Шәлдәрҙә — күңел йылыһы

15-11-2017, 00:06 // Йәмғиәт, Эшҡыуар // Баҫып сығарырға
Шәлдәрҙә — күңел йылыһы Тиҙҙән Өфөгә бөтә республиканан дебет шәл бәйләү оҫтабикәләре йыйыла. Улар 26 ноябрҙә үтәсәк “Башҡорт шәле-2017” фестиваль-конкурсында ҡатнаша.
Оҫталыҡты сән­ғәт әһелдәре, ха­лыҡ кәсептәре бел­гестәре ингән абруйлы жюри баһа­лай. Программала – иң яҡшы шәлгә конкурс, “Башҡорт шәле – халыҡ кейеменең мөһим өлөшө” дефилеһы, дебеттән бәй­ләнгән әйберҙәр йәрмин­кәһе. Бәйгеләрҙән тыш оҫталарҙың һөнәри кимәлен үҫтереү маҡсатында оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында әйтеүҙәренсә, башҡорт шәле оҫталарының тәүге күргәҙмәһе 20 йыл элек Башҡорт дәүләт филармонияһында үткәрел­гәйне. Ошондай уҡ саралар Күмертау ҡалаһы, Стәрлебаш һәм Ейәнсура райондарында ойошторолдо. 2008 йылдан күргәҙмәләр республиканың баш ҡалаһына әйләнеп ҡайтты. Фес­тиваль-конкурстың маҡсаты – традицион милли кәсепкә – башҡорт шәленә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, “Башҡорт мамыҡ шәле” брендын булдырыу, халыҡ оҫтала­рының һөнәри кимәлен күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу. Сараны Мәҙә­ниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Ағиҙел” башҡорт халыҡ кәсептәре предприятиеһы, Өфө, шулай уҡ республикалағы башҡа ҡалалар һәм райондар хакимиәттәре ойошторҙо.