“Башҡортостан” гәзитенә ҡасан нигеҙ һалынған?

31-10-2017, 00:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Башҡортостан” гәзитенә ҡасан нигеҙ һалынған?Был һорау тәү ҡарашҡа урынһыҙ кеүек. Ни өсөн тигәндә, “Башҡортостан” гәзитенең 2-се битен асһаң, унда аҡҡа ҡара менән (ни сәбәптәндер урыҫ телендә генә) “Газета основана в 1918 году” тигән мәғлүмәт баҫылған.
Ошо уҡ фекер “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге менән берлектә ойошторолған гәзит уҡыусылар менән күркәм осрашыу кисәһендә лә билдәләнде.

“Башҡортостан” гәзитенә 1918 йылда нигеҙ һалынған тигән дөрөҫ булмаған ҡараш элгәре совет осоронда хасил булды һәм уның төп сәбәбе 1917 йылда барлыҡҡа килгән башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтен кире яҡтан һүрәтләү, инҡар итеү, ғөмүмән, Башҡортостан тарихын тик большевиктар күҙлегенән ҡарап фальсификациялау менән бәйле. Шуға күрә совет осоронда төрлө исем менән нәшер ителгән “Башҡортостан хәбәрҙәре” (1919 — 1922 йылдар), “Башҡортостан” (1922 — 1937 йылдар), “Ҡыҙыл Башҡортостан” (1937 — 1951 йылдар), “Совет Башҡор­тостаны” (1951 — 1990 йылдар) һәм хәҙерге “Башҡортостан” гәзитенең баҫыла башлауын, уларҙың тарихи сығанағын 1918 йыл менән бәйләү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле лә йәшәп килә, әммә был фекер менән килешеү мөмкин түгел.
Гәзит 1918 йылда сыға башлаған тип раҫлау нисек барлыҡҡа килгән? Әйҙәгеҙ, тарихҡа мөрәжәғәт итәйек. 1918 йылдың 17 февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм үҙәк шураһы етәкселәре (Зәки Вәлиди, Илдархан Мутин, Сәғит Мерәҫов, Ғәлиәх­мәт Айытбаев, Аллабирҙе Йәғәфәров, Абдулла Әҙеһәмов) Ырымбур большевиктары тарафынан ҡулға алынып, төрмәгә ябылғас, бер төркөм йәш башҡорт һәм татар революционерҙары (Абдулла Дәүләтшин, Бәхтигәрәй Шәфиев, Ғариф Алпаров, Фәйзрахман Солтанбәков һ.б.) Башҡортостандың ваҡытлы революцион шураһы (советы) (артабан БВРШ) тип аталған ойошма төҙөй. БВРШ үҙенең матбуғат органын — “Башкурдистан” гәзитен сығарыуҙы яйға һала. Был гәзиттең яуаплы мөхәррире итеп билдәле башҡорт революционеры Бәхтигәрәй Шәфиев тәғәйенләнә.
“Башкурдистан” гәзитенең биш кенә һаны донъя күрә. Тәүге һаны — 1918 йылдың 1 мартында, ә һуңғыһы 27 мартта баҫыла. Ни өсөн тигәндә, Ырымбур губерна советы башҡарма комитеты үҙенең 1918 йылдың 30 мартында ҡабул ителгән ҡарары менән БВРШ-ты большевиктар яҡлы булыуына ҡарамаҫтан тарата.
БВРШ һәм уның “Башкурдистан” гәзите башҡорт милли хәрәкәтенең етәкселәрен ҡаты тәнҡит утында тота, уларҙы милләтселектә, контрреволюцион эшмәкәрлектә, Дутов яҡлы булыуҙа ғәйепләй һәм Совет власы нигеҙендә автономия төҙөү өсөн сығыш яһай. Мәҫәлән, “Башкурдистан”дың 1-се һанында “Башҡортостанда совет власы” тип исемләнгән баш мәҡәләлә большевиктар алып барған сәйәсәт тик маҡтауға ғына ҡорола. Ошо уҡ һанда башҡорт феодалдарының һәм буржуаз милләтсе — вәлидовсыларҙың контрреволюцион юлға баҫҡан батша генералдары менән берлектә эшсе-крәҫтиәндәргә, социа­лизмға ҡаршы көрәше фашлана.
Әйтергә кәрәк, ул ваҡытта һәм быға тиклем Башҡорт хөкүмәте һәм уның ағзалары совет власына ҡаршы көрәш алып бармай. Был гәзиттең ҡалған дүрт һанында ла башлыса ошо юҫыҡта яҙылған мәҡәләләр өҫтөнлөк итә.
Шуға күрә 1917 йылда башланған башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте, уның етәкселәре тураһындағы фекерҙәр һәм ҡараштар үҙгәргән заманда, тик бер нисә һаны ғына донъя күргән ваҡытлы революцион шура гәзитен хәҙерге юғары абруйлы “Башҡортостан” гәзитенең шишмә башы, нигеҙе итеп таныу — тарихи хәҡиҡәткә һис тә тап килмәгән күренеш, тип баһаларға мөмкин. БВРШ-тың “Башкурдистан” гәзитен хәҙерге “Башҡортостан” гәзитенең бер эпизодик тарихы тип кенә ҡабул итеү кәрәктер.
Ысынбарлыҡта тәүге башҡорт милли баҫмаһының донъя күреүе башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте, Башҡорт автономиялы республикаһын төҙөү эше менән туранан-тура бәйле. Билдәле булыуынса, Февраль революцияһынан һуң 1917 йылдың майында Мәскәүҙә Беренсе Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы булып үтә. Ошо съезда башында Сәғит Мерәҫов, Аллабирҙе Йәғәфәров, Зәки Вәлиди торған Башҡорт өлкә бюроһы төҙөлә.
Мәскәү съезынан һуң Башҡорт өлкә бюроһы 1-се Башҡорт ҡоролтайын үткәреү эшенә дәррәү тотона: башҡорт­тар күпләп йәшәгән өйәҙ һәм улыстарҙа ҡоролтай делегаттарын һайлау йыйылыштары үткәрелә, буласаҡ съездың ҡарарҙары, проекттары һәм башҡа документтар төҙөлә. Халыҡты милли хәрәкәткә күтәреү, туплау, милли аңын үҫтереү, илдәге сәйәси һәм ижтимағи хәлдәрҙе аңлатыу өсөн матбуғат баҫмаһы булдырыу зарурлығы көн тәртибенә килеп баҫа. Ниһайәт, Сәғит Мерәҫов һәм Зәки Вәлиди хәстәрлеге менән, 1917 йылдың 14 июнендә (мосолман календары буйынса 1335-се сәнәнең 7 рамаҙан айында) “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөх­бире” (“Известия Башкирского областного бюро”) исемле беренсе башҡорт гәзите донъя күрә. Гәзиттең баһаһы 15 тин тип билдәләнә. Был һанда “Идаранан”, “Башҡорт алдында торған эштәр”, “Башҡорттар бюроһының эшләгән эштәре”, “Ғөмүм мосолман съезы хаҡында” (һүҙ Беренсе Бөтә Рәсәй мосолмандар съезы” тураһында бара), “Ер мәсьәләһе”, “Башҡортостан хәбәр­ҙәре” рубрикалары урын ала.
Гәзиттең беренсе битендә иң башта Башҡорттарҙың мәркәз бюроһы исеменән “Ғөмүми башҡорттар съезы 20 июлдә буласаҡтыр. Съезға һәр улыс­тан кәмендә – ике, һәр йорттан бер вәкил ебәрегеҙ. Һәр вәкилдең үҙ рәғәдендән (мәнфәғәтенән) тыш съезд мосарафына илле (50) һум аҡса алып килеүе ләземдер. 25 июндә кәңәш өсөн съезд алды мәжлесе яһарға ҡарар бирелеп, биш губерна башҡорттарынан беҙгә адрестары мәғлүм булған махсус кешеләр саҡырылды. Инде ниндәй генә губернанан булһа ла ғәли мәғлүмәтле зыялыларҙың 25 июндә буласаҡ мәж­лескә рәхим итеп килеүҙәрен үтенәбеҙ” тигән йөкмәткеле иғлан баҫыла. Ошо уҡ һанда ҙур күләмле башҡорт халҡының тарихын, булмышын, көнкүрешен сағылдырған “Башҡорттар­ҙың алдында торған эштәр” исемле мәҡәлә лә урын ала. Унда автор башҡорт халҡын уянырға милли мөхтәриәт төҙөүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Шулай уҡ гәзиттә башҡорт ерҙәре мәсьәләһе лә күтәрелә.
Июль айынан был гәзит “Башҡорт” исеме менән баҫыла башлай. 1918 йыл­дың 6 авгусынан гәзит “Башҡорт тауышы” тип үҙгәртелә. Ә инде август аҙағынан октябрь аҙағына тиклем (1918 йыл) гәзит “Башҡорт хөкүмәтенең хәбәрҙәре” (“Вестник Башкирского правительства”) исемендә баҫтырыла.
“Башҡорт” гәзите 1918 йылдың 17 фев­ралендә, Башҡорт хөкүмәте ағза­лары ҡулға алынғас, нәшер ителеүҙән туҡтай. 1918 йылдың июнь башында Силәбелә урынлашҡан Башҡорт хөкүмәте тарафынан уны тергеҙеү сараһы күрелә. Гәзит 1918 йылда үрҙә күрһәтелгән исемдәр менән даими сығып килә һәм шул йылдың октябрь аҙаҡтарында уны нәшер итеү туҡтатыла. Гәзиттең һуңғы һаны 24 октябрҙә баҫылған булырға тейеш. “Башҡор­тостандың ҡыҫҡаса энцик­лопедияһы”нда (Өфө, 1997, 57-се бит) гәзит 1918 йылдың август айында сығыуҙан туҡтай, тигән мәғлүмәт бирел­гән. Әммә был фараз, күреүегеҙсә, дөрөҫлөккә тап килмәй. Октябрь айында гәзитте баҫтырыуҙы туҡтатыу ошо ваҡытта аҡтар яғында хәрәкәт иткән Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәренең ауыр финанс хәле менән аңлатыла. Ни өсөн тигәндә, Башҡорт автономияһын танырға теләмәгән, шовинистик ҡарашта тәрбиәләнгән батша генералдары 1918 йылдың октябрь-ноябрь айҙарында Башҡорт хөкүмәтен һәм башҡорт ғәскәрҙәрен таратып ебәреү сәйәсәтен алға һөрә. Шуға күрә 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына күсергә мәжбүр була.
1918 йылдың 20 мартында Башҡорт автономиялы республикаһын совет хөкүмәте танығас, төрлө сәбәптәр арҡа­һында Башревком тик 1919 йылдың аҙаҡтарында ғына республиканың ул ваҡыттағы баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзитен сығарыуҙы яйға һала. 1922 йылдан алып гәзит “Башҡортостан” исеме менән Өфөлә баҫтырыла башлай. Шулай итеп, “Башҡорт”, “Башҡорт тауышы”, “Башҡорт хөкүмәтенең теле” исемдәре менән 1917—1918 йылдарҙа сыҡҡан беренсе милли гәзитебеҙ һис шикһеҙ үҙенең тамырҙары менән хәҙерге “Баш­ҡортос­тан” гәзитенә килеп тоташа. Ә БВРШ нәшер иткән “Башкурдистан” гәзитенә килгәндә, уны ла 1917 йылда нигеҙ һалынған “Башҡорт” гәзитенең йәш башҡорт революционерҙары тарафынан ваҡытлыса нәшер иткән дауамы тип ҡарарға кәрәктер.
1917 йылдың 14 июнендә донъя күргән, башҡорт милли хәрәкәтенең органы булған беренсе башҡорт баҫмаһын хәҙерге “Башҡортостан” гәзите тарихынан өҙөп ташлау бер ниндәй ҡалыпҡа ла һыймаҫлыҡ, аңлайышһыҙ һәм төптө хилаф күренеш тип уйлайым. Быға инаныу өсөн, әйҙәгеҙ, “Башҡорт” гәзитенең ҡайһы бер һандарына иғтибар итәйек. Был баҫманың һәр һанында Башҡор­тостанда милли дәүләтселек төҙөү тарихы асыҡ сағылыш тапҡан. Уның мөхәррирҙәре – тарихыбыҙҙа тәрән эҙ ҡалдырған башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары: Сәғит Мерәҫов, Хәбибулла Ғәби­тов. Бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич гәзиттең һәр бер һанында тиерлек үҙе­нең үлемһеҙ шиғырҙарын, иғлан-мәҡә­ләләрен баҫтыр­ған. Миҫал өсөн “Баш­ҡорт” гәзитенең 1917 йылдың 24 нояб­рендә донъя күргән һанына күҙ һалайыҡ. Был һанда 1917 йылдың 15 ноябрендә иғлан ителгән Башҡорт ерле автономия­һы тураһында ҙур һәм йөкмәткеле мә­ҡәлә бирелгән. Ошонда Шәйехзада Бабичтың мәшһүр “Олуғ шатлыҡ” (Кар­уанһарай ҡулға алыу илә Башҡортостан мөх­тәриәте иғлан ҡылыныу мөнәсәбә­тенә) шиғыры донъя күргән. 1917 йыл­дың 10 декабрь һанын­да Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы материалдары баҫтырылған. Гәзиттең беренсе битендә Шәйехзада Бабич ҡулы менән яҙылған, 1917 йылдың 12 декаб­рендә Ырымбурҙа “Люкс” кинематографы бинаһында ҡо­ролтай делегаттарына бағышланған “Баш­ҡор­т­остан кисәһе” исемле әҙәби-му­зыкаль сара тураһында иғлан бирелгән.
“Башҡорт” гәзитенең һәр һаны хәҙерге көндә баһалап бөткөһөҙ тарихи сыға­наҡҡа әйләнде. Һүҙемде йомғаҡлап, шундай тәҡдимдәр индерергә теләйем.
1. “Башҡортостан” гәзите 2007 йылда үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын билдәләргә тейеш. Был сараны Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушы­лы­уына 450 йыл тулыу тантаналарына бәйләп үткәрергә була. Байрамды 14 июн­дә үткәреү маҡсатҡа ярашлы булыр ине.
2. “Башҡортостан” гәзитендә бирелгән “Газета основана в 1918 году” тигән мәғлүмәтте үҙгәртеү мотлаҡ. “Газета основана 14 июня 1917 года” тип яҙыу тарихи ысынбарлыҡты сағылдырасаҡ.

Марат ҠОЛШӘРИПОВ,
тарих фәндәре докторы, профессор,
БДУ-ның тарих факультеты деканы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.


(“Башҡортостан”, 2007 йыл,
13 ғинуар).

Гәзиттең төрлө йылдарҙағы
баш мөхәррирҙәре


Сәғит Мерәҫов,
Хәбибулла Ғәбитов (1917 – 1918)
Бәхтигәрәй Шәфиев (1918)
Ғабдрахман Фәхретдинов (1919)
Харис Йомағолов (1919)
Заһит Шәрҡи (1919–1921)
Дауыт Юлтый (1921–1924)
Кәрим Иҙелғужин (1924–1926)
Төхфәт Йәнәби (1926–1937)
Ҡасим Аҙнабаев (1937–1938)
Ғарифулла Ғөзәйеров (1938–1940)
Ғәли Зөлҡәрнәев (1940–1945)
Шәйех Ғимаев (1945 – 1947)
Ғаффан Ғафаров (1947–1955)
Ғилемдар Рамаҙанов (1955–1958)
Вәли Нафиҡов (1958–1966)
Абдулла Исмәғилев (1966–1986)
Мансур Әйүпов (1986–1990)
Тәлғәт Сәғитов (1990–1998)
Ғәлим Хисамов (1998–1999)
Рәлиф Кинйәбаев (1999–2011)
Ниязбай Сәлимов (2011– 2015)
Азамат Юлдашбаев (2015 йылдан бөгөнгәсә)

Википедия мәғлүмәттәренән