Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

15-09-2017, 06:31 // Йәмғиәт, Анонстар // Баҫып сығарырға
Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы Документҡа Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 68-се статьяһына ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телен һаҡлап ҡалыуға тиң хоҡуҡты гарантиялаған 54-се статьяһын тормошҡа ашырыу, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен ирекле өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, башҡорт телен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен өйрәнеү системаһының һөҙөмтәлелеген һәм уны файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итеү, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдимдәрен ҡарау йомғаҡтары буйынса ошо өлкәләге кадрҙар һәм методик ҡеүәтте үҫтереү шарттарын камиллаштырыу маҡсатында ҡул ҡуйылды.

Указ менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн республика Башлығының гранттары булдырылды.

Документта шулай уҡ Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондын ойоштороуҙың маҡсатҡа ярашлылығы билдәләнә.

БР Хөкүмәтенә 2018 йылдың 1 февраленә тиклем “Башҡорт теле”, “Рус теле” һәм “Туған телдәр” ярҙамсы программалары менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһын эшләү һәм раҫлау, шулай уҡ Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.

БР Йәмәғәт палатаһына Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы менән берлектә тел сәйәсәте өлкәһендәге федераль һәм республика ҡануниәтенең үтәлешенә йәмәғәт мониторингын үткәрергә тәҡдим ителде.

***

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙыЗөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА: “Рөстәм Хәмитовтың указы – йәмғиәттең туған телдәрҙе яҡлау һәм һаҡлау йәһәтенән коллектив яуаплылығы ул”

– Башҡортостан Башлығы тарафынан ҡул ҡуйылған Дәүләт телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһындағы указ – телде белгән һәр кешенең, ғаиләнең, мәғариф системаһының, йәмәғәт, милли-мәҙәни берекмәләрҙең, дини ойошмаларҙың, дәүләт органдарының туған телдәрҙе яҡлау һәм һаҡлау буйынса коллектив-социаль яуаплылығы ул, – тине Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе Зөһөрә Рәхмәтуллина. – Документ, ҡайһы берәүҙәр хәлде яһалма ҡатмарлаштырырға тырышған саҡта күп милләтле республикабыҙҙа бергә нисек йәшәргә, телдәребеҙҙе мәҙәниәтте нисек һаҡлап ҡалырға, тигән һорауға яуап бирә.


Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙыӘмир ИШЕМҒОЛОВ: “Башҡорт теле – ул халыҡ-ара аралашыу теле”

– Башҡорт теле – көнкүрештә аралашыу ғына түгел, төрки телле илдәр араһында халыҡ-ара аралашыу теле ул, – тигән фекерҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов. – Бөгөн Рәсәй БДБ, шул иҫәптән төрки телле илдәр менән әүҙем иҡтисади мөнәсәбәттәр булдырған. Шуға күрә беҙ башҡорт теленең абруйын күтәрергә тейешбеҙ. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһындағы Указында ошондай бурысты йөкмәтә.

Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, программа белем биреү, Башҡортостан халыҡтарының телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлап ҡалыу, шул иҫәптән башҡорт телен өйрәнеү һәм ошо фән уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса 130 пунктты үҙ эсенә ала.

– Был Указ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына республикала һәм күрше төбәктәрҙә халҡыбыҙҙың сәскә атыуы өсөн кәрәкле эште законлы нигеҙҙә башҡарыу мөмкинлеген бирәсәк, – тине Әмир Ишемғолов.
 




yousef al otaiba