Оло юлға һуҡмаҡ һала

27-09-2017, 00:26 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Оло юлға һуҡмаҡ һала Уҡытыусы – абруйлы, мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Сөнки шәхес тәрбиәләү — үтә яуаплы бурыс. Педагог белем дә бирә, йәшәргә лә өйрәтә. Шуғалыр ҙа уның яҡты образы гелән күңел түрендә йәшәй.


…Бына тағы сираттағы уҡыу йылы етте. Йәй буйы ял иткән, көс йыйған уҡыусылар менән бер рәттән уҡытыусылар ҙа мәктәпкә юл алды. Улар араһында хөрмәтле коллегам, 38 йыл ғүмерен балаларға урыҫ теле һәм әҙәбиәте серҙәрен асыуға арнаған Резида Шәрәфетдинова ла бар.
1961 йылдың ғинуарында Ураҙ ауылында донъяға килә ул. Татыу, берҙәм, эшсән ғаиләлә үҫә. Атаһы — “Урал” колхозының иретеп-йәбештереүсеһе, әсәһе — шәфҡәт туташы. Резида, өс малай араһында бер бөртөк ҡыҙ булһа ла, иркәгә әйләнмәй, киреһенсә, бөтөн эште белеп үҫә. Ауыл мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғас, туған Ураҙ урта мәктәбенә эшкә ҡайта. Йәш кенә көйө директорҙың ойоштороу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Күҙҙәре осҡонланып, көс-дәрте ташып торған, балалар өсөн барыһын да эшләргә әҙер, “мәктәбем” тип янып-көйгән педагог бөтөн ергә өлгөрә: уҡыта, дәрестән тыш саралар ойоштора, ата-әсәләр, депутат булараҡ, ауыл халҡы менән тығыҙ бәйләнеш булдыра. Ғөмүмән, эш сәғәтенең ваҡыты юҡ.
Резида Әхәт ҡыҙы директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары булып эшләгән осорҙа мәктәптә республиканың төрлө уҡыу йорттарынан, матбуғат ойошмаларынан эш сәфәре менән билдәле шәхестәр йыш була ине. Хатта Голландиянан да килделәр. Төплө белемле, абруйлы мөғәллимә улар менән бик тиҙ уртаҡ тел таба, ике яҡлы килешеүҙәр төҙөп, сығарылыш уҡыусыларына юл аса ине.
Күпме балаға белем менән бергә һөнәри йүнәлеш тә бирҙе ул! Был хаҡта уның уҡыусыһы, әле “Башҡортостан” телерадио­компанияһының “Юлдаш” радиоһы комментаторы булып танылған Гүзәл Ситдиҡова район гәзитендә мәҡәлә менән сығыш яһаны. “...Ә бер көндө Резида апай ябай ғына тәҡдим яһаны: “Район гәзитендә мәктәп тормошо бөтөнләй яҡтыртылмай. Әллә берәй мәҡәлә яҙып ҡарай­һыңмы?” Күп тә үтмәй “Йәгеҙ әле, егеттәр!” тигән бәләкәй генә хәбәрем баҫылып сыҡты. Уҡытыусымдың маҡтап ебәреүе миңә ҡанат ҡуйҙы һәм киләсәгемә юл ярҙы. Мәктәпте тамамлап, уҡыуымды журналистика өлкәһендә дауам иттем. Оло юлға һуҡмаҡ һалыусым — Резида Әхәт ҡыҙы...” тигән юлдар бар яҙмала.
“...Ҡәҙерле Резида апай! Урыҫ әҙәбиәтенә һөйөү уятҡанығыҙ өсөн рәхмәт! Һеҙҙең дәрестәрҙә был донъяның ғәжәп яҡтарын астым. Беҙҙең күңелдә кешелеклелек, ғәҙеллек сифаттарын тәрбиәләнегеҙ, һәр кемгә ҡарата иғтибарлы булырға өйрәттегеҙ. Һеҙҙән белем алғаныма сикһеҙ ғорурланам. Киләсәктә филолог буласаҡмын”, – тип Азалия Йортомбаева ла яратҡан уҡы­тыусыһына рәхмәт һүҙҙәрен яҙҙы.
Резида Шәрәфетдинованың класс етәксеһе, хәҙер хаҡлы ялдағы уҡытыусы Рәүзилә Лотфуллина менән әңгәмәләшкәндә, ул уҡыусыһын бары тик яҡшы яҡтан телгә алды.
— Тырыш, һәләтле, әүҙем уҡыусы булды, – тине. – Тормошта үҙ юлы бар. Ныҡлы принциптары, асыҡ холҡо, эшсәнлеге менән уңышҡа өлгәште, ярам­һаҡлана белмәне. Педагогик коллектив уны күтәрмәләп торҙо, Резида үҙе лә хеҙмәттәштәре өсөн көсөн йәлләмәне. Мәктәптә тырыш хеҙмәткәр, абруйлы уҡытыусы, ғаиләһендә өлгөлө хужабикә, әсәһенең егәрле ҡыҙы ул. Дөйөм алғанда, теленән дә, ҡулынан да килә.
Эйе, талантлы педагог юғары кластарҙың парламентына етәкселек итә, октябряттар, пионерҙар менән эшләй, тематик кисәләргә программалар төҙөй, олимпиадаларға әҙерләй, түңәрәктәр үткәрә. Шул уҡ ваҡытта педагогик советтарҙа, методик берләшмәләрҙә сығыш яһарға ла өлгөрә, республика конференцияларында ҡатнаша, ә уҡыусылары фәнни-эҙләнеү эштәрендә, конкурстарҙа призлы урындар яулай. Депутат булараҡ әүҙем эшләгәне өсөн Резида Әхәт ҡыҙы Өфө ҡалаһында үткән ҡатын-ҡыҙ депутаттар форумына делегат итеп ебәрелә, Башҡорт­стан Республикаһы етәксе­легенән Рәхмәт хаты ала.
Тынғыһыҙ педагог белемен даими камиллаштыра, һәр ваҡыт эҙләнеү юлында. Яңы технологиялар ҡулланып, заманса дәрестәр үткәрә, уҡыусыларҙы Берҙәм дәүләт имтихандарына уңышлы әҙерләүен дауам итә. Хеҙмәтенең юғары һөҙөмтәһен Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдын­ғыһы исемдәре, “Рәсәй Феде­рацияһының иң яҡшы уҡытыу­сыһы” конкурсында еңеүсе, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары булыуы асыҡ күрһәтә. Ә иң мөһиме — уҡыусыларының сикһеҙ мөхәб­бәте.
Резида Шәрәфетдинова — шәхси тормошонда ла өлгө алырлыҡ шәхес. Ире Фәнил Баҡый улы менән өс балаға ғүмер һәм тәрбиә бирҙеләр. Ул – Ураҙ балалар музыка мәктәбенең художество етәксеһе. Өлкән ҡыҙҙары Динара Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Учалы ҡалаһында эшләй, тәүтикше­реүсе, полиция капитаны. Альбина иһә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында дизайнер-модельер һөнәрен үҙләш­терҙе. Улдары Дамир — Урал дәүләт урман-техник университеты студенты.
Резида Әхәт ҡыҙы буш ваҡыттарын да файҙалы итеп үткәрергә күнеккән: китап уҡырға, бәйләргә, кроссворд сисергә, үҙешмәкәр сәнғәт кисәләрендә ҡатнашырға, йырларға ярата, аш-һыуға оҫта. Йәй баҡса тултырып сәскә үҫтерә, сәйәхәт итә.