Ҡор йыя табындарҒафури районының Красноусол ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан легендар батырҙар – “Төньяҡ амурҙары”ның данлыҡлы исемдәрен яҡлап, Ватан һуғышының 205 йыллығы айҡанлы “Төньяҡ амурҙары”на мемориалын асыу тантанаһы һәм “Күрпәс бей” исемендәге уҡ атыу турниры буласаҡ. Мәртәбәле сара Ғафури районы хакимиәте, Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби әҙерлек республика үҙәге, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлеге һәм “Мәргән уҡсы” ойошмаһы менән берлектә уҙғарыла.
Тарихтан билдәле булыуынса, Күрпәс бей – Табын ырыуынан сыҡҡан күренекле шәхес, кесе табын аймағы башлығы. Башҡорт риүәйәттәре буйынса, табындарҙың Рәсәй дәүләте составына инеүе тураһында һөйләшеүҙәр алып бара. 1556 йылда уҡ Тамъян, Юрматы, Мең ырыуҙары башлыҡтары менән бергәләп Аҡ батшаға барып, көнбайыш табындарҙың аҫаба ерҙәренә “жалованная грамота” алып ҡайтҡан.
Күптән түгел, “Красноусол” шифаханаһы янында халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе иҫтәлегенә һәйкәл асылғайны. Батырҙарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү – изге бурысыбыҙ, тип һанай табын ырыуынан булған ғафуриҙар.
Мемориалды асыу тантанаһы – 30 сентябрҙә төшкә тиклем, уҡ атыу турниры “Красноусол” шифаханаһы биләмәһендә төштән һуң уҙасаҡ. Тарихи тамырҙарҙы барлап, ил мәргәндәрен, район ҡунаҡтарын, төрлө ырыу вәкилдәрен йыйған күркәм саранан ситтә ҡалмағыҙ!