“Ә мин Барселонаға киттем, һөйөклөм!..”

15-09-2017, 00:11 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Ә мин Барселонаға киттем, һөйөклөм!..” Илфат менән Сәлимә бынан бер нисә йыл элек университетта уҡыған саҡта осрашып таныша. Эх, ул һағынып һөйләргә генә ҡалған студент йылдары!.. Сәлимә – ифрат та нескә күңелле, сибәр, ябай ауыл ҡыҙы, ә Илфат үҙенең мөләйем төҫ-ҡиәфәте менән барлыҡ ҡыҙҙарҙың да йөрәген яндырған, ыҫпай, ҡыйыу, хатта бер аҙ тәкәббер ҙә булған ҡала егете ине. Тулҡынланып торған ҡоңғорт сәстәренең, муйылдай сөм-ҡара күҙҙәренең сихри матурлығына хайран ҡалып, яғымлы, серле ҡарашына һоҡланып, уға бер күреүҙән үлеп ғашиҡ булғайны Сәлимә.


Егет тә ҡыҙҙы оҡшатты һәм улар юғары уҡыу йортонда белем алған осорҙа дуҫтарса аралашып, осрашып-күрешеп йөрөнөләр. Шул саҡ ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт ялҡыны ҡабынды, бер-береһенең холоҡ-фиғелен үҙ-ара һынау осоронда ла уңышлы үткән төҫлө ине улар, юғиһә…
Тик бына мөхәббәт даръя­һында иҙрәп йөҙгән, сикһеҙ бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстан күктең етенсе ҡатын гиҙгән сағында һөйгәне­нең нәҡ шул тәкәбберлек сифатына иғтибар биреп еткермәгән икән шул Сәлимә…
Шаулап-гөрләп студент йылдары уҙып китә, егет менән ҡыҙ, юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡулдарына уҡытыусы дипломы ала. Үтенестәренә ҡолаҡ һалып, уларҙың икеһенә лә эшкә бер ауыл мәктәбенә юллама бирәләр. Алда – ҡояшлы, сәскәле, йәмле йәй һәм шул арала, хеҙмәт юлын башлап ебәргәнсе, сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡорорға ҡарар итә улар. Илфат та, Сәлимә лә ғаиләләрендә беренсе бала булғанғамы, атай-әсәйҙәре туйға кемуҙарҙан ҙурҙан ҡубып әҙерләнә. Туй мәжлесенә саҡырылған ҡунаҡтарҙың да, унда кергән бүләктәрҙең дә иге-сиге булмай. Аранан бер бай ағайҙары, йәштәрҙе ҡайғыртып, ләззәтле баллы айҙы аулаҡта ғына үткәрһендәр тип, иң яҡшы ял йорттарының береһенә ҡиммәтле юллама ла бүләк итә.
Шулай итеп, туй ҙа уҙа, ял йортонда ғәжәйеп күңелле генә ял да итеп ҡайта Илфат менән Сәлимә. Ике яҡтағы атай-әсәйҙәрҙе тигеҙ күреп, хужалыҡ эштәрендә булышып, улар янында бер аҙ ҡунаҡ булыуға, йәй аҙағына яҡынлаша. Август ахырында йәштәр тәғәйенләнгән ауыл мәктәбенә эшкә килә. Бер белмәгән сит ауылға, бығаса таныш булмаған ят мөхиткә килеп эләкһәләр ҙә, бындағы халыҡҡа бик тиҙ эйәләшеп китәләр.
Икеһе лә һынатмаҫҡа, бик еңелдән булмаған уҡытыусы хеҙмәтен еренә еткереп башҡарырға тырыша: Илфат балаларға физика-математика фәненән белем бирһә, Сәлимәһе рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Үҙҙәренең иҫ киткес тырышлығы, уңғанлығы, кешелекле, кеселекле булыуы менән улар бергә эшләгән коллективта ғына түгел, ауыл халҡы араһында ла ҙур абруй яулай. Был бәхетле йәш парға күптәр һоҡланып ҡарай, ә ҡайһы берәүҙәр хатта көнләшә лә.
Эш-мәшәҡәттәргә бирелеп, уҡыу йылы ла һиҙелмәй генә уҙып китә, йәйге каникул башлана. Ҡауышҡандан бирле йәшәл­гән бер йыл ғүмерҙәре әкиәттәге кеүек матур үтә. Оҙаҡламай йәш ғаилә тормошона тағы йәм өҫтәп, беренсе балалары – ҡыҙҙары донъяға килә. Тик бына ошонан һуң Сәлимә өсөн ғүмере буйы һуҙылған “тамуҡ тормошо” башлана ла инде. Илфатты, өҙөлөп һөйгән ғүмер юлдашын, бәләкә­сенең яратҡан атаһын гүйә алмаштырып ҡуялар: ул эштән һуңлап, ә ҡайһы саҡ һалмыш килеш төн урталарында ғына ҡайта башлай, ап-аҡ күлдәгендә иннек, кершән таптары күренә, ә үҙенән татлы хушбуй еҫе килә.
Ҡатыны ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә, өйҙә янъял ҡуба, хәләл ефетенең күңел төбөндә йәшеренеп ятҡан тәкәбберлек, мин-минлек сифаттары өҫкә ҡалҡып сыға. Шул ваҡыт Сәлимә үҙенең ғүмерлеккә яңылышыуын аңлай, үкенеп, асынып, үкһеп илай, ләкин бик һуң була инде.
Ҡайнар күҙ йәштәрен түккәндән һуң, бер аҙ тыныслана төшөп, үткәндәрҙе барларға керешә, моңһоу хәтирәләр донъяһына сумып, йоҡоһоҙ төндәрен үткәрә.
Йыш ҡына Илфат менән тәүге тапҡыр осрашып танышыуҙарын иҫенә төшөрә. Эйе, бөгөнгөләй хәтерендә: ул кисте бер төркөм егеттәр һәм ҡыҙҙар йәштәр кафеһына күңел асырға йыйылғайны. Яҡын әхирәте Вәсилә Сәлимә менән таныштырыу өсөн үҙенең ауылдаш егетен, ул саҡтағы ауыл хужалығы институты студенты Ниязды ла, бында саҡырған. Тик Сәлимә генә төҫ-ҡиәфәткә күҙгә ташланып бармаған, ә күңел донъяһы ғәжәйеп матур булған пак күңелле Ниязды үҙ итмәйенсә тышҡы сибәрлегенә алданып, кинофильмдағы актерҙарҙы хәтерләткән Илфатты һайлай.
Ә бит ул саҡта Нияз Сәлимәгә ысын-ысынлап ғашиҡ була, әхирәтенең һүҙҙәренә ҡарағанда, уны ғүмере буйы онота алмайынса, йөрәк түрендә йөрөтә. “Бәлки, миңә шул баҫалҡы, тыйнаҡ егеттең рәнйеше төшкәндер”, – тип уйлай ҙа ул, һулҡылдап, күҙ йәштәренә ҡойоноп йәнә илай башлай. Шулай мең ғазаптар, һыҡраныуҙар, йөрәк әрнеүҙәре менән көндәр, айҙар, йылдар үтә.
Сәлимә хәләл ефете Илфатҡа булған мөхәббәте хаҡына барыһына ла түҙә, яттарға сер бирмәҫкә, сүпте өйҙән сығармаҫҡа тырышып йәшәй. Тора-бара улар ҙа тәжрибәле уҡытыусылар рәтенә керә, ә унан хеҙмәт баҫҡысы буйынса тағы ла юғарыраҡ үрләйҙәр: тормош иптәше мәктәп директоры була, ә үҙен директорҙың уҡытыу эше буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр.
Икеһенә лә яуаплы вазифалар йөкмәтелһә лә, Илфаты ғына һис тә үҙгәрергә теләмәй, холоҡ-фиғеле һаман элеккесә ҡала. Ҡатынын һанламайса, уға хыянат итеп, өҫтөнән көлөп, һөйәркәләре менән сыуалыуын дауам итә. Ҡыҙҙары бер аҙ үҫә төшкәс, Сәлимә йәнә ауырға ҡала һәм баһадирҙай, һау-сәләмәт малай алып ҡайта. Улы тыуғас, атай кеше бик шатлана, әлбиттә, ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерә, хәләл ефетен бүләктәр менән күмеп ташлай, ләкин ире биргән ҡиммәтле алҡа, йөҙөк, муйынсаларҙың йөрәген тағы бер ҡат өтөп аласағын ул әлегә белмәй шул…
Сабыйын ҡарау, тәрбиәләү буйынса декрет ялы ла тамамлана һәм Сәлимә, көс-ҡеүәт йыйып, яңынан эшкә сығырға әҙерләнә. Оҙон ялдан һуң, мәктәпте, уҡыусыларын һағынып, беренсе көн эшкә барғанда, нисек тә матурыраҡ күренгеһе килә: зауыҡ менән кейенә, хәләл ефете бүләк иткән биҙәүестәрҙе лә тағып ала. Ә мәктәптә тормош иптәшенең һөйәркәһе уны күргәс, ҡәнәғәтһеҙлек белдереп:
– И-и-и, был Илфат Әнүәр улы икебеҙгә лә бер үк төҫлө әйберҙәр ала икән дәбаһа, – тип туп-тура йөҙөнә бәреп әйтә.
Юҡ, ул көндө һис кенә лә онота алмай Сәлимә. Шул мәлде ер ярылһа, валлаһи, төшөп кенә юғалыр ине лә бит… Бығаса барлыҡ мыҫҡыллау, мәсхә­рәләүҙәргә түҙгән кеүек, әлегеһен дә ҙур ҡыйынлыҡ менән йотоп ебәрә. Хоҙайҙан сабырлыҡ һорай, тик был юлы инде Илфаты хаҡына түгел, ғәзиз балалары хаҡына түҙә.
Ғүмер уҙа, ҡул күтәрмәһә лә, мин-минлеген алға һөрөп, бысраҡ теле менән йәберләүсе, хыянатсы иренә тоғро ҡатын, йортонда уңған хужабикә, сабыйҙарына ҡайғыртыусан, наҙлы әсәй булып йәшәй бирә Сәлимә. Көндәрҙән бер көндө уларға йәшлек дуҫы Вәсилә ҡунаҡҡа килә. Өйҙә икәүҙән-икәү генә ҡалғас, ул, серле йылмайып, былайыраҡ һүҙ башлай:
– Ҡара әле, әхирәткәйем, мин бит бер айҙан ҡояшлы Испанияға, Барселона ҡалаһына юлланам. Барып урынлашыу менән, һәммәһен дә яйға һалғас, һине лә үҙемдең янға саҡырып алырмын, – ти.
Ә Сәлимә ҡырт киҫә:
– Юҡ инде, кәрәкмәй! Ғәзиз балаларымды, иремде ташлап, бер ҡайҙа ла сығып китмәйем, – тип яуаплай.
– Эх, йән дуҫҡайым минең! Йәбер-золомға түҙеп ғүмер кисергәнеңде белмәйҙәр тип уйлайһыңмы әллә? Күҙҙәреңдә һары һағыш, ә йөҙөңдөң нуры ҡасҡан, тик йәшлектәге үтә нескә күңелең генә бер аҙ ҡатҡан һәм нығыған бит һинең. Мин ысын күңелдән йәлләйем үҙеңде һәм шуға ла ярҙам ҡулы һуҙырға теләйем. Әйткәндәй, Нияз һаман да һинең хаҡта һораштыра әле, бына бөгөн дә үҙенең сәләмен еткерергә ҡушты. Уның да яҙмышы әллә нисек булды инде: яратмайынса ғына өйләнеп ғаилә ҡорҙо, бәпәй һөйөү бәхетенә өлгәшә алманы, бар ғүмерен эшкә бағышланы. Хәҙер инде ул “текә” кеше, алдынғы, ҙур хужалыҡ рәйесе булып эшләй, – тип һүҙен йомғаҡлай Вәсилә.
Шуның менән ике ҡатын араһында һөйләшеү тамамлана, тик хушлашҡанда әхирәте, Сәли­мә­нең күҙҙәренә туп-тура ҡарап:
– Киләсәктә лә элемтәне өҙмәйенсә, аралашып йәшәйек, ә уйыңдан кире ҡайтһаң, хәбәр бирерһең, дуҫлығыбыҙ хаҡына мин һинең өсөн был донъяла барыһын да эшләргә әҙер, – тип әйтә.
Киләсәктә тормоштарында тәкәбберлеге холоҡһоҙланыуға әйләнә барған иренең йәберләү-мыҫҡыллауҙарына тамам түҙемлеге бөтөп, быларҙың һәммәһенән дә Испанияға китеп ҡотолоу теләге бер нисә тапҡыр уянһа ла, ниәтенән кире ҡайта, балаларын уйлап, үҙ-үҙен еңә Сәлимә. Хоҙай Тәғәлә, ауылдаштары һәм яратҡан уҡыусылары ла ташламай абруйлы мөғәллимәне: Илфаттың һөйәркәләренән башҡа барыһы ла үҙ итә уны, ғазап-михнәттәргә түҙеп йәшәгәнлеген аңлайҙар…
Күҙ асып йомған арала тигәндәй, балалары ла үҫеп буй етә, икеһе лә юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлай. Оҙаҡламай ҡыҙҙары Илмираны һоратып, йорттарына яусы килә. Бөтөн шартына килтереп, матур итеп туй үткәреп, ҙур тормош юлына оҙаталар уны. Тағын бер нисә йыл үтеүгә, улдары Илшат та һөйгән йәре менән сәстәрен-сәскә бәйләү теләген белдерә. Ғаилә йәнә күңелле мәшәҡәттәргә сума: был туйға ла, кеше алдында кәм-хур булмаҫ өсөн һәм уларҙың күңеленә лә хуш килһен тип, ҙурҙан ҡубып әҙерләнәләр. Бер нисә ай алдан билдәләнгән туй бик тиҙ килеп етә. Мәжлес әүәл ҡыҙ яғында гөрләй, ә унан бар мосолман йолаларын үтәп, йәш киленде төп йортҡа төшөрәләр.
Йәйге бөркөү, оҙон көн кискә ауыша, селләлә еләҫ булһын тип, ихатала әҙерләнгән мул табында ҡыҙыл туй ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Яңы ғаилә усағын ҡабыҙған һоҡланғыс парға атап иң изге, саф теләктәр юллайҙар, бүләктәр тапшыралар, гәлсәр бокалдар сыңлай, тирә-йүнгә дәртле йыр-моң ағыла.
Шул саҡ кинәт, уйламаған-көтмәгән ерҙән, туй мәжлесе барған йорттоң ҡапҡа төбөнә, үҙ артынан туҙан өйөрмәһе туҙҙырып, такси килеп туҡтай. Мәжлескә йыйылған бар халыҡ аптырашта ҡала: “Бик һуңлап ҡына такси менән тағы ниндәй ҡунаҡтар килде икән инде”, – тип тә ҡыҙыҡһына ҡайһы берәүҙәр. Халыҡ һушын йыйып өлгөргәнсе, йорттан ҡулына ҙур ғына юл сумкаһы тотҡан Сәлимә килеп сыға ла, ҡунаҡтарға ғорур ҡараш ташлап, һүҙ башлай:
– Мин ғүмерем буйы хыянатсы иремдең кәмһетеү-йәберләү­ҙәренә сабыр итеп йәшәнем һәм был оятһыҙлыҡҡа бары тик балаларыбыҙ хаҡына түҙҙем. Ә бөгөндән, Аллаға шөкөр, уларҙың икеһе лә башлы-күҙле булды һәм ҙур тормош юлына аяҡ баҫты. Шулай булғас, мин үҙемә йөк­мәтелгән Әсә бурысын тулыһын­са үтәнем тип иҫәпләйем, иртәгәнән үҙем дә яңы тормош башлап ебәрәм. Ғәйепләп ҡалмағыҙ, барығыҙ ҙа иҫән-һау булығыҙ, – тип ул, һалмаҡ ҡына атлап, ҡапҡаға йүнәлә.
Бер аҙ барғас, кинәт кенә борола ла күҙ ҡарашы менән йыйылған ҡунаҡтар араһынан Илфатын эҙләп таба. Уның ҡаушап ҡалған, ҡурҡынған йөҙөнә, күҙҙәренә туп-тура ҡарап:
– Ярай, хуш, мин Барселонаға киттем, һөйөклөм! – тип әйтә лә, такси машинаһына ултырып, күҙҙән юғала…

Дүртөйлө районы.