Елкәндәр елдә һынала...

27-10-2017, 00:05 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Елкәндәр елдә һынала...Ҡатмарлы, буталсыҡ заманда йәшәйбеҙ. Тәбиғәттәге бығаса күрелмәгән бәлә-ҡаза, донъяның бөйөк державалары араһында ҡупҡан оло янъял, планетаның төрлө төбәгендә әленән-әле ҡабынған низағтар, хәрби бәрелештәр, бар кешенең ҡотон алған йоғошло, ят ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүе, халыҡтың ҙур тиҙлек менән байҙар һәм ярлылар ҡатламына айырыла барыуы, әҙәм балаларының бер-береһен күрә алмауы, әхлаҡһыҙлыҡ, наркомания, токсикомания, эскелек, фәхишәлек, наҙанлыҡ һәм эшһеҙлек кеүек кире күренештәр кешеләрҙе борсоу-хафаға һала, уларҙың йән тыныслығын юя.


Бөгөн бигерәк тә йәштәргә ауыр, сөнки улар тормош һынау­ҙары менән йөҙгә-йөҙ осраша һәм йыш ҡына бөгөлөп төшә. Әлеге яҙмамдың геройына ла бәхеткә өлгәшеү өсөн һикәлтәле, бормалы юлдар үтергә һәм бер нисә тапҡыр “янып”, гүйә феникс ҡошолай, үҙ көлөнән яңынан яралырға тура килә. Хәҙерге ваҡытта Италияла эшләгән һәм шул илдең халыҡты социаль яҡлау-хеҙмәтләндереү учрежде­ниеларының береһенә етәкселек иткән Әлфиә Әнүәр ҡыҙының ҡоростай ныҡлы ихтыяр көсөнә эйә булыуына һоҡланмай мөмкин түгел...
...Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында район үҙәгендә ғүмер кисергән ябай хеҙмәтсәндәр ғаиләһендә донъяға ауаз һала Әлфиә. Яратҡан ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙҙары булғанғамы, һөйөү-наҙ, хәстәрлек һәм ҡурса­лау тойоп, матур, етеш тормошта үҫә. Урта мәктәпте уңышлы та­мам­лағас, ун йыл буйы бер партала ултырып уҡыған әхирәте менән бергәләп ҡояшлы Үзбәк­стан яҡтарына бәхет эҙләп сығып китә. Ғәзиз ата-әсәһе үҙ донъяларын ташламаҫҡа, яҡшы белем алып, эшкә урынлашып, артабан ныҡлы ғаилә ҡороп, тыуған яҡтарында йәшәргә күпме генә өгөтләһәләр ҙә, уларҙың һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәй ул. Маңлайға яҙылғанды күрмәй, гүргә кереп булмай, ти халыҡ мәҡәле. Әлфиә лә үтә ҡатмарлы, ҡырыҫ, әсе яҙмышҡа дусар була, әҙәм балалары сыҙай алмаҫлыҡ бихисап һынауҙар кисерә.
Шулай итеп, бер-береһен һүҙһеҙ аңлаған ике әхирәт бығаса күҙ күрмәгән, тик таныштарынан ғына ишетеп белгән, бөтөнләй сит-ят булған Үзбәкстанға барып урынлаша. Был мәмләкәт башта ожмахтай тойолһа ла, урындағы халыҡҡа, уларҙың борон-борондан, быуындан быуынға күсеп килгән үҙенсәлекле ғөрөф-ғәҙәт­тәренә һәм йолаларына күнегеүе ауыр була. Бында бер йыллап ғүмер иткәндән һуң дуҫ ҡыҙы Рәмилә Әлфиәгә:
— Юҡ, етте, һағыныуыма баш­ҡаса түҙер әмәлем ҡалманы, һағышҡа һарғайып үлергә лә йыйынмайым, иртәгә үк Башҡорт­останға ҡайтып китәм! — тип белдерә һәм эшен ташлап, әйберҙәрен йыйып, иртәгәһенә тыуған яҡҡа юллана.
Әлфиә иһә кире ҡайтырға ғәрләнә, элек хыялында ғына йөрөткән “бәхет илендә” япа-яңғыҙы тороп ҡала. Тормош ысынбарлығына аҡрынлап төшө­нә барған ҡыҙыҡай, бар сабыр­лығын, ихтыяр көсөн туплап, бирешмәҫкә, артҡа сигенмәҫкә ҡарар итә: бер үк ваҡытта тегеү фабрикаһында ла эшләй, юғары уҡыу йортонда ситтән тороп белем дә ала. Банк белгесе һөнәрен үҙләштереп, шундағы ҙур банк­тарҙың береһенә эшкә урынлаша. Бер нисә йыл дауамында ябай хеҙмәткәр була, тора-бара тырыш­лығын лайыҡлы баһалап, уны бүлек мөдире итеп ҡуялар. Ошо вазифаны башҡарған осор­ҙа ул үҙенең мөхәббәтен осрата: һинд кинофильмдарындағы актер­ҙарға оҡшаған оҙон буйлы, тулҡынланып торған ҡара сәсле, муйылдай ҡап-ҡара күҙле бер бик сибәр үзбәк егете менән сәстәрен сәскә бәйләй. Йәш ғаиләнең тормошона йәм-ҡот өҫтәп, өс улдары тыуа. Йылдар бер-бер артлы һиҙелмәй ҙә уҙа, Әлфиә эшендә тағы ла юғарыға үрләп, банк идарасыһы урынба­ҫары, ә унан һуң банк идарасыһы итеп тәғәйенләнә.
Йыш ҡына уйланып, хис-тойғоға бирелеп ултырғанда, ул тормошта эҙләгән ысын бәхетен табыуына инана, уға күҙ тейҙер­мәҫ өсөн күңеленән генә ихлас ҡыуана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был бәхет оҙон ғүмерле булмай... Илебеҙ өсөн болғансыҡ, ҡан ҡойғос 90-сы йылдарҙа Үзбәк­станда милләтселек тамыр йәйә: урыҫтарҙы, башҡорттарҙы, татар­ҙарҙы һәм башҡа милләт вәкилдәрен эҙәрлекләй, уларҙы төрлөсә мыҫҡыллай, мәсхәрәләй һәм тыуған яҡтарына ҡыуа баш­лайҙар. Шул рәүешле Әлфиә лә бер миҙгелдә яратҡан эшенән һәм ғаиләһенән ҡолаҡ ҡаға, һанаулы сәғәттәр эсендә Башҡорт­останға ҡайтып китергә мәжбүр була. Көслө рухлы ханым үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр шулай “яна”, уның бар тормошо һәм бөртөкләп йыйған бәхете селпәрәмә килә.
...Байтаҡ йылдарҙан һуң тыу­ған йортона әйләнеп ҡайтыуға, ул йәнә күңелһеҙ күренешкә юлыға: атаһы күптән инде баҡый­лыҡҡа күскән, ә әсәһе аҡылынан яҙған була. Фатирҙарында хужабикә булып йөрөгән йәш, сая ҡатын үҙен урамға ҡыуып сығарырға маташҡанда сараһыҙ­лыҡтан ни эшләргә лә белмәй өҙгөләнә, бәғере телгеләнә һәм был яҡты донъяла бер генә минут та йәшәгеһе килмәй уның, әммә быныһына ла тештәрен ҡыҫып түҙә. Һуңынан әсәһенең ғүмер буйы тырышып тапҡан мал-мөлкәтен һәм йорт-ерен шул хаяһыҙ ҡатын исеменә күсереү тураһында васыятнамә яҙғанлы­ғы асыҡлана. Әлфиә үҙен ата-әсәһенән ҡалған милектең тулы хоҡуҡлы вариҫы икәнлеген суд нигеҙендә дәлилләп һәм әлеге документты ғәмәлдән сығарып, ул ҡатынды фатирҙарынан ҡыуып сығарыуға өлгәшә. Тыуған төбәктә яңы тормош шундай көтөлмәгән хәлдән килеп тыуған тауыш-ғауға менән башлана...
Әлфиә Әнүәр ҡыҙы ҡайтып оҙаҡ та үтмәй, гүйә, ҡыҙы менән осрашыуҙы ғына көтөп ятҡан тиерһең, көҙгө, ҡояшлы көндәр­ҙең береһендә әсәһе лә вафат була. Донъялағы иң ҡәҙерле кешеһен ерләгәс, ул япа-яңғыҙы ҡала, тик нисек кенә булмаһын, һығылмай, һынмай һәм йәшәү көсөн юғалтмай. Борсолоу, хафа­ланыуҙарҙан бер аҙ арынғас, район хакимиәтенә эш һорап бара. Түрәләр уның һаҡлыҡ банкы филиалында эшләргә теләк белде­реүен мыҫҡыллы йылмайып тыңлай һәм ҡасандыр ҙур банкта идарасы булғанлығы тураһын­дағы документтарҙы, “ҡасаҡ белешмәһен” хуш күңеллелек менән генә ҡарайҙар ҙа:
— Ғәфү итегеҙ, әлегә банкта бер ниндәй вакансия ла юҡ! — тип сығарып ебәрәләр. Әлфиә, был донъялағы ғәҙелһеҙлеккә һәм үҙенең көсһөҙлөгөнә ғәрлә­неп, ҡайнар күҙ йәшен түгеп, илай-илай өйөнә ҡайта. Өҫ кейемен дә һалмай диванға ауа һәм, стеналағы сәғәттең текелдә­үен тыңлап, кискә тиклем ҡым­шан­майынса, бик оҙаҡ уйланып ята. “Бер терәк-таянысым да булмағас, киләсәктә нисек йәшәр­мен һуң, инде ҡайҙа ғына барып эшкә урынлашырмын?” тигән һорау­ҙар, гүйә, мәкерле, яуыз ҡорттай баш мейеһен бер туҡтау­һыҙ быраулай уның. — Юҡ, балауыҙ һығып ятыуҙан хәлем еңеләймәгәс, киләсәктә нисек тә булһа йәшәргә кәрәк, мин көслө булырға тейеш! — тип ул кинәт кенә һикереп тора ла, плащын, береткаһын һалып, ванна бүлмәһенә йүнәлә...
Иртәгәһенә эш эҙләп ҡалалағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ида­ра­һына бара. Ундағы ябайлыҡҡа, тәртипкә, хеҙмәткәрҙәрҙең кеше­ләр менән яғымлы аралашыуына хайран ҡала. Түрәләре лә һауаланып, танау йыйырып ултырмай, йорт ихатаһын йыйыштырыусы итеп эшкә алалар үҙен. Шулай итеп, ас күҙеңде, донъя был: кисәге банк етәксеһе ябай урам һепереүсегә әйләнә...
Хәйер, эштең ғәйебе юҡ, кире­һенсә, бер ҡайҙа ла эшләмә­йенсә, кемдеңдер елкәһендә әрәмтамаҡ булып ятыу ғәйеп. Әсе яҙмыш һынауҙарына дусар булған ханым был миҙгелдә нәҡ шул халыҡ әйтемен хәтеренә төшөрә һәм күңелендә бер аҙ еңеллек тоя. Әлфиә Әнүәр ҡыҙы ошо ҡара эштә, бик аҙ хеҙмәт хаҡына риза булып, яҙын, йәйен, көҙөн, ҡышын төрлө һауа шарттарында бер нисә йыл буйы тырыш хеҙмәт итә. Хатта улай ғына ла түгел, урамда аунап ятҡан пластик, быяла шешәләрҙе, алюмин һыра һауыттарын, магазиндан тауарҙан бушаған ҡатырға ҡаптарҙы икенсел сеймал ҡабул итеү пунктына тапшырып, бер аҙ аҡса ла йыя әле ул.
...Көндәрҙән бер көндө, иртә таңдан урам йыйыштырып йөрө­гәндә, Әлфиә Александр исемле ыҫпай кәүҙәле ир-егет менән таныша. Ул ҡалаға сит-ят тараф­тар­ҙан килгән кеше булып сыға һәм унан хакимиәт бинаһының ҡайҙа урынлашҡанлығын һорай. Был ирҙең зауыҡлы кейеме, һөйкөмлө йөҙ-ҡиәфәте, матур, уйсан күҙҙәре йәш ҡатынды тамам әсир итә, уның иҫ киткес тәмле хушбуй еҫенән хатта башы әйләнә, бығаса күргән ҡайғы-хәсрәттән туңған бәғере ирей, күңеле иләҫ-миләҫ килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Әлфиә шул миҙгелдә Александрға үлеп ғашиҡ була һәм көн буйы уны онота алмай йөрөй. Икенсе көндә улар йәнә осраша. Сит мәмлә­кәттән килгән ир был юлы йәш ханымдан бер-ике ай йәшәү өсөн ҡуртымға фатир эҙләп табырға ярҙам итеүен һорап мөрәжәғәт итә, ҡунаҡханалағы хаҡтарҙың тешләшеүе тураһында ла әйтә. Әлфиә ҡаушауынан башта ни тип әйтергә лә белмәй баҫып тора, ә унан сатнатып:
— Беҙҙә фатирҙар ҙа ҡиммәт ул, ниңә әле шул тиклем аҡса туҙҙырырға? Әйҙәгеҙ, үҙемдә генә йәшәгеҙ, өс бүлмәле фатирҙа яңғыҙым ғына ғүмер йомғағын һүтәм мин, — тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
Александр шатланып риза була һәм кис бик матур сәскә гөлләмәһе, коньяк, шоколад, күстәнәстәр күтәреп килеп тә етә.
Байрамса аш табынында кәйефләнеп ултырғанда яңы танышы Әлфиәгә, асылып китеп, үҙенең Украинанан килеүе һәм бында бик табышлы эш асып ебәрергә йыйыныуы хаҡында барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләй. Бындағы халыҡты, йәшәйеш тәртибен яҡшы белеүен, сабый балалай бер ҡатлы, үтә ғәҙел һәм асыҡ күңелле булыуы хаҡында һөйләй. Ул ҡатынға әлеге бизнеста үҙ компаньоны булырға тәҡдим итә.
Шул көндән бирле улар бергә йәшәй ҙә, эшләй ҙә башлай. Уй-ниәттәре, ысынлап та, тормошҡа аша: тиҙ арала иҫ киткес ҙур уңыш ҡаҙаналар һәм икеһе лә райондағы иң күренекле, абруйлы эшҡыуарҙарға әүерелә. Аҡса тигәнең тама ғына түгел, йылға булып ағыла башлай, уның еҫе хатта Украинаға тиклем барып етә.
Александрҙың тыуған төйә­гендә тороп ҡалған ҡатыны, асыу-нәфрәт менән йоҙроҡтарын төйнәп, зәһәрен сәсеп, хәләл ефетен юллап килә һәм, янъял ҡуптарып, уларҙан ҙур сумма аҡса талап итә, ахыр сиктә бизнестарын пыран-заран килтереп, юҡҡа сығара. “Уртаҡ малды эт йыймаҫ”, ти халыҡ мәҡәле. Әлфиә Әнүәр ҡыҙы өсөн дә уртаҡ эштең ахыры бик күңелһеҙ тамамлана, икенсе тапҡыр шулай “яна” ул...
Бисара ҡатын яҙмыштың был һынауына ла түҙә. Тик үҙ төйәгендә йәшәүҙән бөтөнләй ваз кисә, шунлыҡтан фатирын яҡын туғаны ҡарамағына ҡалдыра ла, тыуып үҫкән ҡалаһы менән һаубуллашып, ҡояшлы Италияға юллана.
Унда халыҡты социаль яҡлау, хеҙмәтләндереү учреждениеһына ябай хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша һәм бер нисә йыл дауамында сит илдең көҙгө көндәй йыш үҙгәреүсән холоҡло, көйһөҙ ҡарттарын һәм ҡарсыҡтарын йорттарына барып тәрбиәләй: ашарға әҙерләй, кейемдәрен, урын-ер әйберҙәрен йыуа, өйҙәрен йыйыштыра, ябай рус-итальян һүҙлеге ярҙамында улар менән аралашып, итальян телен ныҡлап өйрәнә. Шул рәүешле, ҙур сабырлыҡ талап иткән сетерекле хеҙмәтте еренә еткереп башҡарып, учреждение етәксе­леге һәм клиенттар араһында ҙур абруй яулай. Хәҙер иһә Әлфиә Әнүәр ҡыҙы ошо учреж­дениеға үҙе етәкселек итә.
Был көслө рухлы ханымдың ҡатмарлы яҙмышы менән таныш­ҡас, мин ирекһеҙҙән үҙем ҡасан­дыр уҡыған диңгеҙ ҡарлуғастары тураһындағы хикәйәне иҫкә төшөрҙөм.
...Һәр йыл диңгеҙ ҡарлуғас­тары башта төньяҡ ҡотоптан көньяҡҡа, ә унан һуң бер нисә айҙан йәнә көньяҡтан төньяҡҡа оса. Улар меңдәрсә километр юл үткәндә йыш ҡына өсәр мең саҡрымға һуҙылған арала бер генә ҡоро ер киҫәге лә булмай. Ул ҡоштар оло гигант караптарҙы ауҙарырҙай бейек, ярһыу тулҡын­дар өҫтөнән осоп уҙырға ла ҡурҡмай, ҡарлы-боҙло ел-дауыл өйөрмәләренә лә биреш­мәйҙәр. Хатта поляр экспеди­цияларҙы түҙә алмай кире боролорға мәжбүр иткән ҡырыҫ тәбиғәт шарттары ла диңгеҙ ҡарлу­ғастарын туҡтатмай, ғөмүмән, бер ниндәй ауырлыҡтар ҙа уларҙы буйһондора һәм үҙ юлдарынан тайпылдыра алмай. Иртәме-һуңмы был ҡоштар күҙ төбәгән урындарына барып етергә үҙҙәрендә көс таба, ҡот осҡос кәртәләрҙе үтеп, үҙ маҡсаттарына өлгәшә. Әлфиә Әнүәр ҡыҙына ла, тормошта бихисап яҙмыш һынауҙары аша уҙып, һикәлтәле, бормалы юлдар үтеп, ысын бәхеткә өлгәшеү өсөн нәҡ шул иҫ киткес сыҙам диңгеҙ ҡарлуғастарылай түҙемлек, ҡыйыулыҡ, маҡсат һәм, әлбиттә, ҡоростай ныҡлы ихтыяр көсө кәрәк булған...

Рәфил САМАТОВ,
Рәсәй һәм Башҡортостан
Журналистар союзы ағзаһы.


Дүртөйлө районы.