Ҡиблаһы – ил, халыҡ яҙмышы Бынан теүәл 100 йыл элек Ырымбурҙа “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхби­ре” исемле гәзиттең тәүге һаны сыға.
Был көн — 14 июнь — “Башҡортос­тан”ыбыҙҙың тыуған көнө генә түгел, ә тотош милли матбуғатҡа нигеҙ һалынып, хәҙер республикабыҙҙа йыл да Матбуғат байрамы булараҡ билдәләнә.
Халҡыбыҙҙың баш осонда ҡылыс ялтлаған хәтәр мәлдәрҙә лә, хат­та буталсыҡ юл сатында ҡалған сағында ла, ил өҫтөнә ҡайғы-хәсрәт ябырылғанда ла гәзит милләтебеҙҙең тоғро юлдашы булды. Баҫмабыҙ колхоз да төҙөнө, индустриялаштырыу осоронда заводтарҙы ла аяҡҡа баҫтырҙы, нефть фонтандарын да яҡтыртты, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ватандаштарыбыҙ менән бергә тыныслыҡ өсөн дә алышты, һуғыштан һуң илде лә аяҡҡа баҫтырҙы, сиҙәм дә күтәрҙе, һынылышлы 90-сы йылдарҙа республикабыҙға берҙәмлек, татыулыҡ та яулашты. “Башҡортостан” бөгөн дә яңы Башҡортостан, яңы Рәсәй менән бер аҙымдан атлай. Эйе, гәзит ил, халыҡ ни кисерһә – шуны кисерҙе, ниндәй һынауҙарға дусар булһа – шуны бергә ашатлап үтте. Шулай ҙа “Башҡортостан” үҙенең асыл-маҡсатына хыянат итмәне: һәр дәүерҙә лә халҡыбыҙҙың йылъяҙмасыһы булды һәм әле лә ошо еңел булмаған бурысты артмаҡлауын дауам итә.
Ваҡытында исемен бер нисә мәртәбә үҙгәрткән гәзит суверенитет өсөн ҡыҙыу көрәш барған 1990 йылда борон-борондан ата-бабалары­быҙ төйәк иткән республи­кабыҙҙың атамаһы — “Башҡортостан” исеме менән донъя күрә башлай, һәм был — хәҡиҡәттең тантана итеүенә бер миҫал, сөнки гәзитебеҙ республикабыҙ, халҡыбыҙ тормошоноң бар­лыҡ өлкәһен дә яҡтырта. Шунда уның мәртәбәһе лә, бүтән ваҡытлы матбуғат сараларынан айырмалы, өҫтөнлөгө лә.
“Башҡортостан” – милләтебеҙҙең алтын бағанаһы, телебеҙҙең, рухыбыҙҙың, тарихыбыҙҙың һаҡсыһы. Бөгөн телде һаҡлауҙа, милләтебеҙҙе киләһе быуатҡа лайыҡлы алып барып еткереүҙә лә баҫмабыҙҙың өлөшө ҙур.
“Башҡортостан” редакция хеҙмәт­кәрҙәренең гәзите түгел. Ул — халыҡ­тыҡы. Шуға күрә төп урында халыҡ мәнфәғәте, халыҡ хәстәре ята. Республикабыҙҙың һәм милләтебеҙҙең бер быуатлыҡ йылъяҙмаһын артабан да бергәләп яҙайыҡ.