Тәүге һабаҡтар 1953 йылдың октябрендә һалдат хеҙмәтенән ҡайтып килешләй Өфөлә туҡталғайным, эш белешеү маҡсаты менән “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына барҙым. Мине гәзиттең мәғлүмәт бүлегенә әҙәби хеҙмәткәр итеп ултыртып та ҡуйҙылар.


Әлбиттә, эшкә ҡапыл ғына күнегеп, мәғлүмәт әҙерләү серҙәренә төшөнөп китеп булманы. Авторҙарҙан килгән хаттарҙы ҡарап, төҙәтеп, үҙемсә гәзиттә баҫырлыҡ хәлгә еткереп биргән мәҡәләләрҙе ҡайтанан эшләргә ҡушһалар, бәләкәй генә хәбәрҙәрҙе лә матурлап яҙа алмауыма ғәрләнеп ҡуя инем. Тора-бара өйрәндем, шымарып киттем һәм ике айҙан мине “Партия тормошо” бүлегенә күсерҙеләр. Бында иһә эш икенсерәк: партиялағы төрлө вазифалағы кешеләрҙең күләмле ҡулъяҙмалары менән эш итергә тура килә ине.
Нисек кенә булмаһын, ана шулай көтмәгәндә редакцияла эшләй башлап, гәзит сығарыу ҡаҙанында ҡайнап, артабанғы тормошомда файҙа булырлыҡ әллә күпме һабаҡ алынды. Гәзит эше, иң беренсе сиратта, оперативлыҡҡа, эҙмә-эҙлекле фекер йөрөтөү маһирлығына, ҡулъяҙмаларға баһа биреү, уларҙы мөхәррирләү оҫталығына өйрәтә. Ә һуң командировкаларға йөрөгәндә күпме кеше менән осрашып һөйләшәһең, ниндәй генә ҡыҙыҡлы һәм сетерекле хәлдәргә юлыҡмайһың!
Былар инде бөтәһе лә иҫтәлек булып ҡалған. Үҙемде журналистика, әҙәби ижад юлына баҫтырған ул көндәрҙе, иптәштәрҙе йыш ҡына иҫкә алам да, булған бит шәп саҡтар, тип ҡуям.

Ноғман МУСИН,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.