһың.

Клуб буш тормаясаҡ

Инде ете тиҫтәнән ашыу ғүмер үтһә лә, ХХ быуатта бөтә донъяны тетрәткән һәм тетрәндергән фашист баҫҡынсы­ларының һуғыш ғазабы халыҡ күңелендә ҡара тап булып һаҡлана. Күпме ғазап, үкенес һәм юғалтыуҙар. Иң мөһиме — хәҙер инде аранан китеп бөтөп барған олатай-инәйҙәр был көскә ҡаршы торорлоҡ ҡөҙрәт тапҡан үҙҙәрендә. Бөйөк Ватан һуғышына Ғүмәр ауылынан 140 ир-егет алына, уларҙың 60-тан ашыуына 1945 йылда яҡындары янына ҡайтыу бәхете татый, 75-е иһә башын яуҙа һала.
Фронт өсөн, Еңеү өсөн тип тылда ҡара тир сығарып хеҙмәт иткәндәр күпме?! Нисек кенә булмаһын, был батырлыҡтарҙы ил онотмай, ғүмәрҙәр ҙә һуғышта ҡатнаш­ҡан олатай-атайҙарын, уларҙың батырлыҡ­тарын күңел түрендә һаҡлап тота.
Яугирҙәрҙең төҫө булып торған һәйкәлде халыҡтың дәррәү һәм берҙәм булып яңыртырға тотоноуы ла быға ҙур ишара. Тик башланғыс ярҙамға мохтаж шул. Район етәкселегенең ауылға иғтибарын билдәләп үтергә кәрәк. Был изге эште башҡарыу өсөн район бюджетынан, мәҫәлән, 100 мең һум аҡса бүленгән, Петровск ауыл советы төҙөлөш материалдары менән ярҙам иткән, ә төп эште иһә ауыл халҡы үҙе башҡара. Быға тиклем һәйкәл мәктәп янында урынлашҡан булған, хәҙер яңыһы клуб алдын биҙәйәсәк. Күркәм һәйкәл янынан үткәндә һәр кем тарих, тыныслыҡ һәм тормоштоң ҡәҙере хаҡында уйланмай ҡалмаҫ.
Ғүмәрҙәрҙе бер юлы өс шатлыҡлы ваҡиға көтәӘйткәндәй, клуб үҙе лә матурланырға тора. Былтыр ғүмәрҙәр йәнә йыйылып, мәҙәниәт усағына яңы төҫ бирергә тигән ҡарарға килә. Әйтелгән – эшләнгән: күп тә үтмәй, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашырға документтар туплана.
— Проекттың дөйөм сығымдары 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, 150 мең һум халыҡтан йыйылды, 30 мең һумды урындағы эшҡыуар Гөлдәр Хисамова һәм башҡа йүнселдәр бүлде, ҡалғаны бюджет аҡсаһы, — тип асыҡлыҡ индерә был тәңгәлдә Петровск ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Ольга Морозова. – Ошо көндәрҙә “Проект” йәмғиәте эш башларға тора, һәйкәл дә әҙер, ремонт финалы ла оҙаҡ көттөрмәҫ.
Проектҡа ярашлы, клубтың стеналары яңыртыла, иҙән-түбә алмаштырыласаҡ, сәхнә-зал матурланасаҡ. Ғөмүмән, ҡыйыҡтан башҡа бөтә ергә лә төҙөүселәрҙең ҡулы тейәсәк. Ольга Морозова әйтеүенсә, ҡыйыҡтың торошо әлегә ҡәнәғәтләнерлек. Күптән түгел генә ауыл халҡы ҡоймаларҙы алмаштырған.
Республикала киң ҡолас ташлап эшләй башлаған Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында ҡала һәм ауылдарҙа бихисап объекттар яңы төҫ алды, матурланды, уңайлы көнкүреш шарттары булдырылды. Шул уҡ ваҡытта был йәһәттән халыҡтың әүҙемлеген, йәшәгән еренә ҡарата иғтибарын да билдәләү фарыз. Мәҫәлән, Ғүмәр ауылының клубына капиталь ремонт эшләүҙә бер ҡыҙыҡ мәғлүмәт асыҡланды: башта халыҡ һәр йорттан 500 һум йыйырға кәңәш ҡора, аҙаҡ, дәртләнеп китеп, был сумма кеше башына тура килә. Улай ғына ла түгел, проектҡа бер эшҡыуар 50 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтә, әммә үҙенең исемен белгертергә теләмәй. Изгелек эшлә лә һыуға һал, ти халыҡ. Кемдер, үҙенең әллә ни ҡыҫылышы булмаған эш саҡ ҡына алға китһә лә, һөрән һала, бәғзеләр дан ҡыумай ғына тирә-йүнен үҫтерә. Һәр хәлдә, ил төкөрһә, күл була, уртаҡ көс ярҙамында проект тормошҡа ашасаҡ. Быныһына ҡыуанмау мөмкин түгел.
Ғүмәрҙәрҙе бер юлы өс шатлыҡлы ваҡиға көтәЭйе, яңы төҫ алған клуб ауыл халҡына оҙаҡламай ишектәрен асыр. Тик ишек “һирәк асылмаҫмы” тигән шик тә борсомай түгел хәбәрсене.
— Беҙҙең халыҡ бик дәртле һәм әүҙем, — тип тынысландыра был йәһәттән клуб мөдире Ильмира Кәримова. – Мәҫәлән, башҡа ерҙә бер ғаиләнең тарихын барлаған сара үткәрһәләр, беҙ иһә, бер юлы алты нәҫелде саҡырып, Шәжәрә байрамы ойошторҙоҡ.
Әлбиттә, Шәжәрә байрамы — йылына бер тапҡыр килә торған сара, ә көндәлек тормош нисек һуң – һаман ныҡышабыҙ. Хәйер, шиктәр әлеге йәһәттән дә юйыла: ололарҙы йыйып та, йәш быуын менән дә бихисап уйын-тамашалар йыш ойошторола икән. Әйтәйек, башҡа ерҙәрҙә йәй клубтар тик кис ваҡытында ғына асылғанда, бында мәҙәни усаҡ хеҙмәт­кәрҙәре балаларҙы йыйып уйната, сәй эсерә һәм шуныһы бигерәк тә ҡыҙыҡ: Егән буйына төшөп, күмәкләп балыҡ тоталар. Ә ниндәй ауыл, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап, тик ир-егеттәр ҡатнашлығында концерт ойоштороуы менән маҡтана ала?
Клуб ғүмәрҙәр өсөн уйын-тамаша урыны ғына түгел, ә көн ҡаҙағына күтәрелгән мәсьәләләрҙе сисеү, кәңәш ҡороу майҙаны ла. Мәҫәлән, бында урындағы умартасылар “Ситтән килтерелгән умарта ҡорттарын индереүгә юл ҡуймайыҡ, үҙебеҙҙекен һаҡлайыҡ” тип йыш ҡына фекер алышырға йыйыла. Бынан тыш, ауылдың тормошонда шаҡтай роль уйнаған урындағы үҙидара йыйылыштары ла ошонда үтә. Ғөмүмән, клуб бикле тормаясаҡ.
Территориаль йәмәғәт үҙидараһы хаҡында айырым әйтергә кәрәктер – ниндәй генә дөйөм эште алма, уларҙың ҡатнашлығы тос. Өмә-йыйыштырыу хаҡында ғына түгел һүҙем. Ауылды үҫтергән проекттар, ерҙәрҙе контролдә һәм тәртиптә тотоу – барыһы ла уларҙың иңендә бит.

Ғүмерҙә булмаған хәл

Гәзит уҡыусы ғүмәрҙәр өсөн ике шатлыҡлы ваҡиғаны белде. Өсөнсөһө нимә икән, тиһегеҙме? Хәйер, ауыл халҡының быйыл дөйөм шатлығы дүртәү ул, ғәмәлдә – хәҙер ғүмәрҙәр ҡом түшәлгән тигеҙ юлдан ғына йөрөй, быға тиклем яҙлы-көҙлө йәйәүлегә лә – аяҡ осонда, автомобилгә “тәгәрмәс осонда” үтергә тура килгән саҡтар булған. Ә кисерәсәк йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиғаға килгәндә иһә, ул, башта әйтеп киткәнебеҙсә, нәҡ киләсәккә бәйле – Ғүмәрҙә мәктәпкәсә төркөм эшләй башланы. Был, дөрөҫөн әйткәндә, ғүмерҙә күҙәтелмәгән хәл: ауылда бер ҡасан да балалар баҡсаһы булмаған.
Васильевка мәктәбенә ҡараған был төркөм ауылда һүнеп ҡалған белем усағы нигеҙендә булдырыла. Бында бинанан башҡа бөтә нәмә лә яңы: стеналар, тәҙрәләр, йыһаз, уйынсыҡтар...
Проекттың хаҡы — 1 миллион 60 мең һум. Сығымдарҙы тулыһынса район бюджеты күтәргән. Ғүмәрҙәрҙе бер юлы өс шатлыҡлы ваҡиға көтәЭштәрҙе “Башжилстройпроект” ойошмаһы башҡарған. Йылылыҡ торбалары ремонтланған, тәҙрәләр алмаштырылған. Мәктәп эшләгән саҡта унда һыу ташығандар. Хәҙер иһә был уңайһыҙлыҡ тарихта ҡаласаҡ. Әлбиттә, кескәйҙәр һәр ваҡыт эстә генә уйнамай, саф һауала ла йүгерергә тейеш. Был йәһәттән, киләсәк быуынды хәстәрләп, ауыл халҡы өмә ойошторған. Таҙартыу бер, кескәйҙәргә беседка ла ҡоролған. Бураны Миңнур һәм Әнүр Вахитовтар бүләк иткән.
Әйткәндәй, ошондай уҡ эш райондың Бәрҙәшле ауылында ла башҡарылған: унда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында асылған мәктәпкәсә төркөм. Шуныһы ҡыуаныслы: Бәрҙәшлелә лә, был ауылда ла кадрҙар урындағы белгестәрҙән тупланған. Эш урыны, балаларға йөрөргә баҡса – ҡыуанмай мөмкин түгел.
Ғүмәрҙә быйылдан йөрөтөргә тип 24 малай һәм ҡыҙҙың ата-әсәһе ғариза яҙған. Ҡайһы бер ауылдарҙа 5 йылға бер тапҡыр ҙа сабый ауазы яңғырамағанда, бында бер юлы бер төркөм йыйылыуы — ҙур шатлыҡ. Тик шуныһы… Йәштәр, төркөмдө тулыландырып торорға кәрәк бит!
Ремонт башҡарылған бинаны байҡағанда, уның яртыһы буш ҡалғаны күҙгә ташлана. Кем белә, бәлки, сабыйҙар артып китһә, мәктәпте ҡайтанан асыу мохтажлығы ла барлыҡҡа килер…
Һәр хәлдә, бында ишле ғаиләләр бар. Өсәр, дүртәр бала тәрбиәләйҙәр. Ә Рәзилә һәм Дамир Ишматовтар, Рәзинә менән Ринат Ниғмәтуллиндар биш бала баға.
Ишматовтарҙың оло улдары Юнир хәҙер студент инде, ҡалғандар атай-әсәй янында, мәктәпкәсә төркөмгә барыусылар ҙа үҫеп килә. Әйткәндәй, Рәзилә Ишматова күптән түгел “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Бындай әсәләргә, ысынлап та, дан!
Ниғмәтуллиндарға килгәндә, йәштәр икеһе лә ошо ауылдан. Үҙ көстәре һәм хеҙмәттәре ярҙамында тырышып донъя көтәләр, мал үрсетәләр, Әсәлек капиталы ярҙамында өй күтәрәләр. Эш тигәндән, беҙ барғанда йәйге ҡыҙыу мәл ине, ғаиләләрҙе йорт тирәһендә тотоу ай-һай. Ишматовтар, мәҫәлән, бесәндә ине. Ә бына Рәзинә менән Ринатты яландан балалар менән сәй эсергә ҡайтҡан мәлдәрендә “эләктерҙек”. Унда ла бесәнлектә күршеләренә ярҙам итергә тороп ҡалған өлкән улдары Юлайҙы осратып булманы. Быға, бер яҡтан, кәйеф төшһә лә, икенсе яҡтан, үҫмерҙең хеҙмәт яратыуына, ярҙамсыллығына ҡыуанып ҡуйҙыҡ. Тимәк, Ниғмәтуллиндарға өмөтлө алмаш үҫеп килә һәм был урында, ояһында ни күрһә – осҡанында ла шул булыр, тигән мәҡәлде иҫкә төшөрөп үтке килә. Ишле ғаиләгә йорттарын һалып бөтөп, унда бәхет-ҡыуаныста йәшәргә яҙһын тигән теләктәр менән артабан юл тоттоҡ.

Наҙлы төбәк

…Көҙ яҡынлашып, дачаларында ял итеүселәр эшкә, студенттар уҡырға тара­лышһа, магазин-почталар бушап ҡала, ауылдың йәме киткәндәй. Ғүмәрҙә әлегә йәнлелек һаҡлана. Ҡапҡа төбөндә йәшлек йылдарын иҫтәренә төшөрөп ултырған аҡһаҡалдар, һыуға барған килендәр һәм эш менән мәшғүл ир-ат һаҡлай ул йәмде. Берәүҙәр бесән алып ҡайтып килә, икенселәр яңы ҡапҡа урынлаштыра, кемдер “ожмах мөйөшө”ндә (хозур тәбиғәтте башҡаса атау мөмкинме һуң!) “нескә билкәй”ҙәр менән мәшғүл.
Ильмира һәм Әхәт Кәримовтар умарта­сылыҡ менән күптән шөғөлләнә. Ғәҙәттә, умарталар янында хужа кешене генә тап итәһең, бында ирле-ҡатынлы ҡорт ҡарағандарҙы күргәс, ҡыҙыҡһыныу арта.
— 20-ләп баш умарта тотабыҙ, күп тә түгел һымаҡ, ләкин бергә эшләү күңеллерәк тә, еңелерәк тә бит, — ти Әхәт ғаилә шөғөлө хаҡында.
Әйткәндәй, ул тиклем донъяны яңғыҙың бағыуы еңел түгел шул: берҙәм булып, бергә эшләү яҡшы. Хужаларҙың умартанан тыш туғыҙ баш аты, һыйыр-һарыҡтары ла бар бит әле. Нисек кенә булмаһын, ғаилә тырышып эшләй, былтыр яңы йорт һалып сыҡҡандар, ситтә йәшәгән улдарын да ярҙамдан өҙмәйҙәр. Тимәк, борондан килгән шөғөлдәребеҙ умартасылыҡ-йылҡысылыҡ – табышлы тармаҡ!
Ғүмәрҙәрҙе бер юлы өс шатлыҡлы ваҡиға көтәУмартасы менән бал ҡорто серҙәре генә түгел, был шөғөлгә хас замана проблемалары тураһында ла һөйләшергә насип булды.
— Ауылыбыҙҙың тирә-яғы умартасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн бик тә ҡулайлы. Баҡсанан сыҡһаң – йүкәлек, ләкин быйыл феләк-феләк бал алған йылдарҙы һағынып һөйләргә тура килә, — тип борсолдо бер аҙ хужа. – Тик, ямғыр яуҙыртһа ла, ҡыҙҙыртһа ла – был Хоҙай ихтыярында, унан бигерәк сит ерҙән ҡайтартҡан ҡорттар баҫып, умарталарҙы бутауы, кәсепкә аяҡ салыуы үкенесле, — тигән таныш фекерен дә (был фекерҙе байтаҡ умартасылар ауыҙынан ишеткән бар) еткерҙе ул.
Ни генә тимә, үҙ еренең данын арттырып, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шөғөлдө үҫтереп йәшәгән Әхәттәй егеттәргә афарин тиергә генә ҡала.

Исемдәре – ил кимәлендә

Дан хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, Ғүмәр ауылынан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе урап үтеү яҙыҡ булыр. Вафа Әхмәҙиев, Рауил Ниғмә­туллиндарҙың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә киң билдәле. Шулай уҡ журналист, уҡытыусы һәм яҙыусы Салауат Кәримов та күптәргә таныш. Республика мәғарифына тос өлөш индергән Рәйсә Күзбәкованы ла урап үтмәйек.
Шулай уҡ шәхестәрҙе барлағанда, төрлө өлкәлә милли кадрҙар әҙерләүҙә хеҙмәте иғтибарға лайыҡ Стәрлетамаҡ башҡорт лицей-интернаты директоры Гөлшат Әхмәто­ваның исемен дә атағы килә. Ғөмүмән, был ауыл — туған телебеҙ, милли мәҙәниәтебеҙ, рухиәтебеҙ хаҡына хеҙмәт иткән кешеләргә бай төбәк.
Шул уҡ ваҡытта үрҙә телгә алған эшҡыуар һымаҡ, исемдәре киң билдәле булмаған егет-ҡыҙҙар күпме әле. Мәҫәлән, үҙе Өфөлә эшләп йәшәһә лә, урындағы территориаль йәмәғәт үҙидараһына етәкселек итеүсе Азамат Исхаҡов ауылының үҫешенә, уны уратып алған тәбиғәтте һаҡлауға күпме көс сарыф итә – афарин! Иң мөһиме — шул егет-ҡыҙҙарҙың эше юғалмаһын, ә улар сыҡҡан ауылдар йәшәһен.

Ишембай районы.

Ғүмәрҙәрҙе бер юлы өс шатлыҡлы ваҡиға көтә













Ғүмәрҙәрҙе бер юлы өс шатлыҡлы ваҡиға көтә














Ғүмәрҙәрҙе бер юлы өс шатлыҡлы ваҡиға көтә